14.11.2015 Тамамланмаған йыр
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң яҙмыш елдәре беҙҙе Ейәнсура районына ташланы, нисәмә йыл ошонда ғүмер һөргәс, ерегеп киттек, тәбиғәте лә, кешеләре лә туғандарҙай яҡын. Бында күсеп килгәс, үҙ ҡулдарым менән үҙ оябыҙҙы ҡорорға тотоноп киттем, әлеге торған йортобоҙ урынына мунсалай ыҡсым бура күтәрҙем. Ниргәне10 уратҡандан аҙаҡ бүрәнәне илла-алла11 менән мендереп һалам да, баҫҡыс һөйәп, өҫкә күтәрелгәс, таптарҙы сәсрәтә сабып, бура бурайым. Бер көн, ни ғиллә менәндер, баҫҡыс ауған бит, ҡултыҡ таяҡтарым да әллә ҡайҙа ята. Ғүмерем буйы ауыҙымдағы ҡанды мир12 алдына төкөрмәнем, ғорурлығым, ир намыҫым алда йөрөнө. Урамдан һирәк-һаяҡ үткән-һүткән бисә-сәсәнән ярҙам һорай алмайым бит инде, еңгәң һауындан ҡайтып, баҫҡысты күтәреп, ҡултыҡ таяҡтарымды әпкилгәнсе ултырҙым бура башында. Шундай саҡтар ҙа була ул тормош юлында… Хәбәргә әүрәтеп лыбырҙай ҙа лыбырҙайымсы, әйҙә ошоно тотоп ебәрәйек әле. – Ағай, кәсәләргә ҡымыҙ тултырып, шуның берәүһен миңә һондо.
Күңеленең ирәмһегән сағы ине шикелле Фазулла ағайҙың, бына ул, ниндәйҙер мөһим, шауҡымлы эш башҡарырға йыйынғандай, алға ынтыла биреп ҡуйҙы ла, йәнендә моронлаған хисен тыйырға көс табып, минең яҡҡа һирпелде:
– Күптән көйләгәнем юҡ, тыңлаһаң, маташтырып ҡарайыммы әллә? Моңоң бар, тигән була Йәмиләм. Әллә дөрөҫтө һөйләй, әллә күңелемде ҡыймай күтәрмәләүе.
– Әйҙә, йырлағыҙ. – Һәр кемдең үҙ йыры, үҙ моңо бит, юғары кимәлдәге башҡарыуға өмөт итмәһәм дә, тыйнаҡ ҡына ризалаштым.
– Тамаҡ ярмай ғына, йәме?.. – Фазулла ағай күкрәк тултырып һуланы ла, быуылғандай, кинәт туҡтап ҡалып, тамағын ыуҙы. – Элекке саҡ түгел шул, тын ҡурыла… Йырға килгәндә, былайыраҡ… – Теле менән ярғыланып кипкән ирендәрен сылатып тамшанғандай итте, ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төштө:
Ағиҙелде буйлап ҡына һалдар
килә,
Аҫыл ҡоштар һал өҫтөндә һайрап
килә.
Ике лә сәләм, бер ҙә сәләм,
ҡәләм ҡашҡай,
Ниҙәр генә күрер инде минең
ғәзиз башҡай…
Ысынлап та һамаҡҡа тартым, йөрәк түренән һығылып сыҡҡан моң ишетер ҡолаҡҡа яғымлы ғына ине. Таш стеналары иркенәйеп, түшәме асманға ашҡан палата яҡтырып киткәндәй итте, унда мең төрлө үлән ҡатнашмаһынан туҡылған дала еҫе килеп тулдымы ни!
Күңел байрамыбыҙҙы теге, урынында ултырып сыҙамаған оздой шәфҡәт туташы яңынан бүлдерҙе. Был юлы ул ишеккә башын тығып ҡына ҡалманы, система ҡулайламаһын шауҙырлатып, елтерәп килеп инде.
– Тулыбаев, һеҙгә система ҡуйырға ваҡыт!
– Һуң иртәнсәк кенә…
– Быныһы кискеһен ҡуя торғаны!
– Бәлки, кәрәкмәҫ, врашҡа, дарыуҙы тамыҙҙыҡ, тиер ҙә ҡуйырһың.
– Ярамай! Барығыҙ! – Дорфа ҡыуыу миңә тәғәйенләнгәйне.
– Бар, ҡусты, иртәгә тамамларбыҙ башлағанды. Нишләптер гел шулай тура килеп тик тора, ошо йырҙы бер ваҡытта ла аҙағынаса еткерә алмайым, бүлдерәләр ҙә ҡуялар…
Өсөнсө көнгә эшкә килгәс, дежурлыҡты ҡабул итеп алдым да эш араһында Фазулла ағайға инеп сығырға иттем. Моғайын да, был юлы уның йырын бүлдереүсе табылмаҫ. Күтәрелеүемә таныш палата ҡаршыһында аңлашылып бөтмәгән ығы-зығы ине: табиптар, шәфҡәт туташтары улай-былай йүгерешә. Бер аҙҙан барыһы ла тынды. Палата ишегенән сыҡҡан баш терапевт, һонтор буйлы ир кеше, һуҙа-һуҙа баҫып кабинетына ҡарай йүнәлде, ике ҡатын коридор тәҙрәһенең төбөнә барып шыш та быш килеп, береһе икенсеһенә нимәлер хаҡында аңлатырға, иҫбатларға тотондо. Буш система ҡулайламаһын, кислород яҫтығын эләктереп, процедура кабинетына йүнәлгән шәфҡәт туташын туҡтаттым:
– Ни булып китте?
– Ни булһын, Тулыбаев китте…
– Ҡа-ҡайҙа китте? Ҡа-ҡайтарҙылармы әллә? – Ныҡ тулҡынланыуҙан, тотлоғоп һораным.
Шәфҡәт туташы башын баҫып, яуап ҡайтарманы. Эргәмә теге ҡатындар яҡынланы. Йәшерәге, көндәлек, ғәҙәти хәлгә баһа биргәндәй, тыныс ҡына итеп әйтте:
– Үлде Тулыбаев. Хәҙер уны, ауырыуҙарҙың күҙенә артыҡлап салындырмай, мәйетханаға алып барырға кәрәк. Шунан, хәбәр итһәләр, туғандары килеп алыр.
– Нисек инде үлде?! Фазулла ағайҙың бит осланмаған күпме эше ҡалды, башлаған йырын тамамлап өлгөрмәне.Туғандарына килгәндә, уның ҡатыны ғына, башҡа бер кеме лә юҡ!
Тултырған тауыҡтай тулы кәүҙәле өлкән йәштәгеһе килешһеҙ биҙәнгән һимеҙ йөҙөнә хәсрәт ишаратын сығарҙы:
– Ни хәл итәһең, әҙәм балаһы бына ошолай тыуа ла ғүмере буйы эләкмәҫкә ымһынып, ғазаптар аша ҡайҙалыр ынтылып йәшәй-йәшәй ҙә тотонған эшен аҙағынаса еткерә, башлаған йырын тамамлай алмай, баҡыйлыҡҡа күсә. Яҙмыштан уҙмыш юҡ…
Ҡара көҙҙөң илаҡ көндәре. Йәнде лә, тәнде лә баҫҡан бөләңгертлек. Күк йөҙөн ҡоромдай ҡара, суйындай ауыр болоттар ҡаплаған. Һалҡын, ыжғыр ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын аяуһыҙ йолҡоп ала ла, һауала ҡойондай туҙҙырғандан һуң, кире аҫҡа ырғыта, эргәләге баҫыу ҡамылына, һаҙ ҡырындағы сабынлыҡта йәшәреп күренгән ҡурпыға һылай һуға, һуңғы сиктә көҙ һағышы урмандарҙан түгелеп, ергә күсә. Ярым шәрәгә ҡалған ҡайындар, шым-шырыҡлап яуған ямғырҙан күшегеп, дерелдәй төҫлө. Үҙҙәре күренмәгән, әммә иңрәүҙәре йәнде телгән ҡоштарҙың тауышы ҡолаҡҡа салына биреп ҡала. Ана шул һоро пейзажды бил быуарҙан батҡаҡҡа сумған «Тиҙ ярҙам» машинаһының ямғыр сылатҡан тәҙрәһе аша күҙәтеп ултырам. Саҡырыуға барышлай баттыҡ. Ярҙамһыҙ сыға алмаҫыбыҙ көн кеүек асыҡ, шуға, күңелебеҙҙән ашыҡһаҡ та, сараһыҙлыҡҡа буйһоноп, сәбәләнмәйбеҙ, моторҙы һүндереп, үҙ уйҙарыбыҙға бирелеп тынып ҡалғанбыҙ. Йөрәгемде өткән һағышҡа сыҙай алмай, ауыр уфтандым:
– Көҙ… Тағы теге саҡ алып ҡайтҡан Фазулла Тулыбаев башлаған йырын тамамлап өлгөрмәне…
– Көҙ шул… – Сәмиғулла ағай әйткәндәремде ҡеүәтләне. – Шулай ҙа йәшәргә кәрәк, мыртый, нисек тә йәшәргә. Әҙәм балаһының тамамланмаған йырға тартым оҙонло-ҡыҫҡалы ғүмере өҙлөкһөҙ изгелек көтөүҙән һәм яҡшыға өмөт итеүҙән тора…
Хәйҙәр ТАПАҠОВ
(Аҙағы. Башы 42, 43-сө һандарҙа).