RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәштәр тауышы” яңы исемдәр аса

12.09.2015 “Йәштәр тауышы” яңы исемдәр аса

“Йәштәр тауышы” яңы исемдәр асаЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” проекты һөҙөмтәһендә биш авторҙың китаптары сыҡты. Бына улар: Миңлегөл Тайсина (“Бала саҡ күҙҙәре”), Розалиә Зарипова (“Ерем моңо”), Хәким Алсынбаев (“Күңел дәфтәре”), Михаил Кривошеев (“Уфимский полуостров”), Илүсә Исмәғилева (“Жиһанның бер тамчысы”).
Миңлегөл Тайсина ижадының төп темаһы − тыуған яҡ матурлығы, тәбиғәттең төрлө мәле, кеше күңеле, кисерештәре, мөхәббәт тойғолары. Әсәлек хистәре, әсәгә, балаға ҡарата сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған йыйынтыҡ күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ. Ул бәләкәйҙән шиғриәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ. Башҡорт дәүләт университетында белем алғанда “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре – 2000” шиғриәт фестивалендә “Мин – лирик” номинацияһында дипломға лайыҡ була. Шиғырҙары БДУ-ла сыҡҡан “Шоңҡар иңләр киңлектәр”, “Табын” район гәзите эргәһендә эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең “Тыуған яҡ моңо” йыйынтыҡтарында донъя күрә. “Аҡбуҙат” журналында бүлек мөхәррире булып эшләй. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре әленән-әле гәзит-журналдарҙа баҫылып тора.
Хәким АЛСЫНБАЕВТЫҢ “Күңел дәфтәре” исемле тәүге китабына тыуған еренә, иленә, ауылына, ауылдаштарына һөйөү хистәре менән һуғарылған шиғырҙары тупланды. Автор дөйөм кешелекте борсоған эскелек, намыҫһыҙлыҡ, ҡомһоҙлоҡ проблемаларын да урап үтмәй. Ул БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ситтән тороп белем ала, Күгәрсен районының Волостновка мәктәбендә башҡорт теле дәрестәре алып бара.
“Тәүге китабыма күңел ҡылдарынан яралған һөйөү сыңдары, йәшенле йәшлектең йөрәгенән урғылыр дәрт, заманымдың ораны һәм халҡым күңеленән ағылған рух ынйылары йыйылған”, − ти йәш шағирә Розалиә ЗАРИПОВА. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ педагогия колледжында белем ала. Туған телгә һәм әҙәбиәткә булған һөйөүе ҡыҙҙы Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы факультетына алып килә. Мәктәп йылдарында уҡ үҙ иткән ижад донъя­һы шиғри күңелле студентҡа яңы киңлектәр аса: уҡыу йортонда эшләп килгән “Ҡаурый ҡәләм”, “Ашҡаҙар” әҙәби-ижад берекмәләрендә шөғөлләнә, төрлө ижади конкурс һәм семинарҙарҙа ҡатнашып, тәжрибә туплай.
Фән һәм ижад менән ҡыҙыҡһынған йәш белгес Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ була, “Аҡмулла нәсихәттәре” республика сәсәндәр бәйгеһе, “Ҡош юлы” республика фестивале еңеүсеһе.
Илүсә ИСМӘҒИЛЕВА татар телен­дә сыҡҡан “Жиһанның бер тамчысы” китабында төрлө темаларға яҙылған шиғырҙарын тәҡдим итә. Уның ижады форма камиллығы, уй-кисерештәренең тәрәнлеге менән уҡыу­сыны үҙенә йәлеп итә. Беренсе тапҡыр шиғырҙары Стәрлетамаҡ педагогия колледжында уҡығанда “Өмет” гәзитендә донъя күрә.
Михаил КРИВОШЕЕВТЫҢ китабы рус телендә донъя күрҙе. Авторҙың тирә-яҡ мөхитте нисек ҡабул итеүе тойғо-хистәре, ҡайғырыуҙары аша сағыла. Уның ижады уҡыусыларҙы донъяны яңыса ҡабул итергә этәрә. “Мяуфест – 1” шиғри фестивалендә гран-при яулай. “Бельские просторы” журналы лауреаты исеменә лайыҡ була. “Зеленое перо”, “Седьмое чувство” һәм 2011 йылда “Вагант” нәшриәтендә сыҡҡан “Камень, ножницы, бумага” исемле йыйынтыҡта шиғырҙары баҫыла.
Баҫмалар берҙәм стилдә тиражы 500 дана итеп нәшер ителгән һәм “Китап” нәшриәте магазиндарында һатыуға сығарылған.

Нәркәс КҮРПӘСЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)