26.06.2015 “Ҡотҡар мине. Йәнем Толҡа тапмай...”
Атайһыҙҙар
Минең кеүек атайһыҙ үҫкәндәргә. Көслө рухлы дуҫтарыма. Ваҡытһыҙ вафат булған атайыма һәм һәйкәл ҡуйырлыҡ әсәйемә. Үҙемдең һағыш менән телгеләнгән балалығыма. Апайыма, ағайҙарыма бағышлайым.
1.
Уларҙың бит
Донъялары теүәл.
Ҡараштары ғәмһеҙ.
Ҡайғыһыҙҙар.
Беҙҙең күҙҙәр моңһоу.
Беҙ – баҫалҡы.
Яҙмыш беҙҙе ҡаҡҡан.
Атайһыҙҙар.
Уларҙы бит майҙа йөҙҙөрәләр,
Күңелдәре көр.
Кисермәгән
Дауыл, ел-ямғырҙар.
Беҙҙең йөрәк мең туҡтап,
Кире типкән.
Әсе һағышлы беҙ – атайһыҙҙар.
2.
Йылдар үтә.
Әрнеү генә тере.
Уны күрәм
Көн дә
Әсәй
Күҙендә.
Әсе шауҡымына
Түҙә алмай
Һығылып төшәм
Ҡай саҡ үҙем дә.
“Атайыңды күмгәс,
Баҡсабыҙҙа
Эй һайраны өҙөлөп һандуғас”, –
Тине күҙ йәштәре менән
Әсәй,
Вафатына
16 йыл уҙғас.
“Әллә үҙеме, әруахымы, тиеп
Йыуандым да.
Ҡыйын ине бит шундай.
Түҙгеһеҙ”.
Өндәшмәнем.
Башым баҫтым.
Йәшем йоттом.
Ҡалдым әрнеү менән
Күҙгә күҙ.
3.
... Был бит үтмәҫ яман шеш,
Ауырыу төҫлө.
Йылдар ағыр.
Ә ул мәңге һыҙлар.
Беҙ – үҙ йәшебеҙҙән
Күпкә оло,
Күпкә көслө.
Яҙмыш баҫҡан мөһөр –
Атайһыҙҙар.
***
Иң яҡшыһы,
Әйҙә,
Һин
Осоп килсе
Иртәнге сәйгә.
Таң ҡаршыларбыҙ,
Һәм
Ҡояшты
Элеп ҡуйырбыҙ
Өфө күгенә лә,
Евро тәҙрәгә.
Һаҡ ҡына шаҡы һин
Быялаһын,
Һулышыңдан
Һине танырмын.
Һин янымда булһаң,
Бәхетемдән
Һөйөүемдән
Балҡып янырмын.
Иң яҡшыһы,
Әйҙә,
Осоп килсе
Иртәнге сәйгә.
Тик шатлыҡтан
Булыр күҙ йәшем.
Мин иламайым.
Мин бит көслө,
Һалдат кәләше.
ҠАЙТЫУ
Йыһан яңғыратып
Бер йырлағым килә.
Сайҡалтып та
Күктең көмбәҙен,
Сылтыратып ҡойоп
Йондоҙҙарҙы
Килә
Аяҡ талдырып, бейегем.
Сиктән сығып,
Ярһып көлгөм килә,
Сикәләрҙә соҡор уйнатып.
Сиртке килә
Гитарамдың
Ҡылдарын
Бармаҡ йөҙлөктәрен ҡанатып.
Тубыҡланып,
Тештәрҙе семетергә
Уртлап
Тауҙың һыуыҡ шишмәһен,
Тамсыларҙа
Йәйғорҙо тоторға,
Иләҫләнгем килә,
Иҫәрләнгем килә,
Йәшен
Булып килә йәшнәгем.
Күҙҙе йомоп –
Йүгереп –
Юлды арҡырыға –
Ҡарамайса
Светофор төҫөнә.
Һәр бер иртә һайын
Тәҙрә асып,
Сәләм биргем килә
Өфөмә.
Мин яңынан тыуҙым,
Тиһәм –
Дөрөҫ түгел.
Теге Айгөл ҡайтты –
Ҡайтты әйләнеп.
Бар ғүмерем,
Юлым,
Шиғырҙарым
Мәңге тынмаҫ
Утлы йыр кеүек.
Һәм...
Ҡайтанан
Онотолған тылсым,
Илаһи моң
Услап алды
Минең йөрәкте.
Етте бары
Ишараһы ғына
Минең кеүек йәндең:
“Кәрәкһең”.
***
Кескәй генә ҡулдар
Үреләләр
Үтә ҡәҙерле һалдат фотоһына.
Көн дә, онотмайса,
Иренмәйсә
Сәләм бирә
Ҡыҙым
Атаһына.
Йыйылып киткән хәбәрҙәре көндөҙ,
Кистән тауыш бирә
Трубка аша.
Ҡалтырана ата тауышы ла.
Һағыныуы – беләм,
Сиктән аша!
Телгенәһе асылды
“Әттә”, – тиеп,
Ҡан тартмай, тип
Ҡара шунан тағы!
Эй, донъяның был
Мөғжизәле мәле,
Ә йөрәктең һүнмәҫ сырағы!
Тәүге уңыштары,
Тәүге тештәр,
Тәүге һүҙҙәр,
Тәүге аҙымдар
Атаҡайы күрмәй мәхрүм ҡала,
Араларҙа – меңәр саҡрымдар.
Сабырлыҡты йыйып
Йоҙроҡтарға,
Фотоларға
Күңел һөйөнә.
“Әттә!”– тиеп йылмая
Ҡыҙыбыҙ,
Ә беҙҙең күҙ
Йәшкә төйөлә.
ҠОТҠАР
Ҡотҡар мине.
Йәнем толҡа тапмай.
Аҙаша ла алмам буранда.
Юғалған асылым ғына
Эҙләп йөрөй мине,
Ары-бире һуғылып урамда.
Ә һин ҡотҡар.
Тап элекке кеүек.
Тоттор миңә
Азатлыҡ кәнфитен.
Теткеләнеп бөткән
Бар хыялым.
Өҙгөләнеп бөткән
Өмөтөм.
Юҡһың шул һин.
Яҙы ла бит быйыл
Башҡа төрлө,
Төптө икенсе.
Юлдар айырылған
Трамвай һыҙығылай.
Мин – сит бер һын.
Ә һин – үткенсе.
Булманым да
Мәңге һинеке.
Ҡыҙыма
Төрлө төҫтә һиңә донъя,
Йылмая ул йәйғор ҡатыш,
Әсәй янда,
Ә күк йөҙө
Күҙҙәреңдән
Түгел ҡайтыш,
Шул бер зәңгәрлек,
Тыныслыҡтың,
Мөхәббәттең
Күкшел төҫө.
Ә алыҫта
Атай
Илде һаҡлай,
Шундай мәғрур,
Шундай көслө!
Өләсәйҙәр
“Һәтес!” – итеп,
Иркәләйҙәр:
“Ҡыҙым”, – тиеп.
Болоттарға еткерәләр
Һаман һине,
Күккә сөйөп.
Бәхеттәрең
Ашып-ташҡан,
Теймәһенсе
Яман күҙҙәр.
Осраһын тик тормошоңда
Яғымлы һәм көләс йөҙҙәр.
Төрлө төҫтә һиңә донъя,
Ҡосаҡ йәйә йәйғор ҡатыш.
Ә күк йөҙө шундай аяҙ!
Күҙҙәреңдән түгел ҡайтыш.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Бөрйән районы.