12.06.2015 Интернет һәм шиғриәт
Фирүзә Абдуллинаның исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе уҡытыусы заман мөмкинлектәре – интернетты ҡулланып, әҙәбиәттә киң танылыу яуланы. Бөгөнгө һөйләшеү – интернет һәм шиғриәт хаҡында.
– Фирүзә апай, ҡасандан интернет киңлеген байҡай башланығыҙ?
– Алты йыл элек өлкән ҡыҙым Гөлшат “Бәйләнештә” сайтында битемде асып бирҙе. Уға тиклем уҡытыу эшенә мәғлүмәт тупларға, аш-һыу әҙерләү, ҡул эштәре өйрәнеү өсөн ҡуллана торғайным. Ә интернет селтәренә шиғырҙарымды ҡуйыуға тотонғас, әүҙемлегем бермә-бер артты.
– Шиғриәткә ҡасан килдегеҙ? Тәүге шиғырығыҙ ҡасан яҙылды?
– Тәүге тапҡыр 3-сө класта уҡыған саҡта әсәйемә арнап шиғыр яҙҙым. Тап шул мәлдән ҡәләм тибрәтә башланым. Өйҙәге туғандарым тәү осорҙа көлөп ҡараны, аҙаҡ, яҙғандарым район гәзитендә донъя күренгеләнгәндән һуң, улар тарафынан да, дуҫтарымдан да ихтирам тойҙом. Мәктәп йылдарында, студент ваҡытта бик әүҙем яҙыштым. 1982, 1984 йылдарҙа сыҡҡан “Йәш көстәр” йыйынтыҡтарында шиғри шәлкемдәрем донъя күрҙе, исемем ваҡытлы матбуғатта даими күренеп торҙо. Төрлө әҙәби-ижади конференцияларҙа ҡатнашырға тура килде. Уҡыуҙы тамамлағас, кейәүгә сығып, мәктәптә эш башланым. Төрлө мәшәҡәттәр менән, яҙмыш ҡушыуы буйынса ла ижадҡа ваҡыт әҙ ҡалды. Әммә яҙышыуҙы бөтөнләй туҡтаттым тип әйтә алмайым, һирәкләп булһа ла гәзит биттәрендә шиғырҙарым сығып торҙо. Ҡуйын дәфтәренә яҙғандарымды теркәй барҙым.
– Ә интернет киңлегенә шиғырҙар ҡуйыу менән нисек булды?
– 2013 йылдың ғинуарында бәләкәй ҡыҙым Гөлнар менән “Бәйләнештә” сайтында “Ғәжәп донъя” тип аталған төркөм астыҡ. Сайттың мөмкинлеген белмәү (шиғырҙарымды дөрөҫ итеп ҡуймау) сәбәпле, тәүге осорҙа яҙғандарымды бик әҙ генә кеше уҡый алған булып сыҡты. Ноябрҙә йәш шағирә, интернет киңлегендә киң танылыу тапҡан Гөлнур Ҡыуатова техник мөмкинлек менән таныштырып, ҡулланыусылар даирәһен киңәйтергә ярҙам итте. Шулай итеп, интернет киңлегенә сығып, шиғыр яратыусылар араһында танылыу яуланым.
– Ә был популярлыҡтың сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– Ябай кешеләр араһында йәшәгән ябай ҡатын. Уҡыусыларым да ябай халыҡ. Улар ҙа мин кисергән хисте кисерә, минеңсә фекер йөрөтә. Күп осраҡта: “Уйлап та әйтә алмаған фекерҙе һеҙ шиғыр юлдары менән әйтәһегеҙ”, – тип яҙалар. Тимәк, миңә Аллаһы Тәғәлә тел асҡысы биргән. Икенсенән, кешеләргә һәр ваҡыт киләсәккә өмөт һәм ышаныс кәрәк. Уҡыусыларға, бәлки, минең шиғырҙарыма хас булған оптимистик рух оҡшайҙыр.
– Интернет бынан 30 – 40 йыл элек барлыҡҡа килеп, хәҙерге мөмкинлек шул саҡта уҡ булһа ине, тип үкенгән сағығыҙ буламы?
– Юҡ. Барыһы ла минең өсөн кәрәкле ваҡытта барлыҡҡа килде. Хәҙерге тормош тәжрибәм менән әйтер һүҙемде, фекеремде тапҡанмын. Ә йәштән әүҙем яҙыша башлаған булһам, “сәскәләр-күбәләктәр” һәм “яратам-һағынам”дан ары китә алмаҫ инем. Быға тиклемге тормошомдо балаларға белем биреүгә арнап, ғүмер уртаһында ихласлап шиғриәткә тотонғанмын икән, тимәк, Әхмәр Үтәбай әйтмешләй, ваҡытым еткән. Әлеге ваҡытта шиғриәт минең яратҡан шөғөлөм генә, үҙемә әллә ниндәй юғары маҡсаттар ҡуймайым. Күңелемдә әйтер һүҙем булған саҡта ижад итермен.
– Ҡайһы бер билдәле әҙиптәр, яҙыусылар интернеттағы әҙәби әҫәрҙәрҙе сүп-сар ояһы менән сағыштырып сығыш яһай…
– Кеше тормоштан, йәшәйештән нимә эҙләй – шуны таба. Кемдер матурлыҡ күрергә теләһә, һәр нәмәлә шул матурлыҡты күрә белә. Ә кемдер интернет киңлегенән, шиғриәттән һәм әҙәбиәттән сүп-сар эҙләй икән, мотлаҡ табасаҡ. Ә мин интернет аша үҙемә бик күп дуҫ, ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр таптым, әҙәбиәттә лә яңы исемдәр астым. Ижади яҡтан камиллашырға ярҙам иткән остаздарым менән таныштым. Гүзәл апай Ситдиҡова, Зөфәр ағай Вәлитов бөгөн дә шиғырҙарымды уҡып баһа бирә, кәңәштәрен әйтә, хаталарым булһа, тәнҡит һүҙҙәрен еткерә. Яратҡан шағирҙарҙың, яңы ижад юлын башлаған йәштәрҙең төркөмдәре бар, улар менән дә танышып барырға тырышам. Интернет – дуҫым, эш урыным, аралашыу мөмкинлегем. Кемдер өсөн мин өйрәнсек кенә булһам, кемдер мине уҡытыусы итеп күрә. Остаздарым биргән кәңәштәрҙе башҡаларға ла еткерәм. Үҙем үҫеп, башҡаларҙы баҫып ҡалырға тигән маҡсатым юҡ, киреһенсә, үҙем менән бергә башҡаларҙы ла әҙәбиәткә әйҙәргә тырышам. Мәҫәлән, класташ дуҫым Сәкинә Тотмановаға төркөм асышып, ижадын киң уҡыусыға еткереү өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем. Гүзәл Ситдиҡова, Рөстәм Нурыев, Мәрйәм Бураҡаева, интернетта башҡорт телендәге төркөмдәр, йырҙар, әҙәбиәт өлгөләребеҙ булһын, милли аралашыу барһын, тип тырыша. Мин дә, уларға эйәреп, телде, илде үҫтереүгә, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе бергә туплауға ниндәйҙер өлөш индерә алһам, бәхетле булыр инем.
– Виртуаль донъяның мөмкинлеге, ыңғай яғы сикһеҙ. Тик уның кире яғын да күреп, тойоп торабыҙ. Шул уҡ әҙәбиәт, мәҙәниәт тураһында һүҙ алып барған саҡта, тәнҡит тигән булып, интернетты ҡайһы бер кешеләр, араларында билдәле шәхестәр ҙә осрай, яу яланына әйләндерергә әҙер тора...
– Ике күрше йәшәгән, ти. Береһе бөтә сүп-сарын, бысрағын йыйып, икенсеһенең ҡапҡа төбөнә алып барып түккән. Ә быныһы, уға яуап итеп, биҙрә тултырып матур алмалар күтәреп ингән. Тәүгеһе түҙмәгән: “Һиңә бысраҡ түктем, ә һин ниңә миңә алма алып инәһең?” – тип һораған, аптырап. “Кем нимәгә бай, шуның менән бүлешә, күршекәйем”, – тип яуап биргән икенсеһе. Интернет киңлегендә лә, тормошта ла шулай. Әгәр ҙә кемдер кире фекерен, кешеләргә булған үсен, алама уйын бар донъяға сығарып һала икән, тимәк, уның күңеле шул хистәр менән тулы. Был ҡылығы менән ул бары тик үҙен генә фашлай. Быға ла ыңғай ҡараштамын. Әйҙә, үҙенең күңелен, аҡыл кимәлен бар халыҡҡа күрһәтһен. Шәхсән үҙем бындай кешенең фекеренә бөтөнләй ҡолаҡ һалмайым, бары тик оялыу хисе кисерәм. Бигерәк тә танылыу яулаған кеше шулай ҡыланһа, улар өсөн ябай халыҡ алдында оялам.
Йәш саҡта, әҙәбиәттәге ошондай күренеште күреп, бер ни тиклем ытырғанып, шиғриәттән биҙгәйнем. Бары тик кеше фекеренә иғтибар итмәҫлек йәшкә еткәс кенә кире әйләнеп ҡайттым. Йылдар үткәс, тәнҡитселәр өсөн түгел, ә ябай уҡыусылар өсөн ижад итергә кәрәклеген аңланым. Миңә дәрәжә лә, дан да кәрәкмәй. Кешенең урынына ла, икмәгенә лә ынтылмайым, үҙемдеке үҙемә етә. Бындай күренештәргә тап булған башҡа ижадсылар ҙа, тәнҡит менән йөҙ йыртыуҙы бутамай ғына, күңелдәрен төшөрмәйенсә, артабан да ижад итһен ине, тигән теләктә ҡалам.
– Тағы ла бер кире күренеште күҙәткәнем бар: интернетта әҙәби ҡараҡлыҡ, плагиат йыш осрай. Уларға иғтибар иткәнегеҙ бармы?
– Был күренеш менән яҡшы танышмын. Ҡайһы бер шиғырҙарымдағы фекерҙәрҙе алып, хатта шул уҡ һүҙҙәр менән яҙыусылар булды һәм әле лә бар. Уларҙың бер нисәүһенә үҙемдең дәғүәләремде лә белдерергә тура килде. Әлбиттә, был мине борсой, әммә ундай автор кеше фекере менән билдәлелек яулай алмай. Был ҡылығы менән ул үҙенең баһаһын ғына төшөрә.
Ә үҙемдең ижадыма килгәндә, ҡайһылыр урында кемдеңдер ижадына оҡшашлыҡ осраһа, әҙәбиәтте белеп етмәүҙән генә булырға мөмкин. Шиғриәттән байтаҡ йыл ситтә йөрөп, күп кенә авторҙың әҫәрҙәрен уҡымай ҡалғанмын. Әлеге ваҡытта өйҙә бер ҡосаҡ шиғыр йыйынтығы ята, уларҙы уҡыйым. Темалар ҡабатланмай мөмкин түгел, тик әйтергә теләгән фекер ҡабатланмаһын.
Тағы ла бер күренеш: күп осраҡта шиғырҙы башҡа төркөмгә ҡуйған саҡта, администратор авторҙың исемен күрһәтмәй. Вайымһыҙлыҡмы был әллә мәҙәниәтһеҙлекме, белмәйем. Һәр хәлдә, шиғыр оҡшай икән, авторы ла хөрмәткә лайыҡтыр, тип уйлайым.
– Күптән түгел “Барыһы ла яҡшы буласаҡ” тип аталған китабығыҙ донъя күрҙе. Ниндәй фекерҙәр һәм тәҡдимдәр булды был баҫма хаҡында?
– Китаптың донъя күреүе лә интернет менән бәйле. Төркөм асып, шиғырҙарымды ҡуя башлағас, ул ниндәйҙер кимәлдә әхирәттәр клубына әйләнде. Кешеләр артҡандан-арта, фекер аралашыуҙар бара. Һәм былтыр ноябрь айында, “Йөк аты” тигән шиғырҙы ҡуйғандан һуң, башҡорт Википедияһының ирекмәне Рөстәм Нурыев: “Был шиғырығыҙ минең турала яҙылған”, – тип яҙҙы. Бер аҙ аралашҡандан һуң ул миңә викикитапханала кәштә асырға тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта унда 400-ләп шиғырым тупланған. Уның йүнәлтмәһен “Бәйләнештә” сайтындағы диуарыма ҡуйғайным, уның буйынса дуҫтарым да инә, уҡый ала. Тимәк, үҙемдең шиғриәтем менән Башҡорт Википедияһының рейтингын күтәрешәм, уны рекламалайым, тигән бәләкәй генә ғорурлыҡ та бар күңелемдә.
Википедияға теркәлгәндән һуң миңә Американан ниндәй маҡсат менән эшләүемде белешеп, донъя күргән китаптарымды һорап, хаттар килә башланы. Улар интернет хужалары булып сыҡты, һәм Рөстәм Нурыев уларға ваҡытлы матбуғатта сыҡҡан әҫәрҙәремдең йүнәлтмәләрен ебәрҙе. Электрон китап әҙерләнек, ул әҙер булғас, ҡағыҙ варианты ла булһын тип, “Сыңрау торна” нәшриәте менән килешеү төҙөп, китап итеп сығарырға булдыҡ. Йыйынтыҡтың таралыуы – үҙе бер тарих. Иң әүҙем уҡыусыларым төрлө төбәктәрҙә китапты һатып алырға теләүселәрҙең исемлеген төҙөп, алдан заказ бирҙеләр ҙә, исем туйынан һуң таратып алып та киттеләр. Бөгөн китап таралып бөтөү кимәлендә тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Хәйбулланан Фәнүзә Хөсәйенова, Ейәнсуранан Зәйтүнә Түләбаева, Әбйәлилдән Әсмә Мәхмүтова, Сибайҙан Айһылыу Моталлапова, Баймаҡтан Фирҙәүес Фазылова, Айгөл Иҙелбаева, Йылайырҙан Әлфиә Теләүшина, Көйөргәҙенән Ғәзимә Аҙнабаева, Вәсилә Ҡарағужина, Стәрлетамаҡтан Әлфиә Ғәлина, Учалынан Әлфиә Лоҡманова һ.б., һ.б. – бөтәһенә лә рәхмәтем сикһеҙ! Бәләкәй генә беренсе китабымды ҙур итеп ҡабул итеп, уҡыусыларыма еткерергә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлемен. Шиғырҙарымды үҙ итеп, көтөп торған кешеләр барҙа яҙырмын әле тигән өмөттә ҡалам.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА әңгәмәләште.
Интернет – дуҫым, эш урыным, аралашыу мөмкинлегем. Кемдер өсөн мин өйрәнсек кенә булһам, кемдер мине уҡытыусы итеп күрә. Остаздарым биргән кәңәштәрҙе башҡаларға ла еткерәм. Үҙем үҫеп, башҡаларҙы баҫып ҡалырға тигән маҡсатым юҡ, киреһенсә, үҙем менән бергә башҡаларҙы ла әҙәбиәткә әйҙәргә тырышам.