RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Назар Нәжми: Афоризмдар һәм фекерҙәр

12.09.2015 Назар Нәжми: Афоризмдар һәм фекерҙәр

Назар Нәжми: Афоризмдар һәм фекерҙәрМөстәҡиллек – илдең азатлығы,
Мөстәҡиллек – ерҙең азатлығы.
Мөстәҡиллек – тын алғанда хатта
Һауаның хуш еҫе, татлылығы.
(«Мөстәҡиллек»).

* * *
Мөхәббәт – ул кипкән, янған ергә
Яуып киткән ямғыр шикелле.
(«Һыуһағанда һөйөү – бер йотом һыу...»).

* * *
Мөхәббәт – үҙе матур йыр шул. Матур йыр ҙа бит бер ваҡытта ла онотолмай, уны тиҙ генә отоп алырға була, ә үҙе ялҡытмай ҙа, йырлаған һайын йырлағы килә. Мөхәббәт ул һәр ваҡыт ҡайҙа ла булһа китеп юғалыр төҫлө тойола, һәм, уның китеп юғалырын һиҙгән һайын, ул ҡәҙерлерәк була бара, һәм һин бөтә көсөң менән уны үҙеңдән ебәрмәҫкә тырышаһың, шуның өсөн дә еңел яулап алынған мөхәббәттең күп ваҡытта ҡәҙере булмай.
(«Күк томандар»).

* * *
Мөхәббәтте төрлө миҙгелдәргә
Бүлеү китте... (Бүлеү бик еңел.)
Мөхәббәттең миҙгеле тик берәү:
Ғүмер тип атала ул миҙгел.
(«Дүрт юллыҡтар»).

* * *
Мөхәббәттең була беренсеһе,
Ә унан һуң инде төрлөһө.
(«Икенсе»).

* * *
Мөхәббәттең килгәнен мин тоям –
Яҙмыш бүләк иткән уттыр ул...
(«Мөхәббәттең килгәнен мин тоям...»).

* * *
Мөхәббәттән булған яралар ҙа, һуғыштарҙан ҡалған яралар ҙа бер үк улар, беҙҙең йөрәктәргә бер үк ут һәм әрнеү һалалар.

* * *
Мәңгелеккә ҡалыр өсөн
Һүнә минуттар,
Һүнә минуттар...
(«Уттар, минуттар...»).

* * *
Мәрхәмәтле үҙе*, бәрәкәтле,
Күпме йыр бар уның хаҡында!
Ә бит үҙе, икһеҙ-сикһеҙ булып,
Ята кеше аяҡ аҫтында...
(«Уйланыуҙар»).
*Ер.

* * *
Насар шиғыр уҡып, йән көйгәндә –
Үҙемде мин шағир итеп тоям.
Һәйбәт шиғыр уҡып, таң ҡалғанда –
Юҡ, мин шағир түгелмен, тип ҡуям.
(«Дүрт юллыҡтар»).

* * *
Нескәрә йөрәк иләге,
Аҡыл биләгән һайын.
Көрпәгә ҡала эреләр,
Ваҡыт иләгән һайын.
(«Ярһып сапҡан күңелдәрҙең...»).

* * *
Ни йәме бар бейек өйҙөң,
Әгәр өйрәң булһа шыйыҡ?
(«Шапырынма!»).

* * *
Ниҙәр менән үлсәнә һуң
Шатлыҡ, ҡайғы аралары?!
(«Күлдәк»).

* * *
Ник һайланым икән шундай хеҙмәт,
Мин осмайым микән ҡанатһыҙ.
Ә бит шағир ҡанатһыҙ ҡош кеүек,
Әгәр ҙә ул булһа талантһыҙ.
(«Ҡапҡалар»).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев
алып бара.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)