RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Яҙмыш беҙгә мөхәббәтте Икегә бүлеп бирҙе”

04.10.2016 “Яҙмыш беҙгә мөхәббәтте Икегә бүлеп бирҙе”

“Яҙмыш беҙгә мөхәббәтте Икегә бүлеп бирҙе”
Илаҡ

Йомоштары бөтөп, ҡайтыр
булғас,
Сәскә һатҡан ерҙә туҡталды.
Күстәнәсһеҙ ҡайтмай, ә бөгөн ир
Ҡатынына гөлләмә алды.
Ниндәй генә сәскәләр юҡ икән!
Хуш еҫтәре һауаға тулған.
Күҙҙәр ҡамашырлыҡ наҙ-донъяға
Күҙ ҙә һалмай йөрөгән булған.
Ҡуңыр күҙҙәрен ҙур асып, ҡатын
Керпек ҡаҡмай иренә төбәлде.
Алъяпҡысын һалды. Ҡулын
һөрттө.
Шыбырлап өндәште:
– Миңәме?..
Гөлләмәне күкрәгенә ҡыҫып,
Һәр сәскәһен наҙлап һуланы.
Йыш-йыш күтәрелде ҡалҡыу
түше,
Йөрәккәйе ярһып туланы.
– Рәхмәт, ҡәҙерлем...
Сәскәләрең өсөн...
Ә күҙҙәре йәшкә тулышҡан.
Бына хәҙер-хәҙер сайпыласаҡ
Көрһөнөп алған бер һулыштан.
– Сәскә өсөн илар икән кеше...
Гөлләмә лә булған, ти, бүләк.
Ҡалаға ни, йыш йөрөп торам бит,
Тағы алырмын.
Тыныслан, илаҡ!

Дежавю*
Ҙур сумаҙан өмөт тейәп,
Юлланғайныҡ ҡалаға.
Һин – эшләргә, мин – уҡырға,
Бәхет ебен туҡырға.
Инеп ултырҙым вагонға,
Урынлашып өлгөрҙөм.
Ә һин һаман перрондаһың.
– Ҡалып ҡуйма, ҡәҙерлем.
Поезд хәҙер ҡуҙғаласаҡ!
– Тиҙ бул! Нишләйһең унда? –
Ингән ерҙән ҡырт боролоп,
Сығып киттең вагондан.
Тәҙрә аша мине күрмәй,
Әллә кемде байҡайһың.
Һинһең дә, һин түгелһең дә –
Биштәр аҫҡан бабайһың.
Ҡысҡырам – тауышым сыҡмай,
– Минһеҙ... Яңғыҙ... Ни эшләр?
Өнһөҙ илап, һыным ҡата.
Йыуата ят кешеләр.
... Йылдар үтте. Шул уҡ вокзал.
Шул уҡ вагон – етенсе.
Тәҙрәм тәңгәлендә тора
Биштәрле ҡарт үткенсе.
Мине илатҡан теге төш...
– Һөйөклөм, пәрҙәне тарт.
Өнөм башҡа. Ҡалды тышта
Моңһоу күҙле сәйер ҡарт.

* Йәш саҡта күргән төшөмдөң өнөмдәге дауамы.

Кәкүк
Сыуаҡ, матур Еңеү таңы атты.
Иртүк тәүге кәкүк саҡырҙы.
Әле иҫән яугирҙарға бер аҙ
Ғүмер юраны ул, ахыры.
Даулы, яулы килгән дүрт яҙҙа ла
Саҡырғандыр һуғыш кәкүге.
Оҙаҡ ҡысҡырһа ла,
Тиҙ тымһа ла,
Әйткәндәрҙер:
– Тиктәҫкә түгел...
Боҫрап ятҡан дымлы ҡара тупраҡ
Көткән саҡта һабан төрәнен,
Тотлоҡҡандыр, ишетеп
кешеләрҙең
– Атакаға! – тигән һөрәнен.
Снайпер ышығында төндән алып
Дошман аңдығанда һағайып,
Йөрәк һулҡылдауын тыңлағандыр
Әле атай түгел атайым.
Ә ауылда әсә йырлағандыр,
Йөрәгенә баҫып ҡулҡайын:
– Саҡырмасы, кәкүк, әй, һаташып,
Иҫән ҡайтһын яңғыҙ улҡайым...

Төйөн
Йоҡом сығып осто.
Кисә лә ҡасҡайны.
Ай тулғанда, тормай ул өйҙә.
– Мин йөрөп киләйем,
Донъяны күрәйем,
Һин ҡалып тор,
Уй уйла, – ти ҙә...
Ай түңәрәп тулһа,
Еҙ батмустай булһа,
Бер генә уй урай ҙа ҡайта.
Күңелем төбөндә,
Сеймәлгән төйөндәй,
Тағатылмаҫ әрнеү-ғәр ята.
... Эй, серле, айлы төн,
Һөйөңле, наҙлы төн!
Ә һин...
Ә һин
Ҡайтмайса ҡалдың!
Бик һалмай ишеккә,
Ҡағылмай түшәккә,
Керпек ҡаҡмай аттырҙым таңды.
Һүҙ әйтмәнең башлап.
Алдыҡ ялғап-ҡоршап,
Селпәрәмә килгәйне һөйөү.
Ғәфү иттем, буғай...
Тик ай тулһа, тулай
Күңел төбөндәге шул төйөн.

Ниһайәт
Ә һин, бәлки, һүҙ башларға
Ҡыймайһыңдыр,
Әйтер һүҙең әйталмам тип
Уйлайһыңдыр?
Йөрәгеңде, бәлки, оҙаҡ
Тыңлайһыңдыр,
Өндәшмәүең менән мине
Һынайһыңдыр?
Ә мин, бәлки, күптән һине
Аңлағанмын,
Йөрәгеңде һинән алда
Тыңлағанмын.
Күҙҙәреңдән һүҙҙәреңде
Ишеткәнмен,
Һинең кеүек өндәшмәҫте
Иш иткәнмен.
Һүҙгә һаран булыуың да
Матур ғәҙәт.
Яратаһың?
Минеке бул?
Уф, ниһайәт!

Таҫма тел
– Теләйһеңме, һинең өсөн
Тау аҡтарам, таш ярам?
Ҡара болотто таратам,
Йылғаны үргә борам!
Теләйһеңме, Ҡош юлынан
Беләҙек һуғып бирәм?
Өлкәр йондоҙҙарын тиреп,
Муйынсаҡ теҙеп бирәм!
Ҡәҙерлем! Мин һинең өсөн...
– Ҡуй, бер нәмәгә лә теймә!
Ярма, боҙма, аҡтарма ла,
Мине лә күккә сөймә.
Тауҙы һин кисә емерҙең,
Элекке көн – Өлкәрҙе.
Бөгөн Айҙы йөкмәп төшөп,
Етем иттең күктәрҙе.
Беләҙегең дә кәрәкмәй,
Йылға ағышын борма.
Мә, тәмәкеңә йөҙ тәңкә,
Теңкәмә тейеп торма!

Яҙыу юҡ
Яҙмыш беҙгә мөхәббәтте
Икегә бүлеп бирҙе.
Һиңә һалҡынса яратыу,
Миңә ут-һөйөү тейҙе.
Һин тик яратаһың ғына,
Мин, иҫәр, шашып һөйәм.
Семтем-семтем бәхетемде
Алтын тау итеп өйәм.
Йөрәгең йылымыс ҡына,
Мин иҫәрҙеке – ҡайнар.
Үрт һалып дөрләтер инем,
Осҡоноң, сатҡың ҡайҙа?
Янымдаһың – юҡһынамын,
Юлға сыҡһаң – һағынам.
Ҡайтыр көнөң, сәғәтеңә,
Иҫәрмен шул, табынам.
Янам, шашам, үләм, бөләм,
Һөйөүемә талыу юҡ.
Тойғолар исемлегемдә
Нәфрәт тигән яҙыу юҡ.

Таңһылыу ВӘЛИЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)