RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шоңҡар төбәге

23.10.2015 Шоңҡар төбәге

Шоңҡар төбәгеҒәлиғужа ҡарт биҙрә шылты­раған­ға һиҫкәнеп уянып китте. Билен ыуа-ыуа, ыңғырашыңҡырап ҡуҙғалды ла, тороп, тупһаға сыҡты. Таң. Әбейе һыйыр һауа, буғай. Ғәлиғужа, тамағын ҡырып, тупһаға ултырмаҡсы ғына булғайны, кәртәләге ҡола бейә, уның тауышын ишетеп, мин дә бында, тигәндәй, бышҡырып ебәрҙе.
Таралып бөтмәгән иртәнге күк томан саған кәртәлә торған сысҡан һыртлы ҡола бейәне әкиәттәге аҡбуҙат кеүек күрһәтә. Йылға буйынан иҫкән ел уның ялын, иркәләгән кеүек, туҙғыта. Был күренеш былай ҙа матур иртәгә, ысынлап та, мөғжизәүи төҫ бирә. Ат үҙе ниңәлер тыныс түгел һымаҡ. Кеше аңларлыҡ һөйләшә белһә, хужаһына бәйән итер ине уйҙарын.
Ул кәртәгә күкрәге менән терәлеп, йылға буйындағы яланда ысыҡтан йомшарған йәшел үлән уртлап йөрөгән ҡолонло бейәгә ҡарап тора ине. Шул ҡолондоң әсәһе эргәһендә ҡойроҡ сәнсеп сабыулап уйнағанын күреп, үҙенең ҡолон сағын иҫенә төшөрҙө. Тыныс, рәхәт, уйна ла уйна инде.
Ҡола бейәнең әсәһе заманында бәйгеләрҙә ал бирмәгән сая сабыш аты булды. Был билдәлелек, мәле еткәс, Шоңҡарға ла күсте. Эйе, Шоңҡар ҡушаматы үҙенә килешеп тора. Тәүге тапҡыр был ҡолаҡҡа ятышлы исемде үҙенә хужаһының өлкән ейәне әйткәйне. Үҫмер генә малай сағынан Салауатты һабантуйҙарҙа еңеүсе итеп әҙ ҡыуандырманы Шоңҡар. Әммә кешеләр ҙә, ҡолондар кеүек, ғәмһеҙ бала сағынан тиҙ айырыла. Рәхәт, тыныс, уйнар ғына мәлдәрҙе донъяла була торған башҡа ваҡиғалар алмаштыра. Шоңҡарҙың күҙен ҡыҙҙырып уйнаған баяғы ҡолондо ла, ваҡыты еткәс, әсәһенән айырасаҡтар, хатта кәртәләре лә күрше булмауы ихтимал…

* * *
Бына хәҙер нисәмә йыл беренселекте алып килгән ҡола бейә быйыл үҙен һабантуйға алып бармаясаҡтарын ниндәйҙер бер эске тойғо менән һиҙҙе. Башын сайҡай-сайҡай байрам үткәрелә торған төбәк яғына ҡарап, танау тишектәре киңәйеп, киң күкрәге менән кәртәгә килеп, терәлеп-терәлеп ала ине. Гүйә, мине, мине ҡалдырмағыҙ, тигән төҫлө.
Көтөү китте. Ғәлиғужа ҡарттарға эйәрле ат менгән килеш колхоз рәйесе килеп туҡтаны. Сыбыртҡыһын дүрткә бөкләп, итек ҡунысына шапылдатып һуға-һуға, Ғәлиғужа ағай, тип һөрәнләне. Хужа һалмаҡ атлап ҡаршы сыҡты.
– Бына шулай, ағай, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, быйылдан һинең бейәңде ялға ебәрәбеҙ. Күрше райондан уға йәш алмашсы алып ҡайттыҡ, – рәйестең һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан башлаған һүҙенең аҙағы ошолайыраҡ булды.
Шоңҡарҙың район һабантуйында колхозға дан һәм шөһрәт килтереүе күп тапҡыр ҡабатланды. Һуңғы бер-ике йылда ғына өмөттәрен бигүк аҡлай алмағайны. Кешеләр сабыр­һыҙ ҙа һуң!
Ғәлиғужа аяғы менән ер тырнап торған бейәһенә ҡарай-ҡарай, өйөнә инде.
Бөгөн – һабантуй. Ауылдан ярай­һы алыҫ булһа ла, был төбәк ус төбөндәгеләй кеүек күренә. Исеме лә юҡ инде, төбәк, ти ҙә ҡуялар. Ситкә китһәң, төштәреңә инерлек был ерҙәрҙәге һәр гүзәл мөйөшкә исем-атама биреп бөтөп буламы! Йә Һабантуй яланы, йә Төбәк тип кенә ҡәнәғәтләнәләр.
Һабантуй башланыуға арыу ғына ваҡыт үтһә лә, кеше һаман ағыла ине әле. Ҡырмыҫҡа иләүе кеүек мыжғыған байрам кәйефле халыҡҡа көнө лә матур. Хәйер, көн ниндәй булһа ла, һабантуй һабантуй инде, көтөп алынған байрам. Ҡарап торһаң, хайран бер тамаша. Алыҫтан, майҙандан ситтәрәк туғай тирәләп теҙелеп киткән ҙур-ҙур ҡаҙандар боҫрағаны күренә. Елгә бәүелгән бейек бағана осондағы бүләктәр күҙҙе ҡыҙҙыра, көрәш батырына инселәп, күләгәлә бәйләп ҡуйылған тәкә ара-тирә көр тауышы менән майҙан яңғыратып ала. Оло аҡ тирмәнән аллы-артлы сығып-инеп йөрөгән милли кейемдәге еңгә-апайҙар боронғо йәйләү тормошон хәтерләтә. Уйын-көлкө, балалар сыр-сыуы, тағы ла күҙ күреме ергә теҙелгән машиналар, ат-арба… Ҡолаҡ һалһаң, хатта ҡоштар тынып, ошо күренеште күҙәткән кеүек.

* * *
Иғлан-фәлән булмаһа ла, халыҡтың бер өлөшө үҙенән-үҙе бәйге аттарының финиш һыҙығына табан ыңғайланы.
Ә был ваҡытта сабыш аттары түҙемһеҙлек менән бер урында эркелә ине. Старт көтөп торған аттар береһенән-береһе матур. Ана, бер йәш кенә егет менгән һөлөк кеүек ҡара айғыр, оҙон ҡара ялын елберләтеп, урынында бейеп кенә тора. Ә эргәһендәге ерән ҡашҡа, муйынын дуғаландырып, ауыҙлығын сәйнәп, сыҙамай сәбәләнә. Яңы килеп ҡушылған туры бейә стартҡа туҡтай алмайынса һыбайлылар төркөмөн урап, бер әйләнеп, күҙҙәре аларып ер тырнап торған бейек кенә күк атҡа килеп бәрелде. Ҡойроҡ сәнсеп торған тәбәнәк кенә буйлы алмасыбар атты өҫтөндә ултырған малайға баш бирмәгәнгә теҙгененән оло йәштәрҙәге ир тотоп тынысландырып тора. Берәм-бөртөкләп күҙ һалһаң, һоҡланыуҙан күңелең тулыр төҫлө.
Команда булыу менән аттар кемуҙарҙан уҡтай алға ынтылды. Арттарынан сиҙәм киҫәктәре һәм саң болото күтәрелеп ҡалды. Был мәлде йөрәк тә урынынан ҡуба кеүек. Малҡайҙар ни уйлап, ни кисерәлер?!
Һайт-һайтлап аттарын ҡыуған һыбайлылар үҙҙәре рәтенә тәү ҡарамаҡҡа таныш та, әммә нимәһе менәндер бөтөнләй икенсе лә йәнә бер саптарҙың килеп ҡушылыуын башта һиҙмәнеләр ҙә шикелле. Был Шоңҡар ине. Бая кәртәгә һыя алмай ярһып тора торғас, үҙенең иреккә килеп сыҡҡанын да тоймай, һабантуй төбәгенә сапты бит ул. Бәйгеселәрҙең ҡуҙғалғанын да күрҙе һәм туп-тура улар артынан төштө. Бары тик өҫтөндә үҙен дәртләндереүсеһе генә юҡ ине.
Бәйгегә сығыу Шоңҡарҙың ҡанына һеңгән. Алда – юл, бары юл. Был ваҡытта эргәләге саптарҙар ҙа, елгә башын болғаған ағастар ҙа, алыҫта күгәреп ятҡан тауҙар ҙа юҡҡа сыҡҡандай. Үҙенең йөрәк ҡағышын ишетәме икән әле?
…Барыһын да уҙып киткәс, Шоңҡарҙың күҙ алдары ҡараңғыланды. Инде ул алдында юлды түгел, ә ҡолон сағын күрҙе. Тыныс, иркен, уйна ла уйна. Әсәйең янында ҡәҙерле йәнһең, ҡурсаулыһың. Ул мәлдә әле алдағы көндәреңдәге һанһыҙ бәйгеләр ҙә, дыңғыр-дыңғыр арбалар ҙа, ауыр-ауыр йөктәр ҙә, урынлы-урынһыҙ тейгән сыбыртҡылар ҙа күҙ алдыңа килмәй.
Шоңҡар ҡуҙғышҡан, тауышлан­ған, дәртләндергән халыҡ төркөмөн дә шәйләмәне кеүек. Финиш алдына килеп йығылып китеүенә, өҫтөнән боҫ сығып ятһа ла, йөрәге туҡтағайны инде.
Ғәлиғужа ҡарт атының башын ҡосаҡлап илап ултырғанда, Шоңҡарҙың ике алғы аяғы ла финиш һыҙығынан үтеп ята ине.
Бындай хәлде күргәндәре лә булманы. Һабан туйының башҡа уйын-көлкөһө лә бер мәлгә онотолоп торҙо шикелле. Финиш янында артыҡ тауышһыҙ ғына ғауғалаштылар. Бәйге еңеүсеһен дә билдәләргә кәрәк бит әле. Шоңҡар бүтәндәр­ҙе байтаҡ артта ҡалдырғайны шул.
Халыҡ фекере икегә бүленде. Бер төркөм – Шоңҡар яҡлы. Беренсе урын уға тейеш. Икенселәр, Шоңҡар кешеһеҙ сапҡан һәм исемлектә булмаған, тип, унан һуң килгән, хәҙер инде аптыраулы ҡарашын һуҙылып ятҡан малҡайға төбәгән бәйгесене яҡлашты.
Шау-шыу оло йәштәге ҡарт алғараҡ сыҡҡас баҫыла бирҙе.
– Йәмәғәт, – тине йөҙөн йыйырсыҡ баҫҡан уйсан күҙле ҡарт. Геү килгән халыҡ тымып ҡалды. – Беҙ әле генә үтә һирәк була торған ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Ҡола бейә үҙенең асылына тоғролоғон күрһәтте, сабыш аты икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Старттан иң аҙаҡтан киткән булһа ла, барыһын да уҙып, финишҡа беренсе килеп етеп, йөрәге ярылып тәгәрәне. Күрәһең, хайуанҡай өсөн өҫтөндә һыбайлыһы булыуы ла, мотлаҡ старт бирелеүе лә, хатта ниндәйҙер исемлеккә инеү-инмәүе лә мөһим булмаған. Беҙ, кешеләр, үҙебеҙгә хас тәртип менән йәшәгән кеүек, бүтән йән эйәләренең дә тормош маҡсаттары, хыялдары була торғандыр. Шоңҡарға, тимәк, һуңғы һулышын тап бөгөнгө байрамда, тап ошо финиш һыҙығында алырға яҙған.
Аҡһаҡал тамаҡ ҡырҙы. Күңеле тулғанын шулай йәшерҙе ул. Һүҙен йомғаҡлар алдынан әле генә Шоңҡар сабып үткән ҡырҙы байҡаны ла:
– Шундай сабыш атының исемен мәңгеләштерер өсөн беҙҙең һабантуй үткәрә торған исемһеҙ төбәккә үҙенең йәнен биргән легендар Шоңҡарҙың исемен ҡушайыҡ, – тип тәҡдимен әйтте.
Халыҡ яңынан геү килеп, хуплап, оҙаҡ итеп ҡул сапты. Һабантуй дауам итте.
...Кискә табан Шоңҡар төбәге яғына ҡарағанда, Ғәлиғужа ҡарттың күҙҙәре, шатлыҡтанмы, ҡайғынанмы, дымланғайны.

Фәрит ЮНЫСОВ.

Фәрит Юнысов – Әлшәй ра­йонының Һарыш ауылынан. Үкенескә күрә, был донъянан ваҡытһыҙ китеп барҙы. Аллаһы Тәғәлә унан риза булһын, яҡындарына сабырлыҡ бирһен.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)