RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң кәрәк кеше

11.10.2016 Иң кәрәк кеше

Иң кәрәк кешеБер кем дә көтмәгәнен белһә лә, Илнара өйөнә йүгереп ҡайтты. Яҙҙың тәүге айы башланып ҡына тора, ә яғырға утын бөткән. Портфелен иҙәнгә ҡуйҙы ла тышҡа сығып китте. Ирей ҙә башламаған ҡар аҫтынан, бирсәткәле ҡулы менән самалап, яғырлыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ эҙләй башланы. Йоҡа ғына бирсәткәһенең һыуланыуына иғтибар итмәҫкә тырышып, һәрмәнә торғас, тапты тәки бер-ике түмәр башын! Улары елле генә булыуға ҡарамаҫтан, көсө етте: ҡар аҫтынан сығарып, ах та ух килеп тәгәрәтте. Иҫке утын һарайынан балта сығар­ҙы. Атаһының балта үткерлеген тикшергәнен хәтеренә төшөрөп, баш бармағы менән эш ҡоралының йөҙөн һыйпаны... Үтмәҫләнеп тә бөткән икән... Эсендә аслыҡтан олоған “бүреләрен” тыйыпмы әллә атаһын юҡһыныу тойғоларын йүгәнләүҙәнме – Илнара бар көсөнә, йәнтәслим иттереп түмәргә һуҡты. Бәләкәс кенә ҡыҙҙан бындай уҡ көстө көтмәгән түмәр “дыңҡ” итеп уртаға ярылды ла ҡуйҙы... Илнара ике түмәрҙе тураҡлап бөткәнсе шыбыр тиргә батты. Өҫтөндәге еңел курткаһын сисәйем тип төймәләренә тейҙе лә, һипһенде. Өләсәһенең атаһына: “Ҡапыл һалма кейемеңде, улым, тирең ҡатҡанын көт, сир инер тәнеңә юғиһә”, – тигәне иҫенә төштө. Ярылған утынды илла-алла менән тоҡандырып ебәргәс кенә өҫтөн алмаштыр­ҙы. Шул арала электр плитаһына сәйнүген ҡуя һалып, өйҙө йыйыштырырға тотондо. Әсәһе дүрт көн элек күрше ауылдағы әхирәтенә “хәл белергә” киткәйне, ҡасан ҡайтырын кем белә. Плита боҙола башлаған, күрәһең, бер сүмес һыуы бик оҙаҡ ҡайнамай аптыратты. Инде лә сәйен тиҙ генә һемереп, ҡустыһын алырға балалар баҡсаһына йүгерҙе. Тәрбиәсе Сулпан апай бөгөн Наилды матур итеп кейендереп алып килгәне өсөн Илнараны маҡтаны. Ә тегеһе инде, апаһын күреү менән йүгереп килеп, муйынынан бәләкәй генә йылыҡай ҡулдары менән ҡосаҡлап алды, ә ҡолағына: “Әсәй ҡайттымы?” – тип бышылданы. Тәрбиәсегә күрһәтмәҫкә тырышып, Илнара: “Юҡ”, – тип баш һелкте. Ишетмәй тормай инде ауыл кешеһе был ғаиләнең хәлен! Сулпан апаһы ипләп кенә Наилды уйын бүлмәһенә кире индерҙе лә Илнараға һораулы ҡарашын төбәне. Әллә инде ошо наҙ тулы ҡараштарҙы көткән тиһең, әллә был мөләйем апайҙы яҡын күргәнгәме, ҡыҙыҡай әсәһенән бына инде дүртенсе көн хәбәр юҡлығын һәм ҡайтһа ла өйҙә башҡа кешеләр менән эсеүен дауам итеүен бер тында һөйләне лә бирҙе. “Ашарығыҙға бармы? Өйөгөҙ һыуыҡмы? Ай, Аллам, утынығыҙ ҙа юҡ ине шикелле”, – тип тәрбиәсе апай борсолоуын белдерҙе. “Юҡ, апай, беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, рәхмәт, борсолмағыҙ”, – тип Илнара һүҙҙе икенсегә борорға маташты. Тағы ла һорауҙар яуҙыра башлаһа, түҙмәҫмен, илап ебәрермен, тип ҡурҡып, ҡустыһын етәкләп, тиҙ генә баҡсанан сығыу яғын ҡараны. Юл буйы тәтелдәк Наил баҡсала нимә ашағанын, кем менән уйнағанын – бөтәһен тәфсирләп һөйләп килде. Эй, ҡыҙыҡ та инде был бәләкәс малаҡай! Өйҙә уны үҙе бешергән бутҡа менән һыйланы ла дәрестәренә ултырҙы. Мейесенә бер-ике утын өҫтәп ебәрҙе. Наил төндә юрғанын асып йоҡлай, өшөмәһен. Өләсәһе лә, хәрәкәтһеҙ тәнде һыуыҡ тиҙ ялмай, ти торғайны бит...
13 йәшлек ҡыҙ бынан дүрт йыл элек кенә булған тормошон һағынып иҫкә алды. Атаһының: “Бына, Илнара, һиңә ҡусты алып ҡайттыҡ, исеме – Наил! Һин хәҙер ҙур кеше – апай булдың, ҡыҙым!” – тип сикһеҙ ҡыуанғанын, әсәһенең бәхеттән балҡыған йөҙөн онотоп буламы һуң?
Был малай бигерәк теремек, тип доғаларын уҡый-уҡый йыуындырырҙар, кейендерерҙәр, сисендерерҙәр ине күмәкләп... “Бер бәләкәс кенә кеше өсөн ни тиклем сабышҡан булалар, фи! Ә мин “бишле” алдым бөгөн!” – тип үпкәләгән саҡтары ла булды хатта ҡыҙыҡайҙың. Ә һуңынан ул мәктәптән ошо “тәмлекәс” тубырсыҡты һағынып йүгереп ҡайтыр булып китте. Тегенең күҙҙәренән осҡон сәсеп йылмайыуын, берсә шарҡылдап көлөп ебәреүен, берсә ирендәрен бүлтәйтеп үпкәләүен Илнара бер тамаша ҡылып күҙәтер ине. Шул ваҡытта ул “Ҡустымдың уңыштары” тигән дәфтәр тота башланы. Илнара өләсәһенең ярҙамы менән Наилдың устарын, табандарын һүрәткә төшөрөп, хатта үлсәүҙәрен күрһәтеп ҡуйҙы. Шунан инде яйлап был дәфтәргә Наилдың тәүге йылмайыуы, тәүге теше, тәүге китабы, тәүге аҙымы кеүек “бик мөһим” яңылыҡтар теҙелде... Был эштә уға өләсәһе ныҡ ярҙам итте. Һәр биттә күпте күргән, күпте кисергән әбекәйҙең тапҡыр, мәғәнәле һүҙҙәре яҙылды: “бишектәге бала бишкә төрләнә – беҙҙең Наил бер көн әсәйемә оҡшап йылмайып ҡуйһа, икенсе көн хәс тә атайым булып танауын сирылта!” “Баланы табыу һөнәр түгел, ә бағыу һөнәр” тигәненең аҫтында әсәһенең ҡулы менән: “Баланы бағыу бик еңел, янымда һеҙҙең кеүек ярҙамсыларым булғанда! Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙым, ҡәйнәм!” – тип яҙылған. Бына көндәлектең бер битендә, сүкеш һүрәте аҫтында “Бөгөн Наил тәүге тапҡыр сүкеш тотто!” тип, аҫтараҡ ҡыҙыл ҡәләм менән “Атанан күргән – уҡ юнған!” тип тә өҫтәп ҡуйылған.
...Туп-тумалаҡ ҡустыһына теүәл ике йәш тулғанда, аталары мәрхүм булып ҡуйҙы. Илнара ул ваҡытта ниҙәр кисергәнен аңлата алмай. “Өләс, ә ниңә Хоҙай бабай улайтты икән? Беҙгә атайыбыҙ ныҡ кәрәк бит, – тип һулҡылданы ҡыҙсыҡ. “Сеү, сеү, балам, – тип ҡуңыр йөҙө ҡайғынан тағы ла ҡарайыбыраҡ киткән өләсәһе сәстәренән һыйпаны. – Алама һүҙ тигеҙмәйек Хоҙайға, балаҡайым... Эй, кем генә әйтә алһын инде яуабын, матурым. Әммә ҡайғы килгән икән – сабыр булыу зарур­ҙыр. Хоҙай Тәғәләне яманлама, асыуланма, яман һүҙ бер ҡасан да сыҡмаһын тешең араһынан, ярармы? Сабыр, сабыр...” – тип әллә үҙен, әллә ҡапыл ғына олоғайып киткән ейәнсәрен йыуатты ул.
Атайһыҙ өйҙә күңелһеҙ, шыҡһыҙ булып тойолһа ла, тора-бара өйрәнделәр. Илна­раны мәктәптән, Наилды балалар баҡсаһынан, әсәһен эштән өләсәһе тәмле ризыҡтар менән көтөп ала. Әсәһе кистәрен күршеләргә бәйләмен тотоп инер булып китте. “Килен, ярар, бар әхирәттәрең менән аралашып, бауыр аҫтынан ел үткәреп кил, һөйләшеп ал эсең бушағансы”, – тип оҙатыр ине өләсәһе. Бер мәл, әсәһен көтөп ала алмағас, Илнара йоҡлап китте. Түрбашта шыбырлашҡан тауыштар уны йоҡоһонан уятты. “Һуң ҡайт­һамсы, ҡәйнәм, әҙерәк кенә эстем мин, уныһы ла шарап ҡына, йөрәгемдең яныуын баҫыр өсөн генә бит!” – был әсәһенең тауышы. Тимәк, тағы ла иҫерек, тип уйланы ҡыҙыҡай. Артабан өләсәһенең: “Килен, беҙ һинең менән нисә йыл бергә йәшәйбеҙ, ҡыҙым кеүек бит һин миңә! Үлгән артынан үлеп булмай, сабырлығыңды тупла. Эй, барҙы юҡ итеүе бик тиҙ ул, килен. Өндәшмәнем бит ошоға ҡәҙәр һиҙемләһәм дә. Ҡағылма, тотма башҡаса шул иблис һыуын...” – тигәнен ишетте. Илнара әсәһенең ипләп кенә өйҙә лә шешәнән шыйыҡса ҡойоп эскәнен күргәне бар ине, тик өләсәһенә генә әйтә алмай йөрөнө. Ошо һөйләшеүҙән һуң әсәһенең кистәрен гел генә өйҙә булыуына сикһеҙ ҡыуанды улар. Өләсәһе лә яғымлыраҡ, шатланыбыраҡ йөрөгән һымаҡ булып тойолдо ҡыҙыҡайға.
Бер көн мәктәптән ҡайтҡанда, урам тулы кешеләрҙе күргәс, Илнараның мейеһен өләсәһенең: “Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй”, – тигән һүҙҙәре телеп үтте. Өйгә инеү менән әсәһенең илаған йөҙөнән аңланы – өләсәһе! Йөрәге алҡымына килеп тығылдымы ни, шул тиклем итеп күкрәге сәнс­те, хатта Илнара тын ала алмай торҙо. “Балам, йөрәге туҡтаған да ҡуйған өләсеңдең, эштән ҡайтһам, үткән ине инде”, – тип аңлатты әсәһе. Күрше-күлән, туғандары өләсенең йөрәге, улын юғалтыуға түҙмәгән инде, тип ҡайғырышты.
Хәҙер инде Наилды баҡсаға Илнара алып бара, алып ҡайта башланы. Әсәһенең “ваҡыты юҡ, эше күп, бушамай, әхирәте килгән, әхирәтенә киткән” һәм башҡа сәбәптәре табылып ҡына торҙо. Йыш ҡына кистәрен дә ҡайтмағас, Илнара мал ҡарарға, һыйыр, һарыҡтарҙың аҫтын таҙалап, бесән-һалам һалырға, тауыҡ-ҡаҙҙарҙы мәлендә ашатырға өйрәнде. Мейескә ут тоҡандырырға, тамаҡ йүнәтергә оҫтарып алды.
Әсәһе өйҙә саҡта Илнара менән Наилдан да бәхетле кеше юҡтыр: өй йылы, таҙа, тәмле ризыҡтарҙан өҫтәл һығыла, мал-тыуарҙы ла йүгереп йөрөп үҙе ҡарай... Тик бындай мәлдәр һирәгәйгәндән-һирәгәйә, әсәһенең эскелек упҡынына осоп барғанын бөтә йөрәге менән тоя ҡыҙсыҡ. Нисегерәк ярҙам итергә, кемдән кәңәш һорарға икән, тип баш ватты үҫмер. Иртәгәһен ҡустыһын етәкләп, йүгереп баҡсаға килеп ингәндә лә мейеһен ошо уйҙар теткеләй ине.
Сулпан апай Наилды сисендереште, һәр ваҡыттағыса, яғымлы йомшаҡ һүҙҙәре менән хәлдәрен һорашты. “Әсәйеңде кисә барып алайыҡ тиһәк, булдыра алманыҡ, Илнара”, – был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡыҙҙың күңел яралары әсе, әрнеткес күҙ йәштәре булып түгелде... Тыйырға ла маташманы ҡыҙ үҙен, тормоштоң ҡаты һынауҙарынан өшөп, туңып барған бәләкәс кенә күңелен йылытырға теләпме, яғымлы, матур апайға һыйынды.
Шул көндө уларҙы Сулпан апаһы үҙҙәренә алып ҡайтты. Ишектән ике бала килеп ингәс, Ғәле ағай шатланып көлөп ебәрҙе: “О-о, кәләш, иртән генә бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ ине артып ҡайтырың тураһында, үәт шәпһең бит!” Балалар өҫтәрен һалып, төпкө бүлмәгә үтте. Илнара уңайһыҙланыңҡыраһа ла, Наил иҫе китеп торманы, Ғәле ағай менән тиҙ генә уртаҡ тел табып алды. Илнара Сулпан апайға сәй әҙерләште, бер-ике ауыҙ һүҙ менән мәктәптәге уңыштарын һөйләне. “Ниндәй яҡшы кешеләр, ә балалары юҡ. Ниңә Хоҙай бабай беҙҙең атай-әсәйебеҙ итмәне икән ошолар­ҙы”, – тигән уй ҙа башына инеп сыҡҡыланы хатта. Кисен оҙаҡ йоҡлай алмай ятты ҡыҙыҡай, үҙҙәренең бында килергә риза булыуына аптырап, артабан нисек булырын уйланы, әллә ҡайҙа йөрөгән меҫкен әсәһен йәлләне...
Сулпан апай яғымлы, Ғәле ағай шаталаҡ, икеһе лә гел генә көлөп-йылмайып, балалар­ҙың күңелдәрен күтәрерлек һүҙҙәрен табып ҡына тора. Бергәләшеп күңелле генә итеп көн артынан көн үткәреп, йәшәп алып киттеләр. Ир менән ҡатындың үҙ-ара ипләп кенә һөйләшкәндәренән Илнара аңлай – был ғаилә уларҙың әсәһен упҡындан йолоп алыр өсөн бөтә көсөн һала. “Балалар хаҡына”, – ти Ғәле ағаһы.
Төшкө аш мәлендә берәү килеп ингәс, Илнара ла, Сулпан апаһы ла иғтибар итмәне, төпкө бүлмәлә Наил менән уйнауҙарын белде. “Һаумыһығыҙ”, – тигән таныш тауышты ишеткәс, ҡапыл Наил үҙәк өҙгөс итеп “Әсәй!” тип тороп йүгерҙе. Һуңғы ике аҙнала әсәһен бер тапҡыр ҙа һорамаған ҡустыһының былай уҡ ҡысҡырып ебәререн көтмәгән Илнараның күҙ алды ҡараңғыланып, хәле бөттө лә ҡуйҙы. “Кил-де, кил-де”, – тип дарһылдап типте йөрәге. Сулпан апаһы ҡыҙҙы иңдәренән ҡосоп: “Бөтәһе лә яҡшы, тыныслан”, – тип бышылдап, бүлмәнән сығып китте. Илнара уның яғымлы итеп әсәһен түргә әйҙүкләгәнен, хәлен һорашҡанын, Наилды тынысландырғанын, тегеләрҙең илаша-ҡосаҡлаша сисенешкәндәрен бүлмәлә килеш тыңлап ултырҙы. Бына хәҙер сыҡһа, әсәһен күрһә, шатлыҡ-ҡыуанысынан, күңелен ялмаған аңлайышһыҙ хистәр ҡойононан ҡолап китермен тип ҡурҡты ул. Бөтә тәне дер ҡалтырап, күҙҙәренән мөлдөрәмә тулы йәштәре бына-бына ҡойолам тип торғанда, әсәһе ҡурҡа-ҡурҡа ғына, Илнараға шулай тойолдо, килеп инде. Үҙенең ни тиклем яңылышҡанын ысын күңеле менән аңлаған әсә артабан атларға ҡыймай, ғәйепле ҡиәфәт менән ҡапыл ғына олпатланған, оло кешеләр күтәрә алмаған ҡара ҡайғыларҙы сабырлыҡ менән үткәреп килеүсе ҡыҙының күҙҙәренә төбәлде. “Балам, яңылыштым. Балаҡайҙарым, кисерегеҙ, зинһар, мине...” – тип бышылданы уның ирендәре. “Әсәй! Әсәкәйем!” – тип кенә әйтә алды ҡыҙ. Шуны ғына көткәндәй, әсәһе Наилды ҡулынан да төшөрмәй, атылып килеп ҡыҙын ҡосағына алды. Бәләкәс кенә үҫмер ҡыҙҙың күңелендә бик оҙаҡ йыйылып килгән үпкәһе, нәфрәте, киләсәктән ҡурҡыуы күҙ йәштәре аша түгелеп юҡҡа сыҡты һәм ул бәхетле йылмайып, әсәһенең ҡосағына нығыраҡ һыйынды.

Әлмира ИСХАҠОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)