RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

05.06.2015 Тәүбә

Гөлнара Дәүләтша ҡыҙы Ибраһимова Хәйбулла районының йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуа.
Ауылда өс йыл башланғыс белем алғас, артабан уҡыуын Әбеш урта мәктәбендә дауам итә. Уны уңышлы тамамлап, БДУ-ның Сибай филиалына уҡырға инә. Дүрт йыл уҡып, ҡулына диплом алғас, кейәүгә сыға һәм Сибай ҡалаһында йәшәргә ҡала.
Әлеге көндә ире Рәшит менән ике ҡыҙ үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Айзилә медицина колледжында, ә кесеһе – Әлиә башҡорт лицейының 9-сы класында уҡый.
Гөлнара яратҡан һөнәре буйынса эшләй. Маҡсаты – балаларға төплө белем биреү, уҡыусыларында башҡорт теленә, тыуған ергә ихтирам һәм һөйөү, кешелеклелек, изгелек сифаттары тәрбиәләү. Гөлнара Дәүләтша ҡыҙының ер йөҙөндәге, тормоштағы гүзәллеккә ғашиҡ булыуы уны шиғырҙар һәм хикәйәләр ижад итеүгә илһамландыра. Матур, ябай тел менән яҙылған тормошсан, мауыҡтырғыс әҫәрҙәрен тулҡынланмай, тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел.

Хәлил Һөйөндөков,
БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.


Тәүбә       Йәкшәмбе иртәһе. Рифатты рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан еренән телефон тауышы уятты. Әсәһе икән. Шунда уҡ йоҡоһо ҡасты.
– Һаумы, әсәй.
– Һауғынамын, балам. Иртә менән уяттым инде үҙеңде. Ней, бит әле, – әсәһе, улына йоҡо бирмәгәненә уңайһыҙланыпмы, һүҙен башлай алмай аҙапланды.
– Зыян юҡ, әсәй. Һөйлә-һөйлә, тыңлайым. – Төнө буйы һаташып, таңға ғына йоҡоға киткән сирле улын уятмаҫ өсөн йоҡо бүлмәһенең ишеген япты ла, иҫнәй-иҫнәй әсәһен тыңларға әҙерләнде.
– Төндә яман көслө дауыл булды. Кәртә артындағы тирәк йығылып, тауыҡ кетәген емерҙе. Алай ҙа һарайға теймәне, – тине әсәһе борсоулы тауыш менән.
– Дә-ә-ә. Шулай икән дә. Ярай, улай булғас, киленең менән ҡайтып етербеҙ. Күрше Зөлфиргә әйт, беҙ барғансы емерелгән урындағы таҡталарҙы алғылай торһон.
– Аһ, балам, Зөлфирҙең үҙенең аҙбарында ла емереклек етерлек. Йорттары йылға буйында ултырған кешеләрҙең байтағы зыян күрҙе бит. Ҡороған тирәктәр шарт та шорт ҡоланы ла ҡоланы. Ғәләмәт ҡурҡыныс ғәрәсәт булды. Аллаға шөкөр, кешенең үҙенә, мал-тыуарға зыян килмәне.
– Ярай, әсәй, көт. Барып етербеҙ.

***
Атаһы баҡыйлыҡҡа күскәс, әсәһен яңғыҙ итмәҫ өсөн Рифат район үҙәгенән ғаиләһе менән ата йортона күсеп ҡайтты. Уларҙың ҡайтыуы йортҡа йәм, ҡот өҫтәгәндәй булды. Йәштәр ең һыҙғанып донъя көтөргә тотондо. Атаһынан ҡалған хужалыҡҡа өҫтәп, Рифат күрше ауылдан йорт ҡуяндары, сусҡа бәрәстәре алып ҡайтты. Улары тиҙ генә үрсеп тә китте. Ҡуяндар өсөн өндәшмәһә лә, ғүмере буйына хәрәм мал тип йөрөгән сусҡаларға ҡарап, әсәһе Рифатҡа ризаһыҙлығын белдермәй ҡала алманы:
– Уларын нишләтәһең инде? Беҙҙең мосолманға килешәме ни ул?!
– Килешәме-юҡмы, уныһын әйтә алмайым, әсәй, ну аҫрауы еңел бит уларҙы. Һыйыр малы үҫтереп, һатып аҡса итеп алыу­ға ике йыл кәрәк. Ә сусҡа мал булһын өсөн иң күбендә лә алты-ете ай етә. Айырма бармы? Бар. Йәнә һыйыр­ҙы көтөргә кәрәк, ә быларын аҙбар­ҙан сығарып, йылға буйына ҡыуаһың да бөттө лә. Тирәк төбөн туйғансы һөрөп, рәхәтләнеп саңына болғанып, бәшмәк ашап йөрөрҙәр. Ҡайҙа йөрөгәндәрен хатта эҙләргә лә кәрәкмәй, тамаҡтары асыҡһа, мырҡылдашып үҙҙәре үк ҡайтып етә.
– Эй, барыбер ҙә һинең менән килешә алмайым, улым. Үҙҙәре килеп һаҫыҡ.
– Һуң, әсәй, һаҫыҡ булһа ла, аҡсаһы “тәмле” бит уларҙың. Әлеге урыҫтар әйтмешләй, аҡсаның еҫе булмай.
– Аҡса, аҡса тиһегеҙ ҙә сабаһығыҙ. Үҙегеҙгә мәңге аҡса етмәй. Ағас төбөн сусҡанан һөрҙөртөп, тамырҙарын ҡоротоп бөтәһегеҙ бит.
– Ҡуйсы әле, әсәй, юҡты, йөҙйәшәр тирәктәргә ни булһын?
– Булмай ни, була шул. Малдың тиҙәген дә шул йылға буйына ауҙараһығыҙ. Хәҙерге йәштәргә әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни. Тәртипте белмәйһегеҙ.
– Мал аҫрап, донъя көтөү, һинеңсә, тәртипһеҙлекме атыу? Аҡса кәрәк тә инде. Ҡарап торғаныбыҙ шул мал-тыуарҙа бит.
– Эш унда түгел, улым. Һәр нәмәнең самаһы була. Күпләп мал тотоу һәйбәт, әлбиттә. Тик таяҡтың икенсе осо ла бар бит әле. Бер нисә йылдан ағастар ҡороп, йылғаның һыуы кәмей башламағайы, тим. Анауы күрше Пакруфка ауылындағы һымаҡ...
– Эй, әсәй, ул ағастар, йылға ҡороғансы йәшәргә кәрәк бит әле .
– Был барыш менән барһа, белмәйем шул, балам...
– Башҡа ҡайғың булмаһа, әсәй, уның өсөн борсолма. Тамағың туҡ, өҫтөң бөтөн, өйөң йылы, әйҙә, рәхәтләнеп йәшә лә йәшә генә.
Ошондай һөйләшеүҙәр Рифат менән әсәһе араһында йыш ҡына булып ала. Был осраҡта ир, әсәйем ҡартайҙы ла мыжып тик йөрөй, тип уйлай. Мыжымаҫлыҡ та түгел шул, ана бит, башҡа ауылдаштары ла, Рифаттан күреп, күпләп сусҡа үрсетергә тотондо. Хатта ки, кемдеке икәнде бутамаҫ өсөн һәр кем сусҡаһына үҙ тамғаһын һалыр булып китте. Ысынлап та, алһыу, яланғас тәнле ҡаты морондарҙы бер-береһенән ҡапыл да айырыуы ҡыйын шул…
Көтмәгәндә Рифаттарҙың бәләкәй улдары ауырып китте. Табиптар аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмай йонсоно. Йоҡоһоҙ төндәр, борсоулы көндәр, бер-бер артлы күңелһеҙ мәшәҡәттәр ишелгәндән-ишелде. Донъяның йәме, аштың тәме китте. Тапамаған дауахана тупһаһы ҡалманы, хатта яҡын-тирәләге экстрасенстарға ла барғыланылар. Әммә малайҙарының хәле һәйбәтләнмәне. Улдарын аяҡҡа баҫтырабыҙ тип, мал-тыуарын һуйып, меңәр һумлап тотонған аҡса ла һөҙөмтә бирмәне. Шулай аңҡы-тиңке йөрөгәндә кемдер берәү ҡатынына Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе Сәлих хәҙрәт исемле дин белгесе барлығы хаҡында әйткән. Ҡөрьән сүрәләре һәм бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең доғалары менән дауалау ысулдарын да белгән ана шул кешегә мөрәжәғәт итеп ҡарарға кәңәш иткән. Рифат, бығаса ундай-бындай им-томға ышанмаһа ла, ҡатынының тәҡдименә ҡаршы килмәне.
Сәлих хәҙрәт тигәндәре утыҙ биш-ҡырҡ йәш самаһындағы мөләйем, бик теремек кеше икән. Әле йәш булыуына ҡарамаҫтан, һаҡалы яртылаш салланған. Бала күтәреп инеп килгән ирле-ҡатынлы был икәүҙе, яҡын күргән кешеләрен ҡаршы алғандай, өйгә инергә әйҙәне. Ниндәй йомош менән килгәндәрен һорап та тормай, абыстайы ла йәһәт кенә сәй әҙерләп, уларҙы өҫтәл янына саҡырып ултыртты.
... – Ҡайһы ғына табипта булманыҡ та, ниндәй генә күрәҙәсегә мөрәжәғәт итмәнек, – тип илауланы Рифаттың ҡатыны Гөлиә, балаһының сире хаҡында һөйләп биргәс.
– Табиптарға барыуығыҙ, әлбиттә, дөрөҫ, – тине хәҙрәт. – Табипҡа барып дауаланыуҙы бәйғәмбәребеҙ хуп күргән. Әммә төрлө күрәҙәселәргә һәм сихырсыға мөрәжәғәт итеүҙе ҡәтғи тыйған. Күрәҙәселек оло гонаһҡа һанала. Мосолманмын тигән кешенең уларға барып гонаһлы булып йөрөүе дини яһиллыҡтан, йәғни наҙанлыҡтан килә.
Хәҙрәттең ошо һүҙҙәренән Рифат менән ҡатыны ғәжәпләнеп, бер-береһенә ҡарап алды.
Сәлих хәҙрәт Рифаттарҙың тормошо, көнкүреше хаҡында һораштырғыланы. Ни менән шөғөлләнеүҙәре тураһында белеште.
– Ни менән, тип ни, – тине Рифат, бер аҙ уңайһыҙланғандай итеп, – ауыл ерендә үҙегеҙ беләһегеҙ инде, хәҙрәт, мал үрсетәм.
– Эре малмы әллә һарыҡ-кәзәме?
Рифат сусҡа үрсетеүҙәре хаҡында әйткәс, хәҙрәт башта бер аҙ уйланып ултырғандай булды. Унан ашыҡмай ғына кәштәләге Ҡөрьән китабын алып, кәрәкле битен табып асты. Сусҡаның хәрәм йәнлек икәнлеге, йәғни уны ашау ҡәтғи тыйылғаны хаҡында аят уҡып, шунда уҡ тәржемә итеп, уны тәфсирләп һөйләп бирҙе.
... – Аллаһы Тәғәлә тыйған бындай хайуандар менән ризыҡланыу, башҡаларға ашатыу гонаһ эш булһа, икенсенән, – тип дауам итте хәҙрәт, – тирә-яҡ мөхитте, ағас-мағасты ҡуймай, төбө-тамыры менөн һөрөп бөтә бит улар.
– Ә уның килтергән аҡсаһы?..
– Аҡсаһы ла хәрәм уның. Хоҙай Тәғәлә һәм Уның бойороғона таянып, бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм тыйған нәмәләрҙе инҡар итеп, гонаһ ҡылған өсөн был донъяла ла, ахирәттә лә Аллаһы Тәғәләнең язаһы ҡаты. Дин ғилемен һис тә өйрәнмәгәнлектән, белмәгәнлектән килеп сыға был. Үҙегеҙгә һөйләп тораһы ла юҡ, йә унда, йә бында һәр төрлө ғәрәсәттәр ҡубып ҡына тора. Быларҙың барыһы ла Аллаһы Тәғәләне бар тип белмәгән, Уға баш эймәгән һәм ғибәҙәттәр ҡылмаған өсөн әҙәм балаларына Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән, тип фаразлап, тейешле һығымта яһау файҙалы булыр ине лә бит...
Сәлих хәҙрәт, ауырыу малайҙы янына ултыртып, ниндәйҙер доға уҡыны. Башынан һыйпап:
– Бала һауығыр, иншалла, – тине. – Уның төҙәлеүе лә Алла ҡөҙрәтендә. Тик үҙегеҙ инде өлкән кешеләр булараҡ, ҡылған гонаһтарығыҙҙы үҙегеҙсә барлағыҙ. Айырыуса ошоғаса Алланы танымай, бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең талаптарын үтәмәй, ғөмүмән, динебеҙҙе өйрәнмәй, хәрәм эш менән булышып ғүмер иткәнегеҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында тәүбә итегеҙ... Алла – гонаһтарҙы ғәфү итеүсе... Һәм Ул бар нәмәне күреп һәм ишетеп тора... – Хәҙрәт ихлас йылмайҙы.
... – Тик бынан ары Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис бер затҡа ялбараһы булмағыҙ! Был – ғәйәт оло гонаһ. Барлыҡ ғаләм­дәр­ҙең хужаһы тик бер Аллаһы ғына, Уның бойороғо булмайынса, япраҡ та ҡыбырламаҫ, – тип тағы бер киҫәтте уларҙы Сәлих хәҙрәт.
Ошоғаса дин ғилемен бар тип тә белмәгән Рифат, әлбиттә, бер ни ҙә өндәшмәһә лә, хәҙрәттең әйткәндәренә ышанып етмәне. “Ни өсөн мин тәүбә итергә тейеш? Ни боҙҙом шул хәтле гонаһлы булырлыҡ? Ана бит, бәғзе кешеләр... Шул ғына етмәгәйне...” Шундай уйҙар биләне Ырымбур яғынан ҡайтышлай.
Балаларын түҙемһеҙлек менән көтөп торған әсәһе, былар­ҙың бойоҡ йөҙөн күреп, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Нисек йөрөп ҡайтыуҙары хаҡында килене һуңғараҡ һөйләп бирҙе: “Бейем, һинең алдыңда ғәйебебеҙ булһа, ғәфү ит беҙҙе”, – тип өҫтәне. “Һеҙҙең ниндәй ғәйеп булһын инде. Минең ғәфү итеүем генә етһә ярай ҙа һуң... Рифат анау ҡаты морондарын аҫраны бит. Әйттем мин уға, мосолманға килешмәй, тип. Тыңламаны. Әллә шуға Хаҡ Тәғәлә һынау ҡуйҙы инде... Хәҙрәт һынлы хәҙрәт тә белмәй һөйләмәҫ... Әллә инде, белмәҫһең был донъяны. Ә баланы шәбәйтергә кәрәк. Уйланым-уйланым да, һеҙгә ҡабат райүҙәккә күсеү лутсы булыр, тигән фекергә килдем әле. Ни тиһәң дә, балнис өҫтөндә кинйәбеҙгә һәйбәт булыр. Рифатҡа шул турала әйтергә ултырам”, – тип һүҙен тамамланы бейеме. Килене, уның менән килешеп, башын ҡаҡты.
Һуңғы арала, ысынлап та, ауылда ҡалыуҙың мәғәнәһе лә ҡалмағайны шул. Колхоз тарҡалып, күп кеше эшһеҙ ҡалыу сәбәпле, йәштәр ҡалаға, ҙур ҡасабаларға китеп бөттө, Рифаттар ҙа, әсәһенең кәңәшен тотоп, ҡабаттан район үҙәгенә барып төпләнде.
Район үҙәгенә ҡабат ҡайтҡанға ла өс йыл ярым үтеп китте. Унда икеһенә лә һәүетемсә килемле эш тә табылғайны. Әммә, сирле улы арҡаһында, ҡатыны ана шул яҡшы эшенән тағы китергә мәжбүр булды. Малайҙары ошо көнгәсә шәбәйеп китә алмай аҙаплана. Төндәр буйына йоҡлай алмай һаташып сыға... Әсәһенең бөгөнгө ашығыс саҡырыуы буйынса ауылға машина менән ҡайтып барған Рифаттың йөрәген бына ошондай күңелһеҙ уйҙар өйкәне.

***
Дауылдан һуң ауылына килеп ингәс, һуғыш ҡырындағы йығылған һалдаттар кеүек ятҡан тирәктәрҙе күреп, Рифат өнһөҙ ҡалды. Алҡымына төйөн килеп тығылды. Был тиклем үк мәхшәр тип күҙ алдына ла килтермәгәйне. Бына ни өсөн кәрәк булған икән бөйөк Алланан ғәфү үтенеү!.. Аңғармаҫтан, Рифаттың башына хәҙрәттең һүҙҙәре барса нескәлеге менән барып еткәндәй булды. Әллә бик һуң аңланымы икән ул ошо оло хәҡиҡәтте?.. Ә бәлки, һуң да түгелдер...
Ауыл халҡы дәррәү ҡуҙғалып, ауған тирәктәрҙе эңергә урынлаштырып бөттөләр. Эштән һуң ҡул сайырға тип һыу буйына төшкән Рифат үтә ныҡ һайыҡҡан йылғаны күреп, аптырап ҡалды. Бала саҡта балыҡ тотоп, ҡышын сәкән һуғып уйнаған йылғаһының селтерәп кенә ағыусы шишмәгә ҡалыуына рән­йене. Әсәһенең, Сәлих хәҙрәттең һүҙҙәре тағы иҫенә төштө. Ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре: “Йә, Аллам, кисер мине, ауылым тәбиғәтенә, ауылдаштарыма килтергән зыяным, әсәйемдең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмағаным өсөн…” – тип шыбырланы.
Ошо көндән алып Рифат, ысынлап та, дин ғилемен өйрәнергә тотондо. Шул уҡ ваҡытта улының күҙгә күренеп тигәндәй һауыға башлауын күреп, Хоҙайға шөкөр итте. Кинйәһенең шәбәйеүенә, йәмле яҙ көндәренең береһендә инде донъяға бөтөнләйгә икенсе ҡарашта булған Рифат ғаиләһе менән ауылға ҡайтып, ҡасандыр үҙе уҡыған башланғыс мәктәп ихатаһына ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Өҫтөнән ниндәйҙер ғәйәт ауыр бер йөк төшкән кеүек булды.
Ә йәй йылға буйында йәшел тирәк үҫентеләрен күреп, йылмайып ебәрҙе. Аллаһы Тәғәләнән сираттағы мәртәбә кисереү һорап, Уға зекер әйтеп, ҡибла тарафына йөҙөн борҙо...

Гөлнара ИБРАҺИМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)