RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ӘҘӘБИӘТ – РУХИ ҠЕҮӘТ

15.05.2015 ӘҘӘБИӘТ – РУХИ ҠЕҮӘТ

Һүҙ сәнғәте, туған тел, әҙәбиәт... Һәр милләттең рухи асылын, мәҙәнилеген билдәләгән әхлаҡи ҡиммәттәр. Үҙ телеңдә иркен аралашып, тарихи тамырҙарың менән ғорурланып, киләсәгең өсөн борсолоп, уның үҫешенә үҙ өлөшөңдө индерергә тырыш­ҡанда ғына милләтте, телде һаҡлап ҡалыр­ға мөмкин. Был йәһәттән 2015 йылдың Әҙә­биәт йылы тип иғлан ителеүе бик әһәмиәтле булды. Таш­булат ауылы мәктәбендә “Әҙәбиәт – рухи ҡеүәт” тип исемләнгән бик матур әҙәби сара ойошторолдо. Йәш быуын менән осрашыуға ашҡынып килгән “Йәйғор” әҙәби берекмәһе ағзаларын мәктәп уҡыусылары моңло йырҙары менән сәләмләне.
“Йәйғор” әҙәби берекмәһе рәйесе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәйес Түләк, Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Зөл­фирә Ҡарағужина, уҡыусы­лар­ҙы, ҡунаҡтарҙы Әҙәбиәт йылы менән тәбрикләп:
– Заман технологияларына күсеп, китапты ла электрон вариантта уҡый алыу мөмкинлеге бул­ғанда, бөгөнгө осрашыу бик әһәмиәтле. Сөнки йәнле аралашыу бәхетенә эйәбеҙ. Бына әлеге балаларҙың сығышын ҡарап, ҡыуанып ултырҙыҡ, сөнки улар – үҙҙәре рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау­ға ҙур өлөш индереп, халыҡҡа күңел байлығы бүләк итеүселәр, – тине һәм килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы.
Зөлфирә Фәрит ҡыҙы белдереүенсә, әҙәби берекмәлә 40-тан ашыу ағза иҫәпләнә, улар араһында Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусы­лар һәм Журналистар союзы ағзалары, китап авторҙары, ваҡытлы матбуғатта сығыш яһаған башлап ижад итеүселәр ҙә бар.
“Ҡуңыр буға” ижад берекмәһе рәйесе Хәҙис Ниғмәтуллин тантаналы рәүештә Зөлфирә Ҡара­ғужинаны “Йәйғор” әҙәби берекмәһе рәйесе итеп тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, бүләк тапшырҙы. Ташбулат мәктәбендә уҡытыу-тәрбиә эшенең бик яҡшы, етди алып барылыуын, күп уҡыусының бөгөн юғары урындарҙа эшләп, дан ҡаҙаныуын билдәләне, ижади уҡыу­сыларҙы әүҙем яҙышырға саҡырҙы, шиғри күстәнәсен дә өләште.
Артабан һүҙ “Сер йомғағын сисеүем” китабы авторы, Рәшит Солтангәрәев исемендәге премия лауреаты Мәҙинә Йәғәфәроваға бирелде.
– Магнитогорск ҡалаһының яҡында урынлашып, һеҙҙең мөхиткә ҙур йоғонто яһауына ҡарамаҫтан, саф башҡортса аралашҡан, рухлы башҡорт йыр-бейеүҙәрен башҡарған балалар менән һоҡланып ултырам. Быйыл Өфөләге лицей-мәктәптәрҙә осрашыуҙар булды, үҙебеҙҙең шиғырҙарҙы рус теленә тәржемә итеп, рус теле аша башҡортлоғобоҙ менән таныштырып ҡайттыҡ. Ә һеҙ үҙ телегеҙҙә һөйләшә, сығыш яһай алыуығыҙ менән бәхетле, – тине ул.
Тамашасылар проза, публицис­тика, сатира-юмор оҫтаһы, шулай уҡ кескәй балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеүсе авторҙың тормошо, ижады менән танышып, бик күп шиғырын тыңлап кинәнде.
Матбуғат биттәрендә әүҙем яҙыш­ҡан хикмәтле хәрефтәр оҫ­таһы Филүрә Моратшина, Таш­булатҡа килгәс, “т” хәрефенә яҙылған хикәйәһе менән күңелдәр­ҙе күтәреп ебәрҙе. Әҙәби берекмә сәркәтибе, “Яҙмыштар” поэмалар китабы авторы Айһылыу Хәсәнова менән дә яҡындан танышыу бәхете тейҙе.
Таһир Күсимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Йәш көстәр”, “Һүҙ һорайым”, “Нимә бейек?” китаптары авторы Зөһрә Каша­пованың сығышы ла көслө алҡыштарға күмелде. Ул үҙенең уҡыусыһы Альбина Сәйәхова менән килгәйне. 8-се класта белем алыусы ҡыҙ ҡулына думбыра алып, “Ялсы­ғол”, “Башҡорт­тарым, уҡыу кәрәк!” кеүек рухлы йыр-моңдары менән һоҡлан­дырҙы.
Уҡыусылар шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып, ошоғаса тик гәзит-журнал, китаптар аша уҡып белгән яҡташтары менән күҙгә-күҙ ҡарашып, ихлас аралашыу бәхетенә эйә булды. Һәр яҙыусының сәхнәнән тороп әйткән изге теләктәре, фәһемле кәңәштәре уларҙың күңеленә үтеп ингәндер. Әүҙем уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, Зөлфирә Фәрит ҡыҙы “Ҡырҡты” шиғыры менән рухландырҙы.
Сараны йомғаҡлап, мәктәп ди­ректорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ә. Мортази­на ҡунаҡтарға рәхмәтен белдерҙе, “һаулыҡ” аҙналығы сиктәрендә балаларға матур теләктәр яңғыраны. Әҙәби берекмә ағзалары кәңәш ҡороп, ағымдағы йылға эш планын билдәләне, данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың яҡты иҫтәлегенә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына ҡарата районда уның исемендәге премия булдырыу тәҡдимен күтәреп сыҡты.
Әҙәбиәт йылы рухи ҡеүәт булып ҡәләм тибрәлтеүселәрҙе яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеүгә илһамландырһын, лайыҡлылар ҙур уңыш ҡаҙанһын.

Хәлиҙә БАЯЗИТОВА.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)