RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәмил ЙӘНБӘК: “Әҙәм булып, әйҙә, ҡалайыҡ! Ҡотолоу юлҡайҙарын табайыҡ!”

10.10.2015 Рәмил ЙӘНБӘК: “Әҙәм булып, әйҙә, ҡалайыҡ! Ҡотолоу юлҡайҙарын табайыҡ!”

Түҙемлек

Өмөт ҡанаттарым ҡайырылһа,
Ваз кисерҙәй булам донъянан.
Нахаҡ һүҙҙәр, ғәйбәт
ишеттемме,
Күкрәгемдә нәфрәт ҡуҙғала.

Дуҫтың хыянаты йөрәгемә
Утлы хәнйәр булып ҡаҙалды.
Шыңшыған эт төҫлө, ялап яттым
Мөхәббәттә алған ярамды.

Ҡаным ташты, ғәзиз илкәйемде
Тере килеш киҫкәс өлөшкә.
Йылдар үтеп, йәнем
бешеләнде –
Ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәй.

Ауырлыҡтар иңде баҫа алмаҫ,
Тормоштан да инде биҙмәҫмен.
Яҙмыш ҡына шатлыҡтарын
йәлләй.
Шикләнәлер: бәлки,
түҙмәҫмен...

Хәүеф

Таш диуарҙай йорттар төҙөп
ҡуйып,
Таш юрғанға урап урамды.
Таш эсендә йәшәй әҙәм заты –
Тик һағына үҙе урманды.

Еңел машинала етеҙ елеп,
Үтһәк тә беҙ оҙон юлдарҙы.
Хыял һәм йырҙарҙа – һағыш
ҡатыш –
Күккә күтәрәбеҙ толпарҙы.

Ағым һыуҙар бикле торбаларҙа,
Газ-төтөнлө һулар һауабыҙ.
Танһыҡ итеп ҡырға сығабыҙ ҙа
Йәшел үләндәргә ауабыҙ.

Үҙ-үҙенә кеше дошмандыр ул:
Киләсәген тамсы уйламай.
Алғы быуындарға күҙ һалыуҙан
Хәүеф ҡаплап, уйым буйламай.

Боронғоға, эйе, юлдар ябыҡ,
Тарих тәгәрләмәй кирегә.
Әммә алда, бәндәм, нимә көтә?
Бүләләргә нимә тиергә?

* * *
Күҙҙәрең тулы моң-һағыш –
Яҙмышың сағыламы?
Йөҙҙәрең тулы ал нурҙар –
Ҡояштан яғыламы?
Төҫ-һыныңда ғорурлыҡ бар –
Тормошоң һынауылыр,
Һүҙҙәрең бик һайламышлы –
Яҙмышың һырлауылыр.

Дәртем бар ҙа – күңел ҡурҡа:
Мин тағы һуңлағанмын.
Кис уңмағас мөхәббәттән –
Бөгөн дә уңмағанмын.

Өмөтләнәм

Өмөтләнмә, күңеле башҡала,
тип
Төңөлдәрмәк һинән дуҫтарым.
Ә мин өмөтләнәм,
Ә мин көтөп ҡалам,
Бер һайрар, тип, һөйөү
ҡоштары.

Өмөтләнмә, йәшлек яҙың үткән,
Тиһәләр ҙә миңә яҡындар.
Һинһеҙ ни ҡылайым,
Һиңә тиң булайым –
Йөрәккәйем тулы ялҡынға.

Өмөтләнмә, тиеп гөлдәремә –
Хистәремә һиптең һалҡын һыу.
Ә мин өмөтләнәм,
Ә мин көтөп ҡалам –
Үтер әле, үтер болоҡһоу...

Әйтер инем...

Юҡ, элекке түгел һинең күҙҙәр –
Мине һөйгән, миңә ышанған.
Унан бирле күпме йөҙҙәр күреп,
Күпме йылдар унда ҡышлаған.


Һүнгән күҙҙәр, йөҙҙәр, дежур
һүҙҙәр –
Йәш ваҡыттың ҡалған ярсығы.
Дөпөлдәмәй хистән
йөрәктәр ҙә,
Төшкән һынауҙарҙан талсығып.

Ҡалтырамай ҡулдар йөрөгәндә
Кәрәк-кәрәкмәгән урында.
Мөхәббәтле, дәртле йыр ҙа
тыумаҫ
Һинең менән минең турында.

Бер ни ҡабатланмай, кире
ҡайтмай
Ер йөҙөндә, бөтә ғаләмдә.
Шашҡан һөйөү йырын
үҙҙәренсә
Дауам итһен бүтән ҡәләмдәр.

Йәш егеттәр,
йәш ҡыҙҙар


Тағы, тағы бейегеҙсе,
Йәш егеттәр, йәш ҡыҙҙар!
һеҙҙең хискә, һеҙҙең дәрткә
Ниндәй иҙәндәр сыҙар?!

Тағы, тағы һөйөгөҙсө,
Йәш егеттәр, йәш ҡыҙҙар!
Мөхәббәт мәңге булһа ла,
Һеҙҙән дә бер саҡ уҙыр.

Мәңге, мәңге йәшәгеҙсе,
Йәш егеттәр, йәш ҡыҙҙар!
Йәшлеккә һәм мөхәббәткә
Мәңгегә күҙем ҡыҙыр.

Ике икең

Ике ерҙә ике туй шаулатып,
Ике дуҫ өйләнде – ике пар.

Йәнәш кенә ике өй һалынды,
Кәртә-ҡура. һыйыр икешәр.

Икешәр ул тапты ике килен,
Икешәр ҡыҙ йортта иланы.
Ике икең – дүртме?! Ике ир
Боҙа алмаҫ инде йоланы:

Тәүге ике шатлыҡ килгәнендә
“Икешәр йөҙ” генә ҡаптылар.
“Ике икең – дүрт”, – тип әйтергә
Ике тапҡыр һылтау таптылар.

Ҡыҙлы булыу нескә эш икәнен
Тиҙ аңланы ике ир-егет.
Икешәре ике ярты алғас,
Һелтәнеләр типә-тиң итеп.

Ике ҡатын, ике аҫыл ирҙән
Яуып торғас маҡтау һүҙҙәре,
Берен-бере ҡыҫтап, ике тапҡыр
Ирҙәр менән бокал түңкәрҙе.

Ике өй ҙә шул ике арала
Ике быуа ҡунаҡ һыйланы.
Тағы саҡырҙылар ике ҡабат,
Ике тиҫтә шешә ҡуйғаны.

...Ике аршын һүҙҙәр теҙеү
артыҡ:
Ике икең барыбер дүрт була.
Ике йомарт ир һәм ике ҡатын
Ике йыл гөрләйҙәр. Йорт туҙа.

Ике баш та ике муйын ғына
Күҙен ала алмай аҡбаштан.
Үгеҙ үлһә: “Ит!” – тип
шатланалар,
Ҡайғы йыуа – себеш аҙашһа.
Йәнә ике йылдан ике йорттоң
Төтәмәне ике мөрйәһе.
Ике ирҙең бере һыуға батты,
Икенсеһе утта көйрәне.

Ике килен – ике килендәш тә...
Уларға һуң әле нисә йәш?
Бере хәҙер “һары йорт”та ятһа,
Таш зинданда бере кисә йәш.

Ике икең... Дүрт ҡыҙ дүрт
тарафта,
Ике икең... Ҡайҙа дүрт малай?
Берәү аҫылынған. Берәү эсә.
Кеме алйот. Буры йорт талай.

Ике мөхәббәттән – ике ус көл.
Ике һөйөү була икесә.
Ике икең нисә икәнлеген
Ике һөйләү артыҡ, минеңсә.

Асырғаныу

Көн аралаш гәзит биттәрендә,
Ҡара һыҙыҡтарға уралып,
Шомло хәбәр, хәтәр хәбәр сыға,
Йөрәк ҡала ҡырҡҡа туралып.

Ил ағаһы булыр ағайҙарым
Шулай уҡ та кәмеп барамы?
Эскәйемде бер уй әсендерә:
Ә мин үҙем нигә яраным?

Халҡым миктәп, ерем
етемһерәй –
Дәртләндерер ҡайҙа ораным?
Ялпыларҙы яҡлап һүҙ
әйттемме?
Бер мәшәүме әллә торғаным?

Иңрәп-һыҡрап ошо
һорауҙарҙан,
Уҙған ғүмеремде ураным.
Ситкә этеп һал да хәмереңде,
Һин дә уйлан әле, туғаным:

Дер һелкетеп донъя көтөр
саҡта,
Күкрәк кирер саҡта шатлыҡтан –
Нишләп һуң беҙ ҡалдыҡ
меҫкенләнеп,
Ниңә көлдөрәбеҙ башҡорттан?

Ҡайҙа беҙҙә милләт ғорурлығы,
Бабаларҙан ҡалған аманат?
Һиңә, миңә, уға һоҡланһындар,
Сығармайыҡ ҡабат яманат.
Ят ҡылыҡтар, юлдан яҙлығыуҙар
Етер инде. һабаҡ алайыҡ...
Асырғанып,
Ҡайтып асылдарға,
Әҙәм булып, әйҙә, ҡалайыҡ!
Ҡотолоу юлҡайҙарын табайыҡ!

Буталыш

Дуҫ тигәнем, дошман
булмаһа ла,
Ауыр саҡта яурын ҡуйманы.
Барыбер ҙә йөрәк – изгелекте,
Өмөттәрен күңел юйманы.

Дошман тигән, дуҫ уҡ
булмаһа ла,
Ярҙам ҡулы һуҙҙы ҡыйында.
Шуғалыр ҙа моңһоу ҡыуаныстан
Күҙҙәремә йәштәр йыйылған.

Йылдар үткән һайын, дуҫ,
дошманды
Бутап ҡуям никтер һаман да.
Хәйер, мин генәме?!
Буталған ил.
Буталышып бөткән замандар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)