05.02.2016 Үәт, ҡыҙыҡ!!!
Балыҡсы ҡармағына нимәләр генә ҡуйып ҡарамай: селәүсен, икмәк, тиреҫ ҡорто, береһе лә ҡалмай…
Ләкин файҙаһыҙ – ҡалҡыуыс ҡымшанып та ҡарамай. Ахырҙа, түҙемлеген юғалтып, һикереп тора ла, кеҫәһенән аҡса сығарып, бар асыуы менән һыуға ырғыта: "Мәгеҙ, йәнегеҙ ни теләй, шуны үҙегеҙ һатып алып ашағыҙ!".
* * *
– Диваныңда ниндәй матур юлбарыҫ тиреһе! Нисә тапҡыр аттың?
– Ун тапҡыр!
– Ун?
– Эйе. Уныһында ла тейҙерә алманым. Аҙаҡ ул көлөүҙән эсе ҡатып үлде.
* * *
– Ҡәҙерлем, сәйҙе эҙләй-эҙләй арып бөттөм, ҡайҙа ҡуйҙың һуң һин уны?
– Бигерәк булдыҡһыҙ ҙа инде үҙең. Сәй дарыу тартмаһындағы "тоҙ" тип яҙылған какао һауытында.
* * *
– Бына бит, – ти табип, – тәмәкене бары тик ашағандан һуң һәм бер генә бөртөк тартығыҙ, тип кәңәш биргәндән һуң, йөҙөгөҙ нисек алһыуланып, түңәрәкләнеп киткән…
– Әлбиттә, – ти пациент, – һеҙҙең кәңәшегеҙҙән һуң көнөнә ун тапҡыр ашай башланым бит.
* * *
Танышыу иғланынан: "Йәшкә олораҡ ҡатын бер ҡасан да: "Һин минең иң яҡшы йылдарымды урланың", – тип әйтмәйәсәк. Сөнки ул йылдарҙы һеҙгә ҡәҙәр кемдер урлаған".
* * *
Иҫерек ир төнгө сәғәт өстә өйөнә ҡайта. Ҡатыны таҡмаҡлап-таҡмаҡлап, уның башына уҡлау менән һуға башлай:
– Бына һиңә – сәғәт бер, бына һиңә – сәғәт ике, бына һиңә – сәғәт өс…
Ире, еңел һулап:
– Ярай әле төнгө ун икелә ҡайтмағанмын, – ти.
* * *
– Иҙрисов, һеҙ бөгөн дә лекцияға һуңланығыҙ.
– Эйе, профессор әфәнде. Мин йоҡлап ҡалғанмын.
– Йә, Хоҙай, – ти профессор, – һеҙ өйҙә лә йоҡлайһығыҙмы ни?..
* * *
Ҡараңғы тыҡрыҡта ике ир осраша. Береһе бысаҡ сығара ла:
– Аҡса! – тип ҡысҡыра.
Икенсеһе, пистолет сығарып:
– Нимә өсөн?
– Мин илле долларҙы ваҡларға теләгәйнем, – ти ир, ҡалтыранып.
* * *
Атаһы бәләкәй улын теш табибына алып килә. Табип теште һура ла, 500 һум түләгеҙ, ти.
– Нисек инде, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә ир, – һеҙ бит, 100 һум ғына түләргә, тигәйнегеҙ.
– Дөрөҫ, – ти табип. – Әммә һеҙҙең улығыҙҙың шул тиклем ҡурҡыныс ҡысҡырыуы арҡаһында коридорҙа ултырған дүрт пациенттан елдәр иҫкән.