20.06.2016 “Ҡайтар миңә йәшәүемдең йәмен, Күҙ нурҙарың бүләк ит миңә”
Һин инең...
Ҡосаҡ тулы сирень сәскәләрен
Алып сыҡтым һинең ҡаршыңа.
Атыр таңдар, ҡорған аҡ хыялдар
Саҡырғандай һиңә ашҡынам.
Тимер юлдан килгән вагондарҙа
Иң-иң көткән кешем һин инең.
Яҙ, сәскәләр еҫе. Иҫергәне
Бер хыялый малай мин инем.
Гүзәлдәрҙән-гүзәл, сәскәләй саф
Ер һылыуы – ул бит һин инең.
Аҡ болотта елеп үтеп киткән
Илаһиә – ул да һин инең.
Айырылышыу
Тормош беҙҙе, йәшел
вагондарҙай,
Алыҫ юлдарына әйҙәне.
Боролмалар аша бергә үтер
Юлдаштарым менән бәйләне.
Тороп ҡалды серле моңһоу
күҙҙәр,
Һүҙһеҙ ҡараштан да елпенеп.
Дандар өҫтәр яңы юлдар көҫәп,
Йәш йөрәктәр типте елкенеп.
Сығып киттек, ғорур тау баштары
Саҡырҙылар беҙҙе янына;
Сәм бирерлек яңы еңеүҙәргә
Яңы уйҙар менән янырға.
Көттө киң ҡоласлы төҙөлөштәр...
Ғәмһеҙ бала саҡтар юғалды.
Таныш түгелдәрҙән дуҫтар яһап,
Беҙҙең поезд алға ҡуҙғалды.
Тәгәрмәстәр сапты алға етеҙ
Шаулы көнгә илтер юлдарҙан.
Үҙемде мин һүгеп шиғыр яҙам,
Яҡтырғанда һүнгән нурҙарҙан,
Һағыш бөрккән монһоу күҙҙәрҙән.
Көҙгө гөлләмә
Көҙгө сәскәләрҙән букет йыйҙым,
Иҫкә алып үткән көндәрҙе;
Серле йондоҙҙарҙан яҡыныраҡ
Һәм яҡтыраҡ уҙған төндәрҙе.
Өҫтәлемдә – сәскә.
Тик һаман да
Ҡолағымда – урман шауҙары.
Тынғы бирмәй йәйге дауыллы көн,
Үтелмәгән юлдар дауҙары.
Әйтелмәгән һүҙҙәр сәхрәләрҙә,
Нурҙар һибеп, ал таң атҡан саҡ.
Тәүге һөйөү ләззәтенән иҫереп,
Таң нурына сумып ҡайтҡан саҡ...
Хәтерләүҙең алтын мәлдәрендә
Сәскә бүләк итте һалҡын көҙ.
Тынмаҫ урман кеүек, күнелемдә
Тынғы бирмәй һиңә әйтер һүҙ.
Ҡабул итсе
Яратыуым һине шундай көслө:
Көнләшәм һин баҫҡан ергә лә,
Сәстәренде һинең елберләтеп,
Һыйпап-һөйөп үткән елгә лә.
Бик һағынам һине, башҡорт ҡыҙы,
Инде түҙерлек тә әмәл юҡ.
Башҡалар һис салынмай ҙа
күҙгә –
Ерҙә һиңә тиңдәш гүзәл юҡ.
Ҡайтар миңә йәшәүемдең йәмен,
Күҙ нурҙарың бүләк ит миңә.
Тоям төҫлө йөрәк тибешеңде,
Ҡайнар хистәр үтер ул, тимә.
Ышанысым бул һин,
шатлығым бул,
Эсәр һыуҙарымдың тәме бул.
Юл күрһәтер минең маяғым бул –
Бөтөн ғүмеремдең йәме бул!
Диңгеҙ тулҡындырған дауыл
бул һин,
Тулҡындарҙы ҡыуған елдәр бул!
Донъям балҡытыусы ҡояшым бул,
Бөтмәҫ илһам биргән көндәр бул.
Байрамыңда һине ҡотлайым мин,
Ни бирһәң дә һиңә – аҙ кеүек.
Ҡабул итсе ҡайнар һөйөүемде –
Ун һигеҙҙә килгән яҙ кеүек.
Йырҙар йырланған
Көйөү, яныу яҙмыш уттарында
Мөхәббәтем менән сорналған.
Юғалдың һин, әммә кире ҡайттың,
Һуңлап килдең – йырҙар
йырланған.
Дәрт өҫтәмәй әйткән
һүҙҙәрең дә,
Һинһеҙ үтер йылдар уйланған.
Нимә генә әйтеп, ни ҡылһаң да,
Бер киттең шул – йырҙар
йырланған.
Матур уйҙар бирһен һиңә Хоҙай,
Яңы яҙмыш һиңә арналған.
Тик бел шуны: һин һаман да
яҡын –
Булһа ла һуң, йырҙар йырланған.
Бөтмәҫ уйҙар, серле был
тормоштоң
Яҙмыштары бергә бәйләнгән,
Зар-интизар килеп бергә,
әммә яңғыҙ
Йәндәр йыһан булып әйләнгән.
***
Йыһан буйлап, дөбөр-шатыр атып,
Болоттарға баҫып йәшен килә,
Ҡурҡышынан ҡояш йәшеренгән –
Ул йәшендең уҫаллығын белә.
Йәшендән һуң донъя тыныслана,
Һин дә түҙсе бер аҙ, шомло күңел.
Ерҙә бары ҡоро шәүләң генә –
Бөгөн күктәһең һин, ерҙә түгел.
Их, һин, шағир, нимә етмәй һиңә?!
Ҡайғы-шатлығыңды белә ғаләм.
Өҙҙөрөп тә моң тулғанда йәнгә
Ярһымасы, йөрәк, тиҙ сап, ҡәләм.
Ауылдашыма
Талған аяҡтарҙы ауыр һөйрәп,
Ҡайраҡ таштар аша үткәндә,
Хәле етерме тип ҡарап торҙоң,
Мин тормоштан ярҙам көткәндә.
Бер үк урамдарҙа уйнаныҡ беҙ
Ялан аяҡ малай саҡтарҙа.
Һин бер аҙға минән өлкән инең,
Минән алда мендең аттарға.
Яҙҙарҙы беҙ бергә ҡаршыланыҡ,
Йылғаларҙа боҙҙар киткәнен.
Күрҙек борсаҡ яуып, баҡсаларҙы
Сәскәләрҙән мәхрүм иткәнен.
Һин абайлап үткән тауҙарҙы мин
Арҡырыға-буйға тапаным.
Төндәрендә ҡарурмандар үтеп,
Атыр таңға ҡаршы атланым.
Бәйгеләрҙә еңел еңеүҙәрҙән
Ҡанатландың, күккә үрләнең.
Бөҙрә тал баштарын ҡосаҡлаған
Ысыҡ тамсыларын күрмәнең.
Күрмәнең һин һалҡын елдәр иҫеп,
Һүндергәнен усаҡ ҡуҙҙарын.
Тиҙ оноттоң һине ҡайтыр тиеп
Көтөп ҡалған ауыл ҡыҙҙарын.
Терһәк яҡын да ул, тешләп булмай
Үҙгәртергә үткән юлдарҙы.
Ватып ташлап, яңыртып та булмай
Ҡайтарырға теләп йылдарҙы.
Аҡылдан бер яҙыр өсөн
Был донъяның гүзәллеген
Яҙҙар килгән саҡта беләм.
Наҙлы мөхәббәт тойғоһон
Һинең күҙҙәреңдә күрәм.
Аҡылдан яҙайыҡ бер көн –
Әйтелһен бар әйтер һүҙҙәр.
Әкиәт батырҙарын көткән
Нур сәсһен өмөтһөҙ күҙҙәр.
Күпме ҡыуһаң да, донъяның
Ҡойроғонан тотоп булмаҫ.
Хәтерҙән сыҡмай күп көндәр,
Елдәр булып йылдар уҙғас.
Эй, Хоҙайым, бирсе илһам
Аҡылдан бер яҙыр өсөн.
Серле нурҙар һипкән күҙҙәр
Менән мәңге ҡалыр өсөн.
Һыуһағанда һыуҙар эсеп,
Саф йылғаның ярҙарында.
Хистәргә тулып йәшәргә
Яҙһын ғүмер яҙҙарында.
Зариф АБДУЛЛИН