05.02.2016 Юл хикмәттәре
Билдәле яҙыусы Сабир Шәрипов юл хикмәттәрен ике тиҫтә йыл элек яҙа башлаған. Үҙе әйтеүенсә, улар хәҙер йөҙләп, күбеһе ваҡытлы матбуғатта, “Зәңгәр катер” (2008) һәм “Ҡолонташ” (2013) китаптарында донъя күргән.
“Юл йөрөү үҙе үк тормош фәлсәфәһен тыуҙыра”, – ти әҙип.
Әҙәми зат икмәкһеҙ, йырһыҙ һәм... юлһыҙ йәшәй алмай. Юл-сәфәрҙә ниҙәр генә кисермәйһең, ниндәй генә күренештәрҙе күҙәтмәйһең! Ҡапыл кәйеф күтәрелә йә иһә күңел ҡырыла, мәҙәк аймылыштың, хатта көтөлмәгән фажиғәнең шаһиты булғылайһың: юлда ла тормош ҡайнап тора, унда ла кешеләрҙең холҡо-фиғеле сағыла. Күп йылдар инде Сабир Шәрипов үҙе ҡатнашҡан, күргән йә ишеткән фәһемле, фәлсәфә уятырҙай ваҡиғаларҙы һайлап, шуларҙы хикмәт кимәленә күтәрә.

Ғалим ҡарғаған ҡулайлама
Радар тигәндәре юлдағы машинаның тиҙлеген, ҡайһы тирәлә елдереүен радио тулҡындары ярҙамында билдәләүсе ҡулайлама, имеш.... Нәҡ шул приборҙы уйлап тапҡан инглиз ғалимы Радар, машинаһын ҡыҙыу ҡыуғанда мул ғына штрафҡа тарығас:
– Үҙ башыма эшләгәнмен ҡәһәр һуҡҡан приборҙы! – тип әйтә, ти, юл полицияһына.
Светофор – ҡотҡарыусы!
Элегерәк, ҡала транспорты ҡапыл ныҡ үҫешә башлаған мәлдә, бер ай эсендә ике йә өс кеше юл аша сыҡҡанда тапалып үлһә, шул ергә светофор ҡуйырға ашыҡҡандар, тиҙәр. Уйлай китһәң, әлеге һәләк булыусылар... мең-мең йәйәүлене ҡотҡарыу өсөн йәндәрен биргән түгелме?
Китһә ни?
Ҡайтыр әле!..
Ике әҙәм урамда гәпләшә, ти.
– Фәлән апа (атайҙан оло ир кеше) күренмәй, шәт Сибайға һыпыртҡан...
– Бер китһә, аҙнаһыҙ ҡайтмай торған...
Аҙна үтеүгә, теге икәү ҡабат осрашҡан.
– Фәлән апа Сибайҙан ҡайтҡан. Сәпсим бөлгән, әй.
– Ун көн йөрөгәс ни... Яҡын-ара ерме, Сибай тигәс тә!
Баҡһаң, Иҙел баштарындағы халыҡ лаҡабынса, “Сибайға китеү” – запойға китеү, имеш. Һай, таҫма телдәр! Рәсәйҙән ситкә ебәрмәгәс, хуп, үҙенә күрә патриотлыҡ таһа был.
Ә бәғзе төбәктәрҙә, алыҫ тип тормай, ағай-энеләр Хабаровскиға уҡ “елдерә”, тиме. Поезда, ай-һай, барып ҡайтыу ғына өс аҙналапҡа һуҙыла...
Үҙемә лә эләкте
Автобуста тиктомалдан ғауға ҡупты. Бисә-сәсә араһында. Кемдер кемеһенеңдер аяғына баҫҡанмы әллә төйөнсөгөндәге помидоры һытылғанмы, белмәҫһең. Икегә бүленеп алды былар, әһә, бер “фронтта” өс ҡатын, икенсеһендә – дүртәүме, бишәүме. Миңә йәнәш ултырғаны ғына ләм-мим. Холҡон оҡшатыпмы, әйткән булдым үҙенә:
– Һеҙ, мадам, бер яҡҡа ла...
– Ә һинең ниндәй ҡыҫылышың бар? Бирәм мин һиңә мадамды!
Беҙҙең һөйләшеүгә барыһы ла ҡолаҡ һалған икән: ике “команда” ла берләшеп, мине тетергә кереште. Әрләшеү ғәләмәте йоғошло вирустан да яманыраҡ, имеш! Аптырағас, етер ергә етмәй төшөп, йәйәүләргә тура килде.
– Һин һытҡанһыңдыр әле помидорымды! – тип ҡалды, етмәһә, бола ҡуптарған ханым. – Хам!
– Хамбикә! – тип ҡапыл ғына әйтмәмме. Ҡарасы, ҡара, иреш-талаш тигәнең лөғәтте лә байыта икән.
(Дауамы бар).