RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тамамланмаған йыр

30.10.2015 Тамамланмаған йыр

Тамамланмаған йырМедицина училищеһын тамамлағас, армия сафына алынғансы бер йыл самаһы көньяҡ райондар­ҙың береһендә «Тиҙ ярҙам» станцияһында фельдшер булып эшләп алдым. Йәш саҡта һәр тотонғаның мауыҡтырғыс уйын менән бер бит инде ул, юҡтан ғына ҡыҙыҡ, мәҙәк, мажара эҙләйһең, табаһың.
Район үҙәгенең бер яҡ ситендәрәк урынлашҡан өс ҡатлы дауахананың аҫҡы ҡатындағы ҡыҫынҡы ғына бүлмәләрҙә урынлашҡан станцияның ике машинаһы бар ине: береһе район үҙәгендәге халыҡты хеҙмәтләндерһә, иҫкереүе еткән икенсеһе – мин йөрөгәне – тирә-яҡ ауылдарға беркетелгәйне. Әйтергә кәрәк, ҙур ғына майҙанды биләгән райондың эреле-ваҡлы ауылдары ла, таратып һибелгәндәй, береһе икенсеһенән алыҫ арала ята. Төбәктең төп билдәһе – түбәләре ҡырып алынған баштай таҡыр, тупаҡ бейек-бейек тауҙар. Шул мәғрурлыҡ урындағы халыҡтың ҡылыҡ-фиғеленә лә йоҡҡан төҫлө, улар үҙҙәрен башҡалар алдында олпат һәм абруйлы тота, хәбәрҙе лә ҡойолдороп түгел, уйлап, үлсәп һөйләйҙәр. Буй-һындары ла, башҡалар менән сағыштырғанда, бейек һәм ҡалын. Мөһабәт тау ҡушылдыҡтарына өйкөм ағаслыҡтар, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, борғаланып ауырлыҡ менән юғарыға үрмәләп, туранан тартып түбәнгә ташланған юлдар һыйынған. Юл тигәндәй, көслө ямғырҙан һуң улары ла, бигерәк тә һаҙлыҡ йә уйпат ергә килеп төртөлгәндәре, ылаулы ғына түгел, йәйәүле лә үтә алмаҫлыҡ батҡаҡҡа әүерелә. Шуға мине ҡатын-ҡыҙ медиктар ынтыла һалып бармаған йүнәлешкә тәғәйенләп ҡуйыуҙары бер ҙә ғәжәп түгел. Ул йылдарҙа телефон элемтәһе үтә лә насар ойошторолғанлыҡтан, эшем яйлы, беҙҙе һирәк, иллә берәгәйле борсойҙар. Өҫтө-өҫтөнә саҡырһалар ҙа, иҫем китә һалып бармай, тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә лә ҡайҙалыр сығып олағырға атлығып ҡына торам, юлдар өҙөлгән саҡтарҙа өшөп-туңып ҡырҙа ҡуна ҡалыу беҙ, ир-ат өсөн, ғәҙәти күренеш, резина итек кейеп алып, батҡан машинаны көсәнеп этеп сығарыу, мазутҡа болғанып, тоҡанырға теләмәгән машинаның моторында соҡоноу – күнегелгән шөғөл. Саҡырыуҙарға үҙем генә юлланһам ни асыу, яйын тура килтереп бүлектәрҙәге мәшәҡәттәренән саҡ ҡына бушыраҡ ҡыҙҙарҙы тейәп сыға ла китәм. Улары ла, тинтәк ҡонан1 артынан сапҡан елбәҙәк тайҙай, һайт, тигәнгә, тайт, тип эйәрергә әҙер. Сәфәребеҙ бик тә күңелле килеп сыға, юл буйы йырлап, көләмәстәр һөйләп, шаярып-көлөшөп барабыҙ. Ғүмерен ошо эштә үткәргән шофер Сәмиғулла ағай ҡайһы саҡ етди эште уйынға әүерелдереүебеҙҙе мөрхәтһенмәй, һалпыш ҡаштарын төйөп ҡуя-ҡуйыуын, мәгәр ауыҙ асып һүҙ өндәшмәй, ул ғына ла түгел, күңеленә ятҡан берәй йырҙы йырлап ебәрһәк, йәш сағын хәтеренә төшөрөпмөлөр, йөҙө асылып, ирәмһеп тә киткеләй. Юлда батып йә машина ватылып ҡалыу арҡаһында тотҡарланһаҡ, көндәлек эш барышына, бүлектәрҙә булып ятҡан, булырға тейеш үҙгәрештәргә хәбәрҙар баш табиптан ҡаты ғына эләгә-эләгеүен, тик тәнҡит тә бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сыға. Атайҙарса ҡыҙҙырыу ҙа өгөт- нәсихәткә тартым. Баш табип та, маңлайын сирылдырып, йыуаш фиғеленә уҫаллыҡ һыҙаттары өҫтәргә тырышып ҡабатлана килгән мыжыуын мөңгөрләй: «Хеҙмәт дисциплинаһын тупаҫ боҙған өсөн ҡатынан выговор сәпәргә ине лә, яңы ғына яҙыла башлаған биографияңды боҙғом килмәй. Һин берәҙәкте ҡасан ғына армияға алалар инде, ҡотолор инем…» Эске тойомлау менән һиҙәм, ҡотолғоһо килеүҙән ғәйре, тәртәнән сығып китмәһен был, тигән уйҙан иҫкәрмә яһауы. Уның ҡарауы, үтә лә ҡулай, өлгөр, талымһыҙ хеҙмәткәрмен, тәүлек әйләнәһенә дауахананан ҡайтып инә белмәйем, ятаҡта бәлә-кәй генә өкәлтәгем була тороп, палаталарҙың береһенән буш карауат табып ҡуна ҡалам, тейеш күреп, тартыныуһыҙ ултырып, ауырыуҙар менән бергә туҡланам. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшем дә, ашым да дауаханала. Һәммәһенә вайымһыҙ ҡарап, бошоноу белмәй, көнитмеште ожмахҡа тиңләп йәшәп ятҡанда, йәнемде һиҫкәндереп, күңелемә ғәм ойотҡоһо ҡунды, тәүге тапҡыр аңымдан йәшәү һәм үлем хаҡында шомло уй йүгереп үтте.
Төпкөл ауылдарҙың береһенә саҡырҙылар, ниндәйҙер ветеран сирләп киткән икән. Эш көнө яңы ғына башланып торғанлыҡтан, яңғыҙым ғына ҡуҙғалдым. Башта әйтеп үткән юлдашым, сменалашым Сәмиғулла Дәүләтбирҙин – аҙ һүҙле, йомоғораҡ холоҡло кеше. Өҙә-йырта һөйләгәне лә үҙе менән бергә иҫкергән, туҙған машинаһынан ары китмәй: «Карбюратор эшкә ашмай, ҡолаҡ итен ашатыуҙан һаңрауланып бөткән механикка күпме әйтелде, иғтибарға ла алмай… Хан заманынан килгән коробка ҡатлан­һа, ярты юлда туҡтап ҡалабыҙ инде… Ҡырҡ ямау резина эшлектән сыҡты…» Йәшебеҙ, кимәлебеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ тап килмәгәнлектән, уның менән һүҙ ҡуйыртыу минең өсөн ҡыҙыҡ та, кәрәк тә түгел. Уға хаҡлы ялға сығырға ике-өс ай тирәһе ваҡыт ҡалған. Шул хәбәрҙе лә ул үҙенә генә хас ҡиәфәттә, быжыр йөҙөндә үкенесле йылмайыу сағылдырып еткерҙе: «Тиҙҙән дағаларҙы ҡуптарып кон­трактацияларға2 йыйыналар…» «Кемде?» «Кемде булһын, мине, абзыйыңды!» «Ә нишләп дағаларығыҙҙы ҡуптарып?..» Бер ҡатлыланып аңшайҙым. «Иҫәпсел хужа, ғәҙәттә, һалдырылғанды яңы өйрәткән ҡырҡмыш3 тайына ҡата…» Сәмиғулла ағай – оҙон буйлы, эре һөйәкле, тулы беләктәрендәге көс-ғәйрәте ҡайтып өлгөрмәгән, мыҡты кәүҙәле ир, иллә холҡо ҡатын-ҡыҙға тартым, «ағас игәү»4легенә барып, кәрәккән-кәрәкмәгән ерҙә мыжырға әүәҫ. Әле лә ул, үҙенең оҙон-оҙаҡ зарланыуынан кәйефе китепмелер, битараф, һүнгән ҡарашын алғы тәҙрә аша тыш яҡҡа йүнәлткән дә, һүлпән хәрәкәтләнеп, баранканы улай-былай борғолай. Ә мин инде, урынымда ултырып сыҙамай, алаңлап, күңелле көй һыҙғырып киләм.
Тышта әбейҙәр сыуағының гөлтләп тоҡанған мәле: семтем болот­һоҙ төпһөҙ зәңгәр күк оло ҡаҙандай өҫтөбөҙгә түңкәрелгән, оҙатырға сыҡҡандай, юл ҡырлауында теҙелгән тәлгәш ҡайындар һап-һары ебәк күлдәктәрен кейгән, тау битләүендәге уҫаҡ, саған сауҡалыҡтары усаҡтай дөрләп яна, тотанағынан ысҡынған үрмәксе ауҙары, күкрәүһеҙ йәшнәгән йәшендәй, һауала ялт-йолт килә.
– Көҙ етте…
– Етте шул… – Йөҙөм май ҡояшылай балҡыһа ла, яуабыма үкенеү ауазы өҫтәргә тырышып, әйтелгәндәрҙе йөпләнем.
– Ул хаҡта һиңә һөйләргәме, малай…
Теге, беҙҙе саҡыртҡан ауылға еткәнсе ауыҙыбыҙға һыу уртлағандай, башҡаса өндәшмәнек.
Эҙләгән ауырыуыбыҙ Эйек йылғаһының боролмаһына һыйынып ятҡан, 20 – 30 хужалыҡтан торған ауылдың урта төшөндә йәшәй икән. Түңәүелгә күтәрелеп, ҡыйығы шифер менән көпләнгән, стеналары матур итеп аҡ балсыҡ менән ағартылған, урам яғындағы баҡсаһында алмағастары күренгән алты мөйөшлө өй матур һәм йыйнаҡ күренде. Машина туҡтау менән ишек алдындағы ҡыйыҡһыҙ күтәрмәгә йүгереп килеп сыҡҡан урта йәштәрҙәге еңел һөйәкле ҡатын беҙгә ҡарай атланы.
– Тулыбаев Фазулла ошонда йәшәйме?
– Ошонда, ошонда. Мин уның ҡатыны булам. Әйҙә, үтегеҙ… – Хужабикә, ҡунаҡ ҡаршыларға йыйынғандай, араталы ҡапҡаға барып йәбеште.
– Кәрәкмәй, беҙ ошонда ғына… – Өтәләнгән юрғалауҙы туҡтатырға иттем.
– Кәрәк! – Сәмиғулла ағай ризаһыҙ бүлдерҙе. – Хәҙер машинаны күтәрмәгә терәтеп үк ҡуям. Ауырыуҙың ни хәлдә икәнлеген белмәйһең бит әле.
Миңә, «Тиҙ ярҙам» сумаҙанын эләктереп, өй яғына йүнәлеүҙән башҡа сара ҡалманы. Тупһа янында ятҡан ялбыр йөнлө этте шәйләп, туҡтап ҡалдым. Теге, шөрләүемде күреп, ваҡытлы килдең, үт, тигәндәй, ҡойроғо менән инер юлымды һепереп, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта бойоҡ күҙҙәре менән төбәлде.
Фазулла Тулыбаев өйҙөң төп яғындағы стена ҡырына урынлаштырылған карауатҡа йәйелгән түшәктә ятып тора икән. Мин күренеү менән ул ауырлыҡ менән ҡалҡып ултырып, һалындырған аяҡтарына шипатайҙарын ҡатҡас, танырға теләгәндәй, берауыҡ тексәйҙе лә, яңылышыуына төшөнгәндәй, ауыр көрһөндө. Ир – йоҡа кәүҙәле, асҡалаҡ яңаҡлы, бөркөт суҡышылай аҫҡа һалынған ҡырлас танаулы, яҫы маңлайлы, ҙур һоро күҙле, йоҡа сәстәренә һиҙелеп сал ҡунған әҙәм.
– Ҡайһы ерегеҙ ауырта? – Сумаҙанымдағы кәрәк-яраҡтарымды сығарып, түшәк ситенән урын алдым.
– Нишләптер кисәнән бирле йөрәк урынында түгел, ҡәһәрең…
– Күлдәгегеҙҙе ҡалҡытығыҙ ҙа кире ятығыҙ. Тыңлап ҡарайыҡ.
Фонендоскопты йөрәк нөктәләренә ҡуйып тыңлай башланым, тик унда йылға ағымына тартым ҡан шауынан башҡа нәмә ишетмәнем. «Миокард инфаркты алдынан була торған билдә. Хәле үтә мөшкөл…»
Тыныс ҡалырға тырышып, тәҡдим иттем:
– Ятып тороғоҙ. Хәҙер укол ҡаҙайым да һеҙҙе район дауаханаһына алып китербеҙ.
– Бында ғына булмаймы? – Фазулла йөҙөн хафалы йыйырҙы. – Дауалар яҙып бирегеҙ ҙә. Көҙгөлөккә тип әҙерләгән күбәләр һаман ташылмаған. Малды теүәлләп, ҡураға индерәһе бар. Картуфтың да яртыһын ғына ҡаҙҙыҡ.
– Һеҙгә дауаханала бер аҙ дауаланып алырға кәрәк! – Шулай тинем дә, беләккә укол эшләгәс, ҡәтғи күрһәтмәмде бирҙем. – Йыйынығыҙ! – Һуңғыһы ишек төбөндә беҙгә өмөтләнеп баҡҡан, тышҡы ҡиәфәте менән иренә оҡшаған ҡатынға төбәлгәйне.
– Миңә ни булыр тиһең, һуғышта бирешмәгәнде, – Фазулла тиҫкәре бала ише киреләнде. – Күренермен әле балнисҡа, һуңғараҡ, һуғымды һуйып, кәбәндәрҙе һарай янына тарттырғас.
– Враш әйткәс, барып ҡайт, атаһы. Шулай кәрәктер. Улар беләлер. – Ҡатын, йыйынырға әҙерлеген белдереп, урынында тыбызыҡланы.
– Белә, белмәй ҙә. Тегендә, һуғышта саҡта, хәрби хирург аяғымды төбөнән ҡырҡырға йәтәхәнләнде5. Әгәр шул саҡта рөхсәт бирһәм, бөгөн һыңар аяҡ менән тумраңлар инем әле. – Шулай ҙа ҡайтымһаҡланып, әйтелгәндәргә күнгәндәй, урынынан торҙо.
– Һеҙгә ярамай, ятығыҙ! – Аш өйҙә ишек төбөнә ултырғыс тартып һаҡҡан шоферға өндәштем. – Сәмиғулла Мостафич, тиҙ генә носилканы индерегеҙ әле! – Көнөм төшһә, уға шулай ололап, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып өндәшәм. Хупҡа эйәргән аумаҡайға етә ҡала, һары майҙай ирей ҙә китә, ни алып ни биререн белмәй. Был юлы ла өлтөрәп, урынынан ҡалҡты.
– Кәрәкмәй, тинем бит! Миңә ни булыр тиһең! – Фазулла баяраҡ әйткәнен ҡабатланы. – Күрше-тирәне, ауылдаштарҙы ғауғаға һалып тейәлеп китәйемме? – Аҫҡаңлап йөрөп майкаһын, күлдәген алмаштырҙы, шифоньерҙан сығарып, орден-миҙалдар тағылған пинжәгенең салбарын кейҙе.
– Ҡарт, кәстүмеңде лә…
– Парадҡа бармайым, кәзә дебетенән бәйләнгән свитерҙы, йөн ойоҡбаштарҙы килтер, нишләптер өшөтә. – Фазулла әйтеп бөтөргә бирмәй, үҙенекен теҙҙе.
Мөштөрләп йөрөп, ниһайәт, төйнәнеп бөттөләр. Оло юлға йыйыныр алдынан башҡарылған йоланы үтәп, ҡушарлап, бер-береһенә һыйыныңҡырап, урындыҡ ситенә һаҡтылар. Ир шау тарамыш ҡулдарын салбары аша ослайып күренгән тубыҡтарының араһына төшөргән, ҡатын алъяпҡыс итәген тартыштыра, сал сәстәре күренгән яулығын төҙәтештерә. Башымдан әсенеүле уй йүгереп үтте: «Яңғыҙ ҡалған әсәйем ошо мәлдә, ошо ҡиәфәттә юлға ҡарап, өңөлөп, мине көтөп тормаймы икән?.. Ҡайтҡас та хат яҙып һалайым әле, айҙың аҙағында ялһыҙ эшләп йыйылған көндәрем иҫәбенә ҡайтып та килермен. Буш ҡул йөрөүҙе ҡуйып, күстәнәс, бүләк тә алырмын…»
– Барғас та ҡапҡыларға ашанты һалманымсы, – тине хужабикә.
– Уныһы тегендә етерлектер. Ниғмәт күршегә йәүкәләмәһәң булмаҫ, Бурылды6 апарып, көн һайын Аҡташ туғайына тышаһын, юғиһә өйҙәге бесәнгә барымһыҙ, һайланып, ирәүәндә утларға ярата. Йәнә уны һолонан өҙмә, мөҙөртмә. Тегендә оҙаҡламам, аҙна-ун көн яҙған уколдарын алып, дарыуҙарын эсермен дә ҡайтып та төшөрмөн.
– Шулай ғына була күрһен инде, – ҡатыны ирен ҡеүәтләне лә, китергә ваҡыт еткәнлекте белдереп, артҡараҡ шылған яулығын төҙәтеп япты, аяҡтарындағы сөм калуштарының өҫтөн усы менән һыпырҙы. Хужа ишек төбөнә килгәс, хушлашҡандай итеп, стенаға ҙурайтып эленгән, был икәүгә шыпа ла оҡшамаған һылыу һалдат фотоһүрәтенә күҙ атты.
Фазулла салондың алғы ултыр­ғысына ултырҙы ла, асыҡ ишеккә башын тығып, унан айырылырға теләмәгән ҡатынына өндәште:
– Йәмилә, һин үҙеңде үҙең хәстәрлә инде, өй тирәһендәге бөтмәҫ эште ослайым тип, эләгеп-йығылма. Картуф та ятып торһон, ҡайтҡас, икәүләп… Аҡтырнаҡты, – хужабикәнең аяҡтарына һырпаланған эткә ымланы, – бәйгә ҡуй, уға ирек бирһәң, район үҙәгенә саҡлы сабыр.
Тегеһе һүҙһеҙ баш һелкте.
«Әсәйемдең исеме лә Йәмилә бит. Бөтә Йәмиләләр ҙә сал сәсле, сабыр, күндәм холоҡло, хәстәрҙәре менән көндө төнгә ялғаған эшсән буламы икән әллә?..» Килгәндән алып уйым ауылда ҡалған яңғыҙ әсәйем тирәһендә уралды.

(Дауамы бар).
Хәйҙәр ТАПАҠОВ










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)