23.12.2016 Уларҙың төнө (аҙағы)
Мөхәббәттә ике тапҡыр тетрәнеү кисергән Нәзирә оҙаҡ йылдар яңғыҙ йәшәне. Ни тиклем ауыр булмаһын, тормоштоң уҫал елдәренә ҡаршы тороп, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ике балаһын да бер үҙе ҡарап үҫтерҙе. Кеше алдында кәм-хур булмаһындар, етемлекте тоймаһындар тип, уларға кейемдең дә иң яҡшыһын ғына алырға тырышты, тәмле-татлы ризыҡтан да өҙмәне. Әлбиттә, аҡсаһы етмәй йонсоған ваҡыттары ла булды, бында ла юғалып ҡалманы, өйрәнгән эшен ташлап, сит даирәгә – заводҡа эшкә инде, ә өйҙә теген, бәйләү эше менән булды. Артынан йөрөмәнеләр түгел, йөрөп ҡаранылар, тик гел ире кеүек йә эскесе, ҡатын айырған, өйһөҙ ҡаңғырған берәҙәктәр осраны, йә ваҡытлыса күңел асыу өсөн генә файҙаланып ҡалырға теләгән хәйләкәр, таҫма телле үткенселәргә юлыҡты. Электән матур шул ул: биленә етеп торған һорғолт сәсле, тулған айҙай алһыу йөҙлө, ҙур асыҡ һоро күҙле, зифа буйлы, еләк кеүек ҡатын. Тик ниңәлер гел, үҙен-үҙе кәмһетеп, елғыуар, буш ҡыуыҡ әҙәмдәр менән бәйләнде. Ике тапҡыр шундайҙарға ғашиҡ булды. Беренсеһен, никахлашырға ғына йөрөгәндә, һалҡын иҫәп менән йәшәгән икенсе ҡыҙ ауырға ҡалып өйләндерҙе, икенсеһе – ире – кеше һүҙе, кеше күҙе аша ҡарап йәшәгән ихтыярһыҙ бәндә, бай, фатирлы ҡатындарға әүрәп, ғаиләнән китте, бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡараны, тик береһе менән дә тормошо уңманы. Кире ҡайтҡайны ла бит, Нәзирә уны ҡабул итмәне: ирҙең күҙҙәре һүнгән, ҡарашы боҙ кеүек һалҡын, тәне уның янында булһа ла, ә күңеленең элеккесә, үҙе уйлауы буйынса, Нәзирәнән яҡшыраҡ, текәрәк, унан өҫтөнөрәк торған бай, дәрәжәле кешеләр араһында икәне күренеп тора ине.
һөнәре буйынса ябай китапханасы ине Нәзирә. Оҙаҡ йылдар шул эшкә күнеккәс, гел аяҡ өҫтө, тегендә лә бында йүгереп йөрөүҙе талап иткән завод эшенә өйрәнеүе бик ҡыйын булды. Шулай ҙа шунда тырышып өс йыл эшләне. Тик аҡсаһы булмағас, яңыраҡ шәхси эшҡыуарға кейем бесеүсе булып ялланды. Өлкән ҡыҙы ла үҫеп буй еткерҙе, БДУ-ның роман-герман факультетына уҡырға инде. Ҡырҡ дүрте менән барһа ла, алма кеүек матур, әле төҫ ташларға йыйынмаған Нәзирә ҡыҙы менән урамдан барғанда уларҙы апалы-һеңлеле тип уйларға мөмкин ине. Икенсеһе туғыҙынсы синыфты бөттө.
Һәр кем был донъяға парлы булыу, яратылыу өсөн килгән. Көслө заттан ваз кисһә лә, Нәзирәнең дә йыш ҡына эсе бошоп, йөрәге болоҡһоп ала, тәбиғәт биргән ынтылыш, булмышын ярҙарына һыймай ташҡан йылға кеүек ярһытып, уттан алып һыуҙарға һала. Шундай көндәрҙең береһендә ул үҙенән ун йәшкә кесе бер йәш егет менән танышты. Күптән наҙ күрмәгән йәш ҡатын Артурҙы әкиәттәге принц, илаһи зат итеп ҡабул итте – үҙен-үҙе онотоп ғашиҡ булды, төрлө түбәнселеккә төштө, көнләште, иланы. Уның йомшаҡ холоҡло, ҡаршылыҡһыҙ икәнен белеп алған егет йораты уны һанға ла һуҡманы, киләм тип килмәй ҡалыуҙы, сәскә урынына араҡы йә һыра тотоп инеүҙе хилафлыҡҡа һанаманы, ҡайһы берҙә бүлмәгә инә лә, диванға ауып, хырылдап йоҡлап китә. Бер ҡатлы Нәзирә уны нисек бар, шулай ҡабул итте. Исем өсөн генә булһа ла берәй бүләк ишараты алып бирмәүенә лә күҙ йомдо, аҡсам юҡ, тиһә, аҡсаһын сығарып бирҙе, әйҙә, эсәйек, тиһә, уның менән эсте, ҡайҙа саҡыра – төнгө парккамы, төрлө аулаҡ урынғамы – шунда барҙы. Уның яҡын итеп “һин” тип түгел, ә дистанция һаҡлап, демонстратив рәүештә “һеҙ” тип мөрәжәғәт итеүе лә шикләндермәне, ғәрләнһә лә, һаман да ысын мөхәббәт тойғоһо менән йөрөүенә ышанды, “яратам” тигән һүҙҙе ишетеүенә өмөтләнде. Әгәр оҙаҡ юғалып торһа, бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сумғандай тойолдо, мейеһен түбә ҡапҡасын ватырҙай итеп кемдер сүкей башлай, шом баҫа, төнө буйы йоҡламай сыға, телефонына шылтырата... Түбәнселектең иң ахыр сигенә төшкәс, ниһайәт, күҙен асырға мәжбүр иткән хәл булды.
Артурҙың ағаһы Яңы йыл байрамында уны өләсәләренең ауылына ҡайтып китте тигәс, Нәзирә лә оҙаҡ уйлап торманы: юл сумкаһын тултырып, шунда йәшәгән һеңлеләренә юлланды. Романтик күңелле ҡатын, осрашырбыҙ, ҡышҡы ауыл урамдары буйлап йөрөрбөҙ тип, юл буйы төрлө сихри хыялдарға сумып ҡайтты…
Табын артына ултырғас, Артурҙың кеҫә телефонына шылтыратты. Тауыш ишетелде, ләкин шунда уҡ бәйләнеш өҙөлдө. Тағы, тағы шылтыратты. Яуап юҡ. Элемтә насар, ахыры. Сәғәт теле ун икене һуҡҡас, күмәкләшеп клубҡа барҙылар. Шунда бейеп йөрөгән бер төркөм йәштәр араһынан Артурҙы шәйләп, янына ашыҡты, ләкин туҡтап ҡалды: егет йәш кенә бер ҡыҙҙы ҡосаҡлап тора ине. Нәзирә бейегән булып яндарында өйрөлдө, ләкин Артур уны танымағанға һалышты, бер генә ғәмһеҙ ҡараш ташланы ла ҡыҙҙы етәкләп, клубтан сығып та китте.
Егет төн уртаһы ауғас ҡына телефонын алды. Шампан шарабы башына арыу ғына киткән Нәзирә, үҙен-үҙе белмәй, асырғанып егеткә ғәйепләү һүҙҙәре яуҙыра башланы. Бер аҙҙан теге башта Артурҙың тыныс тауышы ишетелде:
– Һеҙ миңә апай бит, нимә шаулайһығыҙ? Лутсы әйтегеҙ: йөрөгән ҡыҙым сибәрме? Беҙ уның менән яңыраҡ туйҙа таныштыҡ. Минән өс йәшкә кесерәк, һары сәсле, күҙҙәре зәп-зәңгәр!.. Үҙегеҙ күрҙегеҙ бит, нисек, оҡшанымы?
Нәзирә шаңҡып, өнһөҙ ҡалды… Ҡарлы-буранлы ауыл урамында, кәртәләргә аҫылына-аҫылына, шул төндө бик оҙаҡ илап йөрөнө Нәзирә. Өйҙәгеләр уны юғалтып, эҙләргә сыҡҡан. Ауыл осона тиклем барып, уны урман ситенән кейәүе саҡ табып алды.
Депрессиянан Нәзирә бик оҙаҡ арына алманы. Башындағы теге сүкеш бер туҡтауһыҙ хәрәкәтләнде, тынғы бирмәне, үҙе менән асыҡтан-асыҡ файҙаланырға юл ҡуйып, ниндәй кәмселектәргә төшөп йөрөүен аңлау, ғәрлек тойғоһо уны иң зәһәр һалҡындан да һалҡын, шөкәтһеҙ уйҙарға батырҙы, аяҡтарынан башына тиклем йән өшөткәс халәткә сорнаны. Бынан ҡотолорға теләп, ҡатын мәсеткә лә барып ҡараны, психологҡа ла, ләкин файҙа булманы. Яңы эшендә лә этләнеп кенә йөрөнө – цехтағы тегенсе ике ҡатын бер сәбәпһеҙ шунда эшләгән ирҙәрен унан көнләшә башланы. Күрә алмауҙары шуға барып етте: барыһын да уға ҡаршы ҡоторттолар, һөйләштермәнеләр, тулы битарафлыҡ күрһәттеләр. Мөхит түҙеп торғоһоҙ булһа ла, балалары хаҡына эшләүен дауам итте Нәзирә. Иртән ҡайһы саҡта илай-илай бара ине, тик башҡа сара юҡ – ҡырағай баҙар хөкөм һөргән ваҡыт, эше лә, аҡсаһы ла наҡыҫ, ә йәшәргә кәрәк. Бар донъя ҡараңғы, уға ҡаршы кеүек күренде. Күңел ғазаптарын шарап менән баҫырға теләне. Йыш ҡына күрше ҡатынға инеп ултыра ине. Уныһы: “Еңелерәк булып ҡалыр, эс”, – ти ҙә башланған араҡыһын сығара. Эсә, ләкин унан һуң оторо ҡыйын була. Был насар шөғөлдөң упҡынға ғына алып барасағын аңлай ине ул, шуға ла тора-бара үҙендә көс табып, унан баш тарта башланы.
Ниңәлер бер ваҡыт төшөндә яҡында урынлашҡан китапхананы күрҙе. Кемдер уны шунда саҡырған кеүек ине. Иртәгәһенә тотто ла шунда китте Нәзирә, дөрөҫөрәге, аяҡтары үҙҙәре шунда алып барҙы.
Шул көндө үк күңеле ятмаған эшенән китеп, яңынан китапханасы булып эшкә инде ул. Бер айҙан уҡыу залына мөләйем генә бер апай килеп инде. Ғәҙилә икән исеме. Ул бында һәр йыл октябрь айынан башлап шәмбе көндәрендә теләгән кешеләрҙе бушлай Ҡөрьән уҡытырға йөрөй икән. Нәзирә ул ваҡытта ҡайһы бер доғаларҙы белһә лә, намаҙға, Ҡөрьәнгә нисектер битараф ине, ләкин был юлы ни ғиллә менәндер, үҙенән-үҙе дәфтәр менән ҡағыҙ алып, башҡа ҡатындар менән ғәрәп графикаһын өйрәнергә ултырҙы.
…Ярты йылдан Ғәҙилә апай Нәзирәгә Мәүлит байрамына бағышлап Ҡөрьән бүләк итте.
Әллә күпме яфалаған шөкәтһеҙ тойғолар Ҡөрьәнде башының осона һалыу менән юҡ булды, теге сүкеү ҙә башҡаса бимазаламаны, йөрәге ҡапыл тынысланды һәм йәне-тәне илаһи бер нур менән тулғандай тойолдо. Күҙҙәре йәшләнеп, изге китапты йөрәгенә нығыраҡ ҡыҫты.
Ярты йылда изге китапты ғәрәпсә, тырышып, тулыһынса уҡып сыҡты. Ошонан һуң тормошо ла яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе: эшендә ҙур уңыштар яулай башланы, яңынан-яңы дуҫтар тапты, ә иҫерткес эсемлектәргә ерәнеү менән ҡарап, башҡаса яҡын да килмәне, ә иң мөһиме – үҙен кеше алдында кәмһетеүҙән арынды, алдына яҡты маҡсаттар ҡуйҙы. Ысын-ысынында мөғжизә ине был.
Нәзирә бер тапҡыр туҡталышта торғанда Артурҙы осратты. Егет уға ғәжәпләнеп ҡараған да ҡатҡан.
– Отпад, һүҙем юҡ – ниндәй сибәр ҡыҙ тора икән тиһәм, һеҙ икән. Һаман йәшһегеҙ, ә! Ҡайҙа юл тотоу?
– Буяу менән плита алырға китеп барам.
– Ооо, әйҙә ярҙамлашам!..
Ҡулдарын йәйеп ҡосаҡларға килде, ләкин Нәзирә уға быны эшләргә ирек бирмәне, еңелсә этеп ебәрҙе. Артур үҙенә хас һауалы манера менән, ауыҙын ҡыйшайтып, көлөп ебәргән булды:
– Ооо, һеҙ үҙгәргәнһегеҙ… Әйҙә, бергә барайыҡ баҙарға.
– Юҡ, Артур! Йөрөмә, юлыңда бул.
Автобус килеп туҡтағас, тиҙ генә шунда инеп китте Нәзирә.
Бер нисә көн үткәс, егет, бер ни булмағандай, тағы килеп ишек шаҡып йөрөй башланы, күрәһең, барыһы ла ҡабатланыр тип уйланы. Ләкин Нәзирә ҡәтғи һәм ҡоро ғына итеп уны ҡыуып ебәрә торҙо.
“Үткәндәге хаталарҙы башҡаса ҡабатлау юҡ инде!”
Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.
(Дауамы бар).
Уларҙың төнө
Йыл артынан йыл үтте. Нәзирәнең икенсе ҡыҙы ла юғары уҡыу йортона уҡырға инде.
Нисек кенә ғәжәп күренмәһен, ләкин ҡатын һаман элеккесә йәш, һылыу булып ҡала бирҙе, кәүҙәгә генә ауырайҙы, унда ла барыбер күп йәштәштәре кеүек “туп”ҡа әйләнмәне, буйы зифа килеш һаҡланды. Һәр кире нимәнең ыңғай яғы була тигәндәй, быға Артур менән йөрөгәндә, уға тиң булырға тырышып, төрлө йәшәртеү ысулын өйрәнеүе, матурлыҡ салонына йөрөүе булышлыҡ итте, ахыры. Ләкин йәш күренәме, оломо – уға хәҙер барыбер ине. Яңғыҙ ҡалырына тамсы ла шикләнмәй: “Миңә ҡартайырға ваҡыт”, – тип, өйҙә лә, тышҡа сыҡҡанда ла киң халат, иркен күлдәк кейеп йөрөй башланы, хатта калуш һатып алды. Ҡыҫҡаһы, бар эшен һалып, ҡартайырға йыйынды.
Ҡыш көнө уларҙың коллективын Блюхер урамындағы тиҙҙән ябыласаҡ китапханаға ебәрҙеләр. Ундағы өс кеше китап бәйләп өлгөрмәү сәбәпсе “өмә” эшләргә булғандар икән. Ысынлап та, бында пенсия йәшендәге оло ғына ҡатын (мөдирҙәре), бына-бына декретҡа китергә йыйынған йәш кенә бер ҡыҙ һәм ҡырҡ йәштәр тирәһендәге бер ирме, егетме генә эшләй ине. Тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәсле егеттең (ир тип әйтергә тел дә әйләнмәй) исеме Рауил икән. Ғәҙәттә, китапханала тик һаулыҡ яғы насар ирҙәр генә эшләй торған. Нәзирәнең башына шунда уҡ: “Нимә менән сирләй икән был бахыр?” – тигән уй килде. Ҡарап торғанда бер ниндәй кәмселеге лә юҡ – оҙон, тура кәүҙәле, аяҡ-ҡулы зәғифкә оҡшамаған. Йәшел-һорғолт күҙҙәре моңһоу кеүек күренде. Бик итәғәтле, ярҙамсыл. Аҙаҡ коллегаһы Дилә, утыҙҙан уҙған ҡыҙ, мөдирҙәре Сания апай аша Рауилдың әле өйләнмәгән егет икәнен белгән, шуғалыр ҙа тиҙ генә егеткә ҡармаҡ һалырға булды, ахыры: күберәк эргәһендә уралырға тырышты, төрлө һүҙ ҡушты, ләкин юҡҡа ғына – Рауил барыһына ла тигеҙ ҡараны. “Өйләнмәгән дә булғас, тимәк, бер хикмәте бар”, – тигән һығымтаға килде Нәзирә. Бер аҙна шунда китап бәйләнеләр, стеллаждар ташынылар. Китапхананы япҡас, Рауилды эшләргә Октябрь проспектындағы яңы филиалға ебәрәләр икән, сөнки Сания апай әйтеүе буйынса, ул компьютерҙы, төрлө хәҙерге заман программаһын бик яҡшы белә икән.
Яңы йыл үтеп тә китте – ҡәҙимге эш аҙналары башланды. Уф, шул тиклем өйөп ташлайҙар эш менән: йә конкурс, йә презентация, отчеты-планы, семинарҙар, ә күмәк саралар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ инде. Өйөндә лә ҡыҙыу мәл Нәзирәнең – ҡыҙының сессияһы башланды. Үс иткәндәй, компьютерға әллә нимә булды: иң кәрәк саҡта йә эшләй, йә кәзәләй киреләнеп: “Инеү администратор рөхсәте менән генә”, – тигән яҙыуҙы сығарып, эшләмәй тора. Шуға ла ҡыҙы имтиханға яфа сигеп әҙерләнә.
Үҙәк китапханала үткән сираттағы мастер-кластан һуң ниндәйҙер ҡағыҙ артынан Нәзирә крайҙы өйрәнеү бүлегенә барҙы. Ҡараһа, ишек төбөндә Рауил, икенсе филиалдың библиографы Зифа тора, әле генә үткән дәрес тураһында ҡыҙыу бәхәс алып баралар. Күберәк мәғлүмәт белергә тип, Нәзирә лә ҡушылды һөйләшеүгә.
Гардеробтан кейемен алып торғанда Сания апайҙы күреп ҡалды. Ул да бында эшләй икән. Шунда ҡылт итеп Рауилдың компьютер өлкәһендә оҫта белгес икәнен иҫенә төшөрҙө һәм кире боролоп, уның янына йүгереп барҙы, үҙен борсоған һорауҙы бирҙе. Рауил шуны ғына көткән тиерһең: тәфсирләп нимә эшләргә, ниндәй программаны эшкә егергә икәнен аңлатырға тотондо, ә аҙаҡтан Нәзирәнең электрон почтаһын яҙып алды. “Бөтә кәрәкле һылтанмаларҙы шунда ебәрермен. Бәлки, операцион системаны алмаштырырға кәрәк булыр”, – тине. Шәхси электрон почтаһы булһа ла, Нәзирә эш урынының адресын бирҙе: “Йә берәй нәмә уйлап ҡуйыр”.
Ысынлап та, кис көнө Рауилдың инструкциялары буйлап вирустарҙан таҙартып, вирустарға ҡаршы программаны ҡуйғас, ҡыҙының компьютеры яҡшы итеп эшләп китте. Эй, шатланыуҙары икеһенең дә! “Рәхмәт! Ярҙам итте!” – тигән яуап ебәрҙе Рауилға. “Мөрәжәғәт итегеҙ!” – тип яҙҙы егет.
Рауил Нәзирәне күргәс тә оҡшатты. Ләкин уның яғына ҡарамаҫҡа тырышты. Бер тапҡыр кем икәнен йөҙөнә бәреп әйттеләр, урынын күрһәттеләр бит инде – ниңә тағы йөрәкте яраларға?
...Ул саҡта төҙөлөш училищеһында уҡып йөрөгән йәш кенә егет курсташтары менән Минйәр ҡасабаһы яғына походҡа барғайны. Бер көндө бейек кенә тау янында ял итергә туҡтанылар. Иптәштәре серем иткән арала, дуҫы Рауилға алыҫтан алһыуланып күренеп торған ҡаяларҙы ҡарап килергә тәҡдим итте. Йәйәүләп киттеләр. Ҡаяға барып еткәс, ҡыҙыҡһыныуҙары еңеп, өҫкә табан үрмәләй башланылар. Кире төшөп барғанда Рауилдың аяҡ аҫтындағы таш урынынан ҡупты һәм егет аҫҡа тәгәрәне...
Умыртҡаһына ныҡ ҡына зыян килгәйне. Бер йыл ҡултыҡ таяғы менән йөрөнө. Әллә күпме күнегеүҙәр эшләп кенә саҡ үҙ аяғына баҫыуға өлгәште ул. Йөрөгән ҡыҙы, уның бәләгә тарыуын белгәс, ташламаны, килеп, хәлен белеп торҙо. Рауил уҡыуын тамамланы, эш эҙләй башланы. Шунда инде икенсе төркөм инвалидлыҡ менән ҡуш ҡуллап эшкә алырға тормауҙары асыҡланды. Ары һуғылып, бире һуғылып йөрөгәс, ахырҙа, мәктәпкә ҡарауылсы булып инде. Тик ул был шөғөл менән генә хушһынырға уйламай ҙа ине, шул йәйҙе үк бер кемгә лә әйтмәй, Өфөгә барып, программистар әҙерләй торған курсҡа яҙылып ҡайтты. Шул арала ҡыҙының үҙенә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреүен, һалҡыная башлағанын һиҙҙе. Рауил былай ҙа армияға ла яраҡһыҙ булғанына, йүнле эш тә таба алмағанына кәмһенеп йөрөй ине, һағайҙы. Ҡыҙ шылтыратыуҙарына ла яуап бирмәй, осрашыуға ла сыҡмай башлағас, барыһын да аңланы. Оҙаҡламай уның бөтөнләй район үҙәгенә китеп барғанын ишетте. Оҙаҡ уйланды, яфаланды. Уның ошо халәтен күргән әсәһе:
– Ҡуй, улым, юҡҡа өмөт итеп көтмә лә ул ҡыҙыҡайҙы. Кейәүгә сығырға йөрөй икән ул. Онот, үҙ тиңеңде табырһың әле, – тип йыуатты.
Исмаһам, һуңғы тапҡыр һөйләшәйем тип, ялға ҡайтҡан ваҡытын тура килтереп, Рауил бер көндө ҡыҙ янына үҙе барҙы, ләкин ул сыҡманы. Ҡабат барҙы. Тәҙрәнән генә: “Әсәйем сығармай”, – тине лә юҡ булды. Оҙаҡламай егеткә ҡыҙҙың әсәһенең: “Йүнле аҡса ла эшләй алмаған инвалидҡа сәскә кеүек ҡыҙымды биреп ебәрер хәлем юҡ”, – тигән аяуһыҙ һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Рауил эшен ташлап, ҡалаға бөтөнләйгә китеп барҙы. Ауылға бик һирәк ҡайтты. Ләкин һаман да онота алмай ине әле ул мөхәббәтен. Бәлки, ул да мине яраталыр, тик әсәһенең һүҙенән сыға алмай, ҡурҡып йөрөйҙөр, тип өмөтләнде. Ләкин бер ваҡыт ауыл урамы буйлап килгәндә, юлда ҡыҙҙың сит егет менән ҡосаҡлашып, көлөшә-көлөшә сит ил маркалы машинаға ултырғандарын күреп ҡалды. Ул да уны таныны, ләкин күрмәмешкә-танымағанға һалышты һәм егетенә нығыраҡ һыйынды. Рауилдың күҙ алдары ҡараңғыланып, йөрәге ҡыҫылды... Ҡайтты ла, мунсаға барып, сәстәрен услап йолҡа-йолҡа, бала кеүек иланы.
...Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс, тынысланғандай булды. Ҡалала бер ҡыҙҙы осратып, уның менән йөрөй башланы. Инде өйләнергә тип план ҡорғанда ғына ул Рауилды яратмағанын, тик дуҫ кеүек кенә күреүен әйтте, кисереүен үтенде. Баҡһаң, ныҡ яратып йөрөгән егетенең икенсе ҡыҙға өйләнергә йыйыныуын ишетеп, көнләштерергә уйлаған икән, йәнәһе, икенсе егет менән күргәс, кире ҡайтыр, тип өмөтләнгән. Бының өсөн Рауилды файҙаланған, ләкин планы барып сыҡмаған – егет битараф ҡалған.
Ошонан һуң Рауил береһенә лә ышанмай башланы, үҙ-үҙенә бикләнде. Тик йылдар үткән һайын кеше үҙгәрә, яралар ҙа аҙмы-күпме уңала икән. Кем уйлаһын тағы ла йөрәгенә кемдер “амур уғы” осорор, әсир итер тип? Нәзирәнең саф, аҡ йөҙө, зифа буйы, алдына үреп һалған оҙон һарғылт сәстәре, ҙур һоро күҙҙәре уйынан сыҡмай ҙа ҡуя.
Икенсе тапҡыр улар үҙәк китапхана үткәргән уртаҡ сарала тағы осраштылар. Күптәнге таныштар кеүек бер-береһенә ҡаршы ашығып атланылар. Һөйләшеүҙәре шул компьютер тирәһенән ары китмәне, әлбиттә, ләкин Рауил шуға ла бала кеүек һөйөндө.
Көн дә Нәзирәне генә уйланы. Нисек кенә әйтергә икән хистәремде, тип баш ватты һәм шул уҡ ваҡытта белдерергә лә ҡурҡты. Ундай сибәр ҡатындың яратҡан кешеһе барҙыр, баш тартыр, тип уйланы, икеләнде. Ғазапланып, тағы берәй сара үтеүен көттө.
Теләгәне алдына килде егеттең. Февраль аҙаҡтарында бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе Ҡала мәҙәниәт һарайына тантаналы кисәгә ебәрҙеләр. Рауил залда ике урын алып, фойеға кире сыҡты һәм ишек төбөнә үк килеп баҫып, Нәзирәне көтә башланы. Ана ул! Ҡарлы сәстәрен, алһыуланған битен ҡаға-ҡаға, йылмайып килеп инде, тирә-яҡта ҡояш сыҡҡан кеүек булды. Ул да Рауилды күреп ҡалды һәм һаулыҡ биреп, коллегалары менән бергә ашығып гардеробҡа табан атланы. Егет бөтә ҡыйыулығын йыйып, уның артынан ташланды һәм:
– Әгәр урынығыҙ булмаһа, килегеҙ, йәме, мин ике урын алып ҡуйғайным, – тине.
– Ярай, ярай, – тине лә Нәзирә, ҙур пакетын өҫтөрәп, ҡабаланып кешеләр араһына инеп юғалды. Тиҙерәк башҡорт кейемен кейергә кәрәк – икенсе ҡатта шиғри конкурс үтә, ул үҙе яҙған шиғырҙарҙы һөйләйәсәк!
Залда Рауил тулҡынланып уның килеүен көттө, ләкин Нәзирә вайымһыҙ ғына ҡараш ташланы ла, үтте лә китте һәм иптәштәре менән алғы рәттәрҙең береһенә барып ултырҙы. Буш урын барлығын күргәс, Рауилдың эргәһенә күрше филиалдан Люциә килеп ултырҙы. Был һөйләнсек ҡатынды Рауил әллә ни яратып етмәй ине. Йәне көйөп китте.
Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.
Уларҙың төнө (аҙағы)
Тулҡынланыуынан арынып, бер аҙ әл-хәл булғас, сығышын нисек баһалауҙарын тиҙерәк белергә теләп, Нәзирә алғы рәттәге коллегалары эргәһенә ашыҡты. Байтаҡ гәпләшеп ултырғас, залда шым ғына Рауилды күҙәтә башланы. Ул ишеттеме икән шиғыр уҡығанын? Микрофон ҡуйғандар бит, ишеткәндер ул. Ҡайҙа ултыра икән? Ә, ана, эҙләп тапты. Аһ, уның янында ниндәйҙер ҡатын... Люциә бит! Бая шуны көтөп торған инде әтеү. Битен Рауилдың битенә яҡын килтереп әллә нимәләр һөйләй, көлөп тә ебәрә. Аңлашылды. Шул икән Рауилдың һөйгәне. Нәзирә ирекһеҙҙән көнләшеү хисе кисерҙе. Йәш шул Рауил, бик йәш – уға тиң түгел...
Кисен күңеленә тынғы тапмай, ҡулына эш бармай, оҙаҡ эсе бошоп ултырҙы. Иртәгәһенә эшкә килгәс, сайтты тултырып алды, Рауил эшләгән китапхананыҡын да асып ҡараны. Әлбиттә, уның ҡулы – яңылыҡтар бүлегенә оҫта итеп әллә ниндәй картиналар ҡуйған. Һылтау табып, әллә берәй нәмә яҙырғамы икән шуға? Аптырамаҫмы икән? Оҙаҡ уйлағас, тотто ла “Бәйләнештә” сайтынан Рауилдың битен табып, уға: “Һаумыһығыҙ! Үҙегеҙҙең сайтты матур итеп тултырыу сере менән бүлешмәҫһегеҙме икән?” – тип яҙҙы ла ебәрҙе. Үҙенең битенән түгел – китапхана исеменән, әлбиттә, сөнки башында ҡапыл шомло иҫкәртеү сигналы тауыш биргәндәй тойолдо: “Артур ваҡиғаһын онотма, йөрәгеңә яра алма...”. Нимә булһа ла булыр, Нәзирә яҙғанын аңлар әле, моғайын.
Яуап килмәне. Кис көнө лә көтөп ҡараны. Ләм-мим. Уҡығандыр бит инде? Онлайнда булған үҙе. Әгәр электрон почтаһына яҙғанда? Тағы ниндәйҙер сәбәп табып, уның аша ла яҙып ебәрҙе, ләкин икенсе баштан элеккесә хәбәр булманы. Нәзирә үҙ-үҙен әрләй башланы. “Йә, нимәгә өмөтләндең инде, ҡарсыҡ? Шундай күркәм ҡиәфәтле, оҙон буйлы сибәр йәш ир һиңә ҡарар тинеңме ни? Бер ауыҙың беште бит инде, тағы нимә кәрәк, тотанаҡһыҙ!”
Барыһына ла яуапты ул 1 майҙағы митингҡа килгәс тапҡандай булды: Рауил йәш кенә бер ҡыҙ менән баҫып тора ине. Нәзирәнең үкһеп илағыһы килде, уның күҙенә күренмәҫкә тырышып, ситкә, халыҡ араһына сумды, тик ойоштороусы барыһына ла бергә йыйылырға әмер бирҙе. “Фотоға төшәбеҙ! Фотоға!” Нәзирә, күҙҙәре менән Рауилдың ҡарашына барып төртөлдө. Егет уға ҡарап тора ине. Нәзирә ҡурҡып, тиҙерәк икенсе яҡҡа борола һалды, сөнки уның күҙҙәренән ошоларҙы уҡыны: “Оялмайынса, нисек минең шәхси битте эҙләп табып, кереп, хат яҙырға йөрьәт иттегеҙ? Һеҙ бит минән алты йәшкә өлкән ҡатын! Мин һеҙгә иптәштәрсә, коллега булған өсөн генә ярҙам иттем, ә һеҙ әллә нимә уйлағанһығыҙ шикелле...”. Ҡыҫҡаһы, сикһеҙ нәфрәт, аңламау, хатта ерәнеү күрҙе. Ер тишегенә инерҙәй булып оялып, тағы халыҡ араһына инеп ҡасты Нәзирә.
Рауил Нәзирәнең үҙен һанға һуҡмауын аңлағайны инде. “Теге ваҡыт залда урын алып көтөп ултырған булдым, килмәне, әле хатта ҡарарға ла теләмәй, күпме күҙәтеп торҙом, ҡарашын тоторға тырыштым – бер генә ҡараны, унда ла буш урынға кеүек – вайымһыҙ ғына, тиҙ генә шыуып үтте. Теге лыбырлаҡ Люциә минең инвалид икәнде Нәзирәгә әллә ҡасан әйткәндер инде. Их, мин диуана!” Рауил бойоғоп бер урында баҫып тора бирҙе, ярай әле һеңлеһе эйәргән, уның менән әҙ булһа ла еңелерәк. Бәхет булмағас булмай инде, ни хәл ҡылаһың. Уның ҡарауы, эштәре, исмаһам, яйланды. Яңыраҡ ул китапханаларҙы махсус программа менән тәьмин итеү өсөн проект төҙөнө һәм ул республика кимәлендә танылыу һәм маҡтау яуланы. Һуңғы аҙналарҙа эшкә лә йөрөмәй, шуның менән булышып ултырҙы бит. Шәхси сайтына инергә, почтаһын ҡарарға ла ваҡыты юҡ. Уларҙы тулыһынса һеңлеһенә тапшырып ҡуйҙы инде.
Йоҡламаһа йоҡламаны, ләкин программаны ослап ҡуйҙы. Хәҙер икенсеһе өҫтөндә эш башлаясаҡ, Алла бирһә. Уҡыуы юҡҡа булманы, шуға шатлана.
Йәй үтте, көҙ етте, тағы ҡыш булды. Яңы йыл етте. Һәр йылдағыса, Нәзирә был байрамды туғандары, ҡыҙҙары менән ҡаршыланы. Төн еткәс, аш бүлмәһенә сығып, тәҙрәгә килеп һөйәлде, шыршы ботаҡтарында баҙлап янған уттарға оҙаҡ итеп ҡарап торҙо. Ярата ул шул уттарҙы, күңелле бала сағын иҫкә төшөрә улар. Тик ғәмһеҙ бәләкәй саҡта ғына күңелле итеп үткәрәһең икән байрамдарҙы... Ә хәҙер һәр йылды оҙатҡан һайын күңелде һағыш, зар нығыраҡ биләй, йәшлектең яратылмай, заяға үтеп барыуы нығыраҡ һиҙелә. Кемдер ошо минуттарҙа Яңы йылды яратҡаны менән ҡаршы ала, ә Нәзирә бер үҙе. Һәр йыл шулай. Рауил да һөйгәне менәндер инде... “Эй, онот әле шуны!.. Уйлама!..” Нәзирә ауыр итеп көрһөндө лә, телевизор ҙа ҡарарға теләмәй, карауатына ауҙы һәм яңғыҙлыҡ әселегенән ҡасырға теләгәндәй, баштан алып юрғанына бөркәнде.
Рауилға Яңы йылды ҡайҙа ҡаршылаһа ла барыбер ине. Көнө буйы эшендә ултырҙы, һуң ғына буйҙаҡ фатирына ҡайтты. Һеңлеһе ауылда. Бөтә кеше ҡайҙалыр ашыға, көлә, йырлай, бейей, урамда төрлө уттар яна, шыршы еҫе аңҡый, ә ул бының тиҙерәк үтеп китеүен теләй. Ситлектәге януарҙай, бүлмәһендә ары-бире йөрөндө лә, сәғәт ун икенсе яртыларҙа ғына Шәфиев урамында йәшәгән ағаларына барырға булды. Ағаһы менән еңгәһе уны күргәс, шатланып ҡаршы алып, һый-хөрмәт менән тулы өҫтәл янына ултырттылар, һәр ваҡыттағыса, төрлөсә күңелен күрергә тырыштылар. Рауил көсөргәнеп йылмайған булды. Ун икене һуҡҡас, иркен тын алып ҡуйҙы, исем өсөн улар менән әҙерәк телевизор ҡарап ултырҙы һәм ике тулыр-тулмаҫ ҡайтырға сыҡты.
Күктән яй ғына төшкән аҡ ҡар бөртөктәре Нәзирәне хәтергә төшөрҙө. Теге ваҡыт Ҡала мәҙәниәт һарайына килеп ингәндә уның биттәрен, сәстәрен тап ошондай ҡар һырығайны... Ҡайҙа икән ул әлеге минутта? Кем менән икән? Моғайын, яратҡан кешеһенә һыйынып ҡына йә телевизор ҡарайҙыр, йә урам ҡыҙыралыр...
Рауил һалҡын бәрелеп торған фатирына ҡайтты ла, сисенеп тә тормай, баштүбән диванына ауҙы һәм ауыр йоҡоға талды.
Яҙ, яҙ! Ағастар бөрөләнеп йәшәрә, сыйырсыҡтар уға арнап мәҙхиә йырлай, урамдарҙа күләүектәр селтерәп аға, ә күңел нимәлер көтөп әҫәрләнә был сихри мәлдә.
Тиҙҙән “Китапханалар төнө” билдәләнәсәк. Уф, тағы берәй филиалда төнгә тиклем йөрөтөрҙәрме икән? Нәзирәгә был сара оҡшай, тик төндә өйгә ҡайтыуы ҡурҡыныс бер үҙенә. Ул арала булмай, бүлек мөдире Нәзирәне кабинетына саҡырып алды һәм Үҙәк китапхананан килгән хат менән таныштырырға тотондо.
– Быйыл Кино йылы булараҡ, барлыҡ филиалдарға “Китапхана төнөн”дә ниндәй ҙә булһа кинонан спектакль рәүешендә өҙөк ҡуйырға йөкмәтелгән. “Үҙәк” һине, башҡорт телен белеү сәбәпле, крайҙы өйрәнеү залында “Башҡорт туйы” фильмынан ҡуйыласаҡ миниатюрала ҡатнашырға саҡыра.
– Юҡ, юҡ, минән булмай ул, – тип ҡаршы төшөүенә бүлек мөдире бер генә ультиматум ҡуйҙы:
– Әгәр баш тартһаң, был алда буласаҡ премияла сағыласаҡ, – тине. Аҙаҡ, Нәзирәгә мәғәнәле ҡарап:
– Туғаным, мин һинең ҙур уңыштар яулауыңды теләйем. Һәләтең бар икәнде беләм. Тырыш, үҫ! – тип өҫтәне һәм ул һөйләйәсәк тексты килтереп тә тотторҙо.
Репетиция шәмбе көн икән. Башҡорт милли кейемен кейгәс, Нәзирә тағы ла һомғолланыбыраҡ китте. Көҙгөгә ҡарарға тип ашығып китеп бара ине, саҡ Рауилға килеп бәрелмәне. Нәзирә уның менән һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡағып ҡына иҫәнләште лә ашығып ары атлай һалды. “Ҡайҙа ҡарама шул йөрөй, тип уйлаймы икән?”
“Китапханалар төнөн”дә залдар халыҡ менән шығырым тулы ине. Нәзирә иң тәүҙә ишек алдында буклеттар, визиткалар таратып торҙо. Уның иң ныҡ теләгәне – Рауилға, уның мыҫҡыллы, йәлләүес ҡарашына юлыҡмау ине, шуға ла аҙаҡ шым ғына ярым ҡараңғылыҡҡа сумған кино залына барып ултырҙы. Сәғәт унда ул ҡатнашҡан миниатюра күрһәтелергә тейеш. Тиҙерәк башланһын да тиҙерәк бөтһөн ине шул!
Рауил опера театрынан килгән артистарҙың реквизиттарын, техник сараларын урынлаштырып бөткәс, крайҙы өйрәнеү бүлеге яғына ашыҡты. Алдан уҡ ҙур рауза гөлләмәһе алып, Сания апайҙың бүлмәһенә йәшергәйне. Июндә эш буйынса бер айға Нефтекама ҡалаһына китәсәк, шуға тиклем Нәзирә менән аңлашмаҡсы ине иҫәбе. Тик нисек? Инде нисә ай төрлө шик-шөбһәле уйҙар ҡамауында йәшәй. Сәскәне былай ғына бирер ине, көлөр тип ҡурҡа, шуға ла ошо ул ҡатнашасаҡ мини-спектаклде һылтау итмәксе булды, йәнәһе, сығышың менән, тип килтерергә лә тотторорға. Иң тәүҙә шулай уйлағайны ла бит, зал тулы таныш кешеләрҙе күреп, тағы ҡаушап, икеләнеп ҡалды. Ә Нәзирә сәскәне алырмы-юҡмы? Аңлармы уның ни әйтергә теләгәнен әллә йөҙөнә кире бәрерме?
Шуға ла бая Сания апаһы менән һөйләште лә, Нәзирә сәхнәнән төшкәс, сәскәне уның исеменән тапшырырға ҡушты. Хәҙер иң мөһиме – уны онотмауы, ваҡытында сығарыуы.
Нәзирә героиняһының телмәрен башҡарғанда үҙенә төбәлгән таныш ҡарашҡа юлығып, саҡ һүҙҙәрен онотманы, бер секундҡа ғына юғалып ҡалды, тотлоҡто. Ниңә килеп баҫҡан икән бында? Көлөргәме, мыҫҡыл итергәме? Ана бит, эргәһендә торған дуҫы, компьютер залы мөдире Максимға эйелеп әленән-әле нимәлер һөйләй ҙә йылмая. Моғайын: “Ошо ҡатын миңә ҡармаҡ һалып ҡарағайны”, – тиҙер. Тегеһе лә Нәзирә яғына ҡарап-ҡарап ала. Нәзирәнең эсендә яйлап ҡына янартау ҡуҙғала башланы. “Ах, һин шулаймы!..” Миниатюра бөтөр-бөтмәҫтән “сәхнә”нән төштө лә, күҙҙәренән йәшен уҡтары атып, Рауил янына килде һәм:
– Йә, “Бәйләнештә” бер генә һүҙ яҙҙым инде. Ниңә шуның өсөн күрә алмайһығыҙ?! Мин бит һеҙгә тағылыр өсөн яҙманым, эш буйынса һорау ғына бирҙем! – тине, артабан ҡалтырауынан тауышы бышылдауға күсеп:
– Үҙемдең әҙәпһеҙ ҡылығым өсөн Һеҙ ғали йәнәптәренән ғәфү үтенәм, – тип, йәшенә быуылды һәм оҙон күлдәгенә эләгә-эләгә коридор буйлап йүгерҙе. Артынан Сания апайҙың ҡысҡырғанын да ишетмәне, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, лекция залына осоп инде лә оҙон кабелгә һөрөнөп йығылып та китте.
Бер нәмә лә аңламаған Рауил иң тәүҙә алйып, аптырап ҡалды, аҙаҡ ҡына иҫенә килеп, Сания апайҙың ҡулындағы янып торған ҡып-ҡыҙыл раузаларҙы ҡармап алды һәм ауыҙы ҡолағына еткәнсе йылмайып, Нәзирә артынан йүгерҙе. “Ниңә мин һөйгән кешемә сәскә бүләк итергә оялырға тейеш әле? Кемдән ҡурҡырға? Үҙем бүләк итәм!”
Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.