03.12.2015 Мәҙәктәр
Иҫерек ир икенсе ҡаттан ҡолап төшә. Эргәһенә тиҙ арала халыҡ йыйыла. Полиция хеҙмәткәре лә килеп етә. Ул ирҙән:
– Нимә булды? – тип һорай.
– Белмәйем, – ти иҫерек, өҫ-башын ҡаға-ҡаға. – Мин үҙем дә бында яңы ғына килеп төштөм.
* * *
Американ, рус һәм башҡорт кеше аяғы баҫмаған утрауҙа ҡала. Нимәлер ашарға кәрәк бит инде, балыҡ тоторға булалар. Ауҙарын һалыуҙары була, алтын балыҡ килеп тә эләгә. Ул телгә килеп:
– Ашамағыҙ мине, һәр берегеҙҙең бер теләген үтәйәсәкмен, – ти. Американ:
– Миңә күп итеп аҡса бир һәм өйөмә ҡайтар, – ти. Балыҡ ҡойроғон болғай, американ кеҫә тулы аҡса менән өйөндә ултыра.
– Миңә, – ти рус, – донъялағы иң сибәр ҡыҙҙы килтер һәм өйөмә ҡайтар. Балыҡ тағы ҡойроғон болғай һәм тегенең дә теләге ҡабул була.
– Тәк, ә хәҙер мине тыңла, – ти башҡорт, – теге икәүҙе хәҙер үк минең янға килтер.
* * *
– Хәлең нисек?
– Насар?
– Нимә булды?
– Сәләмәтлегем ҡаҡшаны. Табиптар сәйҙе лә, кәһүәне лә тыйҙы.
– Хәҙер нимә эшләйһең?
– Араҡыға күсергә тура килер инде.