RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (6.05.2016 )

11.05.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (6.05.2016 )

Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (6.05.2016 )
* * *
Ҡулың эшкә тотонһа, эштең илһамы – үҙеңдә.

* * *
Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик
Тәүге мөхәббәтен үҙенең, –
Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,
Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.
(“Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик...”).

* * *
Ҡыҙ яратҡан кешеһенән ҡаса, тиҙәр. Ләкин был дөрөҫ түгел, ярат­ҡан кешеңә ынтылаһың. Ынтылыу ғына – яратыу. Ә ҡасыу – ул яратыуға әҙерлек йәки ярата башлау ғына әле. Мөхәббәт уғы башта артҡа сигә, артҡа сиккәндә кереш нығыраҡ тартыла һәм уҡ та алға нығыраҡ ынтыла.
(“Көндәлектәр”. 28. VIII. 1961).

* * *
Ҡыҙҙарҙың кешене яңынан тыуҙырыу, яңыртыу, сафландырыу көсө бар! Улар янында һин үҙең ғәҙәттәгенән матурыраҡ күренәһең.
(“Көндәлектәр”. 16. XII. 1952).

* * *
Ҡыйыш ултырһам да, тура һүҙҙе
Атайыңдан ишет һин, балам.
(“Үҙ ҡолағым минең үҙемә таң...”).

* * *
Ҡырмыҫҡаны йөк башына менһә лә күрмәйҙәр.
(“Көндәлектәр”. 30. XII. 1953).

* * *
Ләкин яҡшы шиғыр уҡыуы ла
Ысын бәхет икән донъяла!
(“Әллә ҡалай балҡып китте донъя...”).

* * *
Маҡсатһыҙ йәшәүҙән дә мәғәнәһеҙ тормош юҡ.
(“Көндәлектәр”. 24. VI. 1952).

* * *
Матурлығың – минең хыялым ул,
Хыялый бер күңел емеше.
(“Былай үҙең бик матур ҙа түгел...”).

* * *
Мең йыл йәшәп булғанда ла,
Мин
йәшәп
туймаҫ инем!
(“Кәмәлә”).

* * *
Меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.
(“Яңғыҙлыҡ”).

* * *
Мин заманым менән ғорурланам,
Юҡ, был түгел һуҡыр ғорурлыҡ.
Бөтә ҡаршылығы, фажиғәһе
Йөрәгемдә алған урын ныҡ.
(“Мин заманым менән ғорурланам...”).

* * *
Мин заманым тиеп ҡысҡырманым,
Йөрәгемдә заман ҡысҡырҙы.
(“Заман һәм мин”).

* * *
Мин Кавказды күргәс кенә
Уралым йәмен белдем...
(“Бына ағайың Кавказда...”).

* * *
Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан,
Мин кешегә сикһеҙ ышандым,
Шуға ла мин йәнем-тәнем менән
Күралмайым төрлө мещанды.
(“Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан...”).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)