RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”

30.05.2015 “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”

Баймаҡ районының Ҡолсора ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәй сағынан уҡ китапҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ ҡыҙ шиғырҙар, йырҙар ижад итә. Юғары белем алыуы, бөгөн яулаған уңыштары өсөн иң ҡәҙерле кешеләренә – ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтле.

* * *
Ҡайҙа ҡалды йүләр бала сағым,
Уйнап туймаҫ шаян саҡтарым?
Атай менән әсәй ҡосағында
Тыңлап үҫкән бишек йырҙарым?
Ҡайҙа ҡалды икән шаулап торған
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары?
Тәүге һөйөү, тәүге мөхәббәттең
Парлы үткән мәктәп юлдары?
Эй, бәхетле бала сағым,
Һағынамын һине әле лә!
Шул саҡтарҙы бер минутҡа ғына
Ҡайтарып та булһа ине лә…
* * *
Балаҡайым өсөн йәнем әрней,
Балаҡайым өсөн ҡайғырам.
Ниҙәр генә көтә һине алда?
Ниҙәр булыр, тиеп уйланам.
Балаҡайым, миңә оло бәхет
Һинең шат тауышты ишетеү.
Яҙған өсөн Хоҙайыма рәхмәт,
Балаҡайым, тиеп өндәшеү.
* * *
Бәхетемә аяҡ салмайым тип,
Үтер юлдарымды барлайым.
Шатлыҡ тулып килгән көндәремә
Күҙ теймәһен тиеп юрайым.
Ҡағылмаһын ине сит-ят күҙҙәр,
Урап үтһен ине ғәйбәттәр.
Яҙмышымдың ошо бүләгенә
Теймәһендәр ине ят ҡулдар.
Күпме ғазап, үкенестәр аша
Эҙләп таптым һине, бәхетем!
Үҙем генә хәҙер беләм шуға
Ошо бәхетемдең ҡәҙерен.
* * *
Ҡыҙ баланың йәшен түктермәгеҙ,
Тамсы йәше тиңдер алтынға.
Хыялдары, кисереше уның
Алып төшөп китә упҡынға.
Ҡыҙ баланың йәшен түктермәгеҙ,
Үҙегеҙгә гонаһ алмағыҙ.
Бер ғәйепһеҙ, сабыр йәнлеләрҙең
Ҡанаттарын ҡайырып ҡуймағыҙ.
Ҡыҙ баланың йәшен түктермәгеҙ,
Ғәфү итә алмаҫ ҡабаттан.
Бөрсөк-бөрсөк тамған һәр күҙ йәше
Хәтерләтер әрнеү-һағыштан.
* * *
Һаулыҡ бит ул ярты бәхет тиҙәр,
Ярты ҡыуанысы әҙәмдең.
Ошо бәхет өсөн күпме йәндәр
Ғүмер буйы көсөн түгәләр.
Ярты бәхет булһа һаулыҡта,
Ә яртыһы уның нимәлә?
Тулы бәхет өсөн ниҙәр кәрәк,
Әйтегеҙсе, дуҫтар, кем белә?
Әгәр яҙмыш һинән йәлләмәһә
Яҡты тормош, бөтмәҫ шатлығын,
Юлдарыңа һәр саҡ илтеп торһа
Бәхет менән ныҡлы һаулығын,
Ошо була инде тулы бәхет,
Ҡәҙерен белер кәрәк, кешеләр.
Ярты бәхет булһын һирәк кенә,
Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!
* * *
Ауыр ҡайғы төшһә иңдәреңә,
Һыйынаһың килеп Хоҙайға.
Әлдә Хоҙай һәр саҡ ҡулын һуҙа,
Мохтаж булған саҡта ярҙамға.
Эй, Хоҙайым, рәхмәттәрем һиңә,
Изгелектән торһон уйҙарым.
Һиңә генә табынғанда һәр саҡ
Ҡабул булһын изге доғаларым.
* * *
Тормошта бит була төрлө хәлдәр,
Ҡайғы-һағыш, була шатлығы.
Һынауҙарҙы үткән саҡта ғына
Беленә шул кеше ныҡлығы.
Тормош булғас, бөтәһе лә була,
Була ҡыйын, ауыр саҡтары.
Хатта ҡай саҡ әрнеп-ярһыуҙарҙан
Йөрәгемдең туҡтар саҡтары.
Тормош бит ул, гүйә, бер ҡуласа
Йә бер аҡлы, йә бер ҡаралы.
Хаталарҙан, барлыҡ кисерештән
Ғүмерлеккә ҡала яраһы.

Гөлшат ДӘҮЛӘТШИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)