24.07.2016 Алҡалар (башы һәм аҙағы)
Александр Карасёв 1971 йылда тыуған. Кубань дәүләт университетын тамамлай. Санкт-Петербургта йәшәй.
Әҫәрҙәре «Новый мир», «Октябрь», «Дружба народов», «Урал» журналдарында баҫыла. «Чечня хикәйәләре» китабы авторы. «Алҡалар» хикәйәһе О. Генри исемендәге «Тылсымсылар бүләге» премияһына лайыҡ була (Нью-Йорк, 2010 йыл).
Яңылышыу
Директриса буялған башын тотоп, сит ил сигареты һурҙы.
Яңылышыу ине был. Буяуҙы шыйығайтыу урынына, ҡуйыртты ғына. Елбәҙәк ҡыҙыҡай кеүек килеп ҡапты... Ләкин был әхлаҡи ғәрип күпме нервыһын бөтөрҙө! Бер үҙе бәлиғ булмағандар колонияһындағы ярты мәктәп уҡыусыһына торошло... Ә нервылар яңынан барлыҡҡа килмәй... Йәнә... Директриса, Сенчинды ПТУ-ға алмаҫтар, дүрт яғы ҡибла, тиҙҙән үҙен көткән төрмәгә эләгер, тип уйлағайны.
Ләкин ҡара-зәңгәр костюм кейгән һәм резинкалы ҡара галстук таҡҡан Сенчин, пенсионер әсәһе яҙған ғаризаны тотоп, кабинетында баҫып тора. Директрисаның уны туғыҙынсы класҡа ҡабул итмәҫкә хоҡуғы юҡ!
Сенчинға бик шәп ҡылыҡһырлама яҙырға, етәкләп абруйлы 28-се ПТУ-ға алып барырға ине! Унда автослесарҙар әҙерләйҙәр, етмәһә, директоры ла таныш.
Шулай ҙа Сенчин ныҡ тора. Ул көтмәгәндә икенсе кешегә әйләнгәйне. Һин уға күҙ генә һал әле!.. Мыҫҡыллай ҙа баһа!.. Үҙен шул тиклем тыныс тота... Әйтерһең, әле кабинетта уның яҙмышы хәл ителмәй, ә әһәмиәтһеҙ ғәҙәттәге мәсьәлә ҡарала!.. Тартынмай ҙа, мәктәптән һуң Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡырға ниәтләйем, ти. Автомобилдәрҙе йүнәтергә хирес булһа ла, ПТУ-ла бер йылын юғалтҡыһы килмәй... Битһеҙ!
Шунда хәҡиҡәт директрисаның аңына барып етте... Сенчин уны һемәйтте. Унынсы класс ҡыҙы һымаҡ, төп башына ултыртты. Уны! Утыҙ йыл эш стажына эйә уҡытыусыны! Бер нәмә ҡылыр әмәл юҡ. Һәм Сенчинды туғыҙынсы «Б» класына яҙҙылар.
Уҡытыусылар үҙ бүлмәләрендә валерьянка эсте.
Аңлатма
Өлкән кластарҙа Сенчин дәрестәрҙе өҙмәне. Һуңғы партала ултырып, рыцарҙар һүрәттәре төшөрҙө.
Төшөрә генә күрһен. Аллаһыға шөкөр! Ауыҙын ғына асмаһын!
Уҡытыусылар еңел һулап, күҙ теймәһен өсөн өсәр тапҡыр төкөрөнөп алды. Улар Сенчиндан дәресте лә, ғөмүмән, бер нәмә тураһында ла һорашмаҫҡа һүҙ ҡуйышты. Таҡтаға саҡырыуҙан Хоҙай үҙе һаҡлаһын! Һәм сирек йомғаҡтары буйынса уға шым ғына «өслө» сығарҙылар.
Әҙәбиәтте беҙҙә талапсан Лидия Павловна урынына йомшаҡ күңелле оло йәштәге Елена Сергеевна алып бара башланы. Ул беҙгә «Һуғыш һәм солох» романы геройҙары тураһында ҡыҙыҡлы һөйләне, ә Сенчиндың Наташа Ростова менән поручик Ржевскийҙың мөхәббәте хаҡындағы үҙенсәлекле иншаһын алыҫҡараҡ йәшереп ҡуйҙы. Бәләһенән баш-аяҡ.
Шуға күрә Сенчин, буласаҡ әҙәбиәтсе булараҡ, үҙен аңлатма яҙыу жанрында ғына күрһәтә ала ине. Бында ул асылды, ҙур жанр формаларына һәләтен күрһәтте.
18-се урта мәктәп директоры
Костикова Зинаида Михайловнаға
9Б класы уҡыусыһы Роман Сенчиндан
Аңлатма
1987 йылдың 17 сентябрендә 10 сәғәт 05 минутта беҙ военрук Хвойницкий менән 18-се урта мәктәптең төп ишегенән сыҡтыҡ һәм өлгөрөр өсөн, теп-теүәл 10 сәғәт 16 минутта Космонавт Гагарин исемендәге туҡталышҡа килдек.
Төрлө номерлы троллейбустар туҡтауһыҙ килеп-китеп торҙо. 10 сәғәт 17 минутта 2-се номерлы зәңгәр төҫтәге троллейбус килде. Военрук Хвойницкий уға йәһәт кенә һикереп менде лә, китеп тә барҙы. Беҙ ҙә һикереп менергә теләгәйнек, ләкин барыбыҙ ҙа һыя алманыҡ.
10 сәғәт 24 минутта 3-сө номерлы ҡыҙыл төҫтәге троллейбус килде, ләкин беҙ уның менән китмәнек, сөнки, военрук Хвойницкий кеүек, 2-се номерлы зәңгәр төҫтәге троллейбуста барғыбыҙ килде.
10 сәғәт 29 минутта 6-сы номерлы зәңгәр төҫтәге троллейбус килде, ләкин беҙ уның менән китмәнек, сөнки зәңгәр төҫтәге, әммә 2-се номерлы троллейбус менән китергә теләнек.
10 сәғәт 38 минутта 2-се номерлы ҡыҙыл төҫтәге троллейбус килде. Мин былай тинем: «Егеттәр, бәлки, беҙгә ошо троллейбус менән китергә кәрәктер, сөнки мин военрук Хвойницкийҙың тап бына ошондай, ләкин зәңгәр төҫтәге троллейбус менән киткәнен күрҙем». Егеттәр әйтте: «Дөрөҫ һөйләйһең һин, Роман, беҙ бөтәбеҙ ҙә военрук Хвойницкийҙың тап бына ошондай троллейбуста киткәнен бик һәйбәт күрҙек, ә төҫ беҙҙең өсөн әллә ни ҙур роль уйнамай».
Шунан һуң беҙ, бер секунд та мыштырламай, өлгөрөр өсөн троллейбусҡа индек һәм ҡуҙғалып киттек, ләкин пассажирҙар ҡысҡырып һүгенергә тотондо. Мин пассажирҙарға әйттем: «Ҡысҡырып һүгенергә һеҙгә нисек оят түгел?» Ә улар оятһыҙ һүҙҙәр менән һүгенеүен дауам итте. Шунан былай тинем: «Егеттәр, һүгенеү һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн, әйҙәгеҙ, был троллейбустан сығайыҡ». Егеттәр әйтте: «Дөрөҫ һөйләйһең һин, Роман, һүгенеү һүҙҙәре беҙҙең әхлаҡи йөҙөбөҙгә йоғонто яһауы ихтимал».
Беҙ 2-се номерлы ҡыҙыл төҫтәге был троллейбустан теп-теүәл 10 сәғәт 47 минутта Кавалерист Ворошилов исемендәге туҡталышта төшөп ҡалдыҡ. Бында ла төрлө номерлы һәм төрлө төҫтәге троллейбустар туҡтауһыҙ килеп-китеп торҙо.
11 сәғәт 03 минутта 9-сы номерлы һары төҫтәге троллейбус килде, ләкин беҙ уның менән китмәнек, сөнки 2-се номерлы йәки зәңгәр, йәки, һис юғы, ҡыҙыл төҫтәге троллейбус менән барырға теләнек...
Был тәфсирле аңлатма бихисап күп биттә ине. Ул былай тамамлана:
«...һәм теп-теүәл 15 сәғәт 59 минутта Красногвардейский районы военкоматына бик йәһәт килеп еттек.
Военкоматта беҙгә бик ныҡ шатландылар һәм, һуңлап килдегеҙ, тинеләр, сөнки медицина комиссияһы бөткәйне. Шунан шариклы ручка алдым да, интернациональ бурысымды үтәргә мине Афғанстан Демократик Республикаһына ебәрһендәр өсөн бер прапорщикка ғариза яҙҙым. Прапорщик мине маҡтаны һәм миңә комсомолец булырға, беҙҙең мәктәптәге бөтә егеттәргә өлгө күрһәтергә кәрәк, тине.
Мине комсомолға алыуығыҙҙы һорайым, сөнки совет йәштәренең алдынғы авангардында булырға теләйем».
Имтихандар
Өлгәшеү күрһәткестәрен боҙмаҫ өсөн, беҙҙең мәктәптә сығарылыш имтихандарында «икеле» ҡуймай торғайнылар. Сенчин быны бик яҡшы белә ине һәм артыҡ сәбәләнмәне.
Беҙҙең класс етәксеһе Эльвира Зиновьевна Барсукова Сенчиндың ишегенә шылтыратҡанда ул сағыу сәскәле киң ғаилә трусигында өйөндә була.
– Һин һаман бындамы ни әле!.. Кейен!.. Хәҙер үк!.. Имтихан тамамлана!..
– Имтихан?.. Мин иртәгә тип уйлағайным.
– Һин мине!.. Һин миндә!..
– Эльвира Зиновьевна! Һеҙ миңә быларҙы һөйләмәгеҙ, ә бөгөн ниндәй имтихан икәнен әйтһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр ине.
– Тарих.
Класс. Геүләп тороусы люминесцент лампалар күҙҙәрҙе сағылдыра. Ҡабул итеү комиссияһы минераль һыу эсә.
– Угольникова! Башыңды парта аҫтынан ал!.. Нимә ул һиндә?!.
Директриса ҡарашы менән класты байҡай.
– Сенчин, был билетты ла белмәйһеңме?
– Юҡ.
– Ярай, ҡайһыһын теләйһең, шуны ал.
– Зинаида Михайловна, мин бөтәһен дә теләйем, ләкин береһен дә белмәйем.
Угольникова (ҡысҡырып уҡ бышылдап): «Егерме өсөнсөнө ал. Ул еңел».
– Угольникова! Һуңғы иҫкәртеү... Сенчин?
– Егерме өсөнсөнө теләйем!
– Егерме өсөнсөнө ал...
– Ирка!.. Ирка!
– Нимә һиңә?
– Шпора бир!
– Ниндәй шпора?.. Миндә юҡ.
– Һин ни өсөн минән был билетты алдырҙың?
– Ул еңел.
– Ҡайҙан еңел булһын!..
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
– Етте! Сенчин, яуап бирергә сыҡ! Беренсе һорауың ниндәй?
– Сталинград һуғышы.
– Бик һәйбәт. Һөйлә.
– Беҙҙекеләр Сталинградты һаҡлап алып ҡалған.
– Дөрөҫ!.. Сталинград һуғышының ҡайҙа үткәнен картанан күрһәт.
– Сталинград һуғышы ошонда үткән. – Сенчин күрһәткес таяҡты Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Көнбайыш Себер райондарында йөрөтә.
– Яҡшы... Ә һин һуғышта ҡатнашҡан ҡайһы геройҙарҙы беләһең? Йортто һаҡлағандар, мәҫәлән.
– Зоя Космодемьянская, Олег Кошевой, Павлик Морозов, Павка Корчагин...
– Етер! Икенсе һорауға күс.
– 1945 йылғы совет-япон һуғышы.
– Һөйлә.
– Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҡырҡ бишенсе йылғы совет-япон һуғышында «Варяг» крейсеры айырыуса батырҙарса һуғышҡан. Совет моряктары һуңғы патрондарына тиклем алышҡан һәм дошмандарҙың бик күп карабын батырған. Ләкин көстәр тигеҙ булмаған. Шул ваҡытта... «Варяг» крейсеры дошман ҡулына эләкмәһен өсөн, моряктар уны үҙҙәре батырған да, барыһы ла һәләк булған. Ҡыйыу капитан Врубель иң һуңынан батҡан. Ул штурвал янында тороп йырлаған: «Дошманға бирелмәй минең шөһрәтле «Варяг»ым»...
– Туҡта, туҡта әле... Врубель... Һин, моғайын, туғыҙ йөҙ дүртенсе-бишенсе йылғы рус-япон һуғышы менән бутайһыңдыр? Ә һиндә совет-япон һуғышы. Фашист Германияһын еңгәндән һуң.
– Һеҙ хаҡлы, Зинаида Михайловна! Американдар атом бомбаһы ташлаған, беҙҙекеләр һөжүмгә күскән, һәм Япония бирелгән.
– Роман, Пушкиндың берәй шиғырын беләһеңме?
– Юҡ.
– Бәлки, Лермонтовтыҡын беләһеңдер?
– Юҡ. Есениндыҡын беләм.
– Һөйләгеҙ.
– Япраҡтарын ҡойған сағанҡайым,
Боҙға ҡатып, эйелгәнһең аҡ буранда.
Ниҙер күрҙең, ишеттеңме унда,
Йөрөйһөңмө ауыл артында.
Иҫерек ҡарт ҡарауылсы кеүек,
Алпан-толпан юлға сыҡтыңмы?
Көрткә батып ятып, өшөнөңмө,
Туңдырҙыңмы әллә аяғыңды?
Мин үҙем дә хәҙер бирешеүсән,
Дуҫтар менән эскәс, ҡайтыу ҡыйын.
Ҡыҙыл талды әле осраттым да,
Ҡарағайҙы йәнә күреп ҡалдым.
Бурандарға ҡушылып, йыр йырланым
Мин уларға йәйҙәр тураһында...
Директриса инә: «Сидоров! Борғоланма!.. Угольникова!..» Елена Сергеевна эргәһенә ултыра.
Сенчин бутала, ләкин дауам итә:
– ...Үҙ-үҙемә шул сағандай инем,
Тик япрағы ҡойолмаған, йәшел генә...
– Етте, Сенчин. Һин был шиғырҙың мәғәнәһен нисек аңлайһың?.. Шағир беҙгә нәмә әйтергә теләгән?
– Ни, иҫерек кеше ауыл буйлап китеп бара, йыр йырлай. Ул ағастан ағасҡа һуғыла. Тирә-яҡта буран. Ағастар урынына уның күҙенә ҡатын-ҡыҙҙар күренә. Ул былай тип әйтергә теләй...
– Сенчин! Шағир, бәлки, бөтәһенән элек, беҙгә тәбиғәттең серен күрһәтергә теләгәндер? Уның матурлығын?
– Зинаида Михайловна! Һеҙ мине бик мөһим фекергә этәрҙегеҙ!.. Шағир тәбиғәттең серлелеген күрһәтергә теләгән... Һеҙ мәктәп янындағы һомғол тирәктәрҙе күрәһегеҙме? Беҙ уларҙы беренсе класта ултырттыҡ! Улар бик бәләкәй – ҡыуаҡсыҡтар ғына ине. Әммә ун йыл үтеп китте. Һәм улар үҫте. Ә кем уйлаған? Шунан беҙ мәктәбебеҙҙең йәшел үҫемлектәр донъяһын яҡшыртыу өсөн өмәләрҙә ҡатнаштыҡ. Бәләкәй малайҙың китеп барғанда тәмәке төпсөгөн ырғытҡанын күрһәм, мин әйтәм: «Малай! Хәҙер үк төпсөктө ал...»
Класта Геннадий Хазанов концертындағы кеүек. Елена Сергеевна моңһоу йылмайыуын йәшерә. Директриса һикереп тора:
– Булды! Етте!
Ултыра:
– «Өслө»... Елена Сергеевна... Сенчин, һин мәктәптән һуң кем булырға теләйһең?
– Космонавт.
– Һиңә клоун булырға кәрәк!
– Яҡшы. Мин клоун булырмын.
«Лотос» кафеһында
Беҙҙең өҫтәлдә кескәй шешәләрҙә сит ил һыраһы. Һөйкөмлө ҡыҙыҡай, ауыҙын ҡулы менән ҡапламайынса, иҫнәй. Эҫе һәм ныҡ яҡты. Сенчин һөйләй:
– ...Мин бит, блин, военкоматта курстар тамамланым. Ултырабыҙ. Петлицаһын айырманым, майор: «Ике водитель кәрәк», – ти. Ә мин тап беренсе рәттәмен. «Мин!» – Шурик тураһындағы фильмдағы кеүек... Алып баралар... Унда ун биш кешелек команда. Мин әйтәм: «Беҙҙе ҡайҙа алып бараһығыҙ, иптәш майор?..» «Бында ғына, алыҫ түгел...» Аэропортҡа килтерҙеләр.
Мин көләм. Ҡыҙыҡай иҫнәй. Сенчин һыра эсә.
– Омск ҡалаһына остоҡ.
Стройбат. Башнялы кран операторҙары ротаһы... Мин әйтәм: «Ә водителдәр?» – «Ниндәй, атаң башы, водителдәр! Беҙҙә төҙөлөш ғәскәрҙәре, автоюлсылар түгел».
Мин мәктәптәге сығарылыш имтихандарындағы кеүек көләм. Ҡыҙыҡай пластмасса ултырғыста борғолана: «Блин! Һин башҡа берәй нәмә һөйләр инең – төрләндерер өсөн». Ләкин Сенчин иғтибар итмәй. Тора-бара көлгө килмәй башлай.
– ...Пехота. Ҡыҙыл погонлылар. ЗабВО. Монгол сигенән һигеҙ километр – пограничниктар, блин... Серәкәйҙәр – беҙҙәге тараҡан ҙурлыҡ. Бер генә урыҫ сырайы ла юҡ!.. Мәскәүҙәге ике етлекмәй тыуғандан башҡа... Беҙҙә, блин, стройбатта ла чуркалар1 әҙерәк ине... Дөрөҫ, бер йүнле урыҫ бар ине, уныһы ла хохол. Сержант. Әгәр ул булмаһа, ғөмүмән, унда, туңлыҡта, беҙҙе тапап күмерҙәр ине.
«Бабайсылыҡ» юҡ. Яҡташлыҡ. Тағы ла устав!.. Һин быны күҙ алдына килтер!.. Мин, блин, «дембел»гә бер аҙна ҡалғас, пулемет менән сопкаға һөжүмгә барҙым. Теге «ҡытайҙар» менән бергә... Стройбат шул тиклем әшәке ғәскәр. Мин дә шулай уйлағайным! Пехотаға эләккәнгә тиклем...
Дембель... Артҡа тибеп, КПП-нан сығарҙылар... Парадка2 юҡ. Бысағым!.. Рәтле шинель юҡ. Бүрек – баҡса ҡарауылсыһыныҡы кеүек. Барыһы ла эшлектән сыҡҡан... Мин баҙарҙа үҙемә ҡара бүрек һатып алдым. Шинелдән погондарҙы йолҡоп ырғыттым. Теге бөтә ҡыҙылды. Ҡайышты ла ташланым! Унда саҡ иҫән ҡалдым... Тештәрем аттыҡылай шаҡылданы. Гражданкала кейергә бер нәмә юҡ, бер пэша3 ғына. Шулай ҡайттым – күҙ алдыңа килтер. Өҫ-баш!.. тегенең ауыҙына... Юл буйы менттар бәйләнде... Ҡайтып төштөм: «Әсәкәйгенәм, борсолма, мин һеҙҙең улығыҙ. Әрменән ҡыуҙылар – ҡабул итегеҙ». Кәнтәйҙәр!!!
Һиҙҙермәй генә ҡараңғы төшә. Күрше өҫтәлдә иҫерек берәү йоҡо һимертә. Официантка пластмасса ултырғыстарҙы алып сығып китә.
Алҡалар
Китаптар теҙелгән кәштәләр аҫтында «J.Becker» фирмаһы пианиноһы тора. Секретер. Комод. Трельяж. Бәләкәй шкафтар. Бәләкәй йәшниктәр. Барыһы ла ныҡ иҫке. Ҡара лагы ҡойолоп бөткән ағастан яһалғандар. Рамлы фотоһүрәт. Ҡыйыу кавалерия корнеты эргәһендә баҫалҡы, матур йөҙлө йәш ҡатын. Ҡатырға аҫлыҡ. Түбәндә яҙыу: «Warszawa-Praqa-Tarqowa 44».
Стеналарҙа Маяковский менән Есенин фотоһүрәттәре. Тынсыу һауа. Шапшаҡлыҡ һәм саң күҙгә ташлана. Бик ҡыҫыҡ.
Елена Сергеевна ҡыңғырауҙан тертләп китә. Дивандан ҡалҡына. Туйтаңлап ишеккә килә, «быяла күҙ»ҙән ҡарай: «Кем унда?»
– Был мин, Елена Сергеевна, Сенчин Роман. Һеҙҙең элекке уҡыусығыҙ.
Ул уҡытыусыға үҙенең хикәйәләрен алып килгән. Уҡытыусы кухняла сәйгүн ҡуя.
– Мин һиңә һәр ваҡыт ышандым, Роман.
– Мин бит насар уҡыным, Елена Сергеевна...
– Уҡыһаң һуң... Һиндә һәр ваҡыт талант бар ине... Хатта бына бында ла... Туҡта әле.
Ул дәфтәрҙе эҙләп таба. Һәм Роман Наташа Ростова менән поручик Ржевскийҙың мөхәббәте тураһында үҙенең иншаһын уҡып сыға.
Ул оялып күҙҙәрен түбән төшөрә, ә Елена Сергеевна хикәйәләрҙе илап уҡый.
– Һиңә уҡырға кәрәк... Мотлаҡ уҡырға кәрәк... Мәскәүҙә.
– Рәхмәт һеҙгә... Мин китәм... Һеҙгә ял итергә ваҡыттыр, моғайын... оҙаҡ ултырҙым.
Иртәгеһен уҡытыусы фотоһүрәттәге һылыу ҡатындың алҡаларын һатып, ҡулына ингән бөтә аҡсаны уға тоттора.
– ...Беренсе осорға... ҡайтарырһың әле... Әлбиттә, ҡайтарырһың... Һуңынан... Мөмкинлек тыуғас та... Яңғыҙ ҡарсыҡтарға алҡалар кәрәкмәй, Рома...
Йөн шәл ябынған, пальто кейгән оло йәштәге ҡатын урынынан ҡуҙғалып киткән поезд менән рәттән перрон буйлап оҙаҡ атлай. «Ышанам... Мин һиңә ышанам...» Вагондар рельстарҙағы ялғауҙарға бәрелеп шаҡылдауын көсәйтә.
1Чурка – Кавказ йәки Урта Азия егеттәре.
2Парадка – һалдаттар һәм офицерҙарҙың парад кейеме.
3Пэша (ПШ) – йөн ҡатыш туҡыманан тегелгән ҡара-йәшел төҫтәге ялан формаһы.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.