17.07.2016 Һуңғы осрашыу
“Нишләп кенә ошо байрам концертына барҙым икән, ғүмерҙә лә концерт тип иҫем киткәне юҡ ине лә баһа...
Ғүмер буйы һуңғы күргән ошо
һынды иҫләп, рәнйеп йәшәһен
тинеңме әллә, Хоҙайым?!" Ҡатын -
дың үкереп илауын бары Ай һәм
йондоҙҙар ғына күрҙе...
Концерт тиҙ генә башланманы,
иң алда алдынғыларҙы тәбрикләү,
уларҙы бүләкләү өлөшө булды.
Уның исем-фамилияһын ишеткәс
тә, йөрәге ярылырҙай булып типте
Гөлгөнәнең. Сәхнәлә элекке һомғол
буйлы, мыҡты егет түгел, кәкрәйе-
берәк атлаған, ябыҡ ҡына, йонсоуы
йөҙөнә сыҡҡан бер ир пәйҙә
булды... Уф, Аллаҡайым! Ни эшләт-
тең һин уны?
Ниндәй гонаһтары өсөн ошо ҡиә-
фәттә сәхнәгә сығараһың икән?
Күрмәүем яҡшы булыр ине.
Бүләкләнеүсе, йөҙөнә көскә йылма-
йыу сығарып, бүләген алды ла,
ишеккә табан атланы.
...Гөлгөнә мәктәпте бөткән йылда
уҡ эшләй башланы. Эргәләге бер
предприятиела йәйге ремонт эштә-
ре менән булдылар. Әҙерәк аҡса
эшләгәс, өҫ-башты бөтәйтеп алыр-
мын да, уҡырға инермен, тип
хыялланғайны ул.
Тик пландары ҡырҡа үҙгәрҙе лә
ҡуйҙы. Һатыусылар курсында уҡып
сығып, эшләргә ҡалды. Револь
менән шул йылда осрашып, дуҫла-
шып китте. Яғымлы, алсаҡ ине ул.
Етмәһә, ҡыҙ егеттең ата-әсәһен дә
күптән белә ине. Күршеләренә
килеп йөрөнөләр. Егет бер көн дә
килмәй ҡалманы. Өйрәнешеп тә
бөткәйнеләр. Бер ялда ауылға ҡайт -
ҡанында уны әсәһе һөмһөрө ҡойо-
лоп ҡаршы алды:
“Револеңдең ата-әсәһе тағы күр-
шеләргә килгән, давно эш боҙоп
йөрөйҙәр, бармай хәле юҡ! – тигән-
дәр.
Ысын шулай булһа… бар әйҙә,
тик туй үткәрмәйем!” – ти әсәһе
асыуланып.
– Нимә һөйләйһең һин, әсәкә-
йем?! Беҙҙең арала бер ни ҙә булға-
ны юҡ! Ундай егет түгел ул! – тип
илап сығып китте Гөлгөнә.
Ошо көндән ул егет менән
осрашыу ҙан ҡаса башланы.
Һөйгәненең һис ғәйебе булма-
уын аңлаһа ла, уның ата-әсәһенә
булған асыуын баҫа алманы. Бер
нәмә лә аңламаған егет ҡыҙының
бүлмәһен һаҡлауҙан ары китә алма-
ны. Һуңынан Гөлгөнә апаһында
йәшәй башланы.
Дуҫ-иштәре: “Нишләп рән -
йетәһең уны, исмаһам, сәбәбен
аңлатып айырылыш”, – тип өгөтлә-
не. Ике аҙна ваҡыт үткәс, осрашты
улар.
– Нимә булды, аңлат миңә,
Гөлгөнә! Ниндәй ғәйебем бар
минең? – тип ялбарҙы һөйгәне.
Шул саҡ бөтәһендә ҡыҙ һөйләп
бирҙе.
Револдең йөҙөн ҡара һөрөм
ҡапланы.
– Уйланым инде шулай булы-
рын... Атай-әсәйем менән бөгөн үк
һөйләшәсәкмен. Әгәр ысын булһа,
ғәфү үтенерҙәр! – тип, хушлашмай
ҙа китеп барҙы...
Был уларҙың һуңғы осрашыуы
ине. Ике йылдан Гөлгөнә кейәүгә
сыҡты. Ике балаһы тыуҙы. Ә Револь
һаман өйләнмәй, ата-әсәһе менән
йәшәй бирҙе. Атаһы мәрхүм булғас,
ауырыу әсәһен ҡараны, өйләнмәне.
Ғүмер үтә торҙо. Гөлгөнәнең
балалары үҫеп буй еткерҙе.
Ә бер ваҡыт улдары өйләнергә
ҡарар итте. Айҙан ашыу әҙерләнеп,
ЗАГС-ҡа ғариза бирҙеләр. Ул көндө
ике пар өйләнешә ине.
Береһе – Гөлгөнәнең улы булһа,
икенсеһе уны ғүмер буйы көтөп
арыған тәүге мөхәббәте ине.
Егерме йәшлек улы һәм ҡырҡты
уҙған олпат ир. Ҡарашында уның
үпкәләү ҡатыш һорау күрҙе
Гөлгөнә.
“Ошоғаса мине
көткәнме?!” –
тигән уй телеп
үтте уның
мейеһен.
“Бәхетле бул,
Револь!” – тип
әйтергә саҡ көс
тапты Гөлгөнә.
Яуап урынына ба -
ры асыулы
ҡарашты ғына
күреп, ба шын
түбән эйҙе.
Ике бала атаһы булғас, сиргә һа -
бышыуын ишетте Гөлгөнә. Тик был
хәбәргә ышан ғыһы килмәне. Ә
бөгөн концертта уны үҙ күҙҙәре
менән күреп, эстән генә ярлыҡау
һораны. Һуңғы осрашыуҙары икә-
нен икеһе лә һүҙһеҙ аңлай ине.
Эстән генә: “Ғәфү ит мине, Револь,
әгәр ғәфү итә алһаң”, – тине ҡатын.
Үкенесһеҙ үлем булмай, тиҙәр,
үкенесһеҙ һөйөү ҙә юҡ шул...
Эй яҙмыш...
Илһамлы НУР.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.
Һуңғы осрашыу