RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәүге үбешеү..

18.12.2015 Тәүге үбешеү..

– Бәлки, шулай ҙа һинең менән бергә барайымдыр? – ишек тотҡаһынан ҡулды алып, дуҫымды үҙемдең яҡҡа ауҙарыу маҡсаты менән тағы бер ынтылыш яһайым, – икәүләп тиҙерәк эште бөтөрбөҙ ҙә, спектаклгә өлгөрөрһөң…
– Һин һыйыр һауа беләһеңме?
– Юҡ… – ҡайҙан беләйем, әгәр беҙҙә, атай әйтмешләй, ҡыҙҙар эт тубығынан – оло урындыҡҡа һыймай үҫеп киләләр. Улар булғанда мин егет башым менән һыйыр имсәген тартып ултырмам инде. Ә Мансур дуҫымдың ике маңҡа ҡустыһы ғына бар. Йәш «һалдаттар» иҙән дә, кер ҙә, һауыт-һаба ла йыуа, йыуынты һыуҙы ла түгәләр, һыуын, утынын да ташый­ҙар, ҡарын да көрәйҙәр, ҡапҡа эсен дә һеперәләр. Иптәш генералға, йәғни дуҫыма, иң яуаплы эш ҡала – мал ҡарау. Ҡалай рәхәткә сыҡҡан, тип уйлағандар төптө хаталана. Дуҫымдың мәшәҡәте етерлек. Сөнки «мал ҡарау» тигән һүҙ эсенә иртәле-кисле һыйыр һауыу, малҡайҙарға бесән һалыу, уларҙы йылғаға алып барып һыу эсереү, тиҙәк түгеү, хатта яҙлы-көҙлө һарыҡ йөнөн ҡырҡыу кеүек бурыстар ҙа инә. Дуҫымдың малсы булып эшләгән атаһы насар әҙәм түгел, тик ялҡауыраҡ, буғай, йоҡом туймай, тип, саҡ ҡына бушаһа ла, башын мендәргә терәй һала. Ә, бәлки, ҡатыны әйтмешләй, ысынлап та, ҡан баҫымы түбәндер...
Атай-әсәйҙәребеҙ күрше йәшәгәс, мине тыуыу менән һигеҙ айға өлкәнерәк Мансурға беркетеп, таҡҡандар һымаҡ тойола, сөнки үҙемде белә-белгәндән гел уның менән бергә: беренсенән алып бер парта артында ултырып уҡыйбыҙ, бар эштәрҙе бергәләп башҡарырға күнеккәнбеҙ, уй-хыялдар ҙа уртаҡ: армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, механизатор һөнәрен алырға ла, колхозға ҡайтып, эш башларға. Беҙҙе юҡҡа ғына Ишәй менән Ҡушай тимәйҙәр, тышҡы ҡиәфәттәребеҙ менән дә бер-беребеҙгә тартым, холҡобоҙ ҙа оҡшаш – ут кеүек сәсрәп тормайбыҙ, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫәбеҙ, ауыҙҙы бик кәрәк саҡта ғына асабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, алдан да сапмайбыҙ, артта ла һөйрәлмәйбеҙ. Үҙебеҙгә ҡалһа, алтын урталыҡты тәшкил иткән аҫыл егеттәрбеҙ.
Әле, Яңы йыл кисәһенә икәүләп барырға тип, Мансурҙарға инһәм, уларҙа ғәҙәттән тыш хәл, имеш: киске һауынға тип сыҡҡан әсәһе, соланда тайып китеп, артына ултыра төшкән дә, билен биртендергән. Хәҙер шуға дуҫыма фермаға һәүкәштәрҙең еленен бушатырға барырға кәрәк. Башҡа ваҡыт булһа, аптырамаҫ та инек, ләкин тап бөгөнгө байрам тамашаһында Мансур ҙа ҡатнаша – спектаклдә уның ҙур булмаһа ла роле бар. Бармаһа, пионервожатый уға аҙаҡ үҙе харакири яһаясаҡ. «Кий-йя-я!» – тип ҡысҡыра ла…
– Ҡурҡма, тәүге актта һүҙҙәр юҡ тиерлек, шунда маймылланып йөрөп торһаң, тоҡ эсенә инеп ултырһаң, шул етте, – бошоноуҙан ҡаштары урталай һынған дуҫым тоҡто ҡултығым аҫтына ҡыҫтырҙы ла, мине этеп-төртөп тигәндәй тышҡа сығарып ебәргәс, артымса үҙе лә күренде. – Икенсе акт башланғансы килеп етергә тырышырмын, ферманан тура мәктәпкә барырмын, кейемде йәһәт кенә алышырбыҙ, һиҙмәй ҙә ҡалырҙар…
Ни әйтеремде көтмәне, фуфайкаһының төймәләрен юл ыңғайы элә-элә, Мансур фермаға табан йомолдо. Дуҫлыҡҡа төкөрөп, дуҫымды һынатып, юҡ, минән булмай, тип артынан сабайыммы? Аңҡы-тиңке хәлдә тәүҙә тура мәктәпкә йүнәлдем, аҙаҡ, кейемде алмаштырырға кәрәклеген иҫләп, кире үҙебеҙгә боролдом. Өйҙәгеләр артыҡ һорауҙар менән ҡаҡшатмаһын өсөн мунса эсенә инеп бикләндем. Май шәмен ҡабыҙып, ярым ҡараңғыла һәрмәнә-һәрмәнә ашыҡ-бошоҡ ҡара һарыҡ йөнө тегелгән трико менән муйынлы свитерҙы, ҡара йөн бирсәткәләрҙе кейҙем. Акварель буяу менән ҡара төҫкә буял­ған капрон ойоҡто көс-хәлгә башыма һыйҙырҙым – битем тамам йәлпәйҙе. Кәзә мөгөҙҙәре тишелеп ҡуйылған иҫке бүрек тә үҙ урынына менеп ҡунаҡлағас, тоҡто алып, мәктәпкә елдерҙем. Ярты юлда шәмде һүндермәгәнемде иҫләп: «Һуңланым, валлаһи, һуңланым, бөлдө былай булғас ыспиктакль», – тип мунсаға әйләнеп килһәм, костюмдың иң кәрәкле детале – бауға бәйләнгән һыйыр ҡойроғо эләүкәлә яңғыҙы ғына етемһерәп ята! Әлдә кире килдем, тип ҡабалана-ҡарһалана триконы тубыҡҡаса төшөрөп, бауҙы билгә бәйләп, триконың махсус тишелгән еренән ҡойроҡто мең эт бәләһе менән ҡулайлаштырып сығарып, яңынан ыштанды ҡултыҡ аҫтынаса тиерлек тартып, май шәмде һүндереп, тышҡа атылдым. Урам шат кәйефле халыҡ менән тулғайны. Мине күреп, бала-саға ҡурҡып сәрелдәгән булды, ҡатын-ҡыҙҙар ситкә тайшанды, ир-егеттәр юлыма арҡыры баҫып, бүректе сисергә маташты: «Кем һин?» Шаярырға ваҡыт та, теләк тә булмағас, улар­ҙан алан-йолан янтайып ҡасып, мәктәпкә осоп килеп индем.
– Шайтан, һин ҡайҙа йөрөйһөң? – тын алыр­ға ла ирек бирмәй, кемдер ҡыпһыуырҙай бармаҡтары менән ҡулдан эләктереп алды. Кемдер, тип, әлеге шул пионервожатый:
– Һине генә көтәбеҙ!
«Шайтан» тигәне – Мансур уйнарға тейешле роль. Николай Гоголдең «Диканька янындағы утарҙа кистәр»ен бер аҙ үҙгәртелгән килеш сәхнәләштереү уйы тик беҙҙең пионервожатыйҙың ғына башына инеүе мөмкин. Уның фантазияһы буйынса еңмеш Оксана ғашиҡ тимерсе Вакуланан аяҡ кейемдәре – черевички түгел, ә шыршыға гирляндалар таптыра. Шуны нисек уйлап сығармаҡ кәрәк, ә? Миңә ҡалһа, Гоголь бабай был хәлгә һис тә риза булмайынса, мотлаҡ төкөрөнөп ятырға тейеш: «Нисек минең әҫәремде шулай һорау­һыҙ-ниһеҙ үҙгәртәләр? Рөхсәт итмәйем!»
Пионервожатый мине, мал ҡыуғандай, ҡап уртала энәле урман һылыуҡайы түш киргән, стена буйын тамашасылар һырыған спорт залына индергәс, усын-усҡа шапылдатып һуғып, яңғырауыҡлы тауышы менән:
– Тынысланығыҙ! Башлайбыҙ! – тип һөрән һалды. Микрофон уға нимәгә, былай ҙа тауышы елле: децибелдарынан стеналар зыңлап, тубыҡтар ҡалтыраны, хатта эс тә бығыр-бығыр килде. Күҙгә күренмәгән ихтыярҙы – йоҙроҡҡа, тауышланырға әҙер бар ағзаны биш ерҙән ҡыҫтым да, йәш актерҙар мәж килгән тренер бүлмәһенә шым ғына инеп, эскәмйәнән урын алдым. Башына ҡалпаҡ кейгән ябыҡ «дьяк» менән эсенә мендәр тыҡҡан «Чуб» эргәмә килеп, ҡул биреп иҫәнләште. Тулҡынланыуҙарын йәшермәй, борсолдолар: «Ҡасан бөтә инде был кәмит…» Әле башланмаған, ә һеҙ бөтөүен уйлайһығыҙ, тип әйтке килә, тик өндәшә алмайым, сөнки аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, дуҫым килгәнгә ҡәҙәр «дошман баҫымы»на ҡаршы тороу, гарнизонды, йәғни серҙе, һаҡлау – минең бурыс. Хәҙер инде, аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә, бирешеү, асылыу юҡ. Мансур менән иптәшкә һәр репетицияға йөрөгәс, яҡынса уның ролен беләм дә һымаҡ, ләкин барыбер шөрләтә. Кеше менән һөйләшһәм, еңелерәк булыр ине лә бит, таныуҙарынан ҡурҡам. Тоҡто тубыҡтар­ға һалып, дерелдәгән бармаҡтарҙы ҡултыҡ аҫтарына йәшерәм. Барыһы ла ишек төбөнә өйкөлөшөп, Вакула менән Оксананың бирелеп уйнағанын ҡарай, бер мин, эсем үкергәнен тыңлап, бөршәйеп ултыра бирәм.
– Һин донъялағы иң матур шайтан, – ҡолаҡ төбөндә генә бомба шартлағандай яңғыраған шыбырлауға «терт» итеп ҡалдым. Сәскәле веногының бер таҫмаһын бармағына урай-урай, Солоха, йәғни Гөлназ ҡаршыма килеп баҫҡан, имеш. Үҙе мут йылмая… Оһ, Гөлназ… Оҡшай ул миңә. Сая, телгә үткер, эшкә шәп ҡыҙ мине күҙенә лә элмәй, Мансур, тип ауыҙ һыуын ҡоя. Мансурҙың иһә ул ике ятып бер төшөнә ингәне юҡ. Дуҫым, ғөмүмән, бер ҡыҙға ла ғашиҡ түгел. Ҡыҙҙар ҡайғыһы төштән һуң, ти ҙә ҡуя. Ул гүзәл затҡа битарафлыҡ күрһәткәс, мин дә хис-тойғоларҙы теҙгендән ысҡындырмайым, мөхәббәт уттарында эстән генә үртәлеп янам. Әгәр ҙә мәгәр Гөлназ исемле ҡояш минең тарафҡа аҙ ғына булһа ла йылылыҡ һирпһә, Мансур ҙа берәйһенә күҙ һалһа, ул сағында хәлдәр икенсе төҫ алыр ине. Иң тәүҙә эс серҙәремде Мансурға сисер ҙә, ҡыҙҙар менән үҙеңде нисек тоторға, тип һорар инем, ни тиһәң дә, ул минән һигеҙ айға өлкән, тимәк, һәр йәһәттән һигеҙ айға тәжрибәһе күберәк. Унан һуң икәүләп ауыл китапханаһынан махсус тәғәйенлештәге китаптар алып уҡыр инек. Икәү икәү инде, бер үҙең оялмай нисек бараһың да, китапханасынан: «Миңә, зинһар, мөхәббәт тураһында китаптар бирегеҙ», – тип һорайһың? Шул ҡалын-ҡалын китаптарҙы уҡыһам, белер инем нисек ҡыҙҙар­ҙың ҡылын тартырға, улар менән нисек һөйләшергә… Әлеге кеүек аңшайып, күҙем упайып ултырмаҫ инем һәр хәлдә. Солоха-Гөлназ көлдө лә, ҡабаттан ишек төбөнә китте. Их, әгәр ҙә ул, матур, тип иҫәпләһә, уның өсөн мин ысын шайтан да булырға әҙер. Әммә мине түгел, Мансур-шайтанды көйәҙ ҡыҙ сибәрҙәр рәтенә индерә. Ҡасан ғына һыйыр­ҙарҙы һауып бөтә инде Мансур?!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
(Дауамы бар: https://www.ye02.ru/litra/10923-tge-beshe.html).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)