RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фекерҙәр. Афоризмдар. Назар Нәжми

26.06.2015 Фекерҙәр. Афоризмдар. Назар Нәжми

Ерҙә иң хәтәре,
Көслөһө лә уттыр, ахыры.
(«Ут тураһында шиғыр»).

* * *
Ерҙә милли тойғонан да көслө тойғо бармы һуң?
(«Нисек сығырға һуң?»).

* * *
Еткән ҡыҙ бешкән емеш тә,
Тик ҡаҡлап буламы ни?
Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты –
Их, һаҡлап буламы ни!
(«Өйҙәрендә уттары бар»).

* * *
Заман беҙгә бөтәһен дә бирә,
Һәм ул беҙҙе ала үҙенә.
Беҙҙән тора заман. Беҙ төҙөгән
Заман бит ул беҙҙән төҙөлә.
(«Яҙ көнөндә һөйләшеү»).

* * *
Заман – ул кеше.
(«Имән төбөндә»).

* * *
Заман холҡо беҙҙе өйрәтте
Үҙ-үҙеңдән хатта ҡурҡырға.
(«Ҡурҡам!..»).

* * *
Иблислек, бәләкәйме ул, ҙурмы, һәр кемдә бар.
(«Яратыу – матурлыҡ сығанағы»).

* * *
Ижад өсөн үҙ-үҙеңдән ҡәнәғәт булмауҙан да ҡәҙерле нәмә юҡ. Мин уны хатта ижадты йәшәтә торған бөйөк көс тип атар инем.
(«Туҡай урамында»).

* * *
Ике йөҙлө булып йәшәүҙән дә ҙур түбәнселек юҡтыр.
(Хаттан).

* * *
Ике йөҙлө дәүләт – дәүләтме һуң,
Ике йөҙлө милләт – милләтме?
(«Икеле»).

* * *
Ике килмәй ғүмер тигәнең.
(«Өс замана»).

* * *
Икмәк – ғүмер! Ул ҡан тибешендә,
Ул хеҙмәт һәм байрам төҫөндә.
Башҡа ниндәй исем ҡушыу кәрәк
«Икмәк» тигән бөйөк исемгә.
(«Икмәк һәм шарап»).

* * *
Илдәр кеүек, ерҙәр кеүек
Ғүмерҙәр ҙә ике ярлы.
(«Йәшел морон»).

* * *
Илдәр күрҙем... Ләкин,
ил-төйәгем,
Һинең менән икән беҙ оҡшаш.
Мин бер йырсың... Һин үҙең дә
йырсы,
Йырҙарыма ләкин һин остаз.
(«Тыуған ауылыма»).

* * *
Иман өсөн әҙәм ҡорбан булһа,
Әҙәм өсөн ҡорбан – хайуандар.
(«Иблис»).
* * *
Иманһыҙ тел – тере мәйеттер.
(«Иблис»).

* * *
Ир аҡылы яуға сыҡмаҫ,
Мәргән уҡсы булмай тороп.
(«Шапырынма!»).

Рубриканы Факил Мырҙаҡаев










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)