RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изгелектең ҡөҙрәттәрен беләм: Иң тәүгеһе – тыуған тупраҡтан

15.01.2016 Изгелектең ҡөҙрәттәрен беләм: Иң тәүгеһе – тыуған тупраҡтан

Сабый һәм әсә

Изгелектең ҡөҙрәттәрен беләм:  Иң тәүгеһе – тыуған тупраҡтанӨйгә шатлыҡ, йәм тултыра
Бәпес өндәре.
Салт ҡояштың яҡтыһында
Нурлы көндәре.
– Ығы-ығы, – тиеп көйләп,
Алдай әсәһен.
Йәп-йәш әсә белмәй әле
Тормош әсеһен.
Белмәһен дә... бәхет таңы
Йылмайып атһын.
Көслө ҡулдар терәк булып
Иңенә ятһын.
Бала гөрләй үҙ телендә,
Әсәһе янда.
Ожмах уға – яҡты донъя,
Аяҙ күк барҙа.
Сәңгелдәктә эй бәүелә
Тормош ҡот-һыны,
Әсә күҙен йоммай һаҡлай
Татлы йоҡоһон.

Изгелектең ҡөҙрәттәре

Изгелектең ҡөҙрәттәрен беләм:
Иң тәүгеһе – тыуған тупраҡтан.
Ҡайғы таратҡан да, яратҡан да,
Йөрәгемә һүнмәҫ ут яҡҡан.

Изгелектең ҡөҙрәттәре көслө:
Икенсеһе – әсә һөтөнән.
Әсәм нәсихәтен өйрәнһәм дә,
Тормош уттарында өтөләм.

Әсәң итәгенән төшкәндә лә,
Изге доғалары ташламаҫ.
Бала өсөн уттар уртлай әсә,
Ғүмер-көрәш шунан башлана.

Өсөнсөһө – әсә теле булыр,
Телең менән һин бит зауыҡлы,
Телең менән затлы, ырыҫлы ла,
Телең менән илгә яуаплы.

Дүртенсеһе – илең именлеге,
Көслө булһа илең ҡөҙрәте,
Ят ҡәүемдәр ҡаҡшата ла алмаҫ,
Аңың ала алмаҫ иҙрәтеп.

Изгелектең ҡөҙрәттәрен беләм,
Ул ябай ҙа, үҙе сауаплы.
Яҡшылыҡтар эшләп, арыма һис,
Намыҫ менән тотоп яуапты...

Тәҙрә төптәрендә – гөлдәрем

Тәҙрә төбөндәге сағыу гөлдәр
һил тыныслыҡ бирә йәнемә.
Наҙлы гөлдәр кеүек ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя тотҡаһы ла, йәме лә.

Ҡайһы саҡта сәскә һулып ҡуя,
Ваҡытында һыуын һипмәһәң.
Ҡатындарҙың ғүмере шулай һулый,
Йән йылытыр һөйөү етмәһә.

Тәҙрәм төбөндәге сәскәләрҙе
Гел яратып, бәпләп үҫтерҙем.
Күҙ теймәһен, тиеп һаҡлап килдем,
һулыр саҡтарында көс бирҙем.

Йәнем иҙрәй ошо гүзәллектән,
Гөлдәр ынтылғанда ҡояшҡа.
Күңелемдә яҡты шиғыр тыуа,
Ташҡын хистәр күккә олғашһа.

Өйҙө йәмләп сәскә атһын гөлдәр,
Гөлдәр бит ул – йәнең паклығы,
Донъя ваҡлығынан туңған йәндең
һыпырып алыр күңелең һалҡынын.

Барыһы ла йәмле тәбиғәттә

Күңел һиҙгер яҡшы һүҙҙәреңә,
Мин – һинеке, тигән күҙҙәреңә,
Башҡайымды һалам теҙҙәреңә,
Ниҙәр ҡалыр ғүмер эҙҙәрендә?!

Уйландыра йыһан ҡараштары,
Күктәр менән ерҙең ярашҡаны,
Араһында гөлдәр сәскә ата,
Бер ҡараһаң, сатнап ерҙәр ята.

Күңел һиҙгер тыуыр матурлыҡҡа,
Күҙҙе ҡамаштырып ятырлыҡҡа,
Юрап торам сәскә атырлыҡҡа,
Урын ҡалһын һәр саҡ батырлыҡҡа.

Барыһы ла һиҙгер тәбиғәттә,
Барыһы ла йәмле йәнтөйәктә,
Мин ышанам тоғро йөрәгеңә,
һөйөү көмбәҙҙәре гел бейектә.

Был бейеклек икәү өсөн генә,
Мөхәббәттең наҙы, көсө генә
Күңелеңде алҡыштарға күмә,
Тик һөйөүһеҙ ғүмер көйрәп һүнә.

Елдәр иҫкән һайын хәтерләрһең...

Талғын ғына ел ыңғайы
Шыбырлаша йәшел япраҡтар.
Аһ, ҡайынҡай, түҙемлегең сикһеҙ,
Ғорурлығың шулай һаҡлап ҡал.
Ҡырыҫландың ҡышҡы селләләрҙә,
Яҙҙарыңа сыҡтың имен-һау.
Инде йырла дәртле йырҙарыңды,
һинең моңоң менән йөрәк һау.

Күңел тулы һағыш тулҡындары
Таралырҙар, бәлки, эргәңдә.
Талған йәндә байрам тыуыр төҫлө,
Тыңлауыңды һинең белгәндә.

һыпырылыр, тием, тынмаҫ уйҙар,
Хәсрәттәрем китер ҡаңғырып.
һинең менән беҙ пар килгәнбеҙҙер,
Шуға наҙлай кеүек таң йыры.

Йырға хыянат юҡ үлгәндә лә,
һин беләһең уны, ҡайыным.
Икебеҙҙең генә аҡҡош моңон
Елдәр ҡанатына ҡайыным.

Елдәр иҫкән һайын хәтерләрһең
Иләҫләнгән шағир күңелен.
Япраҡтарың шаулат, һин дә моңлан,
Дауыл сыҡһа, ҡалма еңелеп...

Күңелдә гел тынлыҡ булмаҫ...

Күңелдә гел тынлыҡ булмаҫ,
Ҡубып китер дауылы,
Ут сәсрәтеп, ҡояш балҡыр,
Шаулап килер яуыны.

Күңелдә гел тынлыҡ булмаҫ,
Бал батманылай тулыр.
Ҡыуанһын татлы көҫәгән,
Шул да кинәнес булыр.

Татлы бал да ташып тормаҫ,
Йыйылыр әсеһе лә.
Был әсенең тәмен беләм,
Ағарыр сәсем генә.

Күңелдә гел тынлыҡ булмаҫ...

Шөкөр, шөкөр...

Тырмашам да тороп китәм,
Тормаҫтай мәлдәремдә.
Ҡояш баға күҙҙәремә,
Көс инә хәлдәремә.

Йә, зарланма ул ҡәҙәрле,
Атлап бараһың әле.
Үҙ йөгөң дә үҙ елкәңдә,
Дауа табаһың әле.

Аяҡ өҫтө баҫып торам...
Ниндәй бәхет – йә Хоҙай!
Булғанына шөкөр, шөкөр,
Йөрәгем утлы ҡуҙҙай...

Йәшәү көсө

Әрнеү, рәнйеү, үкенесте
Ҡалдыр үҙеңдә генә,
Был тормошта йәшәү көсө
Бары түҙемдә генә.

Әрнеү, рәнйеү, үкенестәр
Ҡалһын үткән заманда.
Осрашмайыҡ улар менән,
Шатлыҡ йәше тамғанда.

Изге көнөбөҙ

Саҙаҡалар бирһәм, йәнем тыныс,
Әруахтарҙың көткән өмөтө.
Тик бирергә генә онотабыҙ,
Кеҫә төптәрендә йөрөтөп.

Юлға сыҡҡандарға – аяттарым,
Ҡайтып килгәндәргә – тағы ла.
Иҫән генә була күрһендәр, тим,
Был бит һәр кемгә лә ҡағыла.

Шөкөр, мәсеттәр ҙә тергеҙелә,
Иман нуры ҡайтыр һәр ҡайҙа.
Олоһонан күреп, кеселәре
Саф күңелдән баҫыр намаҙға.

Фәрештәһе һаҡлар тереләрҙе,
һаҡлар уны рухы, иманы.
Хәйер-саҙаҡаһы – мәсеттәрҙә,
Изге көн ул – аҙна йомаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)