22.07.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.07.2016)
Һәр бер ысын шағир, рәссам үҙ һүҙен әйтер өсөн үҙ ғүмерендә кешелектең бөтә үткән юлын, фажиғәһен кисереп сыға, үҙенсә яңылыша, эҙләй, таба һәм үҙ һүҙен әйтә.
(“Көндәлектәр”. 22. IV. 1972).
* * *
Һәр замандың үҙ заңы бар:
Тантанаһы, хурлығы,
Түбәнлеге, бейеклеге,
Ваҡлығы һәм ҙурлығы.
(“Зарланмайым заманыма...”).
* * *
Һәр кем китә был донъянан, ләкин һәр кем үҙе менән дөрөҫлөктө алып китә алмай.
(“Көндәлектәр”. 6. II. 1964).
* * *
Һәр нәмәне халҡым зиһене
менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем, телем
өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
(“Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин...”).
* * *
Һәр саҡ “аҡыллы” булыу ул үҙе бер ахмаҡлыҡ!
(“Көндәлектәр”. 12. IV. 1957).
* * *
Һәр телдең бөтмәҫ-төкәнмәҫ аҫыл хазинаһы бар. Был хазинаға ҙур оҫтаның ҡулы тейеү менән ул, тылсымлы бер шишмә шикелле, йәнләнә, терелә, моңлана башлай.
(“Ваҡыт, йыр һәм ер”).
* * *
Һәр тәғлимәт
Үҙгәрергә тейеш,
Үҙгәрмәһә,
Ул бит йәшәмәй.
(“Күк күкрәүе!..”).
* * *
Һәр ысын шағир – үҙе бер донъя, үҙе бер дәүләт бит ул! Уның был дәүләтендә ул тик үҙе генә ҡорған тәртиптәр бар. Уға бер кем дә ҡыҫыла, тығыла алмай. Уны, әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр танымаҫҡа ла мөмкин. Ләкин ул бар икән, ҡасан да бер таныясаҡтар. Ысын шиғриәт бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Тик бындай шиғриәткә – үҙ дәүләтенә ысын талант тау-таш юлдарҙан ялан аяҡ ҡанлы эҙ ҡалдырып ҡына килә ала.
(Хаттан. 1977, ғинуар).
* * *
Һәр эштең бар үҙ шиғриәте.
(“Юлдар”).
* * *
Һәр эштең үҙ шағиры булырға тейеш.
(“Көндәлектәр”. 7. XII. 1953).
* * *
Һәр әҙәмдә зиһен йоҡламаһа,
Ни көслө һуң ерҙә кешенән?
(“Табыныу”).