RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тамамланмаған йыр

07.11.2015 Тамамланмаған йыр

Тамамланмаған йырМашина ҡуҙғалып киткәс, Фазулла апаруҡ теремекләнде, тәҙрәнән ҡарап, тыуған ҡырҙары менән таныштырып ҡулын болғаны:
– Мыртый, бынау ер Өкө Буйы тип атала, арыраҡ – Серек Баһыу, офоҡҡа ҡарай һуҙылғаны – Һары Тай яланы, уға сауҡалыҡтар менән ҡайылған Һарналы Төбәк килеп ҡушыла. Һарынаның ниндәйерәк үҫемлек икәнен беләһеңме? – Үҙе үк кире ҡаҡты. – Ҡайҙа инде онотола барған ҡыр ризығын һеҙгә татып ҡарарға! Уны таныу өсөн иң әүәл үҙәк өҙөлөп асығырға кәрәк. Ә беҙҙе, ауыл халҡын, аслыҡ йылдарында үлемдән һарына тәлгеһе7 әрсәләне. – Һүҙгә ҡушылыусы булмағанғалыр, көн сыуағына ишаралап, Сәмиғулла Дәүләтбирҙин ише яманһыулап өҫтәне. – Ҡатындар йәйе килде. Ир-аттың йорт мәшәҡәттәре йәй көнө, ә бисә-сәсә аҙна-ун көн эсендә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп ҡалырға тырыша, шуға сыуаҡ көндәр ошо атама менән йөрөй ҙә инде. Сығышың менән ҡайһы яҡтанһың?.. Ә-ә-ә, күрше икәнһең. Һеҙҙә ошо мәлде, төптө хата булһа ла, әбейҙәр сыуағы тиҙәр, ә беҙҙә яңы мин әйткәнсә йөрөтәләр.
Дауаханаға килгәс тә Фазулла Тулыбаев өгөтләүҙе ҡолағына ла элмәй, еңмешлегенә барып, туҡтала-туҡтала булһа ла өсөнсө ҡатта урынлашҡан терапия бүлегенә үҙ аяҡтары менән күтәрелде, палатаға инеп, тәғәйен карауатҡа урынлашҡас, айырылырға теләмәй, эйәреп ингән миңә, күптәнге танышылай күреп, мөрәжәғәт итте:
– Мыртый, бында район үҙәгендә таныш-белештәрем юҡ самаһында, мине әүрәтеп, ингеләп-сыҡҡылап йөрө әле, ваҡыт табып…
Ваҡыт тигәнең миндә инде ул, ауылдарға саҡырыу булмағанда аша-төшә баҫып, йүгерә-атлай терапия бүлегенә күтәреләм. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ошо ҡаҡса ауыл ҡартына ҡарата ниндәйҙер эске яҡынлыҡты һиҙемләнем: һүҙҙәребеҙ ҙә берегә, янында рәхәт, ышыҡ та. Бәлки, атайһыҙ үҫкәнгә теләктәш, кәңәшсе эҙләп ир-атҡа тартылыу ғәләмәтелер.
Фазулла Тулыбаевҡа тәрән, күп яҡлы тикшереү үткәрҙеләр, шунан бәҙрәфтән башҡа ергә сығып йөрөмәҫкә ҡушып, һалып та ҡуйҙылар.
Эргәһенә ингәндә ул көрәктәй устарын башы аҫтына ҡуйып ятып тора ине, мине күргәс, тороп ултырып, таралып һибелгән сәстәрен суғырмаҡланып ҡатҡан бармаҡт-арына араланы:
– Яңы анау тимер арбаға һалып апарып ЭКГ тигән нәмә үткәрҙеләр. Төшөндөр әле шул нәмәнең асылын?
– Электрокардиограмма ул, йөрәгеңдең эшен ҡағыҙ таҫмаға яҙғандар.
– Ят инде уттай ҡыҙыу осорҙа түшәмгә төбәлеп… – Йонсоу ҡарашын палатаға яңылыш осоп инеп, сыға алмай, тәҙрә быялаһына башын төйгән күбәләккә йүнәлтте.
– Бына һеҙ һораған махорканы килтерҙем әле. Район үҙәгендә табып булманы, ауыл магазиндарының береһендә ятҡан.
– Маршанскиймы? – Фазулла, ҡыуанғандай, теремекләнеп китте. – Ызнамы шәп иткәнһең! Юғиһә һалам тәме килгән сигареттарҙы төтәтеп, ялҡып кителгәйне. Уларҙың ни тәме лә, ни көсө. Ошондайҙы ауыл кибетенә һатыусының ҡыр быуынына төшөп эҙләтеп, таптыртып ҡайтартам. Мындай нәмә башҡа урындарҙа юҡ. Әүәле Михайловка утарында йәшәгән Иван ҡорҙаштан алған самосадты баҡсала үҫтерә инем. Һиңә әйтәйем, вәт, исмаһам, тәмәке! Һурҙы ниһәң, төтөн шауҡымы шундуҡ мейегә бәрә лә үпкәләрҙе ҡороштороп ебәреп, тура эсәкте бөрөп ала. Хәҙер ундайҙы тартыр йәштә түгелмен.
– Хәлегеҙ нисек? – Урынһыҙыраҡ һорауымды бирҙем.
– Нисек, тип, шу, бер көйө инде. Килгәндән алып төрлө уколдар менән бешекләһәләр ҙә, алға китеш тойолмай. Йәнә япа-яңғыҙым ятып, үҙәккә үтә башланы. Уттай ҡыҙыу эш мәлендә кем генә бында инеп бикләнергә теләһен. Тикшергән враштарын әйтер инем, арыу ултыраһыңмы, абзый, тиәһе урынға, ауырыуымдың төбөнә төшөп белергә ынтылалар. Күкрәк ситлегендәге йөрәктең иңрәү сәбәптәрен бар төшөндөр уларға! Йөрәк, бигерәк тә ир йөрәге, сәстәрҙе салландырып, бына ошолайтып һыҙып туҙа инде ул.
Сәләмәтлеге шәптән түгелдер, ошоға ҡәҙәр гел ҡара-ҡаршы ултырып гәпләшкән Фазулла түшәгенә ҡырын ятып, аяҡтарын эсенә тартыңҡыраны:
– Кисә-бөгөн йөрәк тын алырға бирмәй, алҡымға килә лә тығыласы, ҡороғор. – Берауыҡ тын ятҡас, ғыжылдап йүтәлләп алды ла, тоноҡ шыйылдап, һүҙ башланы. – Тәүге көндән һиңә ылығыуыма ғәжәпләнмә, мыртый. Тышҡы ҡиәфәтең, һөйләшеүең, атлап йөрөүең менән малайыбыҙға бигерәк оҡшағанһың. Тәү күргәс тә, Фәйзулла ҡайтып индеме, тип аптырағандай ҙа иттем хатта. Һиңә нисә йәш әле? Ана бит, бер ҡатарһығыҙ. Малайға быйыл ҡыш егерме өс тулған булыр ине. Көтөп алған берҙән-бер бала булды ул. Мулла исемде, Фәйзулла, тип ҡушһа ла, мин дә, әсәһе лә, яратып, Танһыҡ, тип өндәштек. Ауылда ла, иптәштәре араһында ла ул шул исем менән йөрөнө. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙем. Мәктәптә лә яҡшы уҡыны, спортты үҙ итте. Армияға барам да барам, тип атлыҡты, йөрәкһене лә торҙо шу. Ауыл хужалығы институтында йөрөгән еренән уҡыуын ташлап китте лә барҙы, һауа-десант ғәскәрҙәренә эләкте. Әйткәндәй, Фәйзуллабыҙ, атайым мәрхүмгә оҡшап, кәүҙәгә ҡалын, төҫкә-башҡа сибәр, бер достоин бала ине. Армияға алынаһы кис ауыл клубы сәхнәһен дер һелкетеп эй осоноп бейене лә һуң! Бәхилләшеп ярһыуы шул булғандыр инде.
Дәртләнеп, талпынып киткәйне лә, ҡурғаш табутҡа тейәп апҡайттылар. Самолеттары һауала шартлаған. Дүрт һалдатын эйәртеп оҙата килгән әфисәр табутты асып ҡарарға ҡырҡа рөхсәт бирмәне. Ҡаты бойороп ебәргәндәрҙер, күрәһең, ярамайҙан һалдырып тик тора. Әллә унда беҙҙең малай ятҡан, әллә икенсе бер ете-яттың һөйәк-тәре, Хоҙай белә… Фәйзулланы ерләгәс, ҡәбере өҫтөнә военкомат килтергән йондоҙло ташты ҡуйған булдылар, теге һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып, автоматтарҙан залп бирҙерттеләр. Атыуҙары менән һауаны түгел, минең күкрәк ситлеген теткеләнеләрме ни! – Шул мәлде яңынан кисергәндәй, күкрәген ыуҙы. – Тора-бара ошоға саҡлы ҡайҙалығын белдермәгән йөрәк шаярғылай башланы, Йәмилә еңгәйең дә күҙ менән ҡаш араһында йоҡарып китте. Ауылда яҡын туғандар ҙа юҡ хисабында. Бер-беребеҙгә терәк булырға тырышып, икәүҙән-икәү генә көңгөр-ҡаңғыр итеп йәшәп ятҡан көн.
Уңарсы шәфҡәт туташы палатаға башын тыҡты:
– Айҙар, һиңә кисекмәҫтән вызов­ҡа сығырға!
– Ҡуҙғалайым булмаһа?
– Бар, бар, эшең шу бит. Кискәре, саҡырыу-фәлән булмаһа, ятағыңа ҡайтам, тимәһәң, хәлемде белер­һең, бәлки?
Мин ингәндә Фазулла ағайҙың кәйефе апаруҡ күтәренке ине. Ятып торһа ла, һөрәнләп ҡаршы алды:
– Махорка килтереп ҡыуандырҙың бит. Кинәнеп төтәтеп алдым, тамағым туйып ҡалғандай итте. Бындағы беҙҙе баҡҡан ҡыҙ ят еҫте һиҙеп ҡалып, әрләне-әрләүгә, нисауа, еҫкә өйрәнһә, күнер әле. Еңгәйең дә, өйләнешкәс, тартма ҡара мунса ысын, тип мышҡылдай ине лә, хәҙер, ошо мәлдә шул еҫте һағынып ултыралыр әле. – Оҙон-оҙаҡ хәбәргә күскән Фазулла ағай эргәһенән урын күрһәтте. – Утыр мынауында. Бөгөн кис беҙҙеке булырға оҡшай. Ҡабаланмай-ашыҡмай ғына сөкөрҙәшәйек. – Тумбочкаһынан аҙыҡ-түлек сығарып, алдыма теҙҙе. – Еңгәңде әйтәм, сыҙап ята буламы, килеп еткән бит. Әйҙә, һыйлан, етеш барынан.
– Рәхмәт, яңы ғына киске ашты ашаным.
– Балнистыҡынмы?
Шаяртыуға борҙом:
– Эт туйған ерендә йөрөй, тиҙәр, Фазулла ағай, тик һеҙҙең өлөшкә теймәнем.
– Салғыйға йәбешкән, өрөп теңкәгә тейгән эттәр арта барған заманда йәшәһәк тә, үҙеңде маъмайға тиңләмә, мыртый. Килеш­мәй. – Фазулла мәрәкәләүҙе ҡабул итмәй, йоҡа ирендәрен ҡымтып, шымтая биргәс, дауам итте. – Кеше тыуғас та Хоҙай Тәғәлә уның ғүмер ағышына етмәле ризыҡты алдан хәстәрләп, бүлеп ҡуя, ти. Шуға яттар өлөшөнә инеп булмай, ҡапҡан ризығың – һиңә тәғәйен Тәңре бүләге. Миңә тигәне әллә ҡалған, әллә юҡ… – Йәшәүҙән төңөлгәндәй, көтмәгәнерәк хәбәр һалды, йөҙөмә ҡунып өлгөргән күңелһеҙләнеү күләгәһен ҡыуырға теләгәндәй, өҫтәне. – Йәш саҡта тамаҡ тигәнең туймай ул, өҙлөкһөҙ ашағы килеп үҙәк өҙөлә. Шулай булғас, тартынма. – Ҡабырғалы ҡаҙыға, ҡаҡлаған ҡаҙ ботона, банкалағы яңы айыртылған ҡаймаҡҡа, йомарланған ҡыҙыл эремсеккә, ҡоротҡа, литр ярымлыҡ пластик һауытҡа тултырыл­ған ҡымыҙға ымланы.
Етем ҡорһағы ете ҡат, тигәндәй, ихласлап ризыҡҡа йомолдом, үҙем Фазулла ағайға ҡарап-ҡарап алам. Ул да ым-хәрәкәтемде һиҙҙе:
– Нишләптер тамаҡҡа аш үтеңкерәмәй ошо арала. Ә һин иғтибар итмә, мин дә яйлап ҡына семсенермен шунда. Ошо һый ҡана һуң тегендә, алғы һыҙыҡта, булһа. – Ул, әңгәмәне яңыртып, семәрләп сигелгән янсыҡ сығарҙы ла үртәлгәндәй ҡулын һелтәне. – Бында ярамай бит әле, онота ла ебәрәм. – Тәмәкеһен кире кеҫәһенә тыҡҡас, һүҙен дауам итте:
– Тегендә, Сталинградта, алғы һыҙыҡта аҙна самаһы ашарға килтермәнеләр. Ысынын ғына әйткәндә, тамаҡ ҡайғыһымы, көнөнә әллә нисә тапҡыр өҫкә менеп киләләр, атака өҫтөнә атака. Тышҡы ҡулсанан беҙҙекеләр фрицтәргә тынғылыҡ бирмәй, үҙҙәре ҡамауҙа ҡалған былар беҙгә ал-ял күрһәтмәй ҡыҫа. Пуля, снаряд, мина ярсыҡтары ямғыр һымаҡ яуа, ер йыртыла, Волга яна, тик шуныһы ғәжәп, шул мәхшәрҙә һалдат тере, тере генә түгел, ҡулынан ҡоралын төшөрмәй, йәнтәслим үлем менән яғалаша. Һинең һымаҡ үҫә барған йәштәбеҙ, үлтереп ашағы килә, хет бүре булып оло, хет эргәләге заводтан тирә-яҡҡа һибелгән кирбестәрҙе кимер. Бер көн иптәш егет снаряд туҙҙыр­ған кухня эргәһенән бүҫкә тоҡ арыш онон табып килтерҙе. Йән биргәнгә йүн биргән, әмәлен таптыҡ тәки, теге ондо ҡарға бутап ашаныҡ. Аслыҡ бер аҙ баҫылған-дай итте. Иртәгәһен таң менән немецтар атака алдынан беҙҙең позицияны утҡа тоторға кереште. Эргәмдә генә ут бағанаһы һауаға күтәрелде лә мина ярсығы уң яҡ осаны йотоп та ҡуйҙы. Башта аңымды юғалтманым, арт һыным уттай янып барһа ла, ауыртыуҙы ла тойманым, ята торғас, күп ҡан юғалтыуҙандыр инде, булмышым ҡапыл ҡара упҡынға осто. Ҡанға туҙып оҙаҡ ҡына соҡорҙа ятҡанмын, санитарҙар табып алып, подвалда урынлашҡан санчасҡа әпкигән. Оҙон рәттә сиратымды көтөп ятам. Көнө-төнө операция өҫтәленән китмәгән врачтар яралыларҙы ҡабул итеп өлгөрә алмай. Шәфҡәт туташы ярамдағы марляны көн һайын алмаштыра ла һыҙланыуға ҡаршы укол ҡаҙай. Бар күрһәткән ярҙамы шул. Ярам ҡанлы эрен менән ҡапланды. Уңарсы эске ҡулса менән тышҡыһы бергә ҡушылды. Мине тылдағы госпиталгә оҙаттылар. Баҡҡан хирург, аяғыңды ҡырҡам, юғиһә бысраҡ яраңда гангрена башлана, ти ҙә ҡуя. Хоҙай Тәғәлә үҙенә саҡырһа, барырмын, иллә аяҡты ҡырҡырға бирмәйем, тип ныҡ ҡырталаштым. Янбашымды яңынан итенә еткәнсе таҙарттылар ҙа, сәләмәт ерҙәге тиремде һуйып, ярама яптылар. Яйлап-яйлап ҡына ыңғайға киттем бит, осама ит ҡунмаһа ла, ярам бөтәште, әрнеп һыҙлауы баҫылды. Өс ай тирәһе госпиталь карауатында аунағандан һуң, комиссовать иттеләр. Ҡайтһам, бында яу яланынан яманыраҡ юҡлыҡ һәм ҡытлыҡ, емереклек. Көллө халыҡ күтән һурпаһын8 эсә. Шундуҡ билде етенән быуып, колхоз эшенә егелдем: ҡыш көнө ҡара таңдан костылға таянып йылға буйына барам да ферма малын һуғарырға мәке уям, ә аяҡтар дыулай, ҡайһы саҡ ваҡыт-ваҡыт асылып яфалаған ярам ҡанап, балаҡ еүешләнә. Йәйге осорҙа бакуйҙы алдан ярып төшөп бесән сабам. Туҡтап, яралы аяҡты алға ҡуям да ике-өс ынтылып һелтәнәм, шунан тағы баштағы хәрәкәттәр ҡабатлана. Көсөргәнеүҙән күҙ соҡорҙарынан сығырҙай була, күлдәк манма тир. Шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырышам. Артымдан минән һуң ҡайтып төшкән Фәтхулла ҡорҙаш килә. Уның уң яҡ ҡулын терһәктән түбән снаряд өҙөп алып киткән. Беләк киҫәген салғы тотҡаһына яйын килтереп ҡайыш менән бәйләп ала ла, икәүләп ярышып, сәмләнеп эшләйбеҙ. Шулай булмай та-ғы, зәғиф кенә булһаҡ та, беҙ ҙә егет йораттары бит әле. Уҙышыуыбыҙҙың да үҙенә күрә серле ғилләһе бар, күҙебеҙ ҡараҡай, ҡатма ғына Йәмиләгә төшкән. Еңгәгеҙ һайландыҡтан ҡалған ике ғәрип араһынан мине, аҡһаҡты, һайланы, кис клубта «Наза»ға бейегәндә тыпырлап, ҡаршыма килеп баҫты. Аҫҡауҙы онотоп, һыңҡылдата баҫып уртаға төш тә кит, бына бит һөйөү нишләтә! – Шул илаһи йәшлеген хәтеренә төшөргән Фазулла ағайҙың йөҙө яҡтырып китте, күҙҙәренә шуҡ осҡондар ҡунды. – Фәтхулла дошманлашып, хаслашып йөрөмәне, мәле ул түгел ине шул, күрше ауылдан ҡыҙ һайланы. Матур итеп, татыу йәшәнеләр, тик ҡорҙашым иртә китеп барҙы, ҡулы өҙөлөүҙән тыш, йәҙрә ярсығы үпкәһен үтәләй тишкәйне, өҙлөкһөҙ ҡан төкөрөп йөрөнө, яраһынан оҙаҡ киңгәне. Өйләнешкәс, мине ҡырсылыҡ бригадиры итеп ҡуйҙылар, еңгәң һауынсы эшендә йөрөнө.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)