18.09.2015 Көндәлегем, тыңла мине!
23.06.2007. Һөйгәнем!
Ғәфү ит мине барыһы өсөн дә! Һинең кеүек кеше менән осрашып та үҙемде камил кеше кеүек тота алмағаным өсөн! Һине тормош юлымда осратҡаным өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтәм! Һин – минең бәхетем. Ҙур бәхетем. Бик һирәк осрашһаҡ та, шул семтем бәхеттең мәғәнәһе бик ҙур.
Үҙемде күңелһеҙ уйҙар менән өҙгөләйем. Артабан йәшәргә кәрәк, тик нисек? Күрәһең, мин бәләкәй саҡтан үҙемә ҙур маҡсаттар ҡуйғанмындыр. Шуға ла үҙемде бер ҡасан да ҡәнәғәт итеп тоя алмайымдыр. Юғиһә күптән берәйһенә кейәүгә сығып, балалар үҫтереп йәшәп ятыр инем һәм бүтәненә төкөрөр инем.
Йә, ярай, тыныслан! Уның ғаиләһе, балалары бар. Үҙ тормошо менән йәшәһен, бәхетле булһын! Эйе, бәхетле булһын. Сөнки һин уны яратаһың һәм тик яҡшылыҡ теләйһең. Һиңә лә бәхеттән өлөш тейҙе бит инде.
Барыбер киләсәктә бәхетле булыуыма ышанам. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң.
05.07.2007. Бөгөн Колин Маккалоуҙың «Поющие в терновнике» китабын иғтибар менән уҡығас, шундай һүҙҙәрҙе айырыуса яҙғым килә: «Иң яҡшыһы оло ғазаптар менән генә һатып алына» («Ибо все лучшее покупается лишь ценою великого страдания...»).
Мин ысынлап яратам. Йәнем һәм тәнем менән. Ыҙаланһам да түҙергә кәрәк. Бер семтем бәхет өсөн түҙергә һәм көрәшергә!
Шул китаптың эпиграфын тулыһынса яҙам:
«Шундай риүәйәт бар – үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына йырлаусы ҡош тураһында, әммә донъяла унан да матурыраҡ һайраусы ҡош юҡ. Бер мәл ул ояһын ташлап китә лә күгән ҡыуағын эҙләп оса, шул ҡыуаҡты тапмайынса тынысланмай. Сәнскеле ботаҡтар араһында үҙ йырын йырлай ҙа, иң осло энәһенә күкрәге менән ташлана. Әйтеп бөтөргөһөҙ ғазаптарҙан юғарыраҡ күтәрелеп, үлем хәлендә йырын йырлай, һәм был шатлыҡ йырына хатта һабан турғайы ла, һандуғас та көнләшер ине. Берҙән-бер, тиңһеҙ йыр ғүмер хаҡы менән эләгә. Әммә был йырҙы тыңлап, бөтә донъя тын ҡала һәм Хоҙай үҙе күктән ҡарап йылмая. Иң яҡшыһы оло ғазаптар менән генә һатып алына. Легенда шулай һөйләй».
Джин Истхоуп, «старшей сестре» (К. Маккалоу, «Поющие в терновнике»).
23. 07. 2007. Бөгөн уның менән танышҡанға ике йыл тула. Эҫе, матур йәй көндәре ине. Эштән һуң әхирәтем менән, һуң булһа ла, күл буйына барырға булдыҡ. Көндәр эҫе торғас, кис тә йылы. Туп-тулы яҡты ай ине. Беҙ юлға сыҡтыҡ. Мин әхирәтемә, тулы айҙа миңә гел берәй нәмә була, тинем. Ысынында нимә булыры башыма бер тапҡыр ҙа бер секунд уй булып та үткәне юҡ ине. Әхирәтем менән күлдә йөҙҙөк. Ул тымыҡ ҡына, көҙгө һымаҡ. Йөҙгәндә күл тулҡынланып китһә, айҙың сағылышы матур ғына булып тулҡынлана ине. Төнгө сәғәт 12-ләр ине. Шул төндө беҙ уның менән осраштыҡ. Шунан да матур төн булғаны юҡ минең ғүмеремдә. Тәбиғәт үҙе шул хәтлем мәрхәмәтле, йылы, матур. Байрам көнө һымаҡ ине. Уйлайым-уйлайым да был яҙмыш булғандыр ул, тигән һығымтаға киләм. Бүтәнсә булһа, беҙ осрашмаҫ инек. Дуҫлашмаған ҡыҙ менән дуҫлашып китеп, элек бармаған ергә барып, шундай көнгә тура килеп... Шул осрашыу өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтәм!
29. 07. 2007. «Изгой» («Ситкә ҡағылған кеше») фильмын ҡараным. Өсөнсө тапҡыр ҡарайым инде. Был фильм миңә бик ныҡ ярҙам итте.
Авиаһәләкәттән һуң бер кеше утрауға эләгә. Өмөтһөҙлөктән, төшөнкөлөктән аҫылынырға уйлай, тик ботаҡ һына. Дүрт йыл буйы шул утрауҙа йәшәй, туп менән генә һөйләшә. Барыбер өйөнә ҡайта. Һөйгәне кейәүгә сыҡҡан. Әммә бер нимәгә ҡарамай, был кеше йәшәүен дауам итә, әҙәпле кеше булып ҡала. «Тормош дауам итә, кем белә, иртәгәһе көн нимә алып килерен», – был уның һүҙҙәре.
Фильм фәһемле, ҡыҙыҡлы. Миңә лә йәшәүҙе дауам итергә кәрәк.
Мин өйрәндем
Илар ерҙә иламаҫҡа.
Мин өйрәндем
Ҡолар ерҙә ҡоламаҫҡа.
Тик йөрәгемде өйрәтә алманым
Һине күргәндә туламаҫҡа.
Динә ТАЛХИНА.
26. 09. 2007. Һеңлемдең тыуған көнө. Бөгөн тулы ай. Күптән яҙғаным юҡ. Көҙҙөң матурлығы тураһында яҙмай булдыра алмайым. Элек яҙға нисек һоҡланғанмын, хәҙер көҙгә шулай һоҡланам. Күпме төҫтәр, биҙәктәр, формалар. Пушкинды беренсе тапҡыр аңланым. Юҡ, тел байлығы етмәй яҙырға.
26. 10. 2007. Көн аяҙ, кисәге һымаҡ, тик һыуыҡ.
Уның менән йәштән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп ғүмер юлын бергә үтмәгәнем үкенесле. Теге ҡатынынан ҡыҙғанам да үҙен.
Ташлай күрмә мине!
Ташлама!
Тормоштоң мәғәнәһе, тотҡаһы өсәүҙә – Хоҙайҙа, әсәйҙә һәм минең һөйгәнемдә. Шуларһыҙ мин нимә эшләр инем? Шул өс бәхетең бар икән, шулар өсөн йәшә, көрәш! Тормош бит гел тигеҙ, күңелле бармай. Һикәлтәләр бар. Мостай Кәрим әйтмешләй, һелкенеп тә алырға кәрәк.
27. 10. 2007. Зәйнәб Биишеваның «Сәйер кеше» тигән әҫәрен уҡып ултырам. Ошо һүҙҙәрҙе яҙып алғы килде: «Ләкин үҙ мөхәббәте өсөн көрәшә алмаған кешеләр бәхетле була аламы ни? Юҡ, һис тә юҡ!
Туҡта, ни эшләп мин был хәтле ҡыйыуһыҙ, ебегән булып йәшәйем әле?! Икеһенең бере булырға тейеш. Йәки Ғәҙелгә барырға. Йәки бынан китергә. Уны оноторға тырышырға. Юғиһә, был тойғо артабан да шулай йәшереп йөрөтөрлөктән уҙып, көс еткеһеҙ ауырайып бара инде...»
Эйе, мин дә ебегән, ҡурҡаҡ булырға тейеш түгелмен. Мин дә үҙ мөхәббәтем өсөн көрәшергә тейешмен. Юҡ, мин уны ғаиләһенән тартып алырға йыйынмайым. Ҡурҡыуым да уның ғаиләһе өсөн. Тик үҙ мөхәббәтемде кәм-хур, оят итеп күрергә тейеш түгелмен. Мин бит үҙемде енәйәтсе һымаҡ күрәм. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Мин бит уны ғүмерем буйы көтөп алдым. Бер кемде лә шулай яҡын күрмәйем бит. Мөхәббәтем – бәхетем. Хатта ул мине кире ҡаҡһа ла, бергә булмаһаҡ та (Аллам һаҡлаһын!) минең бит мөхәббәтем һүнмәй. Шулай булғас, минең мөхәббәтем ғорурлыҡ, ә хурлыҡ түгел. Ул һәр ваҡыт янып, балҡып торасаҡ. Әсәйем әйтмешләй, һин яратҡан кешең йәшәүе лә – бәхет. Эйе, ул ошо Ер йөҙөндә йәшәй, хатта бик яҡында. Был бит бәхет.
28. 10. 2007. Бөгөн сәғәтте артҡа шылдырҙыҡ. Йоҡо туйып ҡалды, Аллаға шөкөр! Көн аяҙ, ялтырап тора.
Әле эштәмен. Кеше юҡта Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡыйым. Берәүһен яҙып алғым килде:
Юғары күңел гел генә
Аяҙ булып тормай.
Һағыш сорнай бик йыш уны
Йәки шиктәр тырнай.
Замананың дауылдары
Уға килеп һуға.
Ә шулай ҙа ҡояш тәүҙә
Уның өсөн сыға.
Түңгәккә болот уралмай,
Ҡағылмай йәшен.
Зарланма. Зарлана күрмә
Юғары кешем!
13.11. 2007. Икенсе көн ял итәм. Кисә Мостай Кәримдең «Ғүмер миҙгелдәре» тигән әҫәренең «Аҡ мөғжизә» тигән бүлеген уҡыным. Был әҫәре лә мине ғәмһеҙ ҡалдырманы. Иң аҙағынан илатып ҡуйҙы. Ошо һүҙҙәрҙе яҙып алғым килде: «Әммә шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмайҙар, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә төшмәйҙәр, хурлыҡҡа батмайҙар, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмайҙар, ҡайғылар күргәндә шартлап һынмайҙар; уларҙы хатта аслыҡ-яланғаслыҡ та кәмһетә алмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына».
18.11.2007. Мин бөгөн бәхетле! Көнләшегеҙ, көндәр, айҙар! Бөгөн болотло, ҡараңғы булыуға ҡарамаҫтан, иң яҡты, йылы көндәргә тиң. Беҙ уның менән осраштыҡ. Бөгөн ул мине һауыҡтырҙы. Бөтә ҡайғыларымды, шиктәремде, күңелһеҙ уйҙарымды һыпырып алды.
27.11. 2007. Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Күҙҙәремә ҡара» тигән шиғырҙар йыйынтығын алып ҡайттым. Шулар араһынан ҡайһы берҙәрен күсереп алдым. Күп шиғырҙары оҡшай уның. Улар минең хистәремә тап килә. Бөтәһен дә яҙып алып бөтөп булмаҫ. Минең иҫем китә: ниндәй талантлы шағирә. Һоҡланам! Бүтән бер һүҙ ҙә әйтә алмайым.
11. 12. 2007. Бөгөн ял итәм. Әле Мостай Кәримдең «Ғүмер миҙгелдәре»н уҡып ултырам. Ошо һүҙҙәрҙе яҙып алдым: «Ҡара-ҡаршы осоп барған ике уҡтың бер-береһенә төртөлөүен күҙ алдына килтереп буламы? Ҡыйын, ләкин булалыр, тим. Бында уҡсы мәргәнлегенең ҡатнашы юҡ. Тәҡдир эше был. Ҡайһы саҡ семтем генә ваҡыт, остоҡ ҡына ара кешеләрҙе йә ғүмерлеккә ҡауыштыра, йә мәңгегә айыра. Әҙәм балалары менән яҙмыш шаяра...».
09. 01. 2008.
Һинән башҡа донъя япа-яңғыҙ,
Донъя етем, үкһеҙ.
Әйтерһең, күк ерһеҙ тороп ҡалды,
Ә ер ҡалды күкһеҙ.
Көндәремдең ҡанаттары һынды,
Һүнде беҙҙең оя.
Йондоҙҙар ҙа йым-йым нурҙар түгеп,
Йомма йәштәр ҡоя.
Сабырлыҡтың алтын сылбырҙарын
Бына-бына өҙәм...
Эй йондоҙҙар!
Зинһар, иламағыҙ,
Үҙем дә саҡ түҙәм.
(М. Кәрим. «Прометей монологтары. Агазия янғас»).
Агазия ғына янды. ЙӘНДӘ
ҠАЛДЫ КӨЛ ҺӘМ ҺАҒЫШ.
10. 01. 2008. Мостай Кәрим минең өсөн иң яҡын дуҫым һымаҡ. Уның әҫәрҙәрен уҡыһаң, күңел яҡтырып, йылынып ҡала. Теле лә матур, ябай, аңлайышлы, бай. Яҙыусы менән аралашҡан һымаҡ булам. Ҡайһы берҙә яңғыҙлығыңды ла онотаһың. Их, уның әҫәрҙәре күп булһын ине, бөтәһен дә уҡып бөткө килһә лә, әҫәрҙәре бөтмәһен ине. Айырылышҡы килмәй уның менән.
Мостай Кәрим мине башҡорт телен – туған телемде яратырға өйрәтте.
15. 01. 2008. Бөгөн Мостай Кәримдең «Ғүмер миҙгелдәре»н уҡыуымды дауам иттем. Хрущев тураһында уҡып иҫем китте. М. Кәрим минең өсөн авторитет, ышанысымды, мөхәббәтемде яулаған кеше.
11. 02. 2008. Эштәмен. Кисә Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай» тигән хикәйәһен уҡып бөттөм. Был хикәйәһе мине тетрәтте, илатты. Ошо әҫәрҙе уҡып, илап алғас, күңелем яҡтырып, йылынып китте.
26. 02. 2008. Мостай Кәримдең «Алтын шәүлә» тигән легендаһын уҡыным. Бик ҡыҙыҡлы, матур легенда. Һаман да яҙыусы миңә һоҡландырғыс яңы әҫәрҙәрен аса. Ғәжәпләнеп, һоҡланып туя алмайым. Бер нәмәне яҙып алғы килде: «Зәйнәп хакимә үҙ ҡулы аҫтындағы ырыуһыҙ-затһыҙ берәүҙе йәшерен яратыу менән яратҡан. Был серен ул тулған айҙан башҡа берәүгә лә асмаған. Төнгө сәғәттәрҙә күкрәгенән бөркөлөп сыҡҡан өмөтһөҙ ғишыҡ уттарын ул «уф!» тип айға йүнәлткән. Ай серҙе ҡабул иткән. Көнгә сыҡҡас Зәйнәп батшаның төнгө ғазаптары тарала төшә, күңеле урынына ултыра бара, алсаҡлығы ҡайта».
Мин дә үҙемдең өмөтһөҙ ғишыҡ утын тик Хоҙайға ғына һөйләрмен инде.
03. 05. 2008. Ошоноң менән был көндәлекте тамамлайым. Сөнки унда ҡалғаны һыймаҫ. Алдағыларын башлаһам, өҙөк булып ҡаласаҡ.
Ынйы.