RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тауҙарҙа булһын ҡараштар!

23.11.2016 Тауҙарҙа булһын ҡараштар!

Тауҙарҙа булһын ҡараштар!Ҙур бер төркөм яҙыусы, Башҡортостандың байтаҡ ерҙәрен үтеп, Силәбе өлкәһендәге Арҡайымға барып етеп, тәбиғәттән хозурланып, ҡайтып килә инек. Белорет районына килеп сыҡҡас, урманлы, ҡырлас ҡаялы тауҙар иңендәге юлдан байтаҡ саҡрым артта ҡалғас, берәүебеҙ әллә ни күреп, мәртәбә һымаҡ итеп, ҡысҡырып әйтте:
– Ҡарағыҙ, анауында – Айгиздең Сермәне!

Барыбыҙ ҙа тиерлек тәҙрәгә өңөлдөк, күренмәгән көйө лә Сермәнгә төбәлдек. Кем ул Айгиз, тип һораусы булманы. Беләбеҙ инде, һүҙ – Айгиз Баймөхәмәтов хаҡында. Ул – йәш яҙыусы, "Ҡал­дырма, әсәй!" повесы менән әҙәби мөхиттә үҙ кеше булды ла ҡуйҙы. Был һирәк осрай торған хәл. Рәшит Назаров менән шулай булғайны. Талант бар икән – баштан уҡ күренә. Ысынлап та, Айгиздең был, һис тә арттырыу юҡ, тетрәткес әҫәре яҙыусылар алдында ла, уҡыусылар араһында ла ҙур өмөттәр бағлатып, рәхмәтле хаттар яуҙыртып танытты уны.
Элегерәкке, ошоға оҡшаш тағы бер миҫал. Белорет районынан – Иҙел башынан Яныбай ағай Хамматов менән дә шулай килеп сыҡты бит. Ул Айгиз һымаҡ Сермәндә балалар йортонда йәне сағылмауы менән генә айырмалы. Тәүге әҫәре – "Бөртөкләп йыйыла алтын"ы ниндәй яңғыраш алды! Ошо оҡшаш яҡтар ниндәйҙер символикаға тартым.
Яҙыусылар союзы идараһында Шәйехзада Бабич исемендәге премияға бер нисә йәш әҙип тәҡдим ителгәс, барыбыҙ ҙа бер фекерҙе ҡеүәтләнек – Айгиз Баймөхәмәтов­ты, уның "Ҡалдырма, әсәй!" повесын. Бер ул ғына берҙәм күтәреп алынды. Бүтәндәр хаҡында өндәшеүсе булманы. Был да һирәк була торған хәл.
Беҙ, тормошто – әҙәбиәткә, әҙәбиәтте – тормошҡа, тибеҙ. Айгиз үҙе­нең әҫәре менән тап шуға иреште. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәре был юлы осмот та тап килмәне. Күрәһең, эске әҙерлеге төплөлөр. Шунса һынауҙы үткән бит – рухи сымырылыҡты ла, сослоҡто ла әйтмәй булмай. Проза­быҙға тормоштан, яҙмыштан ошондай йәштәрҙең килеүе үҙе бер һөйөнөс.
Беҙ тәнҡитсел реализм тигән төшөнсәне хәҙер һирәк ҡулланабыҙ. Ә бит классиканың да, хәҙерге әҙәбиәттең дә ҡаҙаныштары урыҫта ла, татарҙа ла, беҙҙә лә тап уға бәйле. Тап ошо алым ысынбарлыҡты аса, тап ул аңға һәм зауыҡҡа ныҡ йоғонто яһай. Айгиз – ошо юлда. Шулай башлауы хәйерле.
Әҫәренең йөкмәткеһенән, те­маһынан сығыпмы, ниндәйҙер ауаздашлыҡ табыпмы, Максим Горький иҫкә төшә. Уның, ихтимал, иң тәьҫирле "Бала саҡ", "Ял­сылыҡта", "Минең университеттарым" тигән автобиографик әҫәрҙәре нисек тә арбап алғайны үҫмер сағымда. Һуғыштан һуңғы етем-еһергә моңдаш булғандыр инде улар. Тормошҡа аңдың асыла башлауы, кеше булырға тигән өмөттәр­ҙең ҡуҙғыуы ми­нең үҙем өсөн шундай китаптарға ла бәйлелер, моғайын. Айгиз тураһында, уның ки­та­бы хаҡында бер кә­лимә һүҙ әйткәндә юҡҡа ғына иҫкә төшмәйҙер бы­­лар. Әл­бит­тә, әҫәр­ҙәге үҫ­­мер­ҙең – Ильяс Мөхә­мәтовтың үҙ үкһеҙлеге, үҙ өлгәштәре. Әм­мә йәш әҙиптең тәү­ҙән үк ошолай башлауы, уның уҙынмаҫтай ҙа, илтифатлы ла егет икәнен белгәнгә кү­рә, һоҡланырлыҡ.
Горькийҙы әйткәс, ҙурҙан сағыштыраһың, тиер, бәлки, кемдер. Ә ниңә, тауға ҡарап тау булып булмай, тип кенә йәшәргәме ни?! Тауҙарҙа булһын ҡараштар! Планканы тәүҙән үк, һаман-һаман юғары ҡуйыу кәрәктер. Зәйнәб Биишева ла бит "Кәмһетелгәндәр"ҙән шулай күтәрелгән "Яҡтыға".
Айгиз Баймөхә­мә­товтың повесы Баш­ҡортостан та­раф­тарында билдәлелек яуланы. Ул ыҡсым итеп, фәһем менән һү­рәтләп, тәбиғи тел менән, ылыҡтыр­ғыс стилдә яҙыл­ған. Уҡы­ғандар бе­лә, белмәгәндәр уҡыр – темаһы, йөкмәткеһе, идеал­ға әйҙәр идеяһы – хәҡиҡәт хәнйәреләй.
Айгиздең "Әкиәтһеҙ бала саҡ" исемле икенсе китабында шул уҡ етемлек проблемаһы киңерәк сағылдырыла. Автор беҙ әллә ни белеп бөтмәгән мөхитте әсе дөрөҫлөк менән асып бирә. Шуға ла тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған яңы китабын уҡыусылар яратып ҡабул итер тип уйлайым.
Түңәрәкләп әйткәндә, Айгиз Баймөхәмәтов үҙен ижадсы итеп кенә түгел, шәхес булараҡ та һаман нығыраҡ аса-асыла бара. Быны уның тәүге әҫәрҙәренән айырмалы булараҡ яҙылған хикәйәләре раҫлап тора. Мин ышанам: әҙәбиәтте яратыусыларҙың ихтирамын яу­лаған ҡәләмдәшем алда беҙҙе тағы киңерәк, ҡоласлыраҡ әҫәрҙәре менән шатландырыр әле. Сөнки үрҙәр артынса үрҙәр, офоҡ аръяғында күҙҙәребеҙ, зиһенебеҙ, рухыбыҙ асыр бүтәнсә киңлектәр көтә бит донъяла. Был иһә тормош­ҡа аҙымдаш, заманға ауаздаш булыуҙы талап итә.

Хәсән НАЗАР,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


Әкиәтһеҙ бала саҡ
(Китаптан өҙөк)


Тәүҙә тимер кәртә аша һикереп, колхоз биләмәһенә индек. Шунан гараждың ҙур ишеге аҫтынан шыуышып эскә үттек. Нил бөтәбеҙҙән дә алда йөрөй, берәй нәмә әйтәйем тиһә, йә ымлай, йә ҡулы менән ишаралай. Эстә иҫке трактор тора, төрлө запчастар тулып ята. Ингәс тә мин нимә эшләргә белмәй, ишек төбөндә тороп ҡалдым. Малайҙар кемуҙарҙан эшкә тотондо. Кемдер трактор­ҙың сымдарын шатырлатып тартып ала, ә Нил бөтөнләй өҫкә менеп китте. Маймыл кеүек үрмәләне лә, оҙон кабелде һурғылай башланы. Мин генә шаңҡып тик торам.
– Ата-а-с! – кемдер яман ҡысҡырып ебәр­ҙе. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Ҡурҡыныс килә, ҡасығыҙ, тигәнде аңлата ул һүҙ. Нил шулай тип алдан уҡ әйтеп ҡуйғайны. Күҙ асып та өлгөрмәнем – әле генә тимер йыйған малай­ҙар юҡ булды. Улар йәшен тиҙлеге менән фырт-фырт итеп тәҙрәнән сығып ҡасты. Шул тәҙрәгә үрелеп ҡараным да, тик менә алманым. Тегеләй ҙә маташам, былай ҙа – килеп сыҡмай. Күтәрелергә көсөм етмәй. Ә ишектең йоҙағын шыңғырлатып кемдер аса башланы! Бөттө былай булғас. Яңғыҙым ғына ҡамауҙа тороп ҡалдым. Күрәһең, ҡарауылсы бурҙарҙы шәйләп ҡалған. Нимә эшләргә? Шунда уҡ башҡа бер уй килде: гараждың теге яҡ осонда ике бүлмә бар. Шунда йәшенергә! Юҡһа, тотоп алһа, ҡарауылсы баштан һыйпамаҫ.
Бер ағай, гараждың ҙур ишеген асып, эскә инде. Мин кескәй генә бүлмәнең эсенә инеп, ишек артында боҫоп торам. Ул нимә эшләгәнен күрмәйем, әммә ныҡ итеп һүгенгәнен, тыҡылдата баҫып йөрөгәнен яҡшы ишетәм. Йөрәк яман ныҡ тулай. Ҡалтыранам. Хоҙай ярҙам итеп, еңел генә ҡотолһам ярар ине.
Туҡ, туҡ... Тауыш был яҡҡа килә. Әһә, бына ул яҡында ғына. Һәр аҙымын, тын алышын шул тиклем һиҙәм. Ҡурҡышымдан ҡысҡырып ебәрмәйем тип, үҙемде тынысландырырға тырышам. Ҡарауылсы гараждан сығырға уйламай. Нимәлер эҙләй. Туҡ, туҡ, туҡ... бына ул минең эргәнән генә үтә. Бүлмәгә инмәһә ярар ине! Ул тағы яҡынлашты. Әһә, бүлмә эргәһенән үтеп китте! Һо-о-о... Тик иртә ҡыуанғанмын икән. Кинәт ул туҡтаны. Кире килде. Бүлмәгә инде лә, ишек артына үрелде! Беҙҙең күҙҙәр осрашты!
– Ах, суҡынсыҡ, бына һин ҡайҙа! – һаҡсы көрәк кеүек ҡулдары менән яғамдан матҡып тотоп алды. Быуындарым ебеп төштө.
– Ми-мин-мин тей-мә... – ҡалтыранышымдан әйтер һүҙемде әйтә алманым. Тәнгә эҫе булып китте. Баш әйләнә. Харап булдым бит!
– Шым тинем, тварь! – ағай эре йоҙроғо менән башыма тондорҙо. Күҙ алдым ҡараңғыланып китте. – Бында нимәңде ҡарап йөрөйһөң, ә? Хәҙер күрһәтермен инәңде...
Ҡарауылсы елтерәтеп мине үҙенең посына алып китте. Юлда ҡасырға теләгәнемде һиҙеп, ҡулымдан шаҡарып тотоп алды. Бәләкәй генә бүлмәһенә индергәс тә арҡама тибеп ебәрҙе.
– Ултыр, тинем! – асыуынан шашҡан ир ултырғысҡа күрһәтте. Ултырҙым. Башым эйелде. Уның күҙенә лә ҡарарға ҡурҡам. Хәҙер нимә эшләр икән?
– Һин детдомдыҡымы? – тине ҡысҡырып. Эйе, тигәндәй, баш һелктем. – Беләһеңме, һеҙҙән күпме этлек күрҙем! Гаражды вис урлап бөтөрөп баралар, эттәр!
Ир оҙаҡ нимәлер хаҡында екеренде, өҫтәлгә шаҡылдата һуға-һуға мине әрләне. Нимә тигәнен ҡурҡышымдан онотоп та бөттөм. Тәүҙә нисә йәш икәнен һорашты. Унан минең алдыма ҡағыҙ киҫәге, ручка һалды:
– Үҙеңдең, әшнәләреңдең исем-фамилияһын ошонда теҙеп яҙ! Иртәгә милиция һеҙҙең менән һөйләшер!
Тағы ҡотом осто. Нисек яҙырға һуң улар­ҙы? Әгәр исемдәрен теҙеп яҙһам, ҡайтҡас, теге малайҙар кәрәгемде бирәсәк. Яҙмаһам, был ағай иманымды уҡытыр. Нимә эшләргә? Күрәләтә үҙебеҙҙекеләрҙе һатҡы килмәй, ошаҡсы тигән даным сығыуы бар. Ручканы ҡулымда өйрөлтөп ултыра биргәнемде күҙәтеп, ағай түҙмәне, йәнә берҙе тондорҙо. Иренемә эләкте. Өҫтәлгә ҡан сәсрәне.
– Яҙаһыңмы, юҡмы? Хәҙер үҙеңде милицияға алып барам! – тип янаны ул.
Хәҙер үҙемде Ильяс Мөхәмәтов тип яҙһам, бөтә мәктәп беләсәк. Ояты ни тора! Нилгә лә, уның ярҙамсыларына ла эләгер. Шул саҡ башҡа бик шәп уй килде! Һаҡсыны алдарға! Детдомда бөтөнләй булмаған исемдәрҙе күрһәтергә!
Ҡалтырана-ҡалтырана яҙырға тотондом. Үҙемде “Илдар Мәхмүтов” тип күрһәттем. Нилдең исемен Варис тип яҙҙым. Фамилияларын да алдап яҙҙым. Ҡалай йәтеш булды! Хәҙер ҡайтарһа, ҡотолам был бәләнән! Ә аҙаҡ Илдар исемле малайҙы эҙләп ҡараһындар!
Ҡарауылсы исемлекте ҡулына алды ла, иғтибарлап уҡып сыҡты. Берсә миңә асыулы ҡараш ташланы, берсә ҡағыҙға текәлде. Шунан телефонға үрелде!
– Һеҙ, жуликтарға, ышанып булмай! Детдомға шылтыратайым әле. Алдашмайһыңмы икән?!.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.

Тауҙарҙа булһын ҡараштар!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)