12.09.2015 Күк аттағы һыбайлы
Класташым Хәлил мине район үҙәгенә һүрәт төшөрөү өсөн альбом артынан барып килергә күндерҙе. Альбом беҙҙең магазинда юҡ, ә уҡытыусы уны талап итә. Юлға әҙерләнә башланым: магазинға өс тауыҡ йомортҡаһы тапшырып, 15 тин аҡсалы булдым, итегемде таҙарттым. Минең әҙерләнеүемде күреп, әсәйем һорап ҡуйҙы, ҡайҙа йыйынам әле мин? Беҙҙең пландар хаҡында әйткәс, шундай тауыш сығаҙы, йәнәһе, нисек итеп дәрестәремде ҡалдырып, ҡайҙалыр барырға йыйынғанмын? "Хулиган" уй-ниәттәремә рәсем альбомы аҡлау була алмай ине. Ошо хәлдән һуң ғүмеремдә бер ҡасан да дәрестәрҙе ҡалдырманым ғына түгел, хатта иң ҡурҡыныс төштәремде лә, дәрескә йәки эшкә һуңлағанмын икән, тип күрәм.
* * *
Әминә уға беренсе кластан уҡ оҡшай. Гел уның хаҡында уйлай, мәктәпкә уны күрер өсөн ашыға, ҡышҡы каникул ваҡытында, бигерәк тә йәйгеләге мәлендә ҡыҙыҡайҙы ныҡ һағына. Әминә уның кисерештәре хаҡында, әлбиттә, бер нәмә лә белмәй ине.
"Ул ҡыҫҡа шортыла, матур күлдәк кейгән, шулай уҡ ҡыҫҡа еңле. Әминә һеңлеһе менән яңылыштан төшөп киткән тәрән йырынға килә. Ул ҡулына эләккән һайғауҙы балта менән сабып өҙә лә, ҡыҙҙарҙы бәләнән ҡотҡара!", йәки "Ҡыҙыҡайҙы ҙур эт үткәрмәй тора, ул үҙе лә эттәрҙән ҡурҡһа ла, таяҡ менән уны ҡыуып ебәрә, юл асыҡ, ә Әминәнең шатлығының сиге юҡ!" Уның һис тә батҡаны юҡ, сөнки малай йөҙә белмәй, ә йәл, уны һыуҙа батып барғанда ҡотҡарһаң, хәтәр булыр ине ул! Ул тағы ла үҙе Әминәнең ҡотҡарыусыһы булған әллә нисәмә осраҡ уйлап сығара, ә ҡыҙыҡай бының өсөн уны хатта үбеп ала…
Класташтар осрашыуы. Сал сәстәр уларҙың йәшен күрһәтеп тора, беренсе класта уҡый башлағандарына ярты быуат үткән... Әминә һис ҡасан да үҙен теләһә ниндәй бәләнән ҡотҡарырға әҙер булған беренсе класс малайы хаҡында белмәҫ...
...Ерҙә күпме әйтелмәгән мөхәббәт бар, улар кешеләргә тормошта яҡты ынтылыш һәм батырлыҡ эшләргә стимул биргән. Әгәр һәр кем әйтеп өлгөрһә, күпме өмөт юҡҡа сығыр ине...
* * *
Ер иҙәнле һәм ябылмаған ишекле таштан эшләнгән келәт – ул тере мөйөш, әгәр шулай тип әйтергә яраһа. Келәтте күршеләрҙең йорт ҡуяндары үҙҙәре яулап алған һәм иҙәндә өң соҡоған, тотош колония өсөн торлаҡ ойошторғандар. Уның алыҫ мөйөшөндә оҙонғолаҡтар өңөнән соҡоп сығарған тупраҡ тау булып өңөлгән, кешеләр булғанда улар шунда уйнай башлай. Бына ошо урынды мәктәптең биология уҡытыусыһы "тере мөйөш" тип атаны ла. Беҙ – мин, Самат, Мөхәррәм һәм башҡа кластарҙан бер нисә малай мәктәптән алыҫ йәшәмәйбеҙ, шуға ла укытыусы йәйге каникул ваҡытында ҡуяндарҙы ашатып торорға ҡушты. Башта беҙ уларға йылға буйынан тал ташыныҡ, әммә йылға алыҫ, шуға ла яйлап мәктәптең тәжрибә участкаһында үҫкән кишергә күстек. Быны күреп ҡалып, биология уҡытыусыһы бер ни ҙә әйтмәне, беҙ быны хуплау тип аңланыҡ. Ҡуяндар үҫә, балалары тыуҙы, кишер түтәлдәре һирәгәйҙе.
Беренсе сентябрь. Мәктәп линейкаһы, директор йәйгә һығымталар яһай. Бер кишер ҙә ҡалмаған тәжрибә участкаһына ла килеп етте. Кемдер, кишерҙе күрше малайҙар ашаған, тине. Шундуҡ мәктәпкә иң яҡын йәшәгән Самат бөтәһенең алдына сығып баҫты. Директорҙың, кишер ҡайҙа, тигән һорауынан ҡаушап, ул бөтәбеҙҙе лә һатты ла ҡуйҙы. Бына беҙ – "тере мөйөш" яратыусылар, уҡытыусылар алдында баҫҡанбыҙ һәм директорҙан иң ҡырыҫ һүҙҙәр ишетеп торабыҙ, имеш, бөтә мәктәптең кишерен урлағанбыҙ, тимәк, быйыл да иртәнге ҡайнар аш булмаясаҡ. һәр яҙ һайын ул уҡыусыларға киләһе уҡыу йылында иртәнге эҫе аш ашатырға вәғәҙә итә килде, әммә 11 йыл уҡыу дәүерендә беҙ уның нимә икәнен барыбер белә алманыҡ.
* * *
Уның атаһы, сатан Сабах, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Бер аяғын яуҙа ҡалдырған. Бик уҡымышлы, төплө кеше ине. Һис ҡасан әрләшмәһә лә, бер кемгә янамаһа ла, ихтирам итәләр, ҡурҡалар ине, тыныс һөйләшә ине ул. Тикшерелгән мәсьәлә буйынса һүҙе иң һуңғыһы була торғайны, һығымта яһаусы ла ул булды һәм эште башҡарырға ғына ҡала ине. Ҡатыны иренең яуҙа алған етешһеҙлеген һуңғы йылдарҙағы ауыр тормошта тулыландырып торған төҫлө, көслө кәүҙәле ине. Улар биш бала үҫтерҙе.
Беренсе балалары – дуҫым Фәнис, минән ике йәшкә оло. Ул бик хыялланыусан, Кулибин кеүек берәй уйлап табыусан малай, үҙе бөтә нәмәне лә эшләй белә. Иртә тәмәке тарта башланы. Мәктәптә бөтә кластың махорка запасын ул һаҡлай, унан уҡытыусылар шикләнмәй, сөнки ауылда уның атаһы ғына тартмай. Әммә бер мәл класҡа инер алдынан төрөлгән тәмәкене эсенә тартып алғас ҡына, класс етәксеһе менән йөҙгә-йөҙ бәрелешеп, уның битенә тәмәке төтөнөн өрөп ебәрҙе. Класс етәксеһе башҡаларға өлгө итеп ҡуйған тәмәке тартмаған һуңғы уҡыусыһын юғалтты. Шул уҡ көндө мәктәптән ҡайтып инеү менән Фәнис өйҙәренең тупһаһында класс етәксеһенең итеген күрҙе. "Ҡасһаң, барыбер өйгә ҡайтырға тура киләсәк", – тип уйланы ул һәм күңелһеҙлектәргә ҡаршы атларға ҡарар итте.
– Әйт әле, улым, һин, ысынлап та, тәмәке тарттыңмы? – тип һораны атаһы өйгә килеп инеү менән. Класс етәксеһе сабыр ғына тәмәкесене һөҙөмтәле тәрбиәләү дауам ителеүен көттө.
– Бөтәһе лә тартты, һәм мин дә бер нисә тапҡыр һурҙым, – тине Фәнис, алдашмайынса.
– Әгәр тартаһың икән, улым, быны йәшереп эшләмә, янғын сығарыуың бар! – тигән һуғыш инвалиды тыныс ҡына, өҫтәп бер һүҙ әйтмәҫлек һәм класс етәксеһе лә аңларлыҡ итеп. Быны ишетеп, уҡытыусы бер һүҙһеҙ өйҙән сығып, ҡайтып киткән. Фәнистең тартыуы тураһында ҡабат берәү ҙә һорау күтәрмәне.
Әгәр аҡ йыландың тешен аҡса менән бергә ҡулъяулыҡҡа төрөп һалһаң, аҡса икеләтә артасаҡ – быны беҙ өлкәңдәрҙән ишеттек, күрәһең, улар ҙа балалар һымаҡ хыялланған. Фәнис урманда аҡ йылан күргән дә, шундуҡ миңә шатлыҡлы хәбәр менән килгән. Аҡ йыландың тешен нисек алыу тураһында белешеп (баҡтиһәң, алдына аҡ ҡулъяулыҡ һалырға кәрәк һәм ул шунда тешен ҡалдырып китә икән), тиҙ арала урманға юлландыҡ. Фәнис күргән урманда уны өс көн эҙләнек, әммә таба алманыҡ...
Заманалар үҙгәрҙе: күптәр, ысынлап та, аҡ йыландың тешен тапты... Фәнис мәктәп ҡаҙанлығында мейес яғыусы булып эшләй, ә мин икмәгемде табип һөнәре аша табам.
Марат СӘЙЕТОВ.
(Дауамы. Башы 28 – 34-се һандарҙа).