10.07.2015 Төпкөлдәге яҙыусы
Быйылғы йыл Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүе халыҡты аң-белемгә, ижадҡа, китапҡа ылыҡтырыуы менән әһәмиәтле. Республикабыҙҙың һәр төбәге әҙәбиәт өлкәһенә ҙур өлөш индергән үҙ шәхестәре менән ғорурлана ала. Ейәнсура районының да китапхана хеҙмәткәрҙәре төҙөгән әҙәби картаһында Хәсән Назар, Мәрйәм Бураҡаева, Мәхмүт Һибәт, Марат Кәримов, Гөлсирә Ғиззәтуллина кеүек билдәле исемдәр яҙылған. Әммә иғтибарымды ошо зыялылар араһында, райондан ситтә дан ҡаҙанмаһалар ҙа, район гәзите биттәрендә баҫылған хикәйәләре, мәҡәләләре, һүрәтләмәләре менән һәр кемгә таныш булған Ирек Төхвәтуллин, Шаһивилдан Иҙрисов, Миҙхәт Аҫылбаев, Маһинур Мозафарованың исеме тартты. Улар үҙҙәренең ижады менән райондың әҙәби йөҙөн билдәләй, тип әйтергә була: китапханаларҙа, мәктәптәрҙә кисәләр, осрашыуҙар уларһыҙ үтмәй, район гәзитенең һәр һанында уларҙың яҙмаһы донъя күрә.
Был исемлекте район үҙәге Иҫәнғолдан 70 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Иҙәш ауылы китапханасыһы Зифа Зиннәт ҡыҙы Ишмырҙина ла тулыландыра. Күптән түгел Ейәнсура район типографияһында донъя күргән “Бер ус тары ярмаһы” хикәйәләр йыйынтығының исем туйында таныштыҡ беҙ уның менән. Тормошсан, фәһемле һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған яҙмалары бына инде тиҫтә йылдар дауамында “Ейәнсура таңдары” гәзитендә баҫылып килгәндән һуң, уларҙың “иң-иң”дәре китап булып донъя күрҙе.
– Тәүге вариантта китап “Аҡйондоҙ” тип аталырға тейеш ине. Әммә ауылдашыбыҙ, билдәле прозаик Гөлсирә апай Ғиззәтуллина менән кәңәшләшкән саҡта, ул: “Аҡйондоҙ Мостай Кәрим образы булып ҡалһын. Ә был китап – һинең ижадыңдың тәүге усламы, киләсәктә уның тағы ла уңыштары булыр әле”, – тип, әлеге исемде тәҡдим итте. Мин риза булдым, сөнки ошондай уҡ атамала ҙур ғына күләмле хикәйәм бар. Унда ҡәйнәм мәрхүмәнең һөйләүе буйынса һуғыш осорондағы тыл хеҙмәткәрҙәренең ауыр һәм аяныс көнитмеше һүрәтләнә, – тип бәйән итте Зифа Зиннәт ҡыҙы. – Ә әҙәбиәткә килеүем осраҡлы түгел. Бала саҡтан китап уҡырға, инша яҙырға яраттым. Мәктәптә уҡыған саҡта башҡорт әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында Байыш ауылында йәшәп ижад итеүсе Сәлих Ваһаповтың “Бүре күҙҙәре” китабы буйынса яҙылған инша менән беренсе урынды яуланым. Шул йылдарҙа уҡ “Йәшлек”, “Башҡортостан пионеры”, “Ейәнсура таңдары” гәзиттәрендә мәҡәләләрем донъя күрҙе. Тормош юлымда осраған кешеләрҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныуым ҡулыма ҡәләм тотторҙо. Насар юлға баҫҡандарҙы аҡларға тырышып, үткән тормошонан сәбәп эҙләйем, ә яҡшы әҙәмдәрҙең матур холоҡтары башҡаларға ла үрнәк булһын ине тип, ҙурларға тырышам.
Зифа Ейәнсура районының төпкөл ауылдарының береһе Аҡдәүләттә күп балалы ғаиләлә, биш малай араһында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫә. Ағалары иркәләп кенә, ел-ямғыр тейҙермәй, ҡурсалап үҫтерә. Уның хатта тормошҡа сығыуына ла кесе ағаһы Азамат сәбәпсе була: ул ошо уҡ райондың Иҙәш ауылынан Илфар исемле егет менән бер үк көндө әрмегә саҡырылып, Латвияла бергә хеҙмәт итәләр. Ике яҡташ егет араһында ныҡлы дуҫлыҡ күпере һалына. Отпускка ҡайтҡан Азамат аша улдарына күстәнәс биреп ебәрергә килгән Нәбүрә апай йорт эштәрен бөтөрөп йөрөүсе алсаҡ Зифаны тәү күреүҙән оҡшатып, шаяртыу ҡатыш, килен итәм, тип һүҙ ҡата. Фәрештәнең, амин, тигән сағына тура килгәндер, хеҙмәттән ҡайтҡан Илфар, дуҫының хәлен белергә килгән саҡта йәш ҡыҙҙы оҡшатып, дуҫлашырға тәҡдим яһай. Икенсе йылына йәштәр өйләнешеп, кесе ул булараҡ, төп йортта төпләнәләр.
– Ҡайным – һуғыш ветераны, 1941 йылда фронтҡа китеп, 47-се йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан кеше. Күңеле тулы моң булды уның, һәр табынды халыҡ йырҙары менән биҙәй торғайны. Ҡәйнәм менән туғыҙ бала үҫтергәндәр. Алты йыл ғына йәшәп өлгөрҙөк, ҡайным мәрхүм булды, ә ҡәйнәм менән 20 йыл бергә донъя көттөк. Тормош аҡылы биреүсе, кәңәшсем, донъя көткәндәге терәгем ул булды. Дин менән ҡыҙыҡһынды, мәсеткә йөрөнө, йолаларҙы белде. Һәм ошо белгәндәрен улыбыҙ Инйәргә өйрәтеп ҡалдырҙы. Уның нәсихәттәрен тотоп йәшәгәнгә лә тормошобоҙ гел алға барҙы, көткән донъябыҙҙың ҡото бар. Килгән кешеләрҙән тарһынма, һәр кем үҙ ризығы менән килә, тигән кәңәше күңелемә уйылып ҡалды. Сөнки ике яҡтан да күп балалы ғаиләлә үҫкәс, туған-тыумаса байтаҡ, ҡайтҡан-киткәндәр юл ыңғайы ла, төбәп тә беҙгә керә. Яҡты йөҙ, ихлас йылмайыу менән ҡаршы алып, күңел бушағансы һөйләшеп, йылы аш менән оҙатып ҡалыу ҙа рәхәтлек бирә. Килен булып төшкәс тә, бергә донъя көткәс, төрлө хәлдәр булыр, ике урталағы Илфарға бер-беребеҙҙе ошаҡлашмайыҡ, үҙебеҙҙән биҙҙермәйек, тип кәңәш бирҙе. Ниндәй генә осраҡтар булмаһын, ике аралағы һүҙҙәрҙе еткермәнек. Шуға күрә йәштәргә, ололарҙы күпһенмәйсә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәһендәр, тигән теләгем бар. Аллаға шөкөр, күршеләремдән дә даланым булды. Ҡайны-ҡәйнәләребеҙ аралашып йәшәп, мираҫ булып ҡалған дуҫлыҡ был. Миңзәлә менән бер осорҙа килен булып төшөп, аралашып, ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә кисереп ғүмер итәбеҙ.
Ысынлап та, Ишмырҙиндар ололарҙы ололап, фатихаларын алып йәшәй. Ҡәйнәһе мәрхүм булып күп тә үтмәй, Аҡдәүләт ауылында яңғыҙ донъя көткән әсәһе Факиһа апай ауырып китә. Ҡырҙа йәшәгән ағайҙары менән кәңәшләшкәндән һуң, уны Зифа Зиннәт ҡыҙы үҙҙәренә күсереп алып ҡайта. Бына инде дүрт йыл улар бергә донъя көтә. Ике әбейгә лә бала ҡайғыларын кисерергә тура килә. Тап шул саҡта уларға Зифа апай менән Илфар ағай терәк булырға тырыша.
Зифаны килен булып төшкән тупрағы ла үҙ итеп ҡаршы ала. Алмаҫлыҡ та түгел: үҙенең таланты, тырышлығы менән Иҙәш данын күтәреп, халыҡтың ялын, мәҙәни тормошон ойоштороп көн итә. Мәктәптә ойоштороусы булып хеҙмәт юлын башлаған ҡатын бөгөн ауыл китапханаһында эшләй. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән бергә һәр сарала әүҙем ҡатнаша, алып барыусы булараҡ та сығыш яһай. Халыҡ араһында яулаған абруйы төп эшенә еңеллек кенә килтерә. Әҙәби таланты байрамдарға сценарий яҙырға ла ярҙам итә, 2014 йылда район буйынса үткәрелгән “Иң яҡшы сценарий” конкурсында лауреат исемен яулай.
Тәүге осорҙа Илфар Мөхәрләм улы ҡатынының яҙышыуын етди итеп ҡабул итмәһә лә, хәҙер ғорурлығын йәшермәй. Төн оҙоно яҙышып ултырған ҡатынын йәлләп, шәхси хужалыҡтың ауырлыҡтарын мөмкин тиклем үҙ өҫтөнә алырға тырыша. Ишмырҙиндар ғаиләһе умартасылыҡ менән шөғөлләнә, күпләп мал тота. Үҙ тракторы менән кешеләргә лә бесән эшләп табыш ала ғаилә башлығы. Себер тарафтарына китмәйенсә лә, аҡса эшләргә була, тип иҫәпләй ул.Ҡыҙҙары Зилиә, әсәһенең юлын дауам итеп, Өфө китапхана колледжын тамамлаған, әлеге ваҡытта Ейәнсура районының Таҙлар ауыл китапханаһында эшләй. Улдары Инйәр Иҙәш мәктәбенең 8-се класында уҡый, сәнғәткә ғашиҡ. “Сулпылар” телепроектында ҡатнашып, финалға сыҡты. “Һаумы, һаумы, әкиәт” республика конкурсында беренсе урын яулаған. Тормошоноң бөтөнлөгөнә, яҙмышының матурлығына ҡәнәғәт булып, Аллаһы Тәғәлә биргән талантын әрәм итмәйенсә, шатланып ижад итә Зифа Зиннәт ҡыҙы.
– Күп әҫәрем геройҙарының прототиптары бар. Кемдер миңә яҙыр өсөн махсус һөйләй, кемделер үҙем яҙам. Тик уларҙың һәр береһенә минең фантазия-уйҙырмаларым ҡушылып, ҡайһы саҡта хатта ике-өс кешенең яҙмышын бергә бәйләп әҙәби әҫәр тыуып ҡуя. Яҙғандарымды уҡып, мине донъяның әсе-сөсөһөн татыған, оло йәштәге кеше итеп күҙ алдына килтерәләр. Ә миңә ҡалһа, кеше кисерештәрен ихлас күңелдән аңлай алһаң һәм тел байлығың булһа, яҙыусы булырға мөмкин. Ауылдашым Гөлсирә Ғиззәтуллинаның фатихаһы минең өсөн иң ҙур баһа, – тине ул хушлашҡан саҡта. – Әҙәбиәт йылына өлө өмөттәр бағлайым. Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән ижадсылар, барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланып, киң аудиторияға сығарһындар ине. Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәр күп арабыҙҙа. Кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Йәш ҡәләмдәштәргә батырлыҡ, ижадҡа ҡыйыу аҙымдар менән инеүҙәрен теләр инем. Төп эшебеҙгә килгәндә, китап уҡыусы дуҫтарыбыҙға, киләсәк быуын вәкилдәренә яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың әҙәби мираҫы менән яҡындан таныштырыу, уларҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһау, тәрбиәүи эш алып барыу – изге бурысыбыҙ. Алдыбыҙҙа ниндәй генә ауырлыҡтар килеп тыуһа ла, яҡтылыҡҡа табынып, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәргә кәрәк. Шул саҡта ғына һин үҙеңде бәхетле итеп тояһың.
Әҙәбиәт, һүҙ сәнғәте бөйөк исемдәрҙән генә тормай. Халыҡ араһында йәшәп, уларҙың яҙмышын, көндәлек тормошон һүрәтләүсе авторҙар ҙа уҡымлы һәм фәһемле әҫәрҙәр ижад итә. Зифа Зиннәт ҡыҙының да ижады халыҡсан, тормошсан булыуы менән яҡташтары араһында танылыу тапҡан.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.