RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең”

24.10.2015 “Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең”

Яратҡан кешемә

“Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең”Йөрәгемә ҡан һауҙырып
Ташлап киттең мине, йәнем,
Һинең менән һаман бергә,
Яңғыҙ аҡҡош – бары тәнем….
Боҙҙай һалҡын йәнһеҙ тәнең,
Иретермен тыным менән.
Кәүҙәң янда, әммә үҙең
Юҡһың инде минең менән.
Юҡһың инде минең менән…
Яндарымда боҙҙай туңған
Һалҡын, йәнһеҙ тәнең генә,
Боҙ ҡаҙала йөрәгемә,
Яндарымда тәнең генә,
Боҙҙай һалҡын тәнең генә…
Һинең янға осор инем,
Ҡулдарымды ҡанат итеп,
Тотоп тора һуңғы һүҙең:
«Әсәһе, үҙеңде һаҡла!»
«Йәшә, бәғерем, минең өсөн,
Балаларға булып ҡалҡан!»
Йөрәгемде һурып алып,
Бирер инем, йәнем, һиңә.
Һинһеҙ тормош – тормош түгел,
Һинһеҙ йәшәү ниңә миңә?!
Һинһеҙ тормош ниңә миңә?!
Балаларым – ҡолондарым
Тотоп тора ҡулдарымдан,
Тик, йәнкәйем, үҙең генә
Китеп барҙың яндарымдан.
Ҡанға мансып таңдарымды
Китеп барҙың яндарымдан…
Үткән ғүмер төштәй генә,
Иркәләттең, йәнем, мине,
Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡтай,
Ғазап-ҡайғы белмәй инем,
Бәлә-ҡаза күрмәй инем…
Яҡшы аттай саптың һәр саҡ,
Китереңде һиҙгәнһеңдер,
Ҙур эштәрҙе бөтөргәс тә,
Китәм, йәнем, тигәнһеңдер…
Һинән башҡа миңә, йәнем,
Алтын һарай оя түгел,
Һинһеҙ, берҙән-берем минең,
Ҡара ҡайғы – күңел түрем…

* * *
Мин беләмен…
Донъям китек,
Йөрәгем таш,
Килеп тулды
Һары һағыш.
Ҡара ҡайғы
Килеп баҡты.
Аяғымдан
Һуғып йыҡты…
Мин китәмен,
Бөгөләмен,
Туҡтай алмай
Түгеләмен…
Йәшәү кәрәк,
Әммә ләкин
Мин бөләмен,
Мин үләмен…
Тәнем түгел,
Йәнем үлә,
Әйтерһең дә,
Йәшәү әйтә:
«Күпме алдың –
Инде түлә!..»
Тәнем түгел,
Йәнем үлә.
Мин китәмен,
Бөгөләмен,
Мин бөләмен…

Һиңә…

Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең,
Инде яҙҙарҙы мин көтмәйем.
Өҙөлөп-өҙөлөп саҡырһаң да,
йәнем,
Яндарыңа әле китмәйем.

Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең,
Яҙҙарымдан наҙҙар тапмайым.
Өҙөлөп-өҙөлөп һағынһам да
һине,
Яндарыма инде ҡайтмайһың…

Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең,
Яҙҙар инде мине йылытмай.
Һине юҡһыныуым,
һағыныуҙарым
Аҫылынған ҡара болоттай.
Яҙҙар инде мине йылытмай,
Юҡһыныуым – ҡара болоттай…

Шәүрә МУСИНА.
Шишмә районы,
Түбәнге Хәжәт ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)