RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » АУЫЛ ИРҘӘРЕ

13.05.2016 АУЫЛ ИРҘӘРЕ

АУЫЛ ИРҘӘРЕРус яҙыусыһы Вячеслав Пьецух Мәскәү ҡалаһында тыуған. Институт тамамлағас, мәктәптә тарихтан уҡыта, артабан "Дружба народов" журналының баш мөхәррире булып эшләй. Романдар, повестар, хикәйәләр авторы.

...барыһына сәбәпсе – араҡы, өҫтәүенә, үтә шаяндар.
А. Чехов. "Мужиктар".

Беҙҙең ауыл Волганың бейек ярында, район ҡаласығынан ун саҡрым алыҫлыҡта тора. Борон уны "волость" тип йөрөткәндәр, бында теп-теүәл йөҙ илле һигеҙ крәҫтиән өйө, ике ҡабаҡ һәм ваҡ-төйәк лавкаһы булған. Лавкала законһыҙ рәүештә мискәнән сивуха* һатҡандар. Ауылда недоимка йыйыусы писарь фатирҙа торған, Николай Угодникка арнап келәймәле ҡыҙыл кирбестән һалынған сиркәү алтынлы көмбәҙҙәре менән тирә-яҡты йәмләгән. Халыҡ фәҡир, шапшаҡ көн иткән, ҡарайған һалам түбәле, ниндәйҙер һуҡыр, бәләкәй тәҙрәле ҡойто ғына өйҙәрҙә йәшәгән. Ҡайһы бер тәҙрәләрҙә суйын һауыттағы ярым ҡороған яран гөлө йәки башы өҙөлгән сепрәк ҡурсаҡ күҙгә салынған. Беҙҙең ауыл тирә-йүндә йәйге, ҡышҡы Никола2 көндәрендәге һәм Пасханан һуңғы беренсе аҙнала, туйҙар осоронда күмәк һуғыштары менән дан алған, үлтерештәр йыш булған. Ун дүртенсе йылғы мобилизация ваҡытында беҙҙең ирҙәр, лавка һәм ҡабаҡтарҙа хәмер һатыуҙы тыйған өсөн, өйәҙ приставын һуйған.
Хәҙер ауылда ҡырҡ өй тороп ҡалды. Халыҡ ҡырҡа кәмене, хатта мәктәбебеҙҙә уҡытыусылар уҡыусыларға ҡарағанда ла күберәк. Халыҡ элеккесә әллә ни бай йәшәмәй, ҡайһы берҙә магазинда икмәкте лә бурысҡа ала алмай, ләкин барыһы ла бөхтә кейенгән, ирҙәр "Социалистическая индустрия" гәзитенә махорка төрөлгән кәзә тояғы түгел, ә сигарет тарта, өйҙәрҙә барыһы ла – ҡаласа, һәр икенсе кешенең кеҫәһендә телефон шылтырай. Ғөмүмән, ауыл ғәләмәт ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Өйәҙ приставын һуйған 1914 йыл менән сағыштырһаң, мәҫәлән, селедка майлы ҡалъя булыуҙан туҡтаны, һауынсылар скутерҙа йөрөй, ата-әсәләр ҙә күптән инде балаларын аты-юлы менән һүкмәй. Тик бына өйҙәр, ҡарағай бурсанан һалынып, шифер менән ябылып, ҡыйығында тылсымлы ҡош һымаҡ бығаса күрелмәгән юлдаш антеннаһы ултырһа ла, ғәйепһеҙгә рәнйетелгәндәй, нисектер боронғоса шыҡһыҙ күренә.
Әйткәндәй, сиркәүҙең кирбестәрен һуғыш­ҡа тиклем үк һүтеп алғандар. Хәҙер унда бүрәнәләр өйөп ҡуйылған, ҡасандыр Николай Угодникка арнап яңы ҡорам төҙөргә йыйын­ғандар, ләкин, әллә кире уйлағандар, әллә нилектәндер, эштәре барып сыҡмаған. Беҙҙең ауыл ирҙәре шул бүрәнәләргә эйәләшкән дә инде. Колхозда ун дүрт кеше генә эшләй, ер пайҙары әллә ҡасан күрше өлкәнән килгән сиғандарға һатылған, бер кем дә һыйыр аҫрамай, сөнки уларҙы көтөү ауыр, ә һөт шырпынан да арзаныраҡ. "Ирекле халыҡ"тың нисек йәшәүе "ҡараңғылыҡ ҡаплаған сер" булып ҡала, шулай ҙа беҙҙең ирҙәрҙең бүрәнәлә ултырғанын көндөң теләһә ҡайһы ваҡытында күрергә мөмкин. Ғөмүмән, колхоздан сыҡҡан ауыл кешеләренең тормошо ниндәйҙер кимәлдә мөғжизәле, сөнки хатта уларҙың араҡыға аҡсаны ҡайҙан табыуы ла билдәһеҙ. Шулай ҙа ҡайҙандыр табалар, иртәнән алып кискә ҡәҙәр бүрәнәләр өҫтөндә эсәләр, тәмәке вағын ҡағып төшөрөп, ҡыяр ҡабалар, аңлы ырыуҙаштарына хәүефле ҡотҡо һалып, уны тотош ауылға ишетелерлек итеп кертләтәләр.
Билдәле булыуынса, рус кешеһе, төшөрөп алғас, һөйләшергә тейеш. Беҙҙең ирҙәрҙең гәпләшеүе, ғәҙәттә, хәтирәләр хәтерләүгә, урындағы яңылыҡтарҙы алмашыуға, район хакимиәтен, губернаторҙы һәм федераль хөкүмәтте һүгеүгә ҡайтып ҡала. Тәрәнерәк темаға күскәндә, солярканың ни өсөн көмөшкәнән ҡиммәтерәк тороуы тураһында һүҙ ҡуйырталар. Шуныһы ла бар: улар йыш ҡына араҡы эсмәй, ә Волганың ҡаршы ярынан кемдер канистрҙарҙа ташыған көмөшкәне төшөрә. Шыйығайтылған техник спирттан, өйҙәге балдан, нәмәлә әсетелгәнен, бәлки, ҡаҙаҡтар ҙа һалаларҙыр, шайтан да белмәгән ҡыҙыл шараптан да баш тартмайҙар.
Улар араһында ошондай һөйләшеүҙәр ҙә була:
– Ғөмүмән, был тилерткес шыйыҡсаны эсеүҙән туҡтарға ваҡыт. Әтеү барыбыҙҙың да аяҡ һуҙыуыбыҙ бар, һөйләшер кеше лә ҡалмаҫ. Хәлһеҙләнгән организмға ул тиклем ауыр тәьҫир итмәгән затлы эсемлеккә күсергә кәрәк.
– Шампанғамы ни?!
– Әһә! Байҙарҙың ул йыуынты һыуына ҡайҙан аҡса еткермәксе булаһың? Йырҙа әйтелгәнсә: аҡса ҡайҙа, Зина?
– Ни өсөн мотлаҡ шампан? Минең Иван олатайым эсемлекте ҡәҙимге тырҡыш бәшмәктән ҡыуҙы, өҫтәүенә, беҙҙә уларҙы салғы менән сабып алырға була. Дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙем тәмләп ҡараманым, әммә олатайым ғүмерендә дүрт Генераль секретарь баҡыйлыҡҡа күсте.
– Бер нисә йыл элек Игәү Володька ла нимәнәндер көмөшкә ҡыуып, күршеләрен саҡырып һыйлаған, төнө буйы типтергәндәр, һөҙөмтәһе: башҡалар ыжламаған да, ә Володька самай гөрләтеп йәшәр сағында аяҡ һуҙҙы. Ул иртәлә мин уны үҙем күрҙем: күтәрмәләрендә биленә тиклем шәп-шәрә ята, үҙе ҡар кеүек ап-аҡ, ә ҡулдары, яҙыу ҡараһына буялғандай, күк, ҡолаҡ арттары ла шулай уҡ – күкһел! Шуныһы ҡыҙыҡ: Володька ағыуланып үлгән, башҡаларға суртым да булмаған, хатта йәштән тире яман шешенән интеккән зоотехник Попов та һин дә мин!
– Ҡайһы Володька? Мәскәү һунарсыһын үлтергән өсөн ун йыл ултырып сыҡҡанмы?
– Шул үҙе. Тик Мәскәүҙән килеп сыҡҡан һунарсыны ысынында кем үлтереүе билдәһеҙ.
– Хаҡ һүҙгә яуап юҡ, ысын үлтереүсенең кем икәнлеге әле лә асыҡланмаған. Ундағы фажиғәне мин үҙем күрҙем. Володька юҡҡа ултырҙы тип уйлайым. Иҫерек инек, иртән тороуыбыҙға бер ни ҙә хәтерләмәйбеҙ, ҡараһаҡ – Мәскәү кешеһе ята, ҡабырғаһында бысаҡ, колбаса телә торған ҡәҙимге бысаҡ. Шунан минән участковый Холодков һорау алды: Петрович, ти, йәшермәй генә әйт әле, Мәскәү кешеһен кем үлтерҙе, ти. Хәтерләмәйем, тим, гражданин начальник, лыҡа иҫерек инем, ғәйеплемен...
– Холодковты ла аңларға була – күрәләтә кеше үлтергән өсөн кемде лә булһа ултыртыр­ға кәрәк тә баһа, ул Володьканы ултыртҡан да инде. Өҫтәүенә, Игәү йыуаш ине, тереләй һуй – ҡаршы тормаҫ.
– Хәҙер аңлашыла: беҙҙең участковыйҙы вазифаһынан артыҡ файҙаланғаны һәм яла яҡҡаны өсөн Хоҙай ҡарғаған.
– Нисек?
– Ә былай: сельпоға үрт һалған Каспий флотилияһы морягын эләктергәндә уға үҙе кеүек участковый, тик күрше ауылдыҡы, яңылыш атҡан, һин был хәлде ишетмәнеңме ни? Нисек инде: буталышып, алдан һөйләшмәй, менттарҙың тотош ике бригадаһы теге морякты тоторға киткән. Шул мәхшәрҙә тегеләрҙең участковыйы беҙҙең Холодковҡа атҡан да инде.
– Был, әйтәйек, ул ҡәҙәр йәл түгел, шулай ҙа сая ир ине, бер туған Петуховтарҙы етмеш ике сәғәттә фаш иткәйне.
– Ҡайһы Петуховтарҙы әйтәһең?
– Бер феләк балды йәшереп ҡуйғаны өсөн әсәләрен балта менән тураҡлап, унан мәрхүмәне баҡсаларына күмеп ҡуйған Петуховтар.
– Ҡарсыҡ йәл, Игәү Володька ла йәл, һәйбәт кеше ине, аҫтыртын түгел, бар эшкә лә оҫта, тик баш күтәрмәй эсте.
– Ә хәҙер, меҫкен, еүеш ерҙә ята, беҙҙең тормош хаҡында бер нәмә лә белмәй. Ә бит губернаторыбыҙ – самаһыҙ мут, солярка көмөшкәнән ҡиммәтерәк тора. Американдар бына-бына Марсҡа осмаҡсы, ә Володька быларҙың береһен дә белмәй. Фән даими алға барғанда был бигерәк тә үкенесле.
– Ҡулымда власть булһа, мин ул фәнде тулыһынса тыйыр инем! Ысынлап та, ни килеп сыға һуң: ғалимдар Ерҙең әйләнеүен иҫбатлар өсөн меңәр йыл яфалана, хатта улар­ҙы яндырып үлтерәләр, планета-ара караптар уйлап табыу өсөн, башҡа ғалимдар йылдар буйы икмәк менән һуғанда ултыра, ә шунан кеше Марсҡа оса ла унда үҙенең һис хәжәте юҡлығын төшөнә!.. Мәғәнәһеҙлек килеп сыға! Юҡ, мин был зарарлы эште мотлаҡ тыйыр инем!
– Юҡ-юҡ, фән заман кешеһенә бик кәрәк. Мәҫәлән, ғалимдар иртән башты ул ҡәҙәр ауырттырмай торған махсус араҡы уйлап сығарһын ине.
– һин юҡҡа телеңде сарлайһың, хөкүмәт ундай араҡыны уйлап сығарырға ғүмерҙә лә рөхсәт бирмәйәсәк. Уға, йәғни хөкүмәткә, халыҡтың теләһә ниндәй ағыу эсеүе, күҙе аларғансы сәрхүшләнеп, миңрәүләнеүе яҡшыраҡ, һин шуны аңла, ахмаҡ баш, беҙ уларға ҡамасаулайбыҙ бит, беҙ уларға – бишенсе тәгәрмәс һымаҡ. Халыҡ аңһыҙ булһа, улар үҙҙәренекен рәхәтләнеп эшләй, әгәр халыҡ башын ҡалҡытһа, уларға уяу булырға кәрәк.
– Бына мин дә үҙ аҡылым менән уйлап, ошондай һығымтаға киләм: халыҡ эсеүен ташлаһа, хөкүмәт ярандары ҡыйынлыҡҡа тарый. "Заветы Ильича"нан биш йыл элек эсеүен ташлаған Сашка Шестеренковты беләһегеҙме? Бына ул тотҡан да өлкәнән бер планерсыны атҡан. Ир ирәүәнләнеп планерҙа осҡан, тағы нимә урлап булыр икән тигәндәй, элекке "Заветы Ильича" колхозы биләмәһе өҫтөндә әйләнгән. Ә Сашка мылтығын алған да, тегеңә атырға тотонған. Мин һуңынан унан, һин нимә, Сашка, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә, ни өсөн планерсының башын яраланың, тип һораным. Ә ул: "Тәк... эс боша бит..." – тип яуаплай. Был, тимәк, ул планерсыға эсе бошоуҙан атҡан булып сығамы? Ләкин мин былай уйлайым: унди синфи һиҙгерлек уянған.
– Шунан ул һәүректе ултырттылармы?
– Бер һүҙһеҙ ултыртып ҡуйҙылар, хатта ҡыҙған баштан ун биш йыл бирҙеләр. Баҡтиһәң, теге планерсы өлкә Думаһы рәйесе булған икән, Сашканы терроризм өсөн хөкөм иттеләр.
– Ә улар нимә теләй?! Ерҙе тартып алдылар, колхоздарҙы тарҡаттылар, ауыл хужалығында бер нәмә лә етештерелмәй тиерлек. Бында, теләйһеңме-юҡмы, синфи һиҙгерлек уяныр!
– Ер пайыңды быяла муйынсаҡ менән боҙоҡ мылтыҡҡа һатмаҫҡа кәрәк ине. Үҙебеҙ ғәйепле, ниндәйҙер ерле ерһеҙ халыҡ беҙ, дөрөҫөн әйткәндә, халыҡ түгел, ә һарыҡ көтөүе.
– Юҡ, мин һорауҙы былай ҡуйыуға ҡырҡа ҡаршымын! Беҙҙең бер ғәйебебеҙ ҙә юҡ, беҙҙә элек-электән власть шундай – ауыл халҡын нисек талау тураһында ғына уйлайҙар!
– Ә мин бер кем дә ғәйепле түгел тип уйлайым. Бары тик тормошобоҙ сәйер, сергә сорналған, унда бер нәмәне лә аңларлыҡ түгел...
Ҡараңғы төшә башлар, тегендә-бында уттар йымылдап сәләмләр. Ирҙәр әкренләп таралышырға тотонор, кемелер – ныҡлы баҫып, кемелер, мығырлап, аушан-тайшан атлар. Бер туған Смирновтар, ҡосаҡлашып, бар ауылға аҡырып, өйҙәренә ыңғайлар:
Беҙҙең ауыл егеттәре
Талауҙа дан алғандар.
Буҡ тейәлгән арбалағы
Ирҙе лә талағандар.
– Уйлаһаң, ысынлап та, эс боша, хаҡ бит... – тип әйтер кемдер.

1Таҙартылмаған, түбән сифатлы көмөшкә.
2Иҫке стиль менән 9 май, 6 декабрь.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)