RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңел әрнеше

05.04.2016 Күңел әрнеше

Күңел әрнешеУрамда егерме беренсе быуат. Тормош етеш, халыҡ матур кейемле, байлыҡ заманы етте. Балалар ҙа мәктәптә подиумдарҙа йөрөгән моделдәр кеүек кейенә башланы. Миңә уларҙың былай кейенеүе бик оҡшамаһа ла, тормоштоң етеш булыуы шатландыра. Әле беҙ үҫкәндә әсәйем: “Эй, балам, беҙ бындай кейем кейеп үҫһәк, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыр инек. Бына мин өс класс ҡына тамамланым, бүтән уҡыу бәхете теймәне, ҡәһәрле һуғыш бар хыялдарҙы юҡҡа сығарҙы. Бәлки, беҙ ҙә уҡып, ҙур ерҙә эшләр инек. Ун өс йәштә урман ҡырҡып йөрөнөк, аяҡта – сабата, өҫтә кейем юҡ, өшөп, туңып, ҡар ярып, Еңеү өсөн тип тырыштыҡ. Ә һеҙ ҡара күлдәк, аҡ алъяпҡыс кейеп, күбәләк кеүек таҫмалар тағып йөрөйһөгөҙ”, – тип әйтер ине.
Хәтирәләргә инеп китһәң, ҙур бер китап яҙырлыҡ инде ул. Тик күңел әрнеүем унан түгел. Ғәйебе уның үҙемдә булды. Бер йыл инде әллә ниңә әрнеп тора.
2014 йылдың октябре аҙағы. Күңелле генә эшләп йөрөгән ҡәҙимге көн. Мин спорт мәктәбендә вахтала эш­ләйем. Балаларҙы һаулыҡ һорап ҡаршы алып, һаубуллашып оҙатып ҡалам. Был көндә лә балаларҙың инеүен күҙәтеп, үҙ урынымда ултыра инем. Бысраҡ иҫке кейем, аяғына, һалҡын көҙ булыуға ҡарамаҫтан, бысраҡ резина итек кейгән бер малай килеп инде. Һаулыҡ та һорашмай, башын эйеп, эскәмйәгә ултырҙы. Башҡа балалар аяҡ кейемен алмаштыр­ғанды моңһоу ғына ҡарап ултыра. Мин: “Улым, ә һинең икенсе аяҡ кейемең ҡайҙа, ниңә алмаштырмайһың?” – тигәс, ул икенсе аяҡ кейеме булмауын әйтте. “Нисек, спорт мәктәбенә спорт аяҡ кейеме менән киләләр инде, – тинем, тауышымды күтәрмәй генә. – Мин һи­ңә бөгөн генә инеү өсөн аяҡ ке­йеме биреп торам, бысраҡ итегеңде ошонда ғына һал да”, – тип, тапочкалар торған шкафҡа та­бан атланым. Боролоп килһәм, баланың аяғы яланғас, ойоҡбашы ла юҡ. Тышта 15 – 20 градус һалҡын булғанда кем балаһын ойоҡбашһыҙ, резина итек кейҙереп сығара тип, йөрәгем жыу итеп ҡалды. “Улым, һинең әсәйең эштәме?” – тип һорай һалдым. “Юҡ, өйҙә ҡалды”, – тине малай. Аяҡтарын ҡулым менән тотоп ышҡып йылытып, йыйыштырыусы ҡыҙҙарҙан ойоҡбаш һорап алып кейҙерҙем.
Эй донъя, ниңә бындай хәлгә юл ҡуяһың, тип йөрәгем әрней башланы. Атаһы – ҙур ғына ерҙә эшләгән уҡымышлы кеше, әсәһе генә үгәй шул баланың. Эй Аллаҡайым, нисек кенә ярҙам итергә һуң, тип эсем янып, күңелем әрнене. Үҙем дә биш бала үҫтерәм. Балаларымды әсәйле-атайлы итеп йәшәт, тип теләп, баланың арҡаһынан һөйҙөм. Ул, шахмат класына килдем, тип, инеп китте. Сыҡҡанда ойоҡбашты һала башланы. “Юҡ, һалма, улыҡайым, кей ҙә, урамда оҙаҡ йөрөмәй, өйөңә йүгер”, – тинем. Тағы нимә эшләргә килә инде хәлемдән?
Шул көндә эштән һуң ул баланың өйө алдына барып, атаһы йә әсәһе менән һөйләшермен, бәлки, ярҙам да итермен, тигән уй менән ҡапҡаларын шаҡыным. Йорттан атай кеше килеп сыҡты. Бала тураһында ауыҙ асыуым булды, ул, эшең булмаһын, тип екереп, әшәке һүҙҙәр менән мине һүгә-һүгә өйөнә инеп китте. Башҡаса ни әйтергә лә белмәй, ауыҙымды ник асҡанға үкенеп, илай-илай ҡайтыу яғына боролдом.
Башҡаса ул бала ла килеп күренгәне юҡ, күңелемдең әрнеүе лә баҫылмай. Бәлки, кеше тормошона ҡыҫылып, дөрөҫ эшләмәгәнмендер, бәлки, хәҙерге көндә лә ул балаға ярҙам кәрәктер…
Мин үҙем дә йәшләй атайһыҙ ҡалдым. Әсәйем биш балаһын, беҙҙе, яңғыҙ тәрбиәләне. Тик әсәйем итекте ялан аяҡҡа кейҙермәне, ойоҡбаш һатып алырға хәленән килмәһә лә, беҙҙең ап-аҡ ойоҡбаш була торғайны аяҡта. Ә йәйен ялан аяҡ йүгерә инек.
Атайһыҙ етем түгел, әсәйһеҙ етем – икеләтә етем, тигән әйтем дөрөҫ икән тип, һаман күңелем әрней. Үҙем дә мәрхүмә ҡыҙымдың ике балаһын тәрбиәләгәс, миңә бигерәк тә ауыр.
Эй кешеләр, әсәйһеҙ балаларға ҡарата иғтибарлы булығыҙ, тип әйткем килә. Үгәй әсәләрҙең балаларҙың үҙ әсәләренән дә яҡшы булғандары бар, әммә етемдәргә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк, ти күңел.

Тәскирә ГӘРӘЕВА.
Ҡыйғы районы,
Үрге Ҡыйғы ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)