13.09.2016 РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (2.09.2016)
* * *
Абайлап ат: һүҙ – уҡ! Шул да иҫтә
булһын:
Күккә атҡан уҡ та ергә тейә, дуҫым.
(“Ике юллыҡтар”).
* * *
Ағиҙелдәй ғәзиз йылға юҡ.
(“Таң уяна, башҡорт ҡыҙҙарылай...”).
* * *
Аҙмы йылдар, еткән сәтләүектәй,
Ярылғандар Ергә бәрелеп.
Тосо уның кешелеккә ҡалған,
Ҡабыҡтарын йотҡан Мәңгелек.
(“Ғүмер”).
* * *
Ай – тормош һағышы,
Мөхәббәт дуҫы – ай...
(“Яңы йылда”).
* * *
Аҡ һәм ҡара ептән Ваҡыт
Мәңгелекте туҡый.
(“Көрәш”).
* * *
Алға әйҙәй маҡсат. Унһыҙ йөрәк –
Сөрөк уты ғына ни бары.
Булмағанда ҡунып балҡыр төйәк,
Күренмәй бит
Ҡояштың да хатта нурҙары.
(“Идеалың үргә саҡырып торһон...”).
* * *
Алған алтын тауҙарынан
Биргән алтын баһалыраҡ.
(“Донъя киң. Шул киң донъяла...”).
* * *
Алмашһыҙ тик ваҡыт ҡына.
Алмашһыҙ тик кеше генә.
(“Эшләй кеше”).
* * *
Алтын көҙҙәр килһә, ябай яҙҙы
көтәм, –
Ябай бөгөн яҡшы алтын иҫтәлектән.
(“Ике юллыҡтар”).
* * *
Алтын матур, алтын ҡиммәт,
Тик алтын була һалҡын.
Һин дә алтындай бул, ләкин
Эсеңдә булһын ялҡын.
(“Алтын матур, алтын ҡиммәт...”).
* * *
Алыҫтарға
Саф моңдарын һирпеп,
Ғәйрәтләнеп яңрай яҙғы хор.
Кеше!
Ниндәй бөйөк исем.
Кеше –
Ошо хорҙа үҙе дирижер!
(“Яҙ тауышы”).
* * *
Аттай эшләп ҡанын ҡайнатмаһа,
Ир-егеткә бәхет буш килмәй.
(“Буш килмәй”).
* * *
Ауғанда ла ғорур имән
Тыуған ергә ауа гелән.
(“Ауғанда ла ғорур имән...”).
* * *
Ауылдарҙа – йырҙың сабый сағы –
Илһам усағы.
(“Мин ауылда тыуҙым”).
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.