RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “һәр тараф тик көмөш моң сыңлата, Тыңлап ҡара һин дә – алырһың йыр...”

20.07.2016 “һәр тараф тик көмөш моң сыңлата, Тыңлап ҡара һин дә – алырһың йыр...”

“һәр тараф тик көмөш моң сыңлата, Тыңлап ҡара һин дә – алырһың йыр...”
Аһ, был күңел...

Яҙ булып ҡаршылайыммы,
Көҙ булып иҫә елдәр.
Сәстә ҡырау, елдәрен дә
Онотор әле төндәр.

Төндәрҙә мин ҡайтып китәм
Мөғжизә яланына,
Тау ҡыҙырып эҙләп килгән
Мөхәббәт баланына.

Төндәрҙә мин йәшәйеште
Яныма ғына ҡуям.
Һәм үҙемде шул минутта
Бәхетле итеп тоям.

Яҙ булып ҡаршылайыммы?
Көҙ булып елә төндәр.
Ҡырауын да, дауылын да
Онотор әле бер мәл.
Аһ, был күңел!..

Әсәйемә

Әсәкәйем күлдәктәрен
Һатып алып кеймәне.
Үҙе текте балитәкләп,
Теҙеп һиҙәп-төймәне.

Күрше-тирә килер ине:
– Тек, – тиеп, – ярҙам һорап,
Әсәйемдең эштәренә
Ырыҫ-бәхеттәр юрап.

Өҫтәл өҫтөн биҙәр ине
Түрҙә самауыр сәйе.
Бар донъяның, өйҙөң йәме
Булғанһың бит, әсәйем!

Йондоҙло бала саҡ


Төндәр еткәс, күк йөҙөндә
Йондоҙ ҡабына.
Шул йондоҙҙо күреп, тышҡа
Сыҡтым тағы ла.
Шул йондоҙҙай балҡып тора
Бала саҡ иле.
Иң бәхетле, иң матур мәл
Шул ваҡыт ине.
Күк йөҙөнә ҡарап, тағы
Эҙләнем уны:
– Ҡалманымы унда, – тиеп, –
Ауылым юлы?
Әсәйемдең һәм һеңлемдең
Эҙе бар унда.
Бөтә уй һәм тойғоларым
Һәр ваҡыт шунда.
Әсәйле һәм һеңлеле саҡ
Их, матур ине!
Шул сағымды хәтерләтеп
Балҡый Күк иле.

Яҙғы урманда
Азаматҡа
Талпыныр ҙа бар ҡош ҡуныр
Һинең пар тирәгеңә.
Йондоҙ сәскәһендәй нурҙар
Йыйылыр тирәһенә.

Булмаһа ла үҙ тиңдәре
Ҡошсоҡтар араһында,
Ҡоҙғонға ла йәм табылыр
Һандуғас һайрауында.

– Пак донъяға баҫтым, – тиеп
Ҡоҙғон бер аҙ ҡыуаныр.
Яҙ моңонан тирәктәрҙә
Шат бөрөләр уяныр.

Минуттарым

Ҡорғаҡһыған ер шикелле
Үтә барған минуттарым.
Һинме һалдың эҙҙәр уға –
Һиндә һаман нур-уттарым?!
Һинме алып киттең йәмен
Таң ҡалырлыҡ ҙур йорттарҙың?
Яҙ сәләме булып килә
Һиндә ҡалған минуттарым.

Аҡ ҡайындар күкрәгенә
Атылырҙай минуттарҙа,
Мин талпынып һиңә бағам –
Һиндә ҡалған минуттарға.

***
Мөхәббәткә күптән инанғандар,
Атлап үтеп тарих тарафтарын,
Үкендереп хаин ҡараштарын,
Был йәшәүгә берҙәм юл алғандар.

Һәммәһендә рухи сыҙамлылыҡ
Айҡап үткән ерҙе, күкте байҡап.
Юғалғандыр унда йәнгә бар тап,
Юғалмайҙыр улар, юлдары ныҡ!

Һәр тараф тик көмөш моң сыңлата,
Тыңлап ҡара һин дә –
алырһың йыр,
Сыңлап ҡара һин дә –
балҡыһын ҡыр,
Моң йәндәрҙе иңләй,
ул илата...

Мөхәббәткә күптән инанғандар,
Атлап үтеп тарих тарафтарын,
Йылыталыр күңел-ҡараштарың –
Йәшәүгә тик унан йыр алғандар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)