RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

29.05.2015 Бала хаҡы

Телеүҙәктән сыҡҡайным ғына әсәйем шылтыратты.
– Ҡасандан бирле тауыш-тының юҡ, әллә берәй нәмәгә тарып йөрөй­һөңмө? – ти.
– Эш күп бит, әсәй, – тигән булам. – Ярты коллектив отпускта, шуға саҡ ҡына ла бушай алмайым, көн-төн сабам. Киленең дә өйҙә булмағас, әле бөтөн мәшәҡәт үҙемдең өҫтә: ашарға бешерергә, кер йыуырға...
– Һы! Яңғыҙ башыңды ҡарарға күп ваҡыт кәрәктер... Шул инде, бала күңеле – далала, тиҙәр ҙә инде. Һеҙҙә беҙҙең ҡайғы бармы ни?!
Әсәйем ныҡ ҡына үпкәләгән, буғай. Ысынлап та, аҙнанан ашыу шылтыратмағайным. Нимә һөйләйһең инде уларға: яңылыҡтар юҡ, кәйеф тә. Эш күп тиеүем – һылтау ғына.
– Әллә ауылда бер-бер хәл булдымы? – тип һорай һалдым.
– Юҡ! Нимә, сәбәп сыҡмағанда шылтыратмаҫҡа тигәнме ни? Элек хат яҙмай инең, хәҙер, телефон заманында, исмаһам, бер-ике ауыҙ һүҙ әйтергә иренәһең. Үҙеңдең балаң булһа, белер инең әле...
– Ярай, әсәй, аҙаҡ һөйләшербеҙ, ҡабаланам, – тинем дә телефондың ҡыҙыл төймәһенә баҫтым. Ҡасан ғына, кем генә булмаһын, шул балаһыҙлыҡҡа алып бара ла төрттөрә! Әсәйемә ни ҡалған инде – бер үк балыҡ башын сәйнәй.
Машинаны ҡабыҙҙым да, моторҙың йылын­ғанын көтөп тә тормай, ҡуҙғалып киттем. Асыуым ҡайнай. Нимәгә үртәлгәнемде үҙем дә аңлап етмәйем. Моғайын, баяғы һөйләшеүгәлер. Хәйер, әсәйемдең ғәйебе бармы – уның да өләсәй булғыһы, ейәндәр һөйгөһө килә. һеңлем әле йәш, кейәүгә лә сыҡмаған, ә мин, инде ҡырҡты ҡыуһам да, өйләнгәнемә алты йыл үтһә лә, бала менән ҡыуандыра алмайым.
Һуңғы йылдарҙа ошо мәсьәлә менән бигерәк көйҙөрәләр йәнемде. Ауылға ҡайтһам, осраған береһе тиерлек мин яратмаған һорау­ҙы бирә: “Һаман атай булманыңмы?” Күптән күрешмәгән һабаҡташтар, элекке хеҙмәттәштәр ҙә хәлде белешкәндә, уны-быны уйлап тормай: “Балаларығыҙ нисәү булып китте әле?” – тип ҡыҙыҡһына. Ҡатыным менән тура эфирҙағы әңгәмәләрҙән баш тартабыҙ хәҙер, сөнки шылтыратыусылар араһында шәхси тормош, ғаилә хәле тураһында һораусылар күп.
Ҡайҙарға ғына барманыҡ, кемгә генә мөрәжәғәт итмәнек биш йыл эсендә! Гинеколог, урологтарҙың ғына бер нисә тиҫтәһен үткәнбеҙҙер. Перинаталь үҙәк, шифахана-курорт ҡына түгел, бағымсы әбейҙәр, үлән менән дауалаусылар, экстрасенстар ҙа ҡалманы. Берәүҙәре сәбәпте минән табырға тырыша, икенселәре ҡатынымды ғәйепләмәксе. Ниҙәр генә ишетмәнек, кисермәнек...
– Рәмил, сәләм!
Йорт алдына килеп етеп, машинанан сыҡҡайным ғына кемдеңдер алыҫтан шулай һөрәнләгәнен ишеттем. Күрше подъезд алдында Илшат тәмәке тартып тора икән. Райондашым ул минең, курсташым да – университетта бергә уҡығайныҡ. Журналист һөнәрен алһа ла, беҙҙең тармаҡта эшләмәне, армияға барып ҡайтты ла Себергә китте, тигәйнеләр.
Студент саҡта ғәҙәт иткәнсә, ҡосаҡлашып күрештек. Бер ҡайҙа ла ҡабаланмағас, оҙаҡ ҡына һөйләшеп торолдо. Илшат Себерҙән бөтөнләйгә ҡайтҡан икән, үҙенең фирмаһын асҡан, яңыраҡ мин йәшәгән йорттан фатир һатып алған, икенсегә малайы тыуған...
Илшат ныҡышһа ла, фатир күрергә, “тәпәй йыуырға” инмәнем. Балаһыҙлыҡ өсөн көйөп йөрөгәндә бәхетле ғаиләгә ҡарап, яраға тоҙ өҫтәгем килмәүе бер булһа, икенсе яҡтан, һабаҡташымдың: “Һине теге Регина менән күргәндәр, икәүләп кенә ресторанда ултыр­ған­һығыҙ икән”, – тиеүе күңелде ҡырҙы.
Өйөмә ҡайтҡас, залдағы телевизор­ҙы ҡабыҙып, төп каналдарҙа ни күрһәткәндәрен пультҡа тиҙ-тиҙ баҫҡылап тикшереп сыҡтым да, ҡыҙығын тапмағас, аш-һыу бүлмәһенә индем, һыуытҡыс буш. Ашағы килмәй ҙә. Коньяк уртланым – уныһы үҙәкте көйҙөрөп төшөп киткәндәй булды. Йоҡо бүлмәһенең ишеген астым да кире яптым – урыным аҙнанан ашыу инде йыйыштырылмаған, ҡарауы ла ҡурҡыныс. Етмәһә, баяғы Регинаны иҫкә төшөрә...
Ҡыҙыҡ: бер кем дә шылтыратмайсы. Йома кис, ғәҙәттә, тегендә-бында күңел асырға саҡыралар, ҡайһы бер таныштар үҙҙәре ҡунаҡҡа килергә теләүен белдерә. Бәй, ә телефоным ҡайҙа һуң әле?
Залға сығып, шкаф кәштәһенә күҙ һалғайным, ҡарашым Ләйлә менән икебеҙҙең туйҙа төшөрөлгән, быялалы рамға ҡуйылған фотола туҡталды. Их, бәхетле саҡтар! Миңә утыҙ бер йәш ине, Ләйләгә – егерме ике. Яңы ғына журфак бөтөрөп, радиоға эшкә килгән һылыу­ҡайҙы һис уйламағанда эләктерҙем. Яңылыҡтар хеҙмәтендә берҙән-бер ҡыҙ булһа ла, үҙен тиҙ арала бик ҡыйыу, тырыш журналист итеп танытып өлгөргәйне Ләйлә. Мин телевидениелағы “Яңылыҡтар”ҙа эшләгәс, бер заман уның менән төрлө сарала тура килә башланыҡ. Йыш ҡына шаяртып һүҙ ҡушам, ә йәш ҡыҙ һис тә баҙап ҡалмай – йор яуабын таба. Ниңә гел оҙон итәкле кейемдә йөрөүен һорашҡайным, оҙаҡ уйламай: “Коллегаларға хөрмәт йөҙөнән. Әгәр тәнде һығып торған, асыҡ кейемдә килһәм, бөтөн иғтибар миндә буласаҡ, эшегеҙ бармаясаҡ”, – тимәһенме. Шундуҡ һығымта яһаным: үҙенең сибәрлегенә баһаны белә был! Көндәрҙән бер көндө, тәбиғәт хозурлығы тураһында һүҙ сығып китте лә, мин Ләйләгә тыуған яҡтарымды, Бөрйән урмандарын барып күрергә тәҡдим иттем. “Мин бит унда бер кемде лә белмәйем”, – тигәс, үҙемдең юлдаш була алыуымды әйттем. “Әгәр ауылығыҙға һеҙҙең менән бергә ҡайтып төшһәк, миңә “килен” тип өндәшерҙәр тип ҡурҡам”, – тип йылмайҙы ҡыҙ. Һүҙ артынан һүҙ ысҡынып, мин Ләйләне Бөрйәнгә алып барырға, аҙаҡ кәләш итеп алырға вәғәҙә биргәнемде аңғармай ҙа ҡалдым. Дүрт ай ярымдан – туй.
Нисек кенә йөрөп ята икән ул әле Ҡара диңгеҙ буйында? Ҡайтыр мәле етә. Шылты­ратышҡаныбыҙ ҙа, яҙышҡаныбыҙ ҙа юҡ – өйҙән үпкәләп сығып киткәйне. Һуңғы йылдарҙа, иҫләй китһәң, ниндәй генә әрләшеүҙәр, бәхәстәр булманы инде беҙҙең арала: “Һинең менән ғүмерем заяға үтә!”, “Миңә түлһеҙ ҡатын нимәгә?”, “Бер ир ҙә минең һымаҡ түҙеп йәшәй алмаҫ ине...”, “Моғайын, элек аборт яһатҡанһыңдыр әле!” – барыһы ла балабыҙ юҡлыҡтан. Айырылышыр сиккә барып етәбеҙ ҙә, нисектер Хоҙай ғына аралап ҡала беҙҙе.
Диңгеҙ буйына юлланырҙан бер ай алда Ләйлә менән перинаталь үҙәк табиптарына күренгәйнек. Экстра­корпораль аталандырыу­ҙы тәҡдим иттеләр. “125 мең һум самаһы аҡса түләйәсәкһегеҙ, әммә бала табырығыҙға гарантия бирелмәй”, – тинеләр. Ауырға ҡалғансы “лимитһыҙ” аталандырыу ике тапҡырға ҡиммәтерәк икән. Суррогат әсәлек хаҡында белешкәйнек, 20 мең долларға килешеп булыуын әйттеләр. Ләйлә: “Баланы үҙем табам, диңгеҙ һауаһын һулап, ял итеп ҡайтам да, ЭКО-ға барам”, – тигәс, мин ҡыҙған баштан екеренеп алдым да киттем: “Йыл да – курорт, дауахана, дарыуҙар... Суррогат әсә осһоҙораҡҡа төшөр ине!”. Шунан яуҙы дәғүәләр: “Һинең һымаҡ һыҡмырға сыҡҡан мин алйот”, “Үҙеңдең бәйһеҙ йәшлегең эҙемтәһе түгелме икән?”, “Аҡсаңды гел яҫтап ят!”. Ай буйы яраша алманыҡ, бер-беребеҙҙән ғәфү үтенергә уйламаныҡ та шикелле. Ләйләнең аэропортҡа ҡайһы ваҡытта, нисек сығып киткәнен белмәйем дә.
Яңғыҙ ҡалғас, бер көн лаяҡыл булғансы эстем. Элек бер курста уҡыған Регина менән шул саҡта бәйләндем дә инде. Ни рәүешле осрашҡаныбыҙ хәтерҙә түгел, әлбиттә. Телеүҙәк янындағы туҡталышта, имеш. Өйгә алып ҡайтҡанымды, икәүләп табын ҡорғанды, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғаныбыҙҙы, аҙаҡ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ҡосаҡлашып, бер түшәккә ауғаныбыҙҙы яҙа-йоҙа иҫләйем. Ике көн торҙо Регина миндә.
Беренсе курста саҡта төркөм старостаһы итеп һайлағайныҡ уны. Шундай үткер, хатта уҫал ҡыҙ ине. Мине, ауылдан яңы килгән йыуаш башҡорт егетен, өнәп етмәне, гел әрләй, аҡыл өйрәтә торғайны. Шуға Регинаны яратманым, берәй ҡараңғы мөйөштә тотоп, туҡмап киткем дә килде. Уҡыу йылы аҙағына ҡарай ул йомшарҙы – өсөнсө курста уҡыған һуғыш суҡмары Әсләмгә ғашиҡ булған, тинеләр. Бер көндө старостабыҙ дәрескә балҡып килеп ингәс, йәнәшәмдә ултырған Илшаттың: “Был яңы ғына ҡыҙлығынан яҙған шикелле. Күрәһеңме: түше нисек ҡабарған, атлауы ла үҙгәргән”, – тигәне хәтерҙә. Ысынлап та, күп тә үтмәй, Әсләмдең яратҡан ҡыҙынан йәшереп кенә Регинаны һөйәркә итеп йөрөтөүе тураһында һүҙ сыҡты. Мөхәббәттән башы әйләнгән һабаҡташыбыҙ шундай мөнәсәбәткә лә риза ине, буғай. Ә мин... тап ошо осорҙа староста ҡыҙҙы оҡшата башланым. Йәлләүҙән тыуҙымы был хис, әллә һөйөү хаҡына ғорурлығын ҡорбан иткән кешегә һоҡланыуҙанмы – белмәйем. Тик бер аҙҙан Регинаның аборт яһатыуы, унан һуң ниндәй­ҙер биҙҙәрен шештереп, тағы операция үткәреүе, шуға бала таба алмаясағы хаҡында имеш-мимеш таралды. Үлемесле сиргә дусар булған, тип тә ебәрҙеләр. Әсләмдән айырыр өсөн сихырлағандар, йәнәһе. Йәйге сессиянан һуң старостабыҙ юғалды. Ауылына ҡайтып киткәне тураһында ғына ишеттек.
Шул мәлдән бирле күрешмәгәнбеҙ. Регина һаман да матур, буй-һыны шул уҡ тиерлек. Силәбе ҡалаһында уҡып, диплом алдым да район хакимиәтендә баш белгес булып эшләп йөрөйөм, ти. Ете йыл элек ире юлда аварияға осрап һәләк булған, шуға улын яңғыҙы үҫтерә икән. Өфөгә эш буйынса йыш киләм, ти, ә мин уны бығаса нисек күрмәнем? Осраҡлы күрешеүме был, әллә?.. Яҙмыш ҡушыуымы? Иң мөһиме – ул миңә ҡарата битараф түгел. Тәүге төндә иҫерек булғанға күрә үҙебеҙҙе тыя алмаһаҡ та, икенсеһендә айыҡ килеш һис ҡарышманы бит. Ярһыу, һөйләшеүе шундай яғымлы. Ҡарашы менән дә өтөп алғандай...
Шул Регинаға өйләнергә лә ҡуйыр­ғамы икән? Һуңғы йылдарҙа минең менән түшәк уртаҡлашҡан берҙән-бер сит ҡатын түгел дә, әммә уның ғына тартыу көсөн тоям. Бер балаһы бар бит, тимәк, минән тағы таба алыр әле. Ләйләме? Ул аңлар, ғәфү итер, моғайын. Мин, мөмкинлегем була тороп та, был донъянан нәҫел ҡалдырмай китергә тейешме ни?! Ҡатыным бала тапһын өсөн тырыштым, күпме көс, аҡса түктем, сабыр иттем. Аңлар. Барыһы ла аңлар: туғандар ҙа, дуҫтар ҙа, хеҙмәттәштәр ҙә.
Хәҙер үк шылтыратырға кәрәк Регинаға! “Мин һине электән яраттым, сәстәрҙе сәскә бәйләйек, тоғро ирең булырмын”, – тип туранан-тура әйтһәм, ни тиер икән? Уйлар-уйлар ҙа барыбер риза булыр. Мин бит – билдәле журналист, алып барған тапшырыуҙарым республика телевидениеһындағы рейтингтың юғары баҫҡыстарын биләй, реклама менән күп аҡса эшләйем. Бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ. Баланан башҡа... Туҡта! Ҡайҙа ята әле теге телефон? Әсәйем менән һөйләшкәндән бирле тотманым, күрмәнем бит мин уны. Тимәк, машинала.
Сығып, эҙләй торғас, алдағы пассажир ултырғысы аҫтынан табып алдым аппаратты. Алты тапҡыр шылтыратҡандар. СМС-хәбәр ҙә бар. Кемдән?.. Нимә тигән?.. “Рәмил, мин ауырып киттем, әле дауаханала ятам. Табип, ауырлыһың, тине. Инде дүрт аҙналыҡ...”
Тексты уҡып та бөтмәй, телефондың йәшел төймәһенә баҫтым да, ҡатынымдың тауышы ҡолаҡҡа салыныу менән илай-илай һөйләнергә керештем:
– Алло! Ләйлә, һөйөклөм, ныҡ һағындым һине! Мин һине яратам! һаҡла үҙеңде! Тиҙерәк ҡайт. Ә, юҡ, ҡайтма, ят әле... Ҡотлайым!.. Рәхмәт!..

Даян МӘЖИТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)