20.06.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (17.06.2016)
Тәнҡитләнмәҫ бер кем дә юҡ.
(“Көндәлектәр”. 10. XII. 1963).
* * *
Тәнҡитсе, яҙыусы кеүек үк, ижад итергә тейеш. Ижади тәнҡит кенә яҙыусыға үҙ-үҙен табырға, уның үҫеүенә булышлыҡ итә ала һәм уҡыусы алдында яҙыусының тотҡан урынын аңларға ярҙам итә. Тәнҡитсе яҙыусының үҙенсәлеген һәм уның шул үҙенсәлеккә нисек ирешеүен күрә белергә, башҡаларға асып бирергә тейеш.
(“Көндәлектәр”. 2. XI. 1953).
* * *
Тәржемә – иң яҡшы шиғри культура, тел һәм оҫталыҡ мәктәбе ул.
* * *
Тәржемә итеү ҡайһы берҙә үҙенсәлекле шиғыр яҙыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ.
(“Көндәлектәр”. 13. IV. 1954).
* * *
Тәржемә – май юҡта маргарин.
(“Көндәлектәр”. 6. IV. 1955).
* * *
Тәржемә – тел өйрәнеү өсөн иң яҡшыһы.
(“Көндәлектәр”. 27. II. 1957).
* * *
Тәржемә һине иң ҙур яҙыусыларҙың фекере, оҫталығы һәм теле менән байыта, тәртипкә өйрәтә.
(“Көндәлектәр”. 24. IV. 1953).
* * *
Уй-хыял, шиғри хис менән йәшәү – үҙе бер бәхет.
(Хаттан. 1977, ғинуар).
* * *
Уҡый белһәң, тормош – ҙур мәктәп, белмәһәң, ул һине баҫырға ла мөмкин.
(“Көндәлектәр”. 13. VII. 1959).
* * *
Уҡытыусы –
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп
Һине әҙерләй.
Тормоштоң ул
Көрәшсеһе итә,
Кескенәнән
Һөйә, ҡәҙерләй!
(“Уҡытыусыма”).
* * *
Уҡыусы яҙыусының яҙғанын бер тынала уҡыһын өсөн яҙыусы бөтә ғүмерен бирә. Бер сәғәттә уҡып сыҡһын өсөн, бәлки, бер йыл ултырырға кәрәктер.
* * *
Урал күкрәгендә йөрәк кеүек
Башҡортостан – тыуған илкәйем.
Шул йөрәктең ҡан тамыры булып
Күкһелләнә Ағиҙелкәйем.
(“Урал йөрәге”).
* * *
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Быуаттарҙан быуаттарға
Осоп барғандай!..
(“Сыңрау торна”).
* * *
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Һыуҙың да юҡ таяуы.
(“Уттың ялы-ҡойроғо юҡ...”).
* * *
Үҙ баһаһын белмәгәндәр
Баһалы – күпкә.
Үҙен күтәрмәҫте генә
Күтәрәм күккә!
(“Аҡылға ултырыу”).