20.07.2016 Йөрәгендә һөйөү йәшәне
Уның йөрәгендә һәр ваҡыт кешеләргә ҡарата ихтирам һәм һөйөү йәшәне. Минең кеүек ҡәләмгә яңы тотонған йәш журналистармы, оҙаҡ йылдар бергә ижад иткән абруйлы шәхестәрме, ауыл ерендә йәшәгән ябай китап уҡыусымы йәиһә хеҙмәттәшеме – бер кемде лә иғтибарынан, йылы һүҙенән, йылмайыуынан мәхрүм итмәне. Беҙ уны яратып, “бағышлауҙар” оҫтаһы тип йөрөттөк. Кескәй генә йөрәгендә һәр кемгә ҡарата оло һөйөү йөрөткән сәсән телле Ирек ағай Кинйәбулатов ҡына һәр кемдең үҙенә генә хас матур һыҙаттарын күреп, күңелдәрҙе ҡанатландырыр, өмөт уятыр һүҙҙәр менән бағышлауҙар ижад итә ине.
Әхмәт ағай Сөләймәновтың дуҫы, һабаҡташына бағышлап яҙған “Рулевой” шиғырын уҡығандан һуң, күңелде һағыш һәм моңһоулыҡ баҫты. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир Ирек Кинйәбулатовҡа арналған ул. Шәхесебеҙҙең арабыҙҙан китеүенә 40 көн үтеп тә киткән. Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуып үҫкән егет башҡорт әҙәбиәтенә “Баҫыу юлы” шиғри йыйынтығы менән килеп инә һәм үҙенең тос фекерҙәре, сәсән теле, йөкмәткеле шиғырҙары, мәҡәләләре менән ныҡлы, башҡаларҙы эйәртерҙәй үҙ юлын һалды.
Һуңғы көндәренә тиклем шағир юлда, уҡыусылары араһында булды. Төрлө район-ҡалала үткән шиғриәт байрамдарында, осрашыуҙарҙа, ижадташтарының юбилей кисәләрендә ихлас ҡатнашты, халыҡ менән аралашты, йәшәйештәре, проблемалары менән ҡыҙыҡһынды. Ҡайһы бер билдәле яҙыусылар кеүек, редакция ишеген үҙ әҫәрҙәрен баҫтырыр өсөн генә шаҡыманы Ирек ағай. Ул республикабыҙҙа сыҡҡан һәр баҫманы яҙҙыртып уҡыны, журналистарға аҡыллы һәм төплө кәңәштәрен бирҙе. Шул уҡ ваҡытта, бер тапҡыр ҙа: “Мин һеҙҙең гәзитте яҙҙыртам бит, шиғырҙарымды баҫтырығыҙ”, – тип әрһеҙләшеп йөрөмәне. Баҫалҡылыҡ менән бергә ваҡланмау ҙа хас ине уға.
Үҙ фекерен ныҡлы, әммә кеше күңелен ҡырмаҫтай ғына әйтә белгән зыялы ағай тағы ла оҙаҡ йылдар һағындырыр әле. һәр йома һайын, беҙҙең ишекте асып: “Хәйерле иртә, “йәшлек”тәр!”– тип сәләмләүеңде һағынабыҙ, Ирек ағай!
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Рулевой
Һабаҡташым, табаҡташым,
ҡалаҡташым, шәриҡтәшем
Ирек дуҫым КИНЙӘБУЛАТОВТЫҢ
яҡты иҫтәлегенә
1
Ҡуйсы, ҡуйсы!
Ҡарамаҡҡа ҡалай
Һинән дә шат кеше юҡ һымаҡ.
Шиғырҙарың уҡып, хайран
ҡалдым –
Йөрәккәйең икән ут һымаҡ.
Юҡҡа яҙмағанһың, атайыңдың
Телгә алып йырын, былай тип
(Уҡымаһам, һинең янғаныңды
Белер инем икән ҡалайтып):
“Янам, атай, утың – йырың
менән,
Тоҡанырҙай булһын алҡыным.
Ана, ағастың да, ағастың да
Янһа ғына, сыға ялҡыны”.
Йөрәккәйең уттан яралғандай,
Дөрләп кенә яна икән дә.
Көлөп һөйләшһәң дә,
осрашҡанда –
Самабыҙ – бер сама икән дә.
Шуға ла мин үҙемдеке күрҙем
Һинең тағы шулай яҙғаның
(Бүтән төрлө итеп, оҙон һуҙып,
Аңлатаһы түгел ҡалғанын):
“Мин янғындан тороп ҡалған
кеше,
Баш өҫтөндә көлдәр туҙҙылар.
Минең көндәр көлдәр араһынан
Тере күмер эҙләп уҙҙылар” .
Шул, ахыры, беҙҙе яҡынайтты,
Дуҫлаштырҙы беҙҙе байтаҡтан.
Икәү ике башҡа йөрөһәк тә,
Юлдарыбыҙ булды уртаҡтан.
Бер үк хәүеф беҙҙе һағаланы,
Ҡамағандай итеп яҡ-яҡтан.
Күҙ яҙҙырманыҡ беҙ икәү-ара,
Ҡалған саҡтарҙа ла ҡамауҙа.
Сама самаларҙан үткәндә лә,
Баҫҡан саҡтарҙа ла ҡаҙауға.
2
Күңелемә бер йыуаныс ине
Сәләмләүең: “Ағай, арыумы!
Йәш ғүмерҙәр нисегерәк үтә?
Ҡартлыҡҡамы табан барыумы?
Ҡартлыҡ яҡҡа барыу
ҡурҡытмаһын,
Тик заяға ғына уҙмаһын,
Беҙ атайҙар өсөн йәшәргә
тейеш,
Кисерһәк тә тормош ыҙаһын”.
3
Һин әйткәнсә, ағайҙарға ҡарап,
Ата йөҙөн булдыҡ күргәндәй.
Аслыҡ сағында ла, беҙ туҡ
булдыҡ,
Икмәк булһа төшкә кергәндәй
Өндә
кермәһә лә тешкә ҡыйырсыҡ.
Йотор емен йотмай балаларын
Туйындырған һымаҡ сыйырсыҡ,
Ауыҙынан өҙөп, туйындырҙы
Балаларын беҙҙең әсәйҙәр
һәм ағынан өҙмәй һыйырсыҡ.
Шулар икәү алып ҡалды беҙҙе
Тайып барған саҡта беҙ хәлдән,
Көн элгәре бәхилләшеүҙәрҙән –
Теш ыржайтып килгән Әжәлдән.
Осрашҡан саҡта, беҙ йыш ҡына
Йәнләнгәндәй булды үткәндәр.
Хәтирәләрҙе лә уртаҡ иттек
Беҙ – атайһыҙ үкһеҙ үҫкәндәр.
4
Ата-бабаларҙың йолаһына
Тоғро ҡалып, киттек әрмегә.
Дөрөҫөндә, әрмеләрҙә булыу
Әйтә кем – кем, нимә – ул нимә.
Ул заманда ҡыҙҙар һөймәй ине
Кем үтмәгән һалдат хеҙмәтен.
Шуға күрә, ҡай берәүҙәр кеүек,
Эҙләмәнек, хәйлә, төрлө
һылтау –
Әрмеләрҙән ҡалыу эрәтен.
(Кемдәргәлер был һүҙ, ҡыйыш
атҡан
Уҡтай тейһә тәңгәл, биғәйбә!
Хәйер, бында беҙҙең бер
ғәйеп юҡ,
Тейһә тейһен ул уҡ, тим, әйҙә!).
Ҡара ҡомдоң барханында йөҙҙөм
Өс йыл буйы теүәл танкымда.
Һин йөҙгәнһең бүтән
киңлектәрҙә
Мин күрмәгән хатта танһыҡҡа.
Ҡаршы ҡуйып яусыл карабыңды,
Штормдарға, дауыл, буранға.
Һуғылмаҫлыҡ итеп фашистарҙан
Тороп ҡалған мина, таралға,
Һин – рулевой штурвалды
көн-төн,
Тешең ҡыҫып, тотоп барғанһың
(Ҡара диңгеҙ, океандар һиңә
Ҡара ҡомдоң түгел барханы!).
Диңгеҙ, океандар аша барып,
СССР-ҙан сәләм илткәнһең.
Дуҫлыҡ илдәренә дуҫтарса
(Дипломат та булған икәнһең).
Дуҫ булмаған илдәр эргәһенән
Үткән саҡта, сигнал ҡысҡыртып,
Һин рулләгән Ал байраҡлы карап
Ҡотон алған, ҡойроҡ ҡыҫтыртып.
5
Илдең диңгеҙ сиген һаҡлап,
ҡайтҡас,
Яңы диңгеҙгә һин юлыҡтың.
Был юлайы – китап диңгеҙенә,
Шул байлыҡҡа сумдың,
мулыҡтың.
Мулыҡтың да китаптарың менән
Шул диңгеҙҙе һин дә таштырҙың,
Китаптарың менән һин һаман да
Рулевойлыҡ ролен башҡарҙың.
6
Рухи яҡтан һин рулевой булдың
Уҡыу төркөмөндә вуздағы.
Шау шағирҙар-
шәриҡтәштәреңдең
Араһында, тимен, ундағы.
“Кемдәр? – тиһәң, – Әйтеп
бирәм,
Улар ине: Әлибай Сафуан,
Вафа Әхмәҙиев, Юныс Латип,
Томансынан – Фәрҙиә Әмирхан,
Хәйбулланан Флүрә Юламан;
Бала-саға өсөн яҙҙы ярышып,
Сафуан менән Дилми Миндияр,
Тәнәфестә шиғыр уҡынығыҙ
Үҙегеҙгә туплап иғтибар.
7
Әле һаман ҡолаҡ сыңлап һаҡлай
“Баҫыу юлы” тиеп яҙғаның.
“Ҡара ҡағыҙ” алғас, әсәйеңдең
Ҡырҡҡан арыш кеүек ауғанын...
Шул урында бөтә ҡыҙҙарыбыҙ
Илағаны ятып партаға,
Һытылырҙай булып тыңлағаны
Гимнастерка кейгән заттар ҙа…
Сөнки беҙҙең төркөм етем ине,
Дөрөҫ булыр, әйтһәм, тотошлай.
Шуға ла бер уй-хыялда булдыҡ,
Бере-беребеҙҙе отошмай.
Ә һин күрәҙәләй тойоп яҙҙың,
Ни кисерә күрше-күләнең.
Һөйләһәң дә шиғыр юлдарында
Үҙең кисергәнең, күргәнең.
Арабыҙҙа һин бер үҙең булдың
Күп ашаған әрме бутҡаһын.
Һемергәне рулевой хәлендә
Армеецтың әсе һурпаһын.
Шуға күрә һине беҙ таныныҡ
Үҙебеҙҙең, тиеп, рулевой.
Рухи яҡтан рулде тотор өсөн,
Талант биргәс, Хоҙай һәм дә буй.
17 июнь, 2016 йыл.
P.S.
Бөгөн төндә һин төшөмә индең,
Баштан-аяҡ инең һин аҡтан.
Китапханабыҙҙан сыға килеп,
Урап үттең уны һул яҡтан.
Өндәшмәнең яндан үткән саҡта,
Ҡул да болғашманыҡ хушлашып.
“Хәйерлегә булһын төшөм! –
тинем, –
Хызыр Ильяс булһын юлдашың!”
Аҡ кейемең изгегә юраным:
“Ожмахҡалыр, – тинем, –
моғайын.
22 июнь, 2016 йыл.