RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Лидерҙар миҫалында ғына лидерҙар тәрбиәләнә

09.09.2016 Лидерҙар миҫалында ғына лидерҙар тәрбиәләнә

Лидерҙар миҫалында ғына  лидерҙар тәрбиәләнәРәшит Зәйнуллиндың яҙмалары илебеҙҙә һәр кемде борсоған мәсьәләләргә һәм көнүҙәк хәстәр-уйҙарға арналған. Ул үҙен күптән ҡыйыу фекерләгән һәм етди темаларҙы күтәргән журналист, шул уҡ ваҡытта илһамланып ижад иткән шағир булараҡ танытты. Бөгөн “Шоңҡар” журналында өлкән мөхәррир булып эшләгән башҡорт егете менән заман журналистикаһы, һүҙ көсө, ижад һәм хәҙерге йәштәр тураһында һүҙ йөрөттөк.

– Рәшит, һүҙҙе шунан башлайыҡ, ижадҡа, журналистикаға ниндәй юлдар аша килдең? Быны һин үҫкән мөхит йоғонтоһо тиергә буламы?

– Әлбиттә, һәр бала иң тәүҙә яҡындары өлгөһөндә үҫә. Мәҫәлән, атайым менән әсәйем һәр ваҡыт гәзит-журнал һәм китап менән дуҫ булды. Әле лә иҫләйем – миңә төрлө мәлдә “Мурзилка”, “Пионер”, “Йәншишмә” килһә, үҙҙәре “Башҡортостан ҡыҙы”, “Крестьянка”, “Работница”, “Вокруг света”, “Труд” кеүек баҫмаларҙы алдырҙы. Бына әйтегеҙ әле, бөгөн 12 йәшлек баланың тыуған көнөнә нимә бүләк итәләр? Ғәҙәттә, йә уйынсыҡ, йә телефон, байыраҡтары планшет алып бирә. Ә миңә яҡындарым ике томлыҡ китап бүләк иткәйне. Уны ла йәшергән урындарынан табып алып, тыуған көнөмә тиклем байтаҡ ҡына өлөшөн уҡып өлгөрҙөм. Бүләк тап­шыр­ғандарында таныш китап икәнлеген һиҙҙермәҫкә тырышырға тура килде.
Каникул етеү менән олатай менән өләсәй янына юллана торғайным. Почтальон апай “Ағиҙел” журналын йә “Башҡортостан” гәзитен килтерһә, уны беренсе булып уҡып сығыу өсөн олатай менән мәж киләбеҙ. Өләсәйемә иһә “Йәшәгән, ти, батыр­ҙар” китабынан әкиәттәрҙе ҡысҡырып уҡығаным хәтерҙә. Бына шундай мөхиттә үҫеүем әҙәбиәтте һәм матбуғатты бәләкәйҙән яратыуыма булышлыҡ иткәндер, тимен.
– Ә ҡулыңа ҡәләм алыуың нисек килеп сыҡты?
– Дүртенсе класта уҡығанмындыр – бер мәл үҙемдең дә берәй әҫәр яҙып ҡарағым килде. Фантастик хикәйә яҙҙым да, әсәйемә уҡып күрһәттем. Диңгеҙҙә батып барған кешеләрҙе дельфиндарҙың ҡотҡарыуы тураһында ине. Гәзит менән дуҫлығым уҡы­тыу­сым Рәсимә апай Йомағоловаға бәйле – мәктәптәге бер сара тураһында район гәзитенә яҙырға өгөтләгәйне. Баҙнат итмәнем. Ул иһә минең исемемдән яҙып ебәргән. Гәзит сыҡҡан көндө мәктәптә иң билдәле уҡыусы инем. Ни хәл итәһең, бынан һуң яҙыша башларға тура килде. Шулай итеп, журналист булыуыма тәүге аҙымды уҡытыусым арҡылы яһаным. Ғөмүмән, остаздарымдан уңдым, тип әйтә алам. Мәҫәлән, өлкән кластарҙа уҡытыусым Эльмира Әминеваның дәрестәрен көтөп ала инем – тап журналистика буйынса уҡырға юлланыуымда уның дәртләндереүе, иңемә ҡанат ҡуйыуы этәргес булғандыр.
Эйе, һәр кемдең яҙмышына хәл иткес йоғонто яһаған шәхестәр була. Мәҫәлән, шағирҙар Инсур Йәһүҙин менән Булат Тимерғәлиевты шундай­ҙар иҫәбенә индерәм. Шул осорҙа “Таң” район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән Юлай Хәләф улы Манаповтың кәңәштәре бөгөн дә йөрәгем түрендә һаҡлана.
– Һинеңсә, журналистиканың асылы нимәлә?
– Бер минутҡа ғына донъябыҙҙы журналистарһыҙ күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле. Мәҫәлән, телевидение, баҫмалар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет саралар юҡҡа сыҡҡан да ҡуйған, ти. Нисек бындай тормош? Эйе, йәмғиәтебеҙ тома һуҡыр кеше хәлендә ҡалыр ҙа ҡуйыр ине. Сит илдә түгел, ә күрше районда нимәләр ҡылынғанын белмәҫ инек. Эйе, журналистиканы йәмғиәтебеҙҙең күҙҙәре тип атарға тулы хоҡуғыбыҙ бар. Әммә бөгөн күҙҙәребеҙгә төҫлө күҙлек кейҙерергә йәиһә ҡара япма ябыр­ға теләүселәр юҡ түгел. Журналистика иһә тап ошоно булдырмаҫҡа ынтыла.
– “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар Рәшит Зәйнуллин исемле журналисты хәтерләйҙер әле…
– Ҡайҙа ғына эшләһәм дә – “Аҙна”, “Башҡортостан” гәзите булһынмы, “Шоңҡар” журналымы – һәр ваҡыт ҡабатланмаҫ тәжрибә тупланым, үҙемә яңы офоҡтар астым. Мәҫәлән, бәләкәй сағымда “Йәншишмә” гәзитендә ул ваҡытта “АЛП” компанияһына етәкселек иткән Артур Иҙелбаев менән әңгәмәне бер тында уҡып сыҡҡайным. Их, шул кеше менән бер күрешһәң ине, тип хыялланғайным. Ә һуңынан хатта был шәхес менән бергә эшләргә тура килде. Студент саҡта иһә “Башҡортостан” гәзитендә эшләү буй етмәҫ хыял кеүек тойола ине. Шулай уҡ заманында ике айға бер сыҡҡан “Шоңҡар”ҙы ла һыу һымаҡ эсә торғайным – унда баҫылған ҡыйыу мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр аң даирәһен киңәйтте. Бындай ҙур баҫмалар­ҙа кемдәр эшләй икән, тигән уйҙар тынғы бирмәй ине. Әммә бөгөн үҙем ошо мөхиттең уртаһында ҡайнайым. Шунан, хыялдар тормош­ҡа ашмай, тип нисек әйтәһең инде?!
Эйе, һәр ваҡыт эшеңдең һөҙөмтәһен күрге килә. Мәҫәлән, гәзиттә эшләгән мәлдә бер уҡыусы ҡыҙҙан рәхмәт хаты килеп төштө – баҡһаң, мәҡәләм мәктәп балаларына автобус бирелеүенә булышлыҡ иткән. Был минең тәүге ошондай еңеүем ине. Ул, әлбиттә, иңемә ҡанат ҡуйҙы.
– Бөгөнгө журналистикаға ҡарашың нисек?
– “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” – тигән бит Аҡмулла. Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа был һүҙҙәр бигерәк тә актуаль. Юҡ, халҡыбыҙҙы аҡылһыҙлыҡта ғәйепләмәйем. Әммә бер минутлыҡ һәм бер файҙаһы булмаған мәғлүмәттең баһаһы арта бара. Интернет селтәрендә “һары” порталдарҙың үрсеүе лә ошоға ишара. Ә кешегә аҡыл һәм көс өҫтәгән мәғлүмәт йыш ҡына күҙ уңынан ситтә ҡала. Ошо борсой мине. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда һәр кемгә аҡыллыраҡ һәм көслөрәк булырға ынтылырға кәрәк бит. Ә бының өсөн шундай матбуғатты һәм әҙәбиәтте уҡыу зарур. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Шоңҡар” һәм башҡа милли баҫмалар бер ҡасан да үҙ уҡыусыларын яманға өйрәтмәйәсәк. Үҙем дә ошо баҫ­малар­ҙың ҡайһы бер геройҙарынан өлгө алғаным булды. Шул саҡта үҙең дә шундай шәхестәргә оҡшарға тырыша башлайһың. Тормошоңдо һәм башҡарғандарыңды икенсе юҫыҡтан баһалайһың. Ә теге йәки был артистың бысраҡ яҡтары тураһында уҡыу беҙгә берәй өҫтөнлөк бирәме? Эйе, уҡыған саҡта ҡыҙыҡ кеүек. Әммә биш минуттан һуң ундағы бөтә мәғлүмәт онотола. Йәғни иң ҙур байлығыбыҙ – ваҡытыбыҙ ғына әрәм ителә. Сүп-сар һауытына әйләнәбеҙ. Бына барыбыҙға ла ошонан һаҡ­ланыр­ға кәрәк. Онотмайыҡ – киң мәғлүмәт саралары кәрәк саҡта иң ҡурҡыныс ҡорал да була ала. Бигерәк тә бөгөн – социаль селтәрҙәр, электрон саралар заманында. Кешене хайуан кимәленә төшөрөү йәиһә киләсәге тураһында уйлата алыу – уның өсөн бер ни түгел. Аҡты ҡара тип тылҡып торғанда, иң яҡты көн дә ҡара төн менән алмашыныуы ихтимал.
– Тормошобоҙҙа интернет, электрон саралар ныҡлы урын ала бара. Киләсәктә ҡулға тотоп уҡый алырлыҡ ҡағыҙ баҫмаларға юғалыу хәүефе янаймы? Был һорау йыш ҡабатлана, әлбиттә, беҙгә һинең дә фекерең ҡыҙыҡ.
– Был һорауға яңылышмай яуап биреү өсөн күрәҙәлек һәләте кәрәктер. Әммә мин ҡағыҙ баҫмаларҙың артабан да һаҡланыуын теләр инем. Бәлки, был консерватизм миҫалылыр. Әммә бәләкәйҙән ҡағыҙ баҫмаларҙы уҡып үҫкән кеше булараҡ, улар һаман да күңелемә яҡын. Эйе, минең дә телефонымда төрлө ҡушымталар байтаҡ, ҡабаланған сағымда кәрәкле сайтҡа ғына инеп, мәҡәлә уҡып сығам. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр кеүек планшет аша китап уҡый алмайым. Ғөмүмән, был йәһәттән алтын урталыҡ һаҡланырға тейештер, тигән фекерҙәмен. Әммә бер ҡасан да үҫештән ҡурҡырға ярамайҙыр. Ҡасандыр китаптарҙы мал тиреһенә баҫҡандар, ә хәҙер электрон саралар киң тарала. Бары бөгөнгө өҫтөнлөктө дөрөҫ файҙалана белергә генә кәрәк.
– Беҙҙе Мәскәү журналистарындағы кеүек тәүәккәллек, глобаль фекерләү үҫешмәгәнлектә ғәйепләүселәр бар…
– Эйе, беҙгә йыш ҡына федераль мәғлүмәт сараларында эшләгәндәр­ҙе өлгө итеп ҡуялар. Әммә, уларҙағы тәүәккәллек һәм глобаль фекерләү беҙҙекеләрҙә юҡ, тигән фекер менән килешмәҫ инем. Әрһеҙлекте һәм әҙәп­һеҙлекте тәүәккәллек менән бутарға ярамайҙыр. Башҡорт ниндәй генә хәлдә лә әҙәпле, тәртипле, ба­ҫал­ҡы булып ҡала белгән, шул уҡ ваҡытта фекеренән дә тайпылмаған. Башҡорт журналистары ла шулай – улар иң етди мәсьәләләрҙе күтәреп сыға, ҡыйыу фекерләй, әммә бе­рәүҙең дә йөҙөн йыртмай. Әммә Рәсәй тигән киңлектә көн иткәс, башҡорт телендә яҙған журналистарыбыҙҙың тауышы, бәлки, ишетелеп тә етмәйҙер. Шул уҡ ваҡытта беҙҙекеләр федераль кимәлдәге журналис­тарҙан һис кенә лә кәм түгел, тигән фекерҙәмен.
Әммә етешһеҙлектәреңде лә таный белеү кәрәк. Ысынлап та, бөгөн үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау хас күптәребеҙгә. Шуны онотмайыҡ – бөгөн донъя иҫ киткес тиҙлек менән алға йөҙә. Элек Өфөгә уҡырға килгән йәштәребеҙгә “афарин” тип һоҡлана инек. Әммә бөгөн улар Мәскәүҙе һәм Санкт-Петербургты ғына түгел, ә сит илдәрҙе яулай, мәҫәлән, Германияла, Францияла, АҠШ-та, Сингапурҙа, Ҡытайҙа һәм башҡа илдәрҙә белем ала, бизнес төҙөй. Улар хаҡында үҙебеҙҙең “Шоңҡар” журналында йыш яҙабыҙ. Әгәр шул кимәлдән артта ҡалабыҙ икән, йәмғиәттең күҙҙәре булып һаналырға хаҡыбыҙ буласаҡмы?
– Ә бындай йәштәребеҙ байтаҡ…
– Ысынлап та, әүҙем һәм дәртле йәштәребеҙ етерлек. Улар уй-теләктәрен тормошҡа ашырырға ынтыла, ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай. Мәҫәлән, яңыраҡ баш ҡалабыҙҙа үткән “UfaForum” исемле сарала булырға тура килде. Иң алдынғы йәштәребеҙҙе бергә туплағайны ул. Шуныһы ҡыуандырҙы – улар үҙҙәре генә үҫергә теләмәй, ә башҡаларҙың да шундай кимәлгә күтәрелеүенә ынтыла. “Сколково” бизнес мәктәбенән саҡырылған коучты, уңышлы эшләгән бизнесменды йә ғалимды тыңлау үҙемдә лә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Эйе, милләтебеҙ киләсәгенең өмөтлө икәнлегенә инаныу өсөн шундай йәштәребеҙ менән аралашырға, уларҙың фекерҙәрен ишетергә кәрәк. Шуға ла тормошонан толҡа тапмағандарға бер тапҡыр ғына булһа ла шундай сарала ҡатнашырға кәңәш итер инем. Үҙем дә һәр мәҡәләмдә киләсәк быуынға файҙалы, уның шәхес булараҡ формалашыуына этәргес булырлыҡ мәғлүмәттәр бирергә тырышам. Ғөмүмән, был – “Шоңҡар” журналының тәүмаҡсаты. Лидерҙар миҫалында ғына лидерҙар тәрбиәләнә бит.
Йәштәр тормошобоҙҙо үҙгәртә аламы? Һис шикһеҙ. Уларҙағы энергияны дөрөҫ ҡулланырға ғына кәрәк. Шул саҡта йәмғиәтебеҙҙең моторына әйләнәсәктәр. Мәҫәлән, шул уҡ күренекле башҡорт сәйәсмәне Шәһит Хоҙайбирҙиндың өлгөһө генә ни тора. Әйткәндәй, быйыл уның 120 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Йәшләй генә, 28 генә йәштә, вафат булыуына ҡарамаҫтан, иҫ киткес эштәр башҡарып өлгөргән. Үкенескә күрә, бөгөн һаҡалы биленә еткән, атаһы менән әсәһе елкәһенән төшә алмаған 30 – 40 йәшлек милләттәштәребеҙ ҙә осрай…
– Рәшит, һин шиғриәт һуҡмаҡтарында ла ярайһы уҡ тәжрибә туплаған­һың бит әле…
– Эйе, бала сағымдан шиғырҙар ижад итәм. Мәктәп йылдарында уҡ “Таң” район гәзитендә, “Йәншишмә” һәм “Аманат”та, һуңғараҡ “Йәшлек”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел”дә шиғри шәлкемдәрем баҫылып торҙо. 2012 йылда “Хыял иле” тигән китабым донъя күрҙе. Ғөмүмән, шиғриәт һәр кешелә иң изге тойғоларҙы уятырға булышлыҡ итергә, камиллыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш уятырға тейештер тип иҫәпләйем. Минеңсә, шиғриәттең төп маҡсаты ошо. Шуға ла йәшлегендә һәр кем шиғыр ижад итеп ҡарайҙыр. Ә шиғри күңел бер нисек тә бысраҡ була алмай.

Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


мама
11 сентября 2016 22:40: мама

Бурандарҙа еңә алмай талды

Ныҡлы булһа уның тамыры...

Ҡәләмдәрең улым уткер инде

Тейһен кешеләргә ярҙамы….

Ысын”кеше” булып доньяла,

Ныҡлы баҫып атла һин ерҙә…

Йондоҙҙарҙан яҡтылыҡтар алып

Аҙашмайса бар тик гел алға…