RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Телсе Фирҙәүес: ауылының йөҙөк ҡашы – алтын биҙәүес

07.04.2016 Телсе Фирҙәүес: ауылының йөҙөк ҡашы – алтын биҙәүес

Телсе Фирҙәүес:  ауылының йөҙөк ҡашы – алтын биҙәүес Әбйәлил районының Байым ауылында филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинованың нәҫел ебен барлаған кисә үтте

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын етәкләгән Фирҙәүес апайҙың күбәләк икәнен беләһегеҙме? Улай ғына ла түгел, торна ла әле ул! "Ә нишләп күбәләк? Эшлеклелеге, тырышлығы менән ҡырмыҫҡа йә бал ҡорто түгел? Затлы кешебеҙ булғас булһын ине һандуғас йәки шоңҡар, аҡҡош", – тип ҡалҡынып, кемдәрҙер ошо мәлдә бәхәскә инергә атлығыр. Ләкин тынысланығыҙ берүк! Һис шикһеҙ, ҡара тырыш Фирҙәүес апайҙы бал ҡортона ла тиңләргә, саялығы өсөн шоңҡар итеп тә, тотош аудиторияларҙы ауыҙына ҡаратып ҡуйғаны өсөн һандуғас итеп тә күрергә мөмкин. Әммә ул тәү сиратта күбәләк булһа, унан һуң барыбер торна, йәмәғәт! Был һис тә хөрмәтле ғалимәбеҙҙең дәрәжәһен төшөрөү, абруйын кәметеү түгел, ә ни бары уның тамырҙарының ҡайҙалығын аңғартыу: Рәхмәт ауылында тыуып үҫкән Фирҙәүес апай – Күбәләк ырыуы, торналар араһы ҡыҙы! Филология фәндәре докторы, профессор менән ырыуҙаш икәнемде белһәм дә, уның торналар араһынан икәнен үҙем дә яңы ғына Байым ауылы клубында арҙаҡлы яҡташыбыҙға арналған "Шәжәрәлә быуын сылбыры" исемле кисәлә белеп ҡалдым.

– Торналар араһының килеп сығыу тарихы бер генә кешегә ҡағылған ҡыҙыҡ-мәҙәккә ҡоролмаған, ә тотош ил, халыҡ, ер яҙмышына бәйле булған риүәйәттәр, хикәйәләр менән дәлилләнә, – тип һөйләп китте Фирҙәүес Хисамит­динованың ике туған һеңлеһе Гүзәл Үтәбаева. – Баш­ҡорттар бәшнәктәр (боронғо төрки ҡәбиләләр берләшмәһе) менән алышҡанда еңелә башлай. Сигенергә мәжбүр булалар. Дошман уларҙы инде ҡырып бөттө тигәндә, башҡорттар бар көсөн йыйып, һуңғы һөжүмгә ташлана. Шул мәлдә арттараҡ ятҡан күл буйынан торналар сыңрап күккә күтәрелә. Бәшнәктәр, башҡорт­тар­ҙың яңы көсө яуға сыға тип, тайыу яғын ҡарай. Шул ваҡыттан, башҡорттарҙы еңелеүҙән ҡотҡарып алып ҡалғаны өсөн, торналарҙы халыҡ изге ҡошҡа һанай, йырҙар ижад итә, уларҙы һаҡлай. Икенсе риүәйәт буйынса, торналар ҡәүемде яу килере хаҡында иҫкәрткән: бер батыр таң менән атын алырға барғанда ғәжәп моңло тауыш ишетеп аптырай. Түҙмәй, йүгерә-атлай шул тауышҡа барһа, аҡланда торналар түңәрәк яһап бейей, ти. Урталарында яңғыҙ бер торна ҡанаттарын ҡағып, моңло тауыш сығарыу менән, ҡалғандары уға ҡушылып ҡысҡырып, ҡанат ҡағып әйләнә. Батыр ҡайтып, хәлһеҙ ятҡан атаһына шул күренеш хаҡында һөйләгәс, атаһы тиҙ арала ҡорал әҙерләп, ил һаҡларға фарман бирә. Шулайтып, торналарҙың иҫкәртеүе арҡаһында, дошманды әҙер килеш ҡаршылап, башҡорттар йорт-ерҙәрен һаҡлап алып ҡала.
Торналар – тыныслыҡты, бөхтәлекте яратҡан, ер-һыуына тоғро булған изге ҡош. Тупланышып, берҙәм йәшәүҙәре лә иғтибарға лайыҡ. Торналар араһы кешеләре лә һәр йәһәттән заманаларҙың иң хәтәр осоронда мөһим роль уйнаған. Рәхмәт ауылының Башҡортостан сигендә урынлашыуы, Силәбе өлкәһе менән сиктәш булыуы, завод колонизацияһы әүҙем алып барылған Белорет, өйәҙ үҙәге Верхнеуральск, Троицк ҡалаларының, ҡаҙаҡ далаларының яҡын булыуы йәшәйеште үтә ҡатмарлаштырған. Алтынсы Верхнеурал башҡорт кантоны идараһының ауылыбыҙҙа ойошторолоуы, ҡаты бәрелештәр осоронда Каширин, Блюхер, Дутовтарҙың үткән-һүткән һайын ауылдарҙы талауы ҡанлы-шанлы йылдарҙың эҙе булып халыҡ хәтеренә уйылған. Өләсәйҙәрҙең, Ҡантүбәнән ҡан йылға булып аҡты, тип иҫләүҙәре ырыуыбыҙҙың ирек, ер өсөн барған бәрелештәрҙең уртаһында ҡайнауы тураһында һөйләй. Үткәндәрҙән алып бөгөнгәсә торналар араһы кешеләре илһөйәрлек, эшһөйәрлек, әүҙемлектәре менән айырылып тора.
Гүзәл Үтәбаева шәжәрәләренең Рәхмәт ауылы башҡорто Ғәликәй нәҫеленә барып тоташыуын да бәйнә-бәйнә һөйләне:
– Ғәликәйҙән тыуған Ҡояштың (1760 йылғы) биш улының береһе йорт старшинаһы була. Мәленә күрә алдынғы ҡарашлы, ил хәлен ҡайғыртыусы, ерен, һыуын һаҡлаған ғаиләлә тыуған балаға был ишара. 1773 – 1845 йылдарҙа ғүмер иткән Хәбибулланың алты балаһының дүртеһе – ир затынан. Шулар­ҙың береһе Хисаметдиндән (1826 йылғы), икенсеһе Кәшфетдиндән (1828 йылғы) таралған тоҡомдар нәҫелебеҙ шәжәрәһендә күрһәтелгән. Хисаметдин Хөсәйен, Юныс, Көнәфиә исемле өс ул үҫтерә. Фирҙәүес апайҙың Көнәфиә олатаһы Кираметдин, Ғилметдин (1916 – 1994), Әбделлатиф, Хөснөтдин, Закир исемле биш ул тәрбиәләй. Һуғышҡа киткән дүрт улдың береһе – Ғилметдин генә әйләнеп ҡайта алған. Көнәфиә менән Мөхөпъямал Ғилмет­динде уҡытырға тырышҡан. Шуға ла ул һуғышҡа тиклем тракторсылар һәм бухгалтерҙар курстарын тамамлап өлгөргән. 1937 йылда армияға алынып, Көнбайыш Украина, Көнбайыш Молдавия ерендә барған һуғыш­тар­ҙа ҡатнаша. Өс йылдан армиянан ҡайтҡас, Баттал ауылы ҡыҙы Ғәлиәгә өйләнеп, "Ҡыҙыл маяҡ" колхозында хисапсы, тракторсы булып эшләй. 1941 йылда фронтҡа алынып, Ко­пейскиҙағы өс айлыҡ танкистар курсына ебәрелә. Силәбенән өр-яңы танк биреп, уны яуға оҙаталар. Танкист Ғилметдин Хисаметдинов һуғыштан миҙалдар, ҡул сәғәте менән наградланып ҡайта. Һуңынан колхозда бухгалтер ҙа, бригадир ҙа, ферма мөдире лә, колхоз рәйесе лә булып эшләй. Ғилметдин Көнәфиә улы оҙон буй-һынлы, үткер ҡарашлы, моңло тауышлы, шиғри күңелле, ғорур булған. Милләтең өсөн ғорурлыҡ уятырҙай "Ғүмәров", "Малыбай", "Саңдыүҙәк" һәм башҡа моңло башҡорт йырҙарын башҡарғанын ҡыҙы Фирҙәүес һаман да хәтерләй­ҙер әле. Ғилметдин менән Ғәлиә Хисаметдиновтар балалары йөрәгенә халҡыбыҙға, илебеҙгә, еребеҙгә һөйөү орлоҡтары сәсеп, рух һала алған. Ошо матур ғаиләлә башлана ла инде бәләкәй генә сая ҡыҙсыҡтың оло юлға илткән һуҡмағы.
Фирҙәүес апайҙың халҡыбыҙ яҙмышына битараф булмаған туғандарының күплеге лә киләсәктә уның оло ғалимә кимәленә үҫеп етеүенә булышлыҡ иткәндер. Асия, Тәслимә, Хәсбиә, Вәсбиә инәләренең, Мөслимә, Мөхөпъямал өләсәләренең ғорурлыҡ һәм һағыш ҡатыш һөйөү менән халҡыбыҙҙың аһ-зарын, ҡыуаныс-шатлыҡтарын тасуирлап һөйләүҙәре, көйләүҙәре буласаҡ фән эшмәкәренең күңелен һуғарғандыр. Олатаһының еңгәһе, ун өс йәшендә алтмыш йәшлек бабайға кейәүгә бирелгән Зөләйха өләсәһе, оло өләсәһе – Ҡубыра әбей тарафынан ете быуынғаса шәжәрә, һәр урман-тау атамаһы, Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат яуҙары, Сибай кантон, Ғүмәровтар яҙмышы, ырыу тарихы Фирҙәүескә еткерелгән. Шуға ла уның милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесе дәрәжәһенә тиклем үҫеп етеүе һис тә осраҡлы түгел. Ул – ауылыбыҙҙың, торналар араһының, күбәләк ырыуының ғына түгел, Башҡортостаныбыҙҙың, илебеҙҙең ғорурлығы, йөҙөк ҡашы.
Был һүҙҙәрҙе тамашасылар алҡыштар менән күтәреп алды. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы менән күрешергә тыуған ауылы Рәхмәттән генә түгел, күрше ауылдарҙан да килгәйнеләр, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ситтә ҡалмағайны. Шул тиклем халыҡты күреп, моғайын да, төп ҡунаҡтың күңеле булғандыр. Ғүмер буйы юғары вазифалар биләп, етәкселәргә хас сифаттар инде ҡанына һеңеп бөткән Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы талапсанлығы, ҡатылығы менән билдәле. Ә был кисәлә туғандары, таныштары, ауылдаштары араһында ул бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде – йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәне, бар булмышынан йомшаҡлыҡ, йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлдө. Хәйер, ихласлыҡ (ғәҙеллек кеүек үк!) Фирҙәүес апайҙың холҡона хас сифат. Мәкерлек һәм уның тоғро ярандары – ике йөҙлөлөк, аҫтыртынлыҡ, алдашыу – Рәхмәт ауылының егәрле һәм аҡыллы ҡыҙын биш саҡрымдан урап үтә, сөнки асыҡ күңелдә уларға һис ҡасан урын булмаған һәм булмаясаҡ та. Шу­ның өсөн дә халыҡ ғалимәне ихтирам итә, ололай, яҡын күрә. Сара хәтирәләргә лә, хис-тойғоларға ла, йыр-моңға ла бай булды: Марс Сәйетғәлин етәкләгән Байым ауылы күп функциялы мәҙәниәт үҙәге бай йөкмәткеле концерт менән һөйөндөрҙө. Торналар араһы ла буш ҡул менән килмәй, йыр-бейеүҙәрҙе күстәнәскә килтергәйне.
Фән үҫешендә уңышлы эшмәкәрлеге һәм күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, ике йөҙләгән ғилми һәм ғилми-методик хеҙмәт авторы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова менән бергә үткән матур кисәлә бик мөһим һүҙҙәр әйтелде: шәжәрәһен белгән бала үҙ иленең тарихын да яҡшы беләсәк, киләсәген дә хәстәрләйәсәк. Шуға балаларыбыҙ ете быуынды белеп үҫһен ине. Күбәләк ырыуы, торналар араһы, Ғилметдин ҡыҙы Фирҙәүес әйтмешләй, башҡорт рухының, телдең яҙмышы тәү сиратта ғаиләлә хәл ителә. Тимәк, халҡыбыҙҙың киләсәге – һәр ата-әсә ҡулында.

Баныу Ҡаһарманова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)