29.01.2016 Оло Эйек буйында үтте матур байрам
Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырылды.
Билдәле яҡташыбыҙ хөрмәтенә аталған әлеге юғары баһаны биреү райондың 70 йыллығы уңайынан 1999 йылда ойошторолғайны. Премия Зәйнәб Биишеваның ижади мираҫын таратыуға, һаҡлауға ҙур өлөш индереүселәргә тапшырыла. Тәүге лауреат Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов булһа, хәҙер бүләкләнеүселәр һаны 45-кә етте.
Яҡташтары Зәйнәб Биишеваны ярата һәм ихтирам итә. Һәр йыл һайын яңы лауреаттарҙы тәбрикләгәндә Туйымбәт ауылы премия алғандарҙы, ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Был юлы ла уларҙы күпереп бешкән икмәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршыланылар, йола буйынса яҙыусының һынына сәскә гөлләмәһе һалынды, йорт-музейына сәйәхәт ойошторолдо.
Абруйлы шәхес исемендәге премия лауреаты булыу – ҙур яуаплылыҡ ул. 2015 йыл өсөн юғары баһаға шағирҙар Зөфәр Вәлитов һәм Хәким Алсынбаев лайыҡ тип табылды.
Сапыҡ ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәким Алсынбаевҡа премия “Ҡуңыр буға балҡышы” китабында баҫылған “Күңел дәфтәре” шиғырҙар йыйынтығы өсөн бирелде. Хәким Ғәлиән улы район гәзите менән күп йылдар хеҙмәттәшлек итә, әле ул “Мораҙым”дың ауыл хәбәрсеһе лә. Шиғырҙары “Аманат”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарында, “Башҡортостан” гәзитендә баҫылды. 2014 йылда үткәрелгән Урал аръяғының йәш яҙыусылары конференцияһында уның ҡулъяҙмаһы иң шәбе тип билдәләнде. Билдәле йырсы Радик Динәхмәтовтың “Кеше” тигән шиғырҙар йыйынтығында ла яҡташыбыҙҙың әҫәре бар.
Икенсе лауреат – Зөфәр Вәлит (Зөфәр Вәлитов) – билдәле шағир, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Уның бала сағы һәм йәшлеге Күгәрсен ауылында үтә. Шиғырҙары йәнтөйәк алдында бурыс, гражданлыҡ рухы менән һуғарылған, уларҙа йәшәйеш һәм тормош, кешенең йәмғиәттәге урыны хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙар сағылыш таба. Әлбиттә, шағир тыуған яғының гүзәл тәбиғәте менән һоҡланыуын да шиғыр юлдарына һала. Зөфәр Вәлиттең йырҙай моңло лирик шиғырҙарына бик күп композитор көй яҙған. Зәйнәб Биишева премияһы шағирҙың “Мин йәшәгән донъя” һәм “Һайраһын бурандарым” исемле китаптары өсөн тапшырылды.
Быйыл район премияһын тапшырыу Исем ауылындағы мәҙәниәт үҙәгендә лә дауам итте. Зәйнәб Биишеваның ғүмере был ауыл менән тығыҙ бәйле – бала сағы ошонда үткән. Исем мәктәбе тарихы буласаҡ яҙыусының атаһы Абдулла Төхвәтулла улы 1914 йылда уҡытыусы булып эш башлаған йылдарҙан иҫәпләнә.
Мәҙәниәт үҙәгендә ҡунаҡтарҙың иғтибарын ҙур күргәҙмә йәлеп итте. Бында район уҡыусылары һәм уҡытыусылары, китапханасылар халыҡ яҙыусыһы әҫәрҙәренә арналған эштәрен ҡуйғайны. Кейеҙ әйберҙәр һәм һүрәттәр (Мораҡтағы Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәп әҙерләгән), ҡул эштәре (Исем һәм Тәүәкән мәктәптәре) бик үҙенсәлекле ине. Бынан тыш, билдәле шәхесебеҙ иҫән саҡта төшөрөлгән документаль фильмдан өҙөктәр ҙә күрһәтелде.
– Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә тыуған яғын, ауылын данланы. Улар хаҡында республикала ғына түгел, унан ситтә лә беләләр. Зәйнәб Абдулла ҡыҙы ябай халыҡты һүрәтләне, улар араһында билдәлелек тә яуланы. Уның әҫәрҙәре олоһона ла, кесеһенә лә иҫәпләнгән, – тине лауреаттарҙы ҡотларға килгән район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин. Ҡунаҡтар араһында яҙыусының һеңлеһе Ләлә Биишева, шағир һәм журналистар Рәмил Йәнбәк, Сәрүәр Сурина, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Хәләф Ишморатов, БР Милли әҙәбиәт музейы етәксеһе Гөлдәр Моратова ла бар ине. Улар ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ысын мәғәнәһендә ижад байрамына әйләнгән тантана Күгәрсен еренең һәләтле башҡарыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН.
Күгәрсен районы.
Автор фотоһы.
– Зәйнәб апай менән тәүге осрашыу һаман хәтеремдә. Ул бик мөләйем, әсәләрсә мөнәсәбәте менән иҫемдә ҡалған. Күңел йылылығы, тел байлығы, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа яҙылған әҫәрҙәре нисәмә быуынды тәрбиәләне.
Хәким АЛСЫНБАЕВ:
– Минең ижадыма иғтибары өсөн район хакимиәтенә, үҙәк китапханаға, ҡатыным Физалиәгә рәхмәт белдерәм. Кешегә бәхет өсөн күп кәрәкмәй. Баш осонда тыныс күк, яратҡан эш, яҡындарың янында һәм тыуған төйәгеңдә йәшәү, ижад итеү мөмкинлеге, ныҡлы ғаилә – бына ошолар ҙа етә. Бөгөн шиғырҙар, мәҡәләләр яҙыу, балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, тыуған яҡҡа һөйөү уятыу өсөн бөтә мөмкинлегем бар. Һәм минең өсөн быларҙың барыһы ла бик ҡәҙерле.