RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тирбәлгәндә күңелем моңдары

21.03.2016 Тирбәлгәндә күңелем моңдары

Тирбәлгәндә күңелем моңдары
Тирбәлгәндә күңелем моңдары
Тирбәлгәндә күңелем моңдары
Тирбәлгәндә күңелем моңдарыБаймаҡ районының Темәс ауылы элек-электән таланттар төйәге булараҡ дан алған, тыуған төйәгендә үҫеп, ҡанат нығытып, ҙүр сәхнәләрҙе яулаған йырсылары, ҡурайсылары, бейеүселәре, композиторҙары бар. Китапханасылар Миңзәлә Әүәлбаева, Минзифа Низамова үткәргән “Тирбәлгәндә күңелем моңдары” исемле кисәлә һүҙ-хискә бай, нескә күңелле, шиғриәткә ғашиҡ, матур уй-фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөп ҡәләм тирбәтеүсе шиғри күңелле яҡташтары хаҡында булды. Улар Илгиз Ишбулатов, Әминә Яхина, Асия Бикбова, Зөбәйлә Өмөтбаева, Миләүшә Ямалова, Илнур Ғүмәров, Таңсулпан Мусина һәм башҡалар. Өмөтлө йәштәре лә үҫеп килә, Лилиә Алтынбаева, Гөлйөҙөм Баязитованы шулар рәтенә индерергә була.
Беҙҙең милләт - бар булмышы менән ер, тәбиғәт балаһы. Ата-бабаларыбыҙ ҙа быуаттар дауамында хозур, бай тәбиғәттән йәшәүҙәренә көс, илһам алып ғүмер иткән. Тәбиғәттең гүзәллеге һәм күркәмлеге уларҙың күңеленә лә йоғонто яһамай ҡалмаған, әлбиттә. Шуғалыр ҙа беҙҙең башҡорт ябай, эскерһеҙ, хисле һәм шиғри күңелле, йыр-моңға ғашиҡ милләт ул. Әүәл-әүәлдән һәр йыйын, байрамдың да иң ҡәҙерле ҡунағы, әлбиттә, йырсылар, ҡурайсылар, бейеүселәр һәм сәсәндәр булған.
Уйлап ҡараһаң, ҡәләм тирбәтеүселәр, улар үҙҙәре бер башҡа әҙәми заттарҙыр ул... Үткер күҙҙәре беҙ күрмәгән матурлыҡты күрә белә, уйҙары менән бар ғаләмде урап сығып хистәр диңгеҙендә тәрәнерәк йөҙә белә, уларҙың күңел донъялары ла байыраҡ, хис тойғолары ла сафыраҡ, күңел матурлыҡтары тел осонда, ә уй фекерҙәре әлбиттә, ҡәләм осонда.
Сәхнәгә ҙур алҡыштар менән Зөбәйлә Фәйзи ҡыҙы Өмөтбаеваны саҡырҙылар. Ул 1935 йылдың 26 ноябрендә Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған. Атаһы 1942 йылда һуғышҡа китә, 1944 йылдың октябрь айында һәләк була. Әсәһе 1943 йылда үлеп ҡала. Ҡустыһы һәм һеңлеһе менән өс бала етем тороп ҡалалар. Темәс балалар йортонда тәрбиәләнәләр. 1954 йыл Темәс педучилищеһын тамамлап, эшләй башлай. Баймаҡ районының төрлө аулдарының мәктәптәрендә эшләп, 1992 йылда хаҡлы ялға сыға. Зөбәйлә апай хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан ”Атайсал” клубы ағзаһы. Зөбәйлә Фәйзи ҡыҙы күп яҡтан өлгөлө булараҡ шәхес. Эшендә ул үҙ эшенең оҫтаһы, кәңәшсе, ярҙамсы булһа, ғаиләһендә өс балаға ғүмер биргән—оло йөрәкле әсә. Тормош иптәше Сәлимйән ағайға ышаныслы тормош юлдаш. Балаларына юғары белем бирергә ярҙам иттеләр. Хәҙерге ваҡытта улар тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаиләләр ҡороп, лайыҡлы ғүмер кисерәләр.
Илай-илай, йырлай-йырлай ижад итә Зөбәйлә Фәйзи ҡыҙы. Шиғыр яралһын өсөн шатлыҡ ҡына түгел, хәсрәт тә, тулған күңелдәрҙән бәреп сыҡҡан күҙ йәше лә, нәфрәт тә кәрәк, ти ул. Балалары, ейән – ейәнсәрҙәре Зөбәйлә апайҙың шиғырҙарынан “Өләсәйем шиғырҙары” исемле китап йыйынтығы сығарған. Ҡәләмдәшебеҙҙең бер шәлкем шиғырҙарын мәктәп уҡыусылары һөйләүендә тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып, илһам, дәрт алдыҡ.
Балаларҙы ғаилә менән китапхан ла китап уҡырға йәлеп итеү, ғаилә статусын һәм абруйын күтәреү, йәш ғаилә институтын пропагандалау, йәш ғаиләләрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында Темәс ауыл китапханаһы янында “Йәш ғаилә” клубы төҙөлгән, йыллыҡ пландар ҡабул ителгән.
Бала китап менән тәү башлап ғаиләлә таныша. Теге йәки был китапты ҡысҡырып уҡыу аша китапҡа ҡыҙыҡһыныу тыуа, китап менән даими аралашыу талабы формалаша. Китап уҡыу тәүҙә өйҙә, аҙаҡ мәктәптә дауам итә. Тора-бара был эшкә китапхана ҡушыла. Китапханасы булараҡ, китап уҡыу эшен маҡсатҡа йүнәлешле ойоштороуҙы күҙ уңында тотоп, беҙ “Ғаилә китап уҡыу”программаһын төҙөнөк, тиҙәр китапханасылар.
Зөбәржәт, Мирза Абдахмановтар, Дилара, Руслан Исҡужиндар, Әлиә, Юнир Исҡужиндар, Резеда, Булат Нурмөхәмәтовтар үҙҙәренең ғаиләләре менән таныштырҙы, ғаилә традицияһын һөйләне. Айбулат Нурмөхәмәтовтың ҡурайҙа уйнауы, мәктәп уҡыусыларының йырҙары, бейеүе кисәне йәмләне. Кисәгә килгән һәр кем үҙебеҙҙең район гәзитенә яҙылырға ашыҡты. Кисә барышында бөтәһе 25 кеше матбуғатҡа яҙылды.
Яңы ойошторолған "Йәш ғаиләләр" клубы ағзаларына уңыштар ғына теләге ҡала. Шиғриәттең, китаптың илһам шишмәһе халыҡ күңелендә, тамыры ата-бабаларыбыҙ рухында, Урал тупрағында. Шул шишмәләребеҙ ҡоромаһын, шул тамырҙарыбыҙ тере булһын, китапҡа, матбуғатҡа һөйөү һәр беребеҙҙең күңеленә үтеп инһен.
Райхана БУЛАТОВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)