29.08.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (19.08.2016)
* * *
Әҙәбиәтте өсәү тыуҙыра. Беренсеһе – мин, икенсеһе – һин, өсөнсөһө – ул. Мин – шағир, һин – уҡыусы, ул – тәнҡитсе.
(“Йәштәр ижады хаҡында
фекерҙәр”).
* * *
Әйтер һүҙең көмөш булһа ла,
Өндәшмәүең ҡай саҡ алтының.
(“Әйтер һүҙең көмөш булһа ла...”).
* * *
Әйтерһең дә, еңдем кешелектең
Иң әшәке яуыз дошманын.
Һәм үтәнем намыҫ ҡушҡанын.
Ҡараңғы төн булған тормошом
Яҡты йондоҙ булып балҡыны.
(“Туйҙым да мин ялған,
яуыздарҙан...”).
* * *
Әйттем – бөттө!
(“Көндәлек яҙмалар”.
20. IX. 1947).
* * *
Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..
(“Табыныу”).
* * *
Әкиәтһеҙ бала – бала булмай,
Мөхәббәтһеҙ – шағир шиғырһыҙ.
(“Әкиәт”).
* * *
Әсәләрҙең күкрәк һөтө менән
Йөрәктәргә ингән туған тел.
Ҡаныбыҙға һеңгән туған тел.
Бөтәбеҙгә беҙҙең иң ҡәҙерле,
Бөтмәҫ байлыҡ булып ҡалған тел.
(“Әсәләрҙең күкрәк һөтө менән...”).
* * *
Юҡ, бәхетем мине аяманы,
Мин аяған һымаҡ бәхетте.
Мин бәхеткә алтын тәхет ҡойҙом,
Ул ҡалдырҙы миңә ләхетте.
(“Юҡ, бәхетем мине аяманы...”).
* * *
Юҡ, моңланмай ҡурай ят
ҡулдарҙа.
(“Ҡурай”).
* * *
Юҡ, яратма мине,
Тик һөй генә.
Мин тип ҡайғырма ла,
Тик көй генә!..
(“Юҡ, яратма мине...”).
* * *
Юлға сыҡһаң, янып сыҡ, юлдашыңды танып сыҡ.
(“Көндәлектәр”. 10. II. 1973).
* * *
Юмор минең өсөн трагедияның бер күренеше – ул үҙеңде еңә алыу! Ә еңеү – был донъяла анһат эшме ни ?!
(“Көндәлектәр”. 11. XI. 1971).
* * *
Ябайлыҡ һәм ябай булырға тырышыу бар. Тәүгеһендә – тормош, һуңғыһында – уның күләгәһе. Ҡояшты болот ҡапланымы, күләгә юғала.
(“Көндәлектәр”. 30. XII. 1953).
Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.