RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ

26.06.2015 МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ

Маадыр Ховалыг

– Туҡта-а-а! Атам!
МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ“Әлбиттә, был милиция! Әгәр туҡтамаһам? Атырҙармы икән? Бәлки, ҡурҡыталар ғыналыр? Юҡ! Уларҙың ҡулына эләгергә ярамай! Машиналары йырын аша үтә алмаясаҡ. Анау ҡарағандар* шырлығына ҡәҙәр йүгерә алһам – ҡотолам...”
Һул аяғы ерҙе тойманы, Айдысмаа ҡолай башланы. Ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ алпамыша күкрәгенә киҙәнеп, таҡта менән һуҡҡандай булды. Тыны ҡыҫылды, ул ыңғырашты. Ярай әле, көслө ауыртыуҙан аңын юғалтманы һәм шунда уҡ ирҙәрҙең иркәләүсән ҡулы күптән ҡағылмаған күкрәген кейеме аша ҡапшап ҡараны – барыһы ла урынында. Ыңғы­рашмаҫҡа тырышып, ҡул бармаҡтары ҡыбырлауына инанғас ҡына, күҙҙәрен асып, тирә-яҡҡа ҡаранды: соҡорға ҡолағайны. Ҡатын был яландағы үрмәксе ауы кеүек иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡороған арыҡ-соҡорҙарҙың береһендә ята ине. Ул ҡалҡынды, күкрәген түҙеп торғоһоҙ ауыртыу әрнетте.
– Туҡта-а-а! Барыбер ҡаса алмайһың, – йәнә көслө ҡысҡырыу яңғыраны. Унан биш-алты аҙымда ғына ҡараған ҡыуаҡтары һелкенде. “Былай булғас, эләктем!” – хатта ошо уйҙан һуң да ни өсөндөр йөрәге тертләмәүенә Айдысмаа ғәжәпләнеп бөтә алманы. Артабан йүгерергә хәле юҡ, берҙән-бер уйы – ҡурҡыныс енәйәт дәлиленән мөмкин тиклем тиҙерәк ҡотолоу. Ул һаман да йөҙ түбән ята ине, ҡулын ҡуйынына тыҡты, йәнә баш осонда екергән көслө тауыш яңғыраны: “Тор! Ҡулдарыңды артҡа ҡуй!” – янында ут балҡыны. “Кисә әсәйем, Ҡыҙылдан ОМОН-дар килгән, тип юҡҡа һөйләнмәгән икән, уларҙың киткәнен көтәһе ҡалған. Ләкин хаҡтар күтәрелде лә баһа, ошондай аяҙ көндәрҙә нисек өйҙә ултыраһың?” – эстән генә үҙен аҡлап, Айдысмаа яй ғына башын борғайны, ҡул фонарының уты күҙҙәрен сағылдырҙы.
– Фонарыңды ал! – ул ҡулы менән битен ҡаплап, боролоп ултырҙы.
– Хәҙер үк тор! – баҫыла төшкән тауыш үҙенекен тылҡыны, шулай ҙа фонарь уты уның аяҡтарына күсте. Айдысмаа ут көлтәһенә күҙ һалды: янында ялан­ға кейеп килгән сыбар тапочка һыңары ята ине. Уны уңайлы булғанға түгел, ә берҙән-бер туфлийынан башҡа бүтән аяҡ кейеме булмағанға кейгәйне. Тапочканы бысраҡ ойоҡбашлы аяғына элдергәс, күкрәгенә тотоноп, ыңғырашыуын көскә баҫып, әкрен генә тора башланы. Уйҙары елдәге ҡылған кеүек таралды: нимә эшләргә? Тағы ла йүгерергәме? ҡарағандар эргәлә генә.
– Минән ҡасып ҡотола алмаҫһың, һеңлекәш! Йәле, ҡулдарыңды баш артына ҡуй! Машинаға атла! – тауыш элекке ҡәтғилеген юғалтҡайны. Ай­дысмаа ҡалаҡ һөйәктәрен ҡыймылдатты, һулышы тигеҙләнеүен тойоп, бынан ситкә бер аҙым да атламаҫҡа булды – ҡотҡарыусы ҡарағандар бында, яҡында ғына бит. Әгәр тентей ҡалһалар, – йә Хоҙай! – бөттө! Был уйҙан Айдысмааға ниндәй­ҙер йәшертен көс өҫтәлде: берҙән-бер, ышаныслы һәм һыналған алымды – “маегери”ҙы ҡулланырға булды. Тик милиционер быны һиҙә күрмәһен; дөрөҫ позиция алыу яйын табырға кәрәк, шул мәл уң йәки һул аяҡты һиҙҙермәйенсә генә артҡа күсерергә лә күҙ асып йомғансы...
Айдысмаа университетта уҡығанда каратэ секцияһына йөрөгәйне. Бер нисә алымды өйрәнгәс, ташланы. Өйрәнгән алымдары араһында “маегери” иң уңышлыһы ине. Хәл-ваҡиғалар уны бер нисә тапҡыр ҡулланырға мәжбүр итте: егеттәр бындай алымдан, йәш кедрҙар­ҙы йәшен атып ауҙарған кеүек, сандырҙарына ике ҡуллап йәбешеп, ыңғырашып ергә сүкте. Эйе, ул секцияға үҙ-үҙен яҡларға өйрәнер өсөн генә йөрөгәйне. Уларҙың университетында, әгәр ҡыҙҙың дуҫы юҡ, бер кем дә яҡламаһа, уны еңел генә ҡулға төшөрөргә мөмкин, тип иҫәпләүсе егеттәр бар ине. Айдысмаа алымды уҫаллыҡтан ҡулланманы: үҙен саҡ ҡына булһа ла хөрмәт иткән һәр кемдең дәрәжәһе бар ҙа баһа. Һуңғы тапҡыр бер курсҡа өлкән иҫерек Алик уға дәғүә итте. Егетте дүндерә алмаясағын төшөнгәс, мәкерле алымын – “маегери”ҙы ҡулланды...
– Атла! Атла! – фонарь уты, шыуып, уның йөҙөн яҡтыртты. Айдысмаа, сағыу яҡтылыҡтан ирекһеҙҙән усы менән ышыҡланды, шым ғына: “Нисек атла! Нимә, мин берәй енәйәт ҡылғанмынмы әллә? Ғәйепһеҙ кешене баҫтыраһығыҙ!” – тип, ауыҙын ҡулы менән ҡапланы.
– Ә бына һинең былай ғына йөрөүеңде йәки берәй нәмә эшләүеңде “уазик”та асыҡларбыҙ. Ғәйепһеҙ кеше ҡасамы ни!
– Төндә, әлбиттә, машинанан ҡасаһың. Унда, бәлки, бандиттарҙыр йәки тағы ла әллә кемдәр. Яҡлаусыһыҙ ҡатын-ҡыҙҙы рәнйетеү улар өсөн бер ни тормай, етмәһә, яланда яңғыҙы, төндә; уның менән теләһә нимә эшләргә мөмкин. Машинаның милицияныҡы икәнен кем белгән? Ҡурҡыуымдан йөрәгем саҡ ярылманы, – Айдысмаа тауышын йомшартты. – Ташландыҡ ялан станында апайымдың ҡан баҫымы күтәрелгән. Төнгө ҡарай ауылға дарыу артынан барырға тура килде, – алдашыуына ул үҙе лә ғәжәпләнде. Иң мөһиме – милиционерҙың иғтибарын кәметеү, фонарь уты йүнәлешен үҙгәртеү, хатта уны һүндертергә тырышыу. – Ҡыҙылдан ҡасан сыҡтығыҙ һуң? Яңыраҡ гәзиттәрҙә яҙған “Мәк – киндер” операцияһы тигәндәре ошомо ни? Фонарыңды ситкә ал, һүндер, юҡһа, күҙҙе сағылдыра, бер нәмә лә күрмәйем! Һинән ҡасмайым да баһа, ағаҡайым, – Айдысмаа ҡылансыҡланды.
Айдысмааның ҡыйшанлаҡ һүҙҙәренән һуң фонарь һүнде. Ҡараңғы булһа ла, ул тәбәнәк буйлы милиционерҙы асыҡ шәйләне. Шунда уҡ ҡайһы ергә тибергә икәнлеген аныҡланы, типкәндә аяҡ осо барып етмәҫен самалағас, йоҙроғона йүткергеләп, һиҙҙермәй генә һул аяғын алға һуҙҙы, уға тәненең ауырлығын күсерҙе. – Йә! Айдысмаа уйында күҙ алдына килтерҙе: алға һуҙылған уң аяғы, ерҙән айырылып, алға ынтыла; аяҡ осо һәм сираҡ йоҡа сыбар салбар аша мили­ционер­ҙың йән еренә эләгә... Ул ирендәрен тешләне һәм, ныҡ тартылған кереш һымаҡ, көсөргәнде...
– Тауышың таныш һымаҡ! – тине милиционер. Фонарь яңынан тоҡанды.
– Ой! – Айдысмаа сағыу яҡтылыҡтан һиҫкәнеп китте.
– Ой! – милиционерҙың тауышы ла ҡалтыранды. – Айдысмаа?
Үҙенең исемен ишеткәс, ҡатын, әйтерһең, телдән яҙҙы һәм Барлыҡ далаһындағы боронғо таш һынға әйләнде. Күкрәге, гүйә, яңынан соҡорҙоң ҡаты ярына бәрелде. Ул ыңғырашты, хәҙер инде әсенеүҙән: бына һиңә кәрәк булһа, уны танынылар, ғәрлеге ни тора! Уны таныған милиционер, әйтер­һең, уға үрмәксе ауы кеүек йәшертен йоҡа селтәр япты: ул хатта ҡыймылдай ҙа алманы. Тамағы кипте.
– Ысынлап та, һинме – Айдысмаа! – хәҙер мили­ционер­ҙың тауышы яғымлы ине. – Кем мин? Ҡара!
Фонарь уның йөҙөн яҡтыртты.
– Ә... Алик?!
– Ха-ха! Беҙ икебеҙ ҙә агроуниверситетты тамамлаусылар! Һин быйыл тамамланың, ә мин былтыр, – ҡасандыр үҙендә Айдысмааның мәкерле алымын һынап ҡараған милиционер яңғыратып көлдө. Ул үҙен көндөҙ Ҡыҙылдың иң үҙәгендә осраҡлы ғына осрашҡан һәм әлегәсә бер-береһен танып етмәгән кеше кеүек тотто. Был көлөү күҙгә күренмәгән стенаны емерҙе: Айдысмааның алдында тағы ла студент Алик тора ине.
– Был яланда ниндәй мөғжизә ҡылына? Һин ҡайҙан килеп сыҡтың? Ҡасан милиционер булып өлгөрҙөң? – аңына көтмәгәндә килгән һүҙҙәр ҡатындың талпынған күңел торошон сағылдырҙы. Фонарь уты ергә күсте: һәр кемдең йөҙө танылды.
– Һин беҙҙең университеттың милиция “кадрҙары әҙерләү” урынына әүерелеүен белмәй­һеңме ни? – Аликтың көлөүе уның һүҙҙәрен шаяртыуға әйләндерҙе, ҡараңғыла тигеҙ аҡ тештәре ялтыраны.
– Ю-юҡ!
– Агрономдар хәҙер кемгә кәрәк, Айдысмаа? Беҙ иген үҫтермәйбеҙ бит инде. Ә бик әҙ ҡалған арат-игенселәр беҙҙән дә шәберәк агрономдар ул. Беҙ кемгә хәжәт? Бына беҙ курс­таштарыбыҙ менән мент булыр­ға һөйләштек.
– Әһә! Ә хәҙер һин, төнгө далала бер кем дә күрмәгәндә, белемеңде практикала ҡулланаһыңмы, үҫемлектәр донъяһын өйрәнәһеңме? – тип төрттөрҙө Айдысмаа.
– Һиңә сер итеп кенә әйтәм: эйе, шул “Мәк – киндер” операцияһы бара. Ләкин беҙ бындай­ҙы күргәнебеҙ юҡ әле! Ауылығыҙ үлгән һымаҡ: урамдарҙа бер кем юҡ. Баҡтиһәң, бөтә халыҡ: ҡарты ла, йәше лә – ошо яланда. Ә һеҙҙең бисә-сәсәләр – ух ниндәй! Кисә беҙ балалары менән далаға киндер йыйырға китеп барыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы туҡтаттыҡ, улар беҙҙең күҙҙәрҙе саҡ суҡыманы: “Һеҙ беҙҙе аҫрайһығыҙмы, беҙгә эш бирәһегеҙме? Бала­ларҙы мәктәпкә ни менән ебәрергә? Кейем дә, хатта дәфтәр ҙә юҡ! Бер тин дә аҡса булмағас, балалар нимә ашарға тейеш? Беҙҙе милиция түгел, ә үҙебеҙҙең ғәзиз “тормош яланы” ашата. Беҙ ҙә, һеҙҙеке кеүек, әсәләр, беҙҙе балаларыбыҙ менән бергә төрмәгә ултыртығыҙ, шул саҡта, бәлки, ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ!” Уларҙы ла, үҙемде лә саҡ тыя алдым. Халыҡ шундай фәҡирлеккә төшкән икән, ни эшләйһең инде? Бер-беребеҙҙе төрмәгә ултыртып бөтә алмайбыҙ ҙа баһа? Ә һин ҡайҙа, ни ҡыйратаһың?
– Һинең кеүек, белемемде практикала ҡулланам, – тыуған даламдың үҫемлектәр донъяһын өйрәнәм... Предметты онотмаҫ өсөн... – ҡыҙҙың күҙҙәре этлекле ялтыраны. – Эш, тиһең? – ул ауыр һуланы. – Алдан белгән булһам, зачеттар алыу, ришүәтсе уҡытыусылар­ҙың “усына йомдороу” өсөн, әсәйемде йыл һайын ауырлыҡ менән үҫтергән малын һатырға мәжбүр итмәҫ инем; юғары белем алмаған булһам, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине. Ул саҡта киндерҙе асыҡтан-асыҡ ыуыр инем. Эшем юҡ минең, Алик. Мал ҡараҡтары үткән айҙа әсәйемдең һуңғы һыйырын быҙауы менән бергә урлап алып китте.
Күңелһеҙ хәбәрҙән Аликтың күтәренке кәйефе боҙолдо. Ул ни тип яуап бирергә лә белмәне.
Айдысмаа ла өндәшмәне, әңгәмәнең дауамын фараз­ларға тырышты.

Факил МЫРҘАҠАЕВ
тәржемәһе.
*Ҡараған – һары сәрүәр, селек, ҡыуаҡ.

(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)