29.11.2016 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.11.2016)
* * *
Йәшлек бит ул, – һөйөр, һөйөлөр.
(“Ярып үтәм төндөң ҡуйылығын...”).
* * *
Йәшлек – ғорур.
Йәшлек теләмәй ул
Түбәнһенеп башты эйергә.
(“Тере ҡорбандар”).
* * *
Йәшәй кеше айһыҙ, ҡояшһыҙ ҙа,
Ҡоро ҡалып бәхет, шатлыҡтан.
Һыу-аҙыҡһыҙ ҡай саҡ ғүмер итә,
Мәхрүм булмай ләкин Ваҡыттан!
(“Өҙөлөп төшкән һары япраҡ булып...”).
* * *
Йәшәү ҙә бар, эйе, үлем дә бар,
Икеһе лә бер күк аҫтында...
Тик йәшәү гел ғорур баҫып атлай,
Үлем йөрөй,
Боҫоп,
Хаиндай...
(“Йәшәү ҙә бар, эйе, үлем дә бар...”).
* * *
Кейҙерһәң дә ниндәй күлдәк,
Күҫәк килеш ҡала күҫәк.
Ялған биҙәк һәр бер һүҙе,
Үҙе – берәү, икәү – йөҙө.
(“Орлоҡ”).
* * *
Кем йөрәген арбамаҫ ат,
Тик йоҡлама, зинһар, бер баҡ:
Хаҡ ир эйәр һалыр уға,
Иҫәүәнде иҙер тояҡ.
(“Уң ялы аҡ, һулы – ҡара...”).
* * *
Кем көрәшмәй – ул еңелмәй бары,
Тик еңмәй ҙә...
(“Мин тауҙарға ҡарап уйланам”).
* * *
Кем күкрәген ҡаҡмай ярһыу йөрәк,
Йоҙроҡ төйнәп тик ул ҡаға күкрәк.
(“Ике юллыҡтар”).
* * *
Кем тормоштан ҡурҡа – унан ҡаса,
Ҡотолмай тик тормош ҡуйғансы.
(“Ҡайын ҡыҙы миңә ҡаршы сыҡҡан...”).
* * *
Кем түҙем, кем буйһоноусан – Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаҫ! (“Гөлбикә”).
* * *
Кемдер үҫкәс һалдат була.
Ә беҙ
Һалдат булып тыуҙыҡ –
ҡырҡ дүрттәр!
(“Һалдат бәйете”).
* * *
Кеселәргә ҡорма кәртә,
Ололарҙан уҙма.
(“Һөмһөҙ булма. Донъя иркен...”).
* * *
Кескәй шатлыҡ ҡына һөмһөҙ була,
Оло бәхет күп саҡ өнһөҙ була.
(“Ултырайыҡ әле тып-тын ғына”).
* * *
Кеше яуға бара алмай, ҡарамаһа алға.
(“Гөлбикә”)