15.04.2016 Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.04.2016 )
* * *
Кеше үҙенә тәбиғәтте яҡынайтырға һәм уны һаҡлай белергә тейеш. Кеше ни тиклем тәбиғәткә яҡыныраҡ, шул тиклем ул тойғолораҡ һәм кешелеклерәк.
(“Көндәлектәр”. 26. I. 1955).
* * *
Кешегә үҙе тураһында дөрөҫ булмаған баһаны ишетеү – иң күңелһеҙе.
(Хаттан. 18. VI. 1951).
* * *
Кешелектең ҡеүәте тик
Йәшәй бары кешелә.
(“Эйе, һөйҙөм мин нығыраҡ...”).
* * *
Кешеләге иң яҡшы сифаттар тәрәндә ята, ә кире яҡтар, кәбәк кеүек, өҫкә ҡалҡып ҡына тора.
(“Көндәлектәр”. 27. VIII. 1961).
* * *
Кешеләр яңылыша, ләкин ваҡыт үҙенекен итә. Бөтә фекерҙәр ҙә, бөтә хистәр ҙә ваҡыт менән генә һынала!..
(“Көндәлектәр”. 28. IV. 1956).
* * *
Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!..
(“Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?”).
* * *
Кешеләргә бирмәҫ йылың булһа,
Шул йылыңда үҙең туңырһың.
(“Көндәлектәр”. 10. XII. 1969).
* * *
Кешеләрҙе бер-береһе менән булған уртаҡлығы яҡынайта. Яҡшы – яҡшыға, насар насарға ынтыла.
(“Көндәлектәр”. 30. XII. 1953).
* * *
Кешеләрҙән ниҙер талап итер өсөн, үҙеңә ҡарата иң киҫкен, иң ҡаты талап ҡуйырға кәрәк.
(“Көндәлектәр”. 12. XII. 1952).
* * *
Кешеме һуң кеше һөйөүһеҙ?
(“Эй, йылдар, һеҙ бушҡа үтәһегеҙ...”).
* * *
Кешене тәүҙә йондоҙҙарға
Ҡанатлы йыр – хыял күтәргән!
(“Пушкин”).
* * *
Кешенең кешелеклегенән дә ҡиммәтле нәмә юҡ.
(Хаттан. 20. X. 1950).
* * *
Кешенең ниндәй кеше, кемдең кем икәнен уның эше, хеҙмәте күрһәтә.
* * *
Кешенең яҡшылығын күрә белергә кәрәк, ә насарлыҡ былай ҙа күренеп тора.
(“Көндәлектәр”. 26. I. 1955).
* * *
– Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
– Кем тупһамда? Кемде күрәм
мин?
– Танымайһың әллә? Мин ҡайттым
бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
(“Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!..”).
* * *
Киләсәктә шаулар ҡарағай бит
Ята шул тубырсыҡ эсендә!..
(“Тубырсыҡ”).