06.07.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.07.2016)
* * *
Үлем менән йәшәү сигендә лә
Мәңгелек моң торһон саҡырып.
(“Мәңгелек моң”).
* * *
Үлемдә лә матурлыҡ бар,
Илем, тиеп, үлһәң яуҙарҙа.
(“Үлемһеҙҙәр”).
* * *
Үлемдә лә, тыуымда ла
Бер тантана бар ниндәйҙер.
(“Яҙ көтөү”).
* * *
Үлемең тереләргә йәшәргә ярҙам итһен!..
(“Көндәлектәр”. 27. VII. 1973).
* * *
Үлемһеҙлек – мөхәббәттә яныу,
Йыр ҡалдырыу донъя йөҙөнә.
(“Интегралдар поэмаһы”).
* * *
Үткәндәр бөгөнгөнө тыуҙырған, ә бөгөнгө киләсәкте әҙерләй.
(“Көндәлектәр”. 13. XII. 1963).
* * *
Үткәндәрҙә – барыһы
үткәндәрме?
Бөгөнгөмө барыһы – бөгөндә?
Киләсәкме барыһы – киләсәктә?
Түгел дә!..
(“Үткәндәрҙә – барыһы
үткәндәрме?”).
* * *
Үтһә үтһен йәшлек, әйҙә,
Тик мөхәббәт кенә үтмәһен.
Бер үҙемде яңғыҙлыҡҡа
Мәңгелеккә ташлап китмәһен.
(“Үтһә үтһен йәшлек, әйҙә...”).
* * *
Фәлсәфәлә фекер фәҡирлеге,
Ысын тойғо суйын ҡалыпта.
Эше лә юҡ ерҙә хакимдарҙың
Ер тотҡаһы булған халыҡта.
(“Дон-Кихот”).
* * *
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ
теле, –
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
(“Туған тел”).
* * *
Халҡым теле – халҡым күңеле,
Ҡалырһыңмы ерҙә күмелеп?
Нисә быуат йыйған байлыҡҡа,
Кем, ҡул һалып, әле байыҡҡан?
(“Халҡым теле – халҡым
күңеле...”).
* * *
Халыҡ – ижад итеүсе. Халыҡ – иң ҙур шағир, иң ҙур йырсы. Нимә генә тыуҙырмай һуң халыҡ? Барыһын да, барыһын да.
(“Көндәлектәр”. 19. III. 1954).
* * *
Халыҡ ниндәй генә трагик хәлдә булмаһын, ул бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, киләсәккә һәр саҡ өмөт менән ҡарай.
(“Илле шиғыр хаҡында”).
* * *
Халыҡ хаҡында яҙыусыларына ҡарап та фекер йөрөтәләр.
(“Көндәлектәр”. 12. I. 1964).