04.04.2016 "Һин утта янып үлергә тейеш инең..."
Мин күрәҙәселәргә бик үк ышанып бөтмәйем. Әлбиттә, Хоҙай тамғаһы һалынған Ванга кеүек һәләтле күрәҙәселәр ҙә барҙыр. Ләкин улар булһа ла, меңгә берәүҙер.
Институтта уҡыған йылдарҙа курсташ ҡыҙҙарға эйәреп, мин дә ҡыҙыҡ өсөн күрәҙәселәргә барғылай инем. Нимә һөйләгәндәре, ни юрағандары артыҡ иҫтә ҡалмаған. Тик шулай ҙа күңелдә уйылып ҡалған бер һөйләм, нишләптер, йыш ҡына иҫкә төшә. “һин утта янып үлергә тейеш инең”, – тигәйне миңә бер күрәҙәсе. Башта уның һүҙҙәрен комсомол путевкаһы буйынса ике класташым менән төҙөлөштә эшләгән йылдарға бәйләп иҫкә төшөргөләнем. Сөнки беҙ дөйөм ятаҡтағы бүлмәлә заводта эшләгән ике лаборант ҡыҙ менән йәшәй инек. Уларға ҡыҙығып, хатта көнләшеберәк тә ҡарай торғайныҡ. Сөнки беҙ, йәп-йәш ҡыҙҙар, эштән арманһыҙ булып арып, баштан-аяҡ туҙанға сумып ҡайтабыҙ. Уларҙың эштә аҡ халат кейеп йөрөүе, төрлө приборҙар менән эш итеүе хаҡында ауыҙ асып тыңлайбыҙ. “Әллә үҙебеҙ ҙә лаборантлыҡҡа уҡыйыҡмы икән?” – тип иптәш ҡыҙҙар менән һөйләшеп алабыҙ. Ләкин тора-бара бала саҡ хыялы үҙенекен итте – беребеҙ педагогия институтының математика бүлеген һайланы, мин әҙәбиәтте үҙ иттем, өсөнсөбөҙ медицина юлынан китте. Күрәҙәсенең һүҙҙәрен иҫкә төшөргәндә, лаборант һөнәрен үҙләштереп, заводта эшләһәм, утҡа бәйле берәй фажиғәнең булыуы мөмкин ине бит, тип уйлай торғайным. Ләкин һуңғы ваҡытта был уйым ҡапыл ғына һуғыштан һуң булған бер хәтәр ваҡиғаға барып ялғанды һәм күңелемдә, был фажиғәнән әсәйемдең изге теләктәре, Хоҙайға мөкиббән китеп ышанған өләсәйемдең доғалары, мин һәр ваҡыт тойомлаған Бөйөк көс үҙе ҡотҡарманымы икән, тигән уй тыуҙы...
Һуғыштан һуңғы йылдар. Атайым һуғыш тамамланғандан һуң, бер йыл үткәс кенә ҡайтты. Мин ул саҡта, бәләкәй бала, атайҙың әсирлектә булып ҡайтыуы, тарих уҡытыусыһының үҙ эшенән ситләтелеүе хаҡында ла бер ни ҙә белмәй инем әле. Хәтеремдә, ул ҡыш үҙәккә үтерлек һыуыҡ булды. Иртән яҡҡан мейес тиҙ үк һыуына. Көндөҙ эштән ҡайтҡас, әсәйем тимер мейесте яғып, өйҙө йылыта. Беҙ кескәй һеңлем менән, ҡулдарыбыҙҙы һуҙып, мейес тирәләй өйрөләбеҙ.
Әле булһа иҫемдә, мин ул төндә ныҡ өшөп уяндым. Уйланып ятам. ...Әсәйем өйҙә юҡ. Кистән үк Разия апайҙарға бәпес алырға киткәйне, һаман ҡайтмаған икән. Ул дауаханала эшләгәс, гел әсәйемде йөрөтәләр шул, бөтәһенә лә бәпес кәрәк...
һеңлем дә өшөгәндер инде, иламһырап ҡуя ла, мыш-мыш килеп, артабан йоҡлауын белә. Мин, һыуыҡтан ҡалтырана-ҡалтырана урынымдан торҙом да тимер мейесте яғырға булдым. Әсәйемдән күрмәксе, туҙға ут ҡабыҙып, мейескә тыҡтым, утын һалдым. Туҙ тыҙ-быҙ итеп тиҙ генә янып бөттө, утын янмай. Әсәйем нисек тиҙ генә яндыра икән?! Елп-елп янған һуҡыр шәмгә ҡарап, ҡалтыранып ултырам. Шул саҡ күҙем мөйөштә ултырған кәрәсин тултырылған сиреккә төштө. Туҡта, әсәйем ҡайһы саҡта ошо сиректәге кәрәсин менән утты тоҡандырып ебәрә бит.
Сиректе һөйрәп килтерҙем дә янырға теләмәй ҡуҙланып ятҡан утын өҫтөнә кәрәсинде һибеп тә ебәрҙем. Утын янып китеү урынына ут нишләптер сирек эсендәге кәрәсингә тоҡанды һәм кәрәсин гөлтләп яна башланы. Мин бер мәлгә албырғап ҡалдым. Шул саҡ, гүйә, кемдер ҡулымды сиреккә табан этәрҙе һәм усым менән сирек ауыҙын ҡапланым. Сирек эсендәге кәрәсингә ҡабынып ялпылдап янған ут шунда уҡ һүнде. Мейес ҡайғыһы китте. Сиректе урынына алып барып ҡуйҙым да, инде ҡурҡыуҙан дер-дер ҡалтыранып, урыныма барып ауҙым. Әгәр шунда Хоҙай ҡөҙрәте менән ут һүнмәһә, ике баланың һәм ҡарағай йорттоң көлө генә ҡалыр ине. Йылдар үтеү менән миндә кеше яҙмышының әлегә беҙ белмәгән Юғары көстәргә бәйле булыуын аңлау тағы ла нығына төштө. Бынан һуң да бик үк еңел булмаған тормошомда хәүеф-хәтәрҙәр булды һәм мин йыш ҡына ниндәйҙер Бөйөк көстөң шауҡымын, ҡурсалауын тойҙом. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәрәп телен белмәйем, Ҡөрьәнде лә тәржемәлә генә уҡыйым. Дин өлкәһендәге белемем дә бер нисә сүрәне яттан уҡыуҙан ары китмәй. Ысынлап та, минең булмышымды, яҙмышымды әсәйемдең изгелеге, диндар өләсәйемдең, мулла олатайҙарымдың доғаларын ҡабул иткән Юғары көс һаҡлайҙыр, һәр кешенең үҙ фәрештәһе бар, тиҙәр. Әгәр һәр бер кеше үҙ фәрештәһенең яҡынлығын тойоп, саф намыҫ, иман менән йәшәһә, бик күптәрҙең яҙмышы ла, күңел күктәре лә яҡтыраҡ булыр ине.
Әнисә ТАҺИРОВА,
шағирә.