08.06.2016 Булмаған кешене ҡайҙан алайым
Йәш саҡ. Ике урында эшләп йөрөйөм. Көндөҙ – һатыуҙа, кис янғын һүндереү часында иҙән йыуам. Бер көндө кис бара алмағас, иртә менән йүгерҙем «пожарка»ға. Йүгереп йөрөп иҙән йыуам тиһәм, телефон шылтырай.
Тауыш хужаны таптыра. «Килмәгән әле. Юҡ шул, юҡ!» – тигәндән башҡа һүҙем юҡ. Тағы шылтырата был: «Галин әле был – Вадим Ғилманович кәрәк!» – ти бойороңҡорап. Мин дә юғалып ҡалманым. Йәнем тамам көйгәйне. «Галин булһаң, ҡалайтайым. Юҡты бар итә алмайым бит инде!» – тип ҡысҡырып, шапылдатып трубканы һалып та ҡуйҙым. Иртәгәһенә хужабыҙ уттай баҙлап аҡырып йөрөй: «Кисә кем трубканы алып, мине һораусы хужа менән тупаҫ һөйләшкән – выговор бирәм!» – ти. Ул хужа кем булған икән һуң, тип уйлап та өлгөрмәнем: «Юнысовна, һеҙҙән башҡа кеше улай һөйләшмәҫ, һеҙҙең эштер ул!» – ти, яман ҡарашын миңә төбәп. Мин яйлап ҡына уға: «Мин булһам да шулай тип яуап бирер инем. Юҡты ҡайҙан алаһың? Теңкәһенә тейгәндер шул...» – тинем дә, сығып һыҙҙым.
Нуридә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.