RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәүге үбешеү

25.12.2015 Тәүге үбешеү

Тәүге үбешеү– Нимәңде ҡарап ултыраһың, һинең сығышың да һуң! – Пионервожатый елкәнән һөйрәп тә торғоҙҙо, артҡа берҙе еңелсә тибеп, залға сығарып та ебәрҙе.
– Э! – нимә тибешәһегеҙ, тип асыуланып та өлгөрмәнем, инерция буйынса тоғом менән ялбыр-йолбор килеп, осоп тигәндәй шыршы янына барып та сыҡтым. Ә ҡаршымда, киң йылмайып, ҡулдары менән бөйөрөнә таянған Гөлназ тора. Уның гүзәллегенән күҙ ҡамашты – кеше шул тиклем дә камил булмаһа… Күҙҙе сағылдырыу етмәгән, телде лә йотторҙо, хәтерҙе лә юйҙы.
– К тебе, Солоха, на порог…
– А ну-ка, выкинь весь чеснок! – арттан пионервожатый енләнеп шыбырлап, миңә тексты иҫләтергә маташты.
– А? – ишетмәнем тип уға боролғайным, ҡыҙарып-бүртенгән пионервожатый миңә елле йоҙроғон күрһәтте:
– Сыҡ ҡына бында, мин һиңә хәҙер күрһәтәм «а-а»ңды!
Мин һаман ҡатып тора биргәс, халыҡ көлөшә башланы, шауларға тотондо. Пионер­вожатый «дьяк»ты ваҡытынан алда этеп сығарғас, Солоха-Гөлназ мине тиҙ генә тоҡ эсенә йәшерергә мәжбүр булды. Тоҡ эсенән ер аҫтына соҡор ҡаҙып, ҡасырҙай булып ултырам. Асыуҙы килтереп, эс үтә шашып бығырлай. Оло ҡаҙанда бутҡа бешәме ни! Ҡайҙа һин, Мансур? Ошо мәлдә һин бында булырға тейеш инең, һауынсы малай! Сүкәйеп ултыра торғас, ниһайәт, мине Вакула һелкетеп сығарҙы тоҡ эсенән.
– Помилуй, Вакула! – пионервожатый ярһып-ярһып минең һүҙҙәрҙе шыбырлап әйтә, икебеҙ араһында һауа ҡылдарға әйләнеп, зыңлап тартыла. – Һин телеңде йоттоңмо әллә, Мансур?
Вакуланы уйнаған синыфташ оҙайлы паузаға нөктә ҡуйып, үҙенең һүҙҙәрен әйтте-әйтте лә, минең арҡаға һикереп менде лә ятты:
– Петербургҡа! Батшабикәгә!
Ғәмәлдә белә инем Вакуланың шулай шайтан өҫтөнә менеп ултырыуын, репетицияла ҡырҡ тапҡыр күрҙем. Ләкин ул бит ошоғаса Мансурға йөкмәлде, миңә түгел! Көтөлмәгәнлектән һәм көсөргәнештән баянан бирле үҙ һүҙен әйтә алмай ҡаңғырған организмым тап шул мәлдә ҡәнәғәтһеҙлектән тамам шартланы. Тулыһынса түгел, бер кескәй генә өлөшө. Ләкин барыһы ла ишетерлек һәм тойорлоҡ итеп. Был казусты эҙһеҙ генә үткәрәләр ти, көт. Бар халыҡ танау сира-сира геү килде: «Шайтанығыҙ борсаҡ ашап килгән икән!», «Газовать итә-итә, «һә!» тигәнсе батшабикәгә барып етәһегеҙ!» Эргәләге өҫтәл артында ултырған уҡытыусыларҙың ғына иҫе китмәне. Ундай ғына әкәмәттәргә күптән күнегеп бөткәндәрҙер…
Ояттан ер тишегенә инеп китерлек хәлдә тренер бүлмәһенә килеп ингәс, Вакуланы арҡанан һелкеп төшөрҙөм дә, мине тереләй генә йоторҙай булып торған пионервожатый­ға ла иғтибар итмәй, төпкә, спорт инвентар­ҙары тулған мөйөшкә барып сумдым. «Ҡылдың ҡылыҡты, ялтыр ялан аяҡ, хәҙер нисек кеше күҙенә күренергә?» – тормоштан дүнеп тигәндәй ярым емерек ултырғыста ултырғанда, яныма йомшаҡ ҡына баҫып Гөлназ килде:
– Минең һүҙҙәрем бөттө, иң аҙаҡта күмәкләп сығып баш эйергә генә ҡалды. Эргәңдән урын бирәһеңме?
Өндәшмәнем, башты аҫҡа эйеп ултыра бирҙем.
– Ҡайҙа, әҙерәк ситкәрәк шыл, – әрһеҙ ҙә инде Гөлназ, тығылып килеп тә ултырҙы. – Ҡолағыңа бер нәмәкәй әйтәм, тик һин көлмә, йәме.
Һинең ҡайғың юҡ, тип әйтке килде: «Мансур кәрәк ине миңә!» Гөлназ өндәшмәүемде ыңғай яуапҡа тиңләп, ҡолағыма эйелде:
– Һинең үбешкәнең бармы?
– ? – һеҙ шуны күҙ алдына килтерәһегеҙме? Гарнизонды дошмандар яулап алып, мине ҡыйратып, ғазаптар уты өҫтөндә сусҡа бәрәсендәй көйрәтеп, күҙәнәккәсә көлгә әйләндергәндәр тиерлек, ә ул «үбешкәнең бармы?» Был ҡыҙҙар кеше затынан түгелдер ул, валлаһи, күктән төшкәндәрҙер! Әле лә бына нисек ул минең ҡолаҡты утһыҙ, шәмһеҙ, шырпыһыҙ яндырҙы ла ҡуйҙы? Капрон ойоҡ аҫтындағы ҡолаҡ ҡына түгел, битем дә дөрләп яна бит!
– Минең дә үбешкәнем юҡ, – Гөлназ яуап көтмәне, уңайһыҙланып ҡына көлгәндәй итте. – Теге ней… әйҙә үбешәйек… Бөгөн, Яңы йыл кисендә, мөғжизә булһын әле.
Үҙ һүҙен һүҙ итергә күнеккән кеше тимәй­һеңме, тупыс бармаҡтары менән ойоҡто һаҡ ҡына күтәреп, күҙҙәрен йомдо ла, ирендәрен минең тир баҫҡан ирендәремә терәне. Шул мәлдә ниндәй тойғолар кисергәнемде Мансурға һөйләһәм – ышанмаясаҡ! Мәҫәлән, әгәр ҙә мин һеҙгә, украин кейемендәге ҡупшы Гөлназ мине эскәмйәгә бәйләп һалып ҡуйып, тәнемде бысаҡһыҙ-ниһеҙ тәүҙә буйынан-буйына ярҙы, шунан арҡырыһына һалып тураҡланы, килеп сыҡҡан шаҡмаҡтарҙы тәмләп ауыҙына оҙатты, һәм мин ошо мәлдә хәтәр ләззәт кисерҙем, тиһәм, ышаныр инегеҙме? Ана шул-шул... Үҙе тураһында хыялланырға ла ҡурҡытҡан Гөлназ саҡырыуһыҙ янға килеп, һутлы ғына ирендәре менән акварель буяу, тир тәме һеңгән ҡытыршы ирендәремде үпте. Онотолоп китеп, ойоҡто маңлайымаса күтәреп, ибәтәйһеҙ генә булһа ла бирсәткәле ҡулым менән уны иңбашынан ҡосаҡланым, ирен наҙына яуап ҡайтарҙым. Спектакль, байрам, кешеләр әллә ҡайҙа ҡалды, ярым емерек ултырғыс орбитаһында беҙ икәүҙән башҡа бер кем, бер нәмә лә юҡ ине. Гөлназ ҡамыш осона ҡунған энәғараҡ кеүек тойолдо, киҫкен хәрәкәттәр яһап, яңылыш ҡурҡытып осороп ебәрмәҫкә ине үҙен! Тик ҡурҡҡаның килә бит ул – Гөлназ яйлап ҡына керпектәрен өҫкә ҡалҡытты. Һәм күҙҙәре кинәт ҙурайҙы, ҡурсаҡтыҡы һымаҡ түңәрәкләнде, ҡыҙ артҡа тартылды:
– Һин?
Һине танып торғандарында, юҡ, был мин түгел, был Мансур, тип әйтәйемме? Сараһыҙҙан:
– Ыһы, – тинем. Әйтерһең дә, салынырға инселәнгән үгеҙҙән, һин әҙәмдәргә аш булыр өсөн үлергә әҙерһеңме, тип һорағандарында, ул, эйе, тигән кеүек булды. Гөлназ һикереп тороп, ишек яғына ынтылды, ҡаршыһына осраған Мансурға һуғылғанын да абайламаны шикелле. Ғәйепле һәм… бәхетле йылмайып, дуҫымды ҡаршы алдым:
– Мөмкин булғандың барыһын да эшләнем.
– Ғәфү ит, оҙаҡлап киттем…
Өс секунд эсендә кейемде алмаштырып кейеп, Мансур үҙ ролен башҡарып бөтөп ҡуйҙы. Аҙаҡ бал-маскарад дауам итте, спектаклдең уңышынан ҡанатланған пионервожатый өнһөҙ шайтандың етешһеҙлектәрен онотоп, өлкән синыф уҡыусылары менән бергә рәхәтләнеп күңел асты. Мин дә үҙ мөйөшөмдә ойоп рәхәтләндем – ләззәт орбитаһынан һис тә сыҡҡым килмәне. Һуңынан Гөлназ менән икебеҙ араһында булғанды хатта Мансурға ла әйтмәнем. Ауыҙымдан сыҡһа, серебеҙ сафлығын юғалтыр, бысрар, тип ҡурҡтым. Ирендәремде ай буйы ла йыумаҫҡа риза инем! Йоҡларға ятҡас, бармаҡтарым менән ирендәремә ҡағылдым: Гөлназ үпкәндән һуң улар кәмендә гәүһәргә йә баллы кәрәҙгә әйләнергә тейеш ине.
… Оҙайлы ҡышҡы каникулдан һуң яңынан уҡыу башланды. Биш ай күҙ асып йомғансы үтте. Аттестат алып, төрлөбөҙ-төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Беҙ Мансур менән механиза­тор­ҙар курсына яҙылдыҡ. Әйткәндәй, биш ай эсендә параллель синыфта уҡыған Гөлназ, исмаһам, бер тапҡыр миңә әйләнеп ҡараһасы! Күрһә лә, күрмәмешкә һалышып, тапай яҙып үтеп китер ине. Үҙемде буш урын, күләгә итеп тойһон өсөн барыһын да эшләне сая ҡыҙ. Әллә ҡыуанырға, әллә юҡ – Мансурға ла йән атыуын туҡтатты. Хәйер, Мансур быны һиҙмәне лә, сөнки каникул ваҡытында күрше ауылға туғандарына ҡунаҡҡа барып, бер ялбыр сәскә күҙе төшөп ҡайтты. Шул ҡыҙ көҙөн уны армияға оҙатып ҡалды. Ә мине киләһе йылға, яҙғы саҡырылышҡа ҡалдырҙылар. Ни тиһең, һигеҙ ай айырма. Иңде-иңгә терәп йәшәп өйрәнгәс, Мансурһыҙ ҡыйын булып тора, күңел дә бер нигә, бер кемгә ятмай. Яңы йыл кисәһенә лә теләкһеҙ генә барҙым. Иң артҡа баҫып, уҡыусыларҙың тамашаһын ҡарап торғанда ҡолаҡ төбөндә генә бик яҡын, ҡәҙерле тауыш шыбырланы:
– Нишләп һин шулай ул, ә?
Минең энәғараҡ осоп ҡына китә күрмәһен! Башты борманым. Һис бер ни булмағандай тыныс яуапларға тырыштым:
– Ҡалай? – тауышым бер ҙә ҡарлыҡмағайны ла һуң, ҡайҙан был түбән ғырылдаҡ өндәр?
– Татлы…
Гөлназдың донъялағы иң матур, иң һөйкөмлө, иң мөләйем, иң шәп ҡыҙ икәнен әйттемме әле ул?
– Тағы шаҡ ҡатты… Үҙем беренсе һине үптем, инде хәҙер үҙем үк һине оҙата барайыммы? Бәлки, үҙемә үк ҡоҙалыҡ та ебәрергәлер?
Ҡыҙҙар, валлаһи, кеше затынан түгел! Гөлназ да ауыҙынан ут бөрккән үтә һөйкөмлө аждаһамы икән әллә, ана бит ҡалай ҡолаҡты, муйынды өтөп алды тыны-ялҡыны…

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

(Дауамы. Башы: https://www.ye02.ru/litra/10936-tge-beshe.html)
(Мәҡәлә реаль тормоштан алынды)










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)